Биксурин Миндийәр
Биксурин Миндийәр (1740—1821) — Рәсәй империяһы илсеһе, этнограф. Миндийәр Биксуриндың «Һүҙҙәрҙең башҡорт теленә тәржемәһе» (1781) ҡулъяҙмаһы башҡорт теленең тәүге һүҙлеге тип һанала[1]
Миндийәр Биксурин | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат көнө | |
Ғилми даирәһе |
этнограф |
Ниндәй өлкәлә танылған |
илсе, этнограф |
Биографияһы
үҙгәртергә1740 йылда һалдат ғаиләһендә тыуған.
1760 йылдан Ырымбур губернаторы канцелярияһы ҡарамағында тәржемәсе булып хеҙмәт итә.
1777 йылда коллеж регистраторы званиеһын, ә 1780 йылдан һуң коллеж асессоры чинын ала.
Тәржемәсе һәм илсе сифатында Ҡаҙағстан һәм Урта Азия, шулай уҡ Ырымбур губернаторы канцелярияһының башҡорттар менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрендә әүҙем ҡатнаша. 1779 йылда тәржемәсе сифатында капитан Г. Линингрейн менән ҡаҙаҡ ханы Аблайға барған. Һуңғыһы тураһында мәғлүмәт йыйыу өсөн 1780 йылда Омск һәм Семипалатинск ҡәлғәләренә бара.
Рәсәй императрицаһы Екатерина II тарафынан Ырымбурҙан Бохараға ебәрелгән 1780—1781 йылдарҙағы рәсми илселекте етәкләй. Бохара ханлығы тураһында мөһим мәғлүмәттәр алып ҡайта.
Миндийәр Биксуриндың «Һүҙҙәрҙең башҡорт теленә тәржемәһе» тигән ҡулъяҙмаһы башҡорт теленең тәүге һүҙлеге тип һанала, ул 1781 йылда төҙөлгән[2]
1790 йылда Миндийәр Биксурин һәм Ырымбур мосолмандары Диния назараты мөфтөйө Мөхәмәтйән Хөсәйенов ҡаҙаҡ старшинаһы һәм ихтилал етәксаһе Сырым Датов менән осраша. 1795 йылда Биксурин Кесе жүз солтаны итеп Есим ханды һайлауҙа ҡатнаша.
1803 йылда Я. П. Гавердовскийҙың каруаны менән Бохараға килә. 1819 йылдың октябрендә уны Рәсәй империяһы менән Хиуа ханлығы араһында сауҙаны үҫтереү мәсьәләләрен тикшереү, шулай уҡ таланған Рәсәй сауҙагәрҙәре проблемаларын хәл итеү өсөн Хиуаға ебәрелә.
Ырымбур губернаһында поташ заводына эйә булған[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2011. — Т. III. — С. 409. — 476 с. — ISBN 978-5-7501-1301-9.
- ↑ История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2011. — Т. III. — С. 409. — 476 с. — ISBN 978-5-7501-1301-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ишбердин Э. Ф. Рукописные и печатные словари XVIII—XIX вв. как источник изучения истории башкирского языка // Письменные памятники Башкирии (Историко-филологические исследования). — Уфа, 1982. — С. 69-82.
- Масанов Э. А. Очерк истории этнографического изучения казахского народа к СССР. — А.-А., 1966.
- Кононов А. И. Библиографический словарь отечественных тюркологов. Дооктябрьский период — М., 1989.
- Галиев В. П. Караванные тропы (Из истории общественной жизни Казахстана 17—19 вв.). — А., 1994.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Игдавлетов И. С. Дипломатическая деятельность Максюта Юнусова и Мендияра Бекчурина в юго-восточной политике России в XVIII в // Теория и практика общественного развития. — 2014. — № 13. — ISSN 1815-4964.