Юлдашев Әхнәф Әхмәт улы
Юлдашев Әхнәф Әхмәт улы (30 июль 1920 йыл — 11 август 1988 йыл) — ғалим-тел белгесе, төркиәтсе. Филология фәндәре докторы (1966), профессор (1967). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970).
Юлдашев Әхнәф Әхмәт улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе[1], Кәлшәле ауылы |
Вафат көнө | |
Вафат урыны | |
Ил | |
Альма-матер |
Куйбышев педагогия институты |
Ғилми дәрәжәһе |
филология фәндәре докторы (1966) |
Ғилми исеме |
профессор (1967) |
Награда һәм премиялары | |
Биографияһы
үҙгәртергәӘхнәф Әхмәт улы Юлдашев 1920 йылдың 30 июлендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең[1] Кәлшәле ауылында тыуған. 1932 йылда башланғыс мәктәп тамамлай, артабан күрше ауылдарҙың береһендә урта мәктәптә уҡыуын дауам итә. 1935—1938 йылдарҙа Бәләбәй педагогия училищеһының сит ил телдәре бүлексәһендә уҡый. 1938—1942 йылдарҙа Баймаҡ районы Түбә урта мәктәбендә немец теле уҡытыусыһы булып эшләй.
1942—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында була. Контузия алғандан һуң оҙаҡ дауалана. Һуғыштан һуң ике йыл эсендә ситтән тороп Куйбышев педагогия институтының сит ил телдәре факультетын тамамлай. Шул уҡ 1947 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының филология факультетына аспирантураға ҡабул ителә. Ул бында атаҡлы төркиәтсе профессор Н. К. Дмитриев етәкселегендә әҙерлек үтә һәм 1950 йылда «Типтәрҙәр теле» тигән темаға башҡорт диалектологтарынан тәүгеләр рәтендә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай һәм СССР Фәндәр академияһы Тел белеме институтының төрки телдәр секторына (һуңынан төрки һәм монгол телдәре бүлеге) ғилми хеҙмәткәр итеп эшкә саҡырыла. Шул ваҡыттан алып бөтөн ғүмере ошо институтта үтә. 1966 йылда филология фәндәре докторы дәрәжәһенә диссертация яҡлай, 1967 йылдан профессор. 1970 йылда уға «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән маҡтаулы исем бирелә.
1988 йылдың 11 авгусында Мәскәүҙә вафат була.
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәҒилми эшмәкәрлеге күп яҡлы: уның хеҙмәттәрендә башҡорт һәм башҡа төрки телдәренең байтаҡ проблемалары һәм аспекттары урын алған һәм хәл ителгән. Фәнни хеҙмәттәрендә башҡорт әҙәби теленең формалашыу тарихы, башҡорт теленең орфоэпияһы һәм орфографияһы, башҡорт теленең лексикаһы, грамматик төҙөлөшө, һүҙлектәр төҙөү принциптары яҡтыртылған. Байтаҡ хеҙмәттәре башҡорт диалектологияһы мәсьәләләренә арналған. 120-нән ашыу хеҙмәт авторы[2].
- «Башҡорт телендә ҡылымдың һүҙьяһалыш һәм үҙгәреш системаһы» (М.,1958);
- «Төрки телдәрендә ҡылымдың аналитик формалары» (М., 1965);
- «Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты» (1968);
- «Төрки телдәрендә затлы һәм затһыҙ ҡылым формаларының мөнәсәбәте» (М., 1977);
- «Төрки телдәре һүҙлектәре төҙөү принциптары» (М., 1972);
- «Хәҙерге башҡорт теленең әҙәби теленең грамматикаһы» (М.,1982).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970)
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (11.06.1945)[3].
- Рәсәй Федерацияһының Юғары һәм урта белем биреү министрлығының премияһы лауреаты (1982)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Хәҙерге Туймазы районы.
- ↑ «Ядкяр» ж. 2000.№3 М.В.Зәйнуллин «Фәнгә арналған ғүмер» 142-143-сө б.б.
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Юлдашев Әхнәф Әхмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 14 февраль 2022)
- «Ядкяр» ж. 2000.№3 М.В.Зәйнуллин «Фәнгә арналған ғүмер» 142-143-сө б.б.