[хаж ҡылыусылырының Хаж әмире] Әми́р әл-хаж (ғәр. أمير الحج‎) — (башҡ. Хаж әмире), Мәккәгә хаж ҡылыусыларҙың һәм хажға барыусылар каруанының етәксеһе.

Әмир әл-хаж
Рәсем
Зат ир-ат
 Әмир әл-хаж Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

Беренсе Хаж әмире Әбү Бәкер р.ғ. Уны 631 йылда Мәҙинәнән Мәккәгә ҡылынған хажға барыусылар каруанына Мөхәммәт Пәйғәмбәр етәксе итеп тәғәйенләй. Юлда Мәккә мөшриктәренән каруанды һаҡларға кәрәк була Мөхәммәт (Пәйғәмбәр) Мәккәгә бер генә тапҡыр 632 йылда хажға барған. Артабан Бәхилләшеү хажы тип аталған был хажға Ул үҙе етәкселек иткән. Хаж әмирҙәрен хәлифә үҙе тәғәйенләй торған булған. 688 йылда сәйәси хәлдәр тотороҡһоҙланған, шуға күрә хажда 4 әмир ҡатнашҡан.

XIII быуаттан Хаж әмирен тәғәйенләү хоҡуғы мәмлүктәргә күсә, шул замандан хаж ҡылыусылар каруанын һаҡлаусыларҙың етәкселәрен дә Хаж әмире тип атай башлағандар. Османлылар осоронда әмирҙәргә Хиджазда уларҙың йоғонтоһон көсәйтегә булышлыҡ итеү бурысы ла йөкмәтелгән.

XX быуаттың 20-се йылдарынан Сәғүд Ғәрәбстаны сиктәрендә әмирҙәрҙең ниндәй ҙә булһа сәйәси эшмәкәрлеге тыйыла.

1954 йылда Мысыр Әмир әл-хаж атамаһын «хаж ҡылыусылар төркөмөнөң етәксеһе» тип үҙгәртә (Рәис басат әл-хаж)[1].

Рәсәйҙә хаж етәкселеге үҙгәртергә

Рәсәйҙән хаж ҡылыусылар һаны йылдан-йыл арта бара. Махсус турфирмалар хаж сәфәрен ойоштороу менән шөғөлләнә. Төркөмдәргә етәкселәр тәғәйенләнә. Бынан тыш Рәсәй буйынса хаж ҡылыу мәсьәләләрен хәл иткәндә рәсми рәүештә йүнәлеш биреп тороусы бер етәксе тәғәйеләнә. 2016 йылда Рәсәй Хаж миссияһы етәксеһе итеп Мәһәмед Һамзаев тәғәйенләнгән.Ул Мәскәүҙә Рәсәй мосолмандарының үҙәкләштерелгән дини ойошмалары етәкселәрен, төбәк башҡарма хакимиәт органдары вәкилдәрен, шулай хаж сәфәре ойоштороусы туроператорҙарҙы йыйып, ошо йылдың хажын ойоштороу мәсьәләләре буйынса фекер алышыуҙы ойошторҙо. Сарала Сәғүд Ғәрәбстанына виза алыу, хаж ҡылыр урындарға алып барыу, күрһәтелгән хеҙмәт өсөн ваҡытында түләү кеүек мәсьәләләр ҡаралды

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә