Әмир
Күп мәғәнәле һүҙ
Әмир, Эми́р (ғәр. امير — принц, кенәз) — Шәреҡ һәм Африкалағы ҡайһы бер мосолман илдәрендә хаким, кенәз титулы, шулай уҡ был титулды йөрөткән кеше.
- Әмир әл-мөслимин — әлмөрәүиҙәр дәүләте башлығының рәсми титулы
- Әмир әл-хаж — Мәккәгә хаж ҡылған мосолмандар башлығы һәм хажиҙар каруаны етәксеһе.
- Әмир әл-мөьминин — хәлифәләр һәм башҡа мосолман хакимдары титулы.
Исем-фамилияларҙа
үҙгәртергәФарсыларға, төркиҙәргә (шул иҫәптән, башҡорттарға) — ғәрәптән ингән ир-ат исеме, ғәрәп телендә «принц», «кенәз», «түрә» тигәнде аңлата.
- Әмир-Солтан I (авар нуцалы)
- Әмир-Кәбир — Насреддин-шаһ заманында Персияның премьер-министры (вәзир).
- Әмир Дамар Коку — судан футболисы..
- Әмир Мүғиззи — XI—XII быуаттарҙың фарсы-тажик шағиры.
- Әмир Рәшит Мөхәммәт — Ираҡ сәйәси эшмәкәре, генерал.
- Әмир Халил — фарсы рәссамы.
- Әмир әд-Дин — Хубилай заманында һарайҙа ғәрәп архитекторы.
- Әмир Хосроу Дәһләүи, ысын исеме Абул-Хәсән Йәмин әд-Дин Хосроу (фарс. ابوالحسن یمینالدین خسرو, урду ابوالحسن یمینالدین خسرو, һинд अबुल हसन यमीनुददीन ख़ुसरो; 1253, Патиали, хәҙер Уттар-Прадеш штаты, — 1325, Дели) — фарсы телле шағир, шулай уҡ һинд телендә лә яҙған
- Рәсәйҙәге һәм Башҡортостандағы шәхестәр
- Ҡорбанов Әмир Әбәкәр улы (1909—1966) — Дағстан совет драматургы, актёр, прозаик һәм театр эшмәкәре. Дағстан АССР-ының халыҡ артисы.
- Абдразаҡов Әмир Ғәбделмән улы (15 ғинуар 1934 йыл — 6 март 2008 йыл) — башҡорт театр актёры, кинорежиссёр, сценарист.
- Арыҫланов Әмир Солтан улы (25 сентябрь 1926 йыл — 23 февраль 1987 йыл) — рәссам. 1963 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1986).
- Ҡарамышев Әмир Батыргәрәй улы (7 апрель 1893 — 7 август 1918) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре.Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашҡан шәхес.
- Гәрәев Әмир Сәлимгәрәй улы (18 февраль 1928 — 2 ноябрь 2008) — башҡорт яҙыусыһы, журналист.
- Чанышев Әмир Иҙрис улы (15 ғинуар 1909 — 4 апрель 1996) — яҙыусы, әҙәбиәт белгесе.
- Әминев Әмир Мөхәмәт улы (1953 йылдың 1 ғинуары, БАССР-ҙың Ғафури районы Һабай ауылы) — башҡорт яҙыусыһы, прозаик.
- Ишемғолов Әмир Миңләхмәт улы (22 май 1960) — Башҡортостандың хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим, биология фәндәре докторы (2005), профессор (2006), умартасылыҡ буйынса Рәсәйҙә танылған белгес.
- Мирсәй Әмир (тулы исеме Мирсаяф Мәсәлим улы Әмиров) — татар яҙыусыһы, драматург, прозаик, публицист, йәмәғәт эшмәкәре, Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғ. Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты
- Солтангәрәев Әмир Миһран улы (20 февраль 1958 йыл) — хоҡуҡ белгесе, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы (документаль проза), публицист.
- Моратов Әмир Фәттәх улы (1926—2003) — педагог, журналист, яҙыусы. БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, СССР һәм БАССР журналистар Союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы
- Ҡаҙаҡбаев Әмир Ғайса улы (9 март 1957) — медицина фәндәре кандидаты, әйҙәүсе офтальмолог, юғары категориялы табип
- Шамаев Әмир Ғабдрахман улы (8 август 1929 йыл — 25 март 2017 йыл) — медицина эшмәкәре, ғалим-табип, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (1998). Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы.
- Юлдашбаев Әмир Мырҙағәли улы (25 октябрь 1940, БАССР, Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы — 26 апрель 2017, Өфө ҡалаһы) — башҡорт ғалим-философы һәм дәүләт эшмәкәре, философия фәндәре кандидаты (1971), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре
- Абдразаҡов Асҡар Әмир улы (11 июль 1969 йыл) — сит илдәрҙә лә танылған опера йырсыһы,Башҡортостандың халыҡ артисы (1994 йыл)
- Абдразаҡов Илдар Әмир улы (26 сентябрь 1976) — Сит илдәрҙә лә танылған опера йырсыһы (бас).
- Абыҙгилдин Абрек Әмир улы (1 март 1937 — 24 декабрь 2013)- СССР һәм Рәсәй рәссамы.
Топонимика
үҙгәртергәӘмир (Асҡын районы) Әмир (Стәрлебаш районы)
- Әмир — Израилдәге кибуц.
- Әмир-Орлюк — Ҡырымда юҡҡа сыҡҡан ауыл.
- Әмир-Ҡорт — Чечен республикаһындағы тау түбәһе.
- Әмир Темур хиёбони ( метро станцияһы)| — Ташкент метрополитенындағы станция.
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергә- Гүр-Әмир
- Әмира — ҡатын-ҡыҙ исеме.
Оҡшаш исемле мәҡәләләр. Әгәр Һеҙ бында Википедияның башҡа бер мәҡәләһенән килһәгеҙ, зинһар мәҡәләгә кире ҡайтығыҙ һәм һылтанманы мәҡәләгә дөрөҫ күсерлек итеп төҙәтегеҙ. |