Мәхмүт Ҡашғари

(Мәхмүт әл-Ҡашғари битенән йүнәлтелде)

Мәхмүт Ҡашғари, Мәхмүт ибн әл-Хөсәйен ибн Мөхәмәт әл-Ҡашғари (уйг. مەھمۇد قەشقىرى, Мәhмут Қәшқәри,1029—1101) — Ҡашғар ҡалаһынан төрки ғалимы. Сығышы буйынса — Ҡараһанлылар хакимлыҡ иткән дәүерҙә тыуған юғары ҡатлам кешеһе.

Мәхмүт Ҡашғари
Мәхмүт ибн әл-Хөсәйен ибн Мөхәмәт әл-Ҡашғари
Тыуған көнө:

1029({{padleft:1029|4|0}})

Тыуған урыны:

Ҡашғар, Опал ауылы, Ҡараһанлылар дәүләте

Вафат булған көнө:

1101({{padleft:1101|4|0}})

Вафат булған урыны:

Ҡашғар, Опал ауылында ерләнгән, Ҡараһанлылар дәүләте

Эшмәкәрлеге:

тел белгесе

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

ғәрәп теле

Мәхмүт Ҡашғари буйынса Төрки телдәр (X—XI быуаттар)

Уның атаһы Баласуған ҡалаһында хакимлыҡ иткән. Ҡашғари Бағдад ҡалаһында эшләгән, һәм ул үҙенең «Төрки һүҙҙәренә аңлатма» (Kitâbü divân-i lûgat it-Türk) тигән хеҙмәте менән билдәле. Ҡашғари үҙенең һүҙлеге өсөн төрки илдәргә фәнни экспедицияға сығып китә. Күп йылдар төрки телле халыҡтар йәшәгән ҡалалар, ҡышлауҙар, йәйләүҙер буйлап сәйәхәт итә. Ул төрки халыҡтарҙың фольклор, йола, героик эпостарҙан өҙөктәр, тарихи риүәриәттәр, 400 яҡын мәҡәл һәм әйтемдәрен яҙып ҡалдыра. Хеҙмәтен 1074 йылда тамамлай.

Диуану лөғәт әт-төрк («Төрки һүҙҙәренә аңлатма») — фонетика, морфология һәм тел үҙенсәлектәренә бағышланған ҡомартҡы. Һүҙлек Урта Азия, Төрөкмәнстан, Волга һәм Урал буйы халыҡтарының ауыҙ-тел ижадын туплаған. Мәхмүд Ҡашғари бөгөндә тел, фольклор, әҙәбиәт өйрәнеүселәргә ҡиммәтле сығанаҡ.

Мәхмүт Ҡашғари, шулай уҡ, башҡорт теле тураһында беренсе яҙма мәғлүмәт ҡалдырған шәхес булараҡ билдәле.

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • «Диван лугат ат-тюрк» («Словарь тюркских наречий»), первый перевод на русский язык Зифа-Алуа Ауэзова-Эрмерс, Алматы, «Дайк-Пресс», 2006, 1300 стр.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә