Букварь для башкиръ

Букварь для башкиръурыҫ хәрефтәренә нигеҙләнеп төҙөлгән беренсе әлифба 1892 йылды Ырымбур ҡалаһында баҫтырып сығарыла. Ошо әлифбаға нигеҙләнеп төҙөлгән икенсе әлифба 1907 йылда Ҡазанда баҫтырыла.

Букварь для башкиръ
Жанр

Әлифба китабы

Төп нөхсә теле

башҡорт, урыҫ

Нәшер итеүсе

Ырымбур ҡалаһы 1892
Ҡазан 1907 йыл.

Носитель

ҡағыҙ

Шул әлифбаға нигеҙ һалыусыларзың береһе — урыҫ педагогы һәм мәғрифәтсеһе Василий Владимирович Катаринский булған.

В. В. Катаринский 1846 йылдың 1 мартында тыуған. Урта һәм юғары белемде Ҡазанда, тәүҙә рухани семинарияла, аҙаҡ рухани академияла ала. 1872—1875 йылдарҙа В. В. Катаринский Чебоксар рухани училищеһының күҙәтеүсеһе вазифаһын башҡара. Башҡорт, ҡаҙаҡ телдәрен өйрәнә башлай.

1874 йылда Ырымбур уҡыу округы ойошторола. Уға Ырымбур, Пермь, Өфө губерналары, Уральск һәм Турғай өлкәләре берләштерелә. Округҡа 24 өйәҙ мәктәбе ҡараған. 1875 йылда В. В. Катаринский округтың башҡорт, татар, сыуаш, ҡаҙаҡ мәктәптәренең инспекторы итеп тәғәйенләнә һәм был вазифаны 27 йыл башҡара. Ул ҡәрҙәш телдәрҙе ныҡлап өйрәнә, был халыҡтарҙың оло абруйын ҡаҙана.

В. В. Катаринский талантлы йәштәрҙе үҙ тирәһенә туплай, А. Бессонов, И. Алтынсарин, М. Ҡыуатов, Л. Әбделғәзизов кеүек йәштәрҙең ижади үҫеүенә булышлыҡ итә.

XIX быуаттың икенсе яртыһында күп урында урыҫ-башҡорт, урыҫ-татар, урыҫ-ҡаҙаҡ мәктәптәре асыла. Был мәктәптәр өсөн В. В. Катаринский әлифбалар төҙөргә хыяллана. 1892 һәм 1898 йылдарҙа уның «Букварь для башкиръ», 1893 йылда «Краткий русско-башкирский словарь» тигән китаптары баҫылыа сыға.

Башҡорт алфавиты