Әмир йәки әмир (ғәр. أمير‎ — хаким, юлбашсы‎) — хаким, юлбашсы) — Көнсығыш һәм Африканың ҡайһы бер мосолман илдәрендә хаким, кенәз титулы. Иң беренсе, хәрби характерҙағы титул булып тора. Ә дөйөм алғанда был исемде йөрөткән кеше.

Эмир Бухары Алим Хан (1880X 1943). С. М. Прокудин-Горскийҙың фотоһүрәте, 1911 йыл

Был исемдең сығарылмалары күп. Мәҫәлән, хәлифтәр Әмир әл-мөьминин — «диндарҙар Раббыһы» тигән исем йөрөткән.

Сығарылма формалары

үҙгәртергә
  • Хаҡ хәлиф Умар ибн әл-Хаттаб беренсе булып әмир әл-муминин ( أمير المؤمنین — ’amīr al-mu’minīn), йәғни " диндарҙар бойороусыһы" титулын ҡабул итә, Һуңыраҡ хәлифәттең беренсе министры был титулды ҡабул итә. Һуңғыһы тулы хоҡуҡлы майордом —өлкән дини сановник әһәмиәтен ала. Омейядтар һәм Ғәббәсиҙәрҙән тыш, Әмир әл-мунинин титулын Фатимидтар, Ҡорд әмирҙәре һәм Әлмөхәдтәр йөрөтә.
  • Әлмәрүиҙәр һәм Мариниҙәр Әмир әл-Мөслимин — мосолмандар әмире (أمير المسلمین — ’amīr al-muslimīn), йәғни, "мосолмандар бойороусыһы" титулын ҡабул итә.
  • Әмир әл-умар (һүҙмә-һүҙ. әмирҙәр әмире) —Ғәббәсиҙәр ғәскәрҙәренең юғары баш командующийы титулы.
  • Адмирал —"әмир әл-бахр" (ғәр. ‏أمير البحر‎. أمير البحر ) һүҙенең үҙгәртелгән варианты.Йәғни, " диңгеҙ әмире, йәки диңгеҙ бойороусыһы " тигәнде аңлата.
  • Әмир әл-хадж (хажға барыусылар башлығы) Мәккәгә хажға барған ғибәҙәт ҡылыусыларҙың ҙур төркөмө етәксеһе.
  • Фарсы титулы мирза "әмир улы" — әмир заде (фарс. module امیر زاده‎ — amir zâdah) тигәндең ҡыҫҡартылған варианты булып тора.
  • Мир титулы, ғәҙәттә, ҡәбилә башлығын аңлата. Ғәрәп һүҙенең ҡыҫҡартылған варианты.

Титул биреү

үҙгәртергә

Әмир титулы ғәрәп монархтарының улдарына бирелә (мәҫәлән, Сәғүд Ғәрәбстанында). Дағстанда элек бындай титулды кенәз Тучелав ибн Алибек I йөрөткән.

1135 һәм 1151 йылдарҙа Волга буйы Болгарияһына килгән ғәрәп сәйәхәтсеһе Әл-Гарнати болғарҙарҙың юлбашсыһын дөйөм һүҙ менән «илтәбәр», әммә бер урында ул Әмир титулын ҡулланған.[1] Боронғо төрки һүҙе элтәбәр ваҡыт үтеү менән онотола һәм исламдың киң таралыуы осоронда ғәрәп һүҙе әмир менән ҡыҫырыҡлап алына.[2]

Урта Азияла әмир титулын (хандарҙан) күп кенә кешеләр, башлыса ҡәбилә башлыҡтары һәм ырыуҙың абруйлы етәкселәре йөрөтә. Шулай уҡ, тик Сыңғыҙхан нәҫеленән булғандар ғына хан титулын йөрөтә, сикләнмәгән власҡа эйә булған, әммә сыңғыҙиҙар булмаған дәүләт формированиелары етәкселәренә әмир тигән тыйнаҡ исемгә (мәҫәлән, Тамерлан) бирелгән.

Мәҫәлән, Бохара әмирлеге хакимдары Манғыт династияһынан «әмир» титулын, әлбиттә, хәрби етәксе түгел, ә диндарҙарҙың хакимы (хәлифтәрҙең рухи титулы) файҙаланған, шулай итеп, Бохара мосолман донъяһында Төркөстанда ислам диненең терәге булараҡ мөһим тип иғлан иткәлгән.

  • Әмир Аҡһаҡ Тимер (Тамерлан)
  • Бохара әмирлеге әмире
  • Дубай Әмире
  • Езид әмире
  • Кувейт Әмире — Кувейт дәүләте башлығы

Гранада әмирлеге

үҙгәртергә

Гранада әмирҙәре сығышы менән Насридтар династияһынан. Улар 1232 - 1492 йылдарҙа Гранада әмирлегендә хакимлыҡ иткән. Гранада әмирлегенең беренсе әмире Мөхәммәт I әл-Ғәлиб (1232ī1273), һуңғыһы Мөхәммәт XII әз-Зухуби (Боабдил) була. Әмирҙәр христиан хакимдары һәм Феса Маринидтары араһында оҫта аралаша белгән. Был уларға Гранадала үҙ позицияларын һаҡлап ҡалырға, шулай уҡ Испания мосолман мәҙәниәте үҙәге булып ҡалырға мөмкинлек биргән. 1469 йылда католик батшалар тарафынан Христиан Испания берләштерелгәс, 1492 йылда Гранаданы христиандар баҫып ала, Һуңғы Насреди Мароккоға ҡасырға мәжбүр була.

Исеме Ғәрәп яҙмаһы



Ғүмер йылдары Идара итеү йылдары



Иҫкәрмә
Мөхәммәт I әл-Ғәлиб بن نصر 1194—1273 1232—1273 Лас Навас де Толос янындағы алышта кастиль ғәскәрҙәре тарафынан еңелә (1212).
Мөхәммәт II әл-Факих بن 12351302 1273132 1278 йылда Малаганы ала.
Мөхәммәт III әл-Мәхлу محمد المخلوع 12571314 1302 һәм 1309 Маринидалар менән Кастилия һәм Леонға ҡаршы союздаш мөнәсәбәттәрҙә була.
Наср ибн Мөхәммәт نصر بن محمد 12871322 13091314 Уның сәйәсәте Кастилия менән Леон, Арагон һәм Маринидтар дәүләте берләшмәһенә килтерә.
Исмәғил I ибн Фарадж إسماعيل بن فرج 12791325 13141325 Альгамбра һәм Хенералифа төҙөлөшөнә ҙур өлөш индерә.
Мөхәммәт IV ибн Исмәғил محمد بن إسماعيل 13151333 13251333 Уның өләсәһе етәкселегендәге һарай аҡһөйәктәренең реаль власы була.
Йософ I ибн Исмәғил ي بن إسماعيل 13181354 13331354 Байрам ваҡытында Ҙур Гранада мәсетендә аҡылдан яҙған кеше тарафынан үлтерелә
Мөхәммәт V әл-Ғани بن يوسف 13381391 13541359 Реаль идара итеү иҫке вәзир Ридван ҡулында була
Исмәғил II ибн Йософ إسماعيل بن يوسف 13381360 13591360
Мөхәммәт VI әл-Әхмәр محمد بن إسماعيل 1332 - 1362 1360 - 1362.
Мөхәммәт V әл-Ғани بن يوسف 13381391 1362 - 1391
Йософ II әл-Мостагани Бергәгә 1392 йылда вафат була. 13911392
Мөхәммәт VII әл-Мостаин محمد السابع الثاني 13701408 13921408
Йософ III ән-Насир ي الناصر الثاني 13761417 14081417
Мөхәммәт VIII әл-Мутамассик بن يوسف 14091431 14171419
Мөхәммәт IX әл-Ғәлиб Дауыталар 1396-1454 14191427
Мөхәммәт VIII әл-Мутамассик بن يوسف 14091431 14271429
Мөхәммәт IX әл-Ғәлиб محمد الصغير بن نصر 13961454 14291432 Дүрт тапҡыр үҙенә әмир тәхетен кире ҡайтара
Йософ IV ي بن الموسف 1432 йылда вафат була. 1432 - 1432.
Мөхәммәт IX әл-Ғәлиб بن نصر 13961454 1432 - 1445
Мөхәммәт X әл-Әхнәф 1445 - 1445
Йософ V 1445 - 1446
Мөхәммәт X әл-Әхнәф 14461447
Мөхәммәт IX әл-Ғәлиб 14471453
Мөхәммәт XI ибн Мөхәммәт بن 1454 йылда вафат була. 14511455 1454 йылда Кастиль короллеге менән әмирлек өсөн файҙаһыҙ ваҡытлыса килешеү төҙөй
Әбү Наср Сәйет әл-Мостаин 14541464
Али ибн Сад 14641482
Мөхәммәт XII әз-Зухуби (Боабдил) 14591527 14821483
Али ибн Сад 14831485
Мөхәммәт XIII әз-Загалл 1485 - 1490
Мөхәммәт XII әз-Зухуби (Боабдил) 14591527 14901492

Корд әмирлеге

үҙгәртергә

750 йылда, Ғәббәсиҙәр Омейядтарҙы ҡолатҡандан һуң, был ғаилә юҡ ителә. Уларҙың иҫән ҡалған вәкилдәренең береһе Мысырға, ә һуңыраҡ Магрибҡа ҡаса. Әммә шул ерҙәрҙә тороп ҡалырға тырышыуҙар һөҙөмтәһеҙ була. 755 йылдың аҙағында Әбд ар-Рахман, Кордты баҫып ала, Испанияға күсенә һәм үҙен әмир тип иғлар итә. Башта формаль рәүештә Испанияла аббасид хакимлығын таный, әммә 765 йылғы конфликттан һуң вәғәздәрҙә ғәббәсиҙәрҙе телгә алыу тыйыла. Хакимлығының күп өлөшөн христиандар менән көрәшкә сарыф итә.

Әммә, бойондороҡһоҙ әмирлекте ысын мәғәнәһендә ойоштороусы Абд-ар-Рахман II була, ул вәзирҙәрҙең вәкәләттәрен тәртипкә һала һәм ярымутрауҙы бик тиҙ исламлаштырыуға өлгәшә, мосолман ерҙәрендә христиандар һанын һиҙелерлек кәметә. Ғәрәптәр һәм берберҙәр араһындағы власть өсөн көрәш бойондороҙлоҡ әмирлеге ойошторолғандан һуң да туҡтамай, был христиан королләттәрен артабан Реконкистератҡа килтерә. 912 йылда Абд ар-Рахман III тәхеткә ултырғас, әмирлектең сәйәси бөлгөнлөккә төшөүе асыҡлана. Әбд-ар-Рахман III ихтилалдарға нөктә ҡуя һәм христиан ерҙәрендә походтар алып бара. Ә 929 йылда үҙен хәлиф тип иғлан итә.

Исеме ғәр. Ғүмер йылдары Идара йылдары Иҫкәрмә
Абдуррахман ә I-Дахил الداخل الرحمن عبد 731 йылда тыуған 756-788 кордова Омейядтар династияһы нигеҙ һалыусы.
I абдуррахман ибн Хишам هشام الرحمن عبد بن 756 йылда тыуған 788-796 бербер ихтилал баҫтырылғас Рондола йәшәй.
Хак I әл-Мозафар بن الحكم هشام 771 йылда тыуған 796-822 фәких ихтилалын баҫтыра
Абдуррахман II ән-насыр عبد الرحمن الثاني 792 йылда тыуған 822-852 фәнде һәм сәнғәтте ҡурсалаған, дини түҙемлек менән айырылып торған.
Абдуррахман ибн мөхәммәт I محمد بن الرحمن عبد 886 йылда үлгән 852-886 862 йылда Тудела менән Сарагосаны яңынан үҙ контроле аҫтына ала.
әл-мөхәммәт ибн Мунзира محمد بن المنذر 888 йылда үлгән 886-888 Астурияға ҡаршы кампанияны уңышһыҙ үткәрә.
Абдуллаһ ибн Мөхәммәт عبد الله محمد بن 843 йылда тыуған 888-912 Умар ибн Хафсун менән һуғышты дауам итә.
Абдуррахман III ән-насыр الثالث الرحمن عبد 891 йылда тыуған 912-929 хәлифә титулын ҡабул итә.

Катар әмирҙәре, ғәрәп ҡәбиләләренең береһе булған Бану Тамимынан сыҡҡан, Әл-Тани династияһына ҡарай (араб. آل ثاني) . Катар дәүләте 1850 йылда барлыҡҡа килә, уға нигеҙ һалыусы Мөхәммәт бин Тани иҫәпләнә.

Исеме ғәрәпсә Йәшәгән йылдары Хакимлыҡ йылдары Иҫкәрмә
Әхмәт ибн әли أحمد بن علي 1920—1977 3 сентябрь 1960 — 22 февраль 1972 Катарҙың Әл Тани династияһынан 1-се әмир.
Хәлифә бин Хәмәд خليفة بن حمد 1932 йылда тыуған 22 февраль 1972 — 27 июня 1995 армия һәм именлек көстәре ярҙамын алғас, дәүләт түңкәрелешен үткәрә
Хәмәд бин Хәлифә]] حمد بن خليفه 1952 тыуған 27 июнь 1995 — 25 июнь 2013 ғаиләнең башҡа ағзалары ярҙамы менән Әмирлектә власты баҫып ала
Тамим бин Хамад تميم بن حمد 1980 йылда тыуған 25 июнь 2013 — хәҙергә тиклем илдең бойондороҡһоҙлоғонан һуң Катарҙың иң йәш әмире

Шулай уҡ ҡарағаҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «Путешествие Абу Хамида ал-Гарнати в восточную и Центральную Европу в 1131—1153 гг» — публикация О. Г. Большакова и А. Л. Монгайна — М. — 1971 — С.31
  2. Р. Г. Фахрутдинов. Об имени и титуле правителя Волжской Булгарии. Советская тюркология. АН Азербайджанской ССР. № 2. Баку 1979 г. стр. 4.