Яңы башҡорт алфавиты комитеты

Яңы башҡорт алфавиты комитетығәрәп яҙыуынан латин алфавитына күсеү маҡсатында 1924 йылдың 6 июнендә БАССР Наркомпросының ғилми уҙәге эргәһендәге яңы алфавит буйынса ваҡытлы комитет. Шул уҡ йылдың октябрендә Башҡортостандың яңы алфавиты Үҙәк комитеты итеп уҙгәртелә. Комитет ағзалары итеп С.Сөнсәләй, Г.Шонаси, А.Хәбиби, С.Рәмиев һәм Г.Алпаровтар һайлана. Артабан уның эшендә Х.Гәбитов, Ғ.Дәүләтшин, Ғ.Амантай, У.Хөсни һәм башҡалар актив ҡатнаша. Бында башҡорт теленең фонетик төҙөлөшөнә яраҡлаштырылған латин алфавитын төҙөүҙең төп принциптары һәм орфография ҡағиҙәләре эшләнә. Яңы башҡорт алфавиты проектын төҙөү (1927) Яңы башҡорт алфавиты комитеты эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе булып тора.[1]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир Р.З.Шәкүров. – Өфө: “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 689 бит