Лепёхин Иван Иванович

Лепёхин Ива́н Ива́нович (10 [21] сентябрь 1740, Санкт-Петербург — 6 [18] апрель 1802, Санкт-Петербург) — рус ғалим-энциклопедиясыһы, сәйәхәтсе, этнограф, лексикограф. Петербург Фәндәр һәм художестволар академияһының академигы (1771). Академик экспедициялар етәксеһе.

Иван Иванович Лепёхин
Тыуған көнө

10 (21) сентябрь 1740 или 21 сентябрь 1740({{padleft:1740|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[1]

Тыуған урыны

Рәсәй империяһы, Санкт-Петербург

Вафат көнө

6 (18) апрель 1802 (61 йәш) или 18 апрель 1802({{padleft:1802|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[1] (61 йәш)

Ғилми даирәһе

ботаника, зоология, лексикография

Альма-матер

Петербург Фәндәр академияһының Академик университеты
Страсбург университеты

Биологик систематика
Ботаник таксондар рәтенә исем биреүсе автор. Ботаник номенклатураның Халаҡ-ара кодексында (бинар) номенклатурала был исемдәр «Lepech.» ҡыҫҡарталған ҡушымта менән бирелә .
IPNI сайтында Был таксондар исемлеге
IPNI сайтында Шәхси бите

зоологик таксондарҙы тасүирлаған тикшереүсе. Авторлығын күрһәтеү өсөн ҡыҫҡартылған билдә ҡуялар «Lepechin».

Ivan Ivanovich Lepechin на Викивидах
Страница на Викивидах
Ivan Ivanovitch Lepekhin на Викискладе
Викиһаҡлағыста рәсеме
И. И. Лепёхин китабының титул бите

Биографияһы

үҙгәртергә

Преображенский лейб-гвардия полкының кесе офицеры ғаиләһендә тыуған.

Академик гимназияла уҡый, артабан Петербург Фәндәр академияһының Академик университетын тамамлай.

1762 йылда Страсбург университетына уҡырға ебәрелә, бында медицинаны өйрәнә. Страсбургтан М. В. Ломоносов менән хат алышҡан, ул Лепёхинды Петербург Фәндәр академияһында ботаника кафедраһын биләргә әҙерләй. 1767 йылда Страсбург университетын тамамлай һәм медицина докторы дәрәжәһен ала.

Санкт-Петербургҡа ҡайтҡас, Фәндәр академияһында адъюнкт һәм сәркәтип итеп тәғәйенләнә. 1771 йылдан — тәбиғи фәндәр буйынса академик.

Рәсәй империяһы провинцияларын тәбиғәтте өйрәнеү һәм этнографик яҡтан тикшереүсе төрлө фәнни экспедицияларҙа ҡатнаша. 17681772 йылдарҙа Академик экспедициялар составында йә бер үҙе отряд башында, йә П. С. Паллас етәкселегендәге отряд менән бергә Урал, Волга буйы, Көнбайыш Себер буйлап сәйәхәт итә. Башҡорт йәйләүҙәренең ҡоролошон, ит (бишбармаҡ, һалма), һөт (айран, ҡымыҙ, май) аҙыҡтары әҙерләү) әҙерләү, уларҙы һаҡлау ысулдарын, башҡорт ҡатын-ҡыҙы кейеме үҙенсәлектәрен, башҡорттарҙың йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен, байрамдарын (һабантуй), халыҡ уйындарын, игенселек һәм малсылыҡ үҫешен һүрәтләй; тау заводтары, файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтары һәм рудниктар тураһында мәғлүмәт йыя. Стәрлетамаҡтан алыҫ түгел ятҡан Көҫәпҡол ауылы янында экспедицияға башҡорттар нефть шишмәһен күрһәтә. И. И. Лепёхиндың XVIII быуат, 1740—1802 йылдарҙағы, яҙмаларында «Ҡара юрға» эпосының сюжеты осрай. Был сәйәхәттәр барышында Лепёхин тарафынан яҙылған яҙмалар «Рәсәй дәүләтенең төрлө провинциялары буйлап <…> сәйәхәттең көндөҙгө яҙмалары» («Дневные записки путешествия <…> по разным провинциям Российского государства», 1771—1805, 4 киҫәктә; үлгәндән һуң нәшер ителгән 4-се киҫәк Николай Яковлевич Озерецковский тарафынан яҙылып бөтә һәм баҫылып сыға) йыйынтығының нигеҙе була.

Был «Көндөҙгө яҙмалар» һөтимәрҙәр зоологияһы өсөн дә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, сөнки уларҙа тарпан, сайга, ҡондоҙ һымаҡ төрҙәрҙең таралыуы, йәшәү рәүеше һәи иҡтисади әһәмиәтлеге тураһында ҡиммәтле мәғлүмәттәр бирелә. Бынан башҡа Лепёхин Фәндәр академияһы коллекцияһын һөтимәрҙәрҙең ҙур йыйылмаһы (улар һуңыраҡ П. С. Паллас тарафынан эшкәртелгән) менән байыта[2].

1768 йылдан 1783 йылға тиклем «Собрания старающегося о переводе иностранных книг» тип аталған сит ил китаптарын тәржемә итеү өсөн ваҡытлы ойошмаһы нәшриәтенең мөхәррире була[3].

1773—1774 йылдарҙа Балтик диңгеҙе буйы һәм Белоруссия буйлап сәйәхәт итә.

1774 йылдан Санкт-Петербургта Император Ботаника баҡсаһын етәкләй. 1777—1794 йылдарҙа Петербург Фәндәр академияһы ҡарамағындағы Академик гимназияһында инспектор вазифаһын үтәй.

1783 йылдан Рәсәй академияһының сәркәтибе була һәм «Рәсәй академияһы һүҙлеге» («Словарь Академии Российской») өҫтөндә эшләүҙә ҡатнаша. Уның 1806 йылда икенсе тапҡыр сығыуына инеш һүҙ яҙа.

Рус ғалимдары араһынан тәүгеләрҙән булып Рәсәйҙең дарыу үләндәрен өйрәнә.

Үҙенең хеҙмәттәрендә Ер шарының тәбиғи зоналарының сағыштырма ҡылыҡһырламаһын бирә, үҫемлектәр таралыуы төрлө климатҡа бәйле булыуын күрһәтә, төрлө географик бүлкәттәргә (сүлдәр, тропиктар, урта һәм төньяҡ киңлек флораһына) хас булған үҫемлектәр ландшафтын тасуирлай, төрлө топографик шарттарҙа үҫемлек төркөмдәренеү үҙенсәлектәрен билдәләй.

 
Окопник жесткий (Symphytum asperum Lepech.)

Баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Лепёхин И. И. Дневные записки путешествия доктора и Академии наук адъюнкта Ивана Лепёхина по разным провинциям Российского государства в 1768 и 1769 году. Часть 1. — СПб., 1771.
  • Лепёхин И. И. Продолжение Дневных записок путешествия доктора и Академии наук адъюнкта Ивана Лепёхина по разным провинциям Российского государства в 1770 году. Часть 2. — СПб., 1772.
  • Лепёхин И. И. Продолжение Дневных записок путешествия доктора и Академии наук адъюнкта Ивана Лепёхина по разным провинциям Российского государства в 1771 году. Часть 3. — СПб., 1780.
  • Лепёхин И. И. Продолжение Дневных записок путешествия доктора и Академии наук адъюнкта Ивана Лепёхина по разным провинциям Российского государства. Часть 4. — СПб., 1805. Издана посмертно, составлена Н. Я. Озерецковским и включает окончание «Дневных записок», а также ряд географических работ Н. Я. Озерецковского, В. В. Крестинина, А. И. Фомина и др.
  • Лепёхин И. И. Полное собрание ученых путешествий по России: Том 3. Записки путешествия академика Лепёхина — СПб., 1821.[6]
  • Лепёхин И. И. http://www.tvereparhia.ru/biblioteka-2/l/3304-lepjokhin-i-i/28309-lepjokhin-i-i-tom-chetvertyj-prodolzhenie-zapisok-puteshestviya-akademika-lepekhina-1822 2018 йыл 3 декабрь архивланған.
  • Лепёхин И. И. http://www.tvereparhia.ru/biblioteka-2/l/3304-lepjokhin-i-i/28307-lepjokhin-i-i-tom-pyatyj-prodolzhenie-zapisok-puteshestviya-akademika-lepekhina-1822 2018 йыл 3 декабрь архивланған.
  • Лепёхин И. И. Размышления о нужде испытывать лекарственную силу собственных произрастений. — М., 1783.
  • Лепёхин И. И. Краткое руководство к разведению шелков в России. — СПб., 1798.
  • Лепёхин И. И. Способы отвращения в рогатом скоте падежа. — СПб., 1800.

Тәржемәләре

үҙгәртергә
  • Граф де Бюффон Всеобщая и частная естественная история. Перевод акад. С. Румовский и И. Лепёхин. Ч. 1. — Санкт-Петербург: Императорская Академия наук, 1801. (3 издание с прибавлениями. и правками). — 380 с.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 ЛЕПЕХИН Иван Иванович // Словарь русских писателей XVIII века. Выпуск 2: К—П (урыҫ) / под ред. А. М. ПанченкоСПб.: Наука, 1999. — С. 207—209. — 2000 экз. — ISBN 5-02-028095-X
  2. Барабаш-Никифоров И. И., Формозов А. Н.  Териология. — М.: Высшая школа, 1963. — С. 7. — 396 с.
  3. Вернадский В. И.  Труды по истории науки в России / Сост. М. С. Бастракова, В. С. Неаполитанская, Г. А. Фирсова. — М.: Наука, 1988. — С. 212. — 404 с. — ISBN 5-02-003321-9.
  4. Попов М. Г.  Лепехиниелла — Lepechiniella // Флора СССР / Бот. ин-т Акад. наук СССР; Начато при руководстве и под гл. ред. акад. В. Л. Комарова; Ред. тома Б. К. Шишкин. — М.—Л.: Изд-во Академии наук СССР, 1953. — Т. XIX. — С. 387.
  5. Постановление Правительства РФ от 19 марта 2001 года № 202 О присвоении имён А. Гумбольдта, И. И. Лепёхина и П. С. Палласа географическим объектам в Пермской и Свердловской областях.
  6. Императорская академия наук (Руссиа), Степан Петрович Крашенинников, Иван Иванович Лепехин, Йохан Петер Фальск. Полное собрание ученых путешествій по Россіи: Записки путешествія академика Лепихина. — При Имп. Академіи наук, 1821. — 558 с.
  • Озерецковский Н. Я. Иван Иванович Лепёхин // Журн. Департамента нар. просвещения. — 1822. — ч. 6.
  • Поленов В.  Краткое жизнеописание Ивана Ивановича Лепёхина // Труды. Рос. Академии наук. — 1840. — Т. II.
  • Фрадкин Н. Г. Академик И. И. Лепёхин и его путешествия по России в 1768—1773 гг. 2-е изд. — М.: Географгиз, 1953. — 224 с.
  • Григорьев С. В. Биографический словарь. Естествознание и техника в Карелии. — Петрозаводск: Карелия, 1973. — С. 140—141. — 269 с. — 1000 экз.

Һылтанмалар

үҙгәртергә