Моратов Әмир Фәттәх улы
Моратов Әмир Фәттәх улы (1926—2003) — педагог, журналист, яҙыусы. БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, СССР һәм БАССР журналистар Союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Моратов Әмир Фәттәх улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
БАССР-ҙың Йылайыр районы Мәҡсүт ауылы |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны | |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
педагог, журналист, яҙыусы |
Биографияһы
үҙгәртергәМоратов Әмир Фәттәх улы БАССР-ҙың Йылайыр районы Мәҡсүт ауылында тыуған. Баласағы бик ауыр була, уҡыу урынына эшләргә тура килә, башта шахтала, һуңынан алтын сығарыу сәнәғәтендә. Һуғыш башланғас, Әмир Фәттәх улы колхоз эшенә егелә. 1943 йылда ҡапыл «Коммунизм өсөн» район гәзитенә яуаплы секретарь итеп эшкә күсерәләр һәм уға матбуғат менән яҡындан һәм ашығыс рәүештә танышырға тура килә. «Көнө-төнө эшләргә тура килде. Йүнле шарттар ҙа булманы инде, краскаға һәр саҡ ҡытлыҡ, «американка» (баҫыу машинкаһы) йыш боҙола, ТАСС материалдарын төндә яҙып алам тиһәң, радиоалғыстың питаниелары ултыра ла ҡуя. Хәбәрселәр юҡ дәрәжәһендә, мәҡәләләрҙе ҡағыҙ хаҡына ғына яҙҙырып алаһың» — тип иҫләй Әмир Моратов[1], әммә бер нисә айҙан ул һуғышҡа ебәрелә. Уға бары 17 йәш кенә була. 1943 йылдан артиллерист булып хеҙмәт итә, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән наградлана. Немец-фашистар илбаҫарҙарына ҡаршы аяуһыҙ һуғышҡан йәш артиллерист тураһында командование ошолай яҙа:
«Наградить… ефрейтора Муратова Амира Фатгаховича, за то, что в период наступательных боев, находясь на прямой наводке, он бесперебойно обеспечивал орудие снарядами, в результате чего орудие уничтожило 2 наблюдательных пункта, подавило огонь 1 станкового пулемета и уничтожило до 15 немецких солдат и офицеров, чем способствовал успешному выполнению боевой задачи».— Ф.М.Сөләймәнов. Матрай районы Ишембәт ауылы тарихы: төбәк ғилми-ғәмәли конференцияһы материалдары (1 ноябрь 2013 йыл, Сибай ҡалаһы). – Сибай: ГУП РБ «СГТ», 2013. – 379 б. – 212-221 биттәр.
[2].
Отставкалағы старшина Моратов 1945 йылда демобилизациялана.
Әмир Моратов һуғыштан һуңғы ҡырҡ йыллыҡ эшмәкәрлек дәүерендә мәғарифтың бик күп баҫҡыстарын үтә: тәрбиәсе, уҡытыусы, өлкән пионервожатый, балалар йорто директоры урынбаҫары, башланғыс мәктәп директоры урынбаҫары, инспектор-методист, журналист… Ҡайҙа эшләһә лә, балаларҙы походтарға йөрөтә, «Йәш хәбәрселәр», «Йәш әҙәбиәтселәр» түңәрәктәре ойоштора, концерттар әҙерләй, билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар, кисәләр үткәрә. Уҡыусыларын вайымһыҙ булмаҫҡа, үҙ фекерен яҡларға өйрәтә. Мәҡәләләрен әленән-әле гәзит-журналдарҙа баҫтыра[1].
Ғүмеренең аҙаҡҡы йылдарын Әмир Фәттәх улы Моратов Сибай ҡалаһында йәшәй, бында ла ул ижтимағи тормошта актив ҡатнаша, мәктәптәрҙә, музейҙа үҙ хәтирәләре, уйҙары менән уртаҡлаша. Бик күп мәҡәләләре, очерктары республика һәм урындағы матбуғатта донъя күрә. Әмир Фәттәх улы йәштән ил ғәмен, донъя хәстәрен тойоп йәшәй белде, ғаиләһендә ҡатыны Мәүлетбикәгә, балаларына ҡарата мөнәсәбәте аша үрнәк, өлгө алырлыҡ итеп йәшәне. Ихлас, итәғәтле, ябай, рухы ныҡ шәхес булып яҡташтарының иҫендә ҡалды.
Ижады
үҙгәртергәУның әҫәрҙәре төрлө йыйынтыҡтарға, кластан тыш уҡыу китаптарына индерелгән. Әмир Моратовтың ижади мираҫы тағы ла тосораҡ булыр ине — 1978 йылда Ҡашҡар ауылында йәшәгәндә Моратовтарҙың өйҙәре янып китә. Күп йылдар дауамында йыйған документтары һәм ҡулъяҙмалары, ҡулдан сығарған журнал-китабы (ауыл Советының 220 кеше яҙмыштары буйынса эҙләнеү һөҙөмтәләре) көлгә әйләнә.
Әмир Моратов — яҡташтарының фронттағы һәм тылдағы батырлыҡтары тураһында очерктар серияһы авторы. «Хәтер» (1991) һәм «Еңеү анкетаһы» (1994) китаптарында йәш һалдат күҙҙәре менән Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары һүрәтләнгән. «Ер яҙмышы» (1994) китабына төрлө йылдарҙа яҙған шиғырҙары һәм йырҙары тупланған. 2013 йылда ҡыҙы Гөлсирә менән кейәүе Рәфҡәт Иҙрисовтарҙың финанс ярҙамында З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә очерктарынан, хикәйәләренән торған «Яҙмыш менән һөйләшеү» тигән китабы донъя күрә. 2015 йылда шундай уҡ ысул менән «Төбәгемдең батырҙары» баҫылды. Шулай уҡ 2016 йылда уның 90 йыллығына арнап Гөлсирә менән Рәфҡәт «Һуғыш хәтирәләре» китабын нәшер итте[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары
үҙгәртергә- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы
- 2 дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы
Ғаиләһе
үҙгәртергә- Атаһы — Моратов Фәттәхетдин (Фаттәх) Аллағыуат улы — офицер, Георгий тәреләре тулы кавалеры, Ишембәт ауылы мәҙрәсәһенең мөғәллиме, Яҡуп ауыл советы ағзаһы[4].
- Ағалары:
- Моратов Төхфәт Фәттәхетдин улы (Төхфәт Морат) (1906—1944) — башҡорт шағиры һәм тәржемәсе, журналист. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк була.
- Моратов Әхмәт Фәттәх улы (1908—?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.
Хәтер
үҙгәртергәБашҡортостандың Йылайыр районы Ҡашҡар ауылының Почетлы гражданы. Ҡашҡар урта мәктәбендә Әмир Моратовҡа мемориаль таҡтаташ асылды. Йылайыр районы Мәҡсүт ауылының Дан паркында яугир-яҙыусы, уҡытыусы, журналист Әмир Моратовҡа обелиск ҡуйылды[5].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 http://bash.bashgazet.ru/obshestvo/print:page,1,21980-auyl-hbrsee.html.
- ↑ http://urgaza.ru/library-portal/articles/292/2003/
- ↑ http://baimaklib.ru/content/%C2%AB69-sy-e%D2%A3e%D2%AF-ya%D2%99y%C2%BB 2017 йыл 14 ғинуар архивланған.
- ↑ Сулейманов Ф. М. Населенные пункты Зилаирского района // Ватандаш. — ISSN 1683-3554.
- ↑ https://zilair.bashkortostan.ru/presscenter/news/649008/(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- [1] Ауыл хәбәрсеһе.
- [2] 2017 йыл 14 ғинуар архивланған. Әмир Моратов.
- [3](недоступная ссылка) Арҙаҡлы яҡташыбыҙ иҫтәлегенә