Йылан

(Ҡыр-Йылан битенән йүнәлтелде)

Йылан — Түбәнге Ағиҙел ҡәбиләләре берләшмәһенә ҡараған башҡорт ҡәбиләһе. Был төркөмгә ингән ун ҡәбиләнең (йәнәй, гәрәй, ҡырғыҙ, елдәк, ҡанлы, дыуанай, ҡаршин, таҙ, ыуаныш) береһе.

Йылан
Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: 70 мең самаһы[2]
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тел

башҡорт (төньяҡ-көнбайыш диалект)

Дин

ислам

Йылан ҡәбиләһе атамаһы, бигерәк тә 922 йылда беҙҙең тарафтарға сәйәхәт ҡылған Ибн Фаҙландың боронғо башҡорттарҙың йыланға табыныуын иҫкә алыуын иҫәпкә алып, йылан этнонимы боронғо башҡорттарҙың йыланды ололауына, хөрмәтләүенә ҡайтып ҡала, тип фаразлана:

«Мы видели, как (одна) группа из них поклоняется змеям, (другая) группа поклоняется журавлям...».

Тарихи әҙәбиәттә боронғо болғарҙарың динендә лә йылан культы булған тигән фекер бар. Әммә йылан этнонимы йыланға бәйле булғанын Кузеев Р.Ғ. осраҡлы ситуация, тип билдәләй.

Г. Е. Грумм — Гржимайло йыландарҙы ҡыпсаҡтар менән бәйләп иҫкә ала, йыландарҙың этник сығышы нигеҙендә динлиндәр тора, ти (Кузеев Р.Ғ. китабынан).

Ҡәбилә ҡоролошо

үҙгәртергә

Йылан ҡәбиләһе өс ырыуға бүленә:

  • Эске — йылан (ырыу аралары: баҙраҡ, елан, кугәрсен, яҡут).
  • Иҙел -йылан (ырыу аралары: ҡандры, үрнәк, байсары).
  • Ҡыр — йылан, икенсе исеме Тышҡы — йылан (ырыу аралары: буләк, искәндәр, исламғол, ҡара-ҡыпсак, ҡуян, тәзәй).

Ҡәбилә — йылан, ырыу — эске йылан, иҙел йылан, ҡыр йылан, оран — тоҡсаба, агас — ҡайын, ҡош — ҡарға, тамга — әүернә (х).

Туған теле — башҡорт теле төньяҡ-көнбайыш диалектының танып һәм түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләштәренә ҡарай[1].

Белгестәр әйтеүенсә, әлеге көндә республика ерлегендә һәм башҡа региондарҙа йәшәүсе 70 меңгә яҡын башҡорт йылан ырыуына ҡарай.

Йылан ҡәбиләһе мифтарҙа

үҙгәртергә

Мифтар кешенең донъяға ҡарашын ғына сағылдырып ҡалмай, ул бөтә яҡлап кеше тормошона йоғонто яһай. Ҡайһы берҙә мифик образдар исем булып та китә. Урыҫ халҡының эпик йырында киң билдәле булған Тугарин Змеевич образы ысынбарлыҡта булған персонаж — ҡай ырыулы кыпсаҡ башлығы Туғархан. Ҡай — йылан. Ҡай монгол телендә йылан тигәнде аңлата. Урыҫтарҙа Змей Горыныч, ирандарҙарҙа — ажи -даха, башҡорттарҙа — аждаха.

Күп башлы дракон образы ғәҙеллек символын һүрәтләй. Ҡытайҙа аждаһа — яуызлыҡ символы түгел, ә ер — тупраҡ, тәрән аҡыллылыҡ һәм уңдырышлылыҡ символы. Ҡыпсаҡтарҙа кайлылар (каепичи) ырыуы булған.

Этник тарихы һәм сығышы

үҙгәртергә

Йылан ҡәбиләһе — төрки -монгол сығышлы ҡәбилә. Кай ҡәбиләһенең тарихы беҙҙең эраның башында Манчжурия яландарында башлана. Ҡытай яҙмаларында «хи» халҡы тураһында һүҙ бара. Хи (яҙыла) — хай (ишетелә)- ҡай — йылан — берүк халыҡ. Был халыҡ һунарсылыҡ иткән, тирмәләрҙә йәшәгән, ғәсҡәрҙәре биш полктан торған, полкты иркин етәкләгән, игенселек менән шөғөлләнгән, бик оҫта уҡсылар, саңғыла шул тиклем шәп йөрөгәндәр, улар артынан етеп булмай, тигән мәғлүмәт бар. Алтынсы быуатта ҡай ҡәбиләһе төрки кағанатынан еңелә, ә 712 йылда үҙҙәре, киреһенсә, ҡытайҙарҙы еңәләр.

Ҡытай хроникалары ҡыдан хәкүмәте тарихы тураһында бәйән итә. X-сы быуатта ҡыдандәр Төньяҡ Ҡытайҙы баҫып ала. Башҡорт ҡатай ырыуы — ҡыдандәр нәҫеленән. Ҡатайҙар — ҡай ҡәбиләһенең иң яҡын ҡәрҙәштәре.

Йыландар — иң боронғо төрки ҡәбиләләренең береһе. Уларҙың беренсе мең йылдың икенсе яртыһында Римға һөжүм итеүе тураһында әрмән яҙыусыһы Матвей Эдесс (XII быуат) яҙып ҡалдырған. Һуңынан йылан халҡы «ерәнсәслеләр» илен баҫып ала. Һары, ерән сәсле тип кыпсаҡтарҙы (урыҫса половцы — полома -солома) атайҙар. Ошо һәм башҡа эре процестарҙың башында йылан (ҡай) ҡәбиләһе торған. Ғалимдарҙың фекеренсә, тип яҙа проф. Янғужин Р. З. йыландарҙың тарихы беҙҙең эраға тиклем өсөнсө быуатҡа ҡайтып ҡала. Данлыҡлы ҡәбилә яңы эраның беренсе йыллығының аҙағында уҡ башҡорт этносын тулыландыра.

Түбәнге Ағиҙел башҡорттар ҡәбиләләрендә этноним төркөмдәре көньяҡ башҡорттары менән этник нигеҙенең уртаҡлығын, күп осраҡта бөтә башҡорт ҡәбиләләренең боронғо ваҡыттан үҙ-ара бәйләнештә булыуҙарын иҫбатлай. Мәҫәлән, көньяҡ -көнсығыштың тау этнонимы йәнәйҙәрҙә һәм йыландарҙа бар.

Кузеев Р.Ғ. тарафынан бик күп тамғалар өйрәнелгән. Барлығы 900 тамға табылған. Тикшеренеү эштәре төньяҡ һәм Түбәнге Ағиҙел ҡәбиләләренең уртаҡлығын күрһәтә. Түбәнге Ағиҙел башҡорттары тамғалары араһында ҡыпсаҡ (ҡара-ҡыпсаҡ) тамғалары барлығы асыҡланды. Шулай уҡ Үҫәргән тамғалары, ҡаршин ырыу араһынан башҡа, барыһында ла бар (110 тамға).

Йылан һәм ҡырғыҙ ҡәбиләләре тарихы урта быуаттарҙа ҡыпсаҡ конфедерацияһы сиктәрендә Дәшт- и- Ҡыпсаҡта үҫешкән булһа кәрәк. XIII—XIV быуаттарҙа күп һанлы Дәшт -и- Ҡыпсаҡ ҡәбиләләре Урал алдына юл тоталар. Көслө миграция юлдары Башҡортостанға башҡа ҡәбиләләрҙе лә алып килә.

Йыландар — Ағиҙел үҙәнендә көн күреүсе ҡырғыҙҙар, каңлыларҙың күршеләре, улар һәм ҡыпсаҡтар менән миграция ваҡытынан алып һәм Дәшт -и- Ҡыпсаҡ дәүеренә тиклемге тормоштары менән дә бәйле. Йылан ырыу араларының ҡайһы бер ҡыпсаҡ этнонимиялары был ырыу XIII—XIV быуаттарҙа ҡыпсаҡ ҡәбиләһенең бер өлөшө булыуы мөмкинлеген иҫбатлай ала. Кузеев Р.Ғ. 1953 йылда бер йылан ырыуы ҡартының: беҙ йылан — ҡыпсаҡтары, тигән һүҙҙәрен иҫкә төшөрә.

Боронғо риүәйәттәрҙән: әлеге йәшәгән ерҙәргә йылан ҡәбиләһе Волга йылғаһы яғынан йәки Ҡырымдан килгән.

Ҡыпсаҡтарҙың боронғо тарихындағы бер эпизод йылан ырыуының этник сығышын асыҡлай. В. В. Бартольд Н. Маркварттың китабына яҙған рецензияһында ҡыпсаҡтарҙың Алтайҙа көн күргән сағында, уларҙы йылан халҡы еңгән, тип яҙа. Ҡыпсаҡтар Алтайҙа Йылан (ҡытай транскрипцияһында Чжи — лян) үҙәнендә йәшәгәндәре тарихта билдәле факт. Тағы ла бер мәғлүмәт: Г. Е. Грумм — Гржимайло йыландарҙы ҡыпсаҡтар менән бәйләп иҫкә ала, йыландарҙың этник сығышы нигеҙендә динлиндәр тора, тип һанай ул (Кузеев Р.Ғ. китабынан).

Шулай итеп, йылан ырыуының сығышы аныҡ билдәле булмаһа ла, уларҙың ҡыпсаҡтар берләшмәһенә ингән иң боронғо төрки ҡәбилә икәне бәхәсһеҙ.

XVII—XVIII быуаттарҙағы үҙгәрештәр

үҙгәртергә

Башҡорт ерҙәрен талау факттары XVII быуат архив документтарында юҡ тиерлек. Ә бит нәҡ XVII быуатта башҡорт ерҙәрен үҙләштереү, талау, тартып алыу киң ҡулланылған, тик ул ваҡытта акттар тейешле кимәлдә теркәлмәгән булған. XVIII быуат документтары был процесты бик асыҡ күрһәтә.Ҡанлылар, мәҫәлән, 1722 йылда үҙ ерҙәрен 10 һумға һатҡан. Күп кенә башҡорттар ихтилалдарҙы аяуһыҙ баҫҡандан һуң үҙ ерҙәренән ҡыуылғандар. Бик күп ерҙәр припущенниктар индереү сәбәпле юғалтылған. Шуның өсөн Түбәнге Ағиҙел ауылдары ҡатнашҡа әйләнгән: башҡорт — татар, башҡорт — мари, башҡорт — удмурт ауылдары.

Ыҡ ҡәбиләләре менән бергә төньяҡ — көнбайыш башҡорттарының һаны XVIII быуатта 90-100 мең кеше тәшкил иткән, шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың ҡалған территорияһында был һан 200 меңгә еткән. XIX быуатта көнбайыш һәм көнсығыш Башҡортостанда был күрһәткестәр ҡырҡа үҙгәрә: көнбайышта башҡорттарҙың һаны күбәйә башлай. Был үҙгәрештәрҙең, Кузеев Р.Ғ. билдәләүенсә, төп сәбәбе — башҡорттар араһына күпләп татар, типтәр, мишәр, удмурт, мари, сыуаштарҙың күсенеп килеүе. Ырыу ара эттнонимдарының үҙгәреүе лә ошо сәбәптәр арҡаһында икәне бәхәсһеҙ.

Йәшәү территорияһы

үҙгәртергә

Түбәнге Ағиҙел ҡәбиләләре территорияһы көньяҡтан төньяҡҡа тар ғына оҙонса дуға формаһындағы буйҙан ғибәрәт. Уларҙың урынлашҡан ерҙәренең көньяҡ сиктәре Ыҡ, Өҫән, Сөн, Баҙы, Сәрмәсән, Ҡармасан йылғаларының тамағында булһа, төньяҡ сиктәре — Ағиҙелдең уң яҡ ярынан Танып йылғаһының урта ағымына тиклем йәйелә. Урман зонаһында ла, ялан яғында ла һәр ҡәбиләнең үҙ биләме булған. Айырыуса тығыҙ булып уйпат урындарҙа урынлашҡандар. XVIII быуатта Ағиҙел йылғаһы үҙәнендә, Өфө ҡалаһынан алып Ағиҙел йылғаһы тамағына тиклем, тик башҡорттар ғына йәшәгән.

Башҡорттар борондан биләгән территорияларҙа ҡәбилә — ырыу булып йәшәгән — был уларҙың статусы үҙенсәлеге булып торған. Шуға күрә 1865—1866 йылдарға тиклем административ улустар ырыу буйынса ойошторолған. Мәҫәлән, Эске йылан улусы 1680 йылда Йылан улусын икегә (Эске-Йылан һәм Тышҡы-Йылан ырыуҙары) бүлгәндән һуң ойошторола. 1700 йылда ике улустан өсөнсөһө айырыла: Иҙел-Йылан улусы. Эске-Йылан улусы үҙ сиратында алты аймаҡтан — Бикмәт, Ыуаныш, Күзбай, Күрзә, Баҙраҡ, Өсболон — тора. 1865—1866 йылдарҙа ғына улустар территориаль берәмектәргә үҙгәртеп ҡорола.

XVIII быуат аҙағында — XIX быуатта йылан ҡәбиләһе йәшәгән ер биләмәләре административ рәүештә Бәләбәй, Боғорослан, Бөрө өйәҙҙәре улустары составына ингән, кантон идаралығы системаһына күсерелгәндән һуң — 5-се (10 −11-сы), 10-сы (12-13-се) башҡорт кантондарына ингән.

Йылан ҡәбиләһенең аҫаба ерҙәренә хоҡуҡтары урыҫ батшалыҡ хөкүмәте тарафынан грамоталар менән 1574, 1626, 1658, 1685, 1753, 1766, 1793 йылдарҙа раҫланған. Шәжәрәләр башҡортарҙың биләгән ерҙәренә хужа булыуына, аҫабалығына юридик күҙлектән дәлилләү өсөн ышаныслы документ булып һаналған. Мәҫәлән, Эске йылан ырыуы башҡорттары быуындан быуынға 1618 йылғы документты тапшыра килгәндәр:

«Лета 7126 июля в 4-й день в государеве Цареве и великого князя Михаила Федоровича всея Руси грамоте писано: в Казань к воеводам и князьям Володимиру Тимофеевичу Долгорукову и Семену Никитичу Гагарину да дьяку Андрею Подлесову били челом государю царю и великому князю Михаиле Федоровичу всея Руси, уфимские башкирцы Казанской дороги Яски-Илянской волости Мухамет Абдулов, Базайка Байметов с товарищи…»

Хәҙерге ваҡытта йылан ҡәбиләһе биләгән ерҙәрҙә Башҡортостан Республикаһының Борай, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Илеш, Туймазы, Саҡмағош, Шаран һәм башҡа райондары, шулай уҡ Татарстан Республикаһының Баулы районы урынлашҡан.

Йылан башҡорттарының тораҡ пункттары[3][4][5][6]
РФ субъекты Район Тораҡ пункттар
Башҡортостан Борай районы (эске йылан) Оло Баҙраҡ, Туҡран, Ҡайынлыҡ, Таңатар, Байсаҡа, Ҡараерек, Яңы Бикмәт, Ҡоҙаш, Силасау, Салҡаҡ, Сәйетбай, Сәйет-Көрйә, Ваныш-Алпауыт, Ҡанғыш, Меңле, Ҡуҙбай, Абзай
Дүртөйлө районы (ҡыр йылан) Миңеште, Ҡаңғыш, Таубаш-Баҙраҡ
Илеш районы (иҙел йылан) Буралы, Етей, Түбәнге Йәркәй, Теләпән, Тәжәй, Рсай, Сәйетҡол, Үрге Сереккүл, Түбәнге Сереккүл, Ишҡар, Лаяшты, Иҫке Дөмәй, Янтуған, Үрге Йөннө
Йәрмәкәй районы (ҡыр йылан) Әбделкәрим, Уҫман-Ташлы, Абдулла, Рәтамаҡ, Атамкүл, Иҫке Шах, Яңы Шах, Сүлле, Сөйәрмәт (Һөйәрембәт), Ҡолбай, Тарҡаҙы, Исламбаҡты
Саҡмағош районы Тайнаш, Иҫке Балаҡ, Яңы Балаҡ, Ҡаран, Үрге Ҡаръяуҙы, Түбәнге Ҡаръяуҙы, Супты, Әхмәт, Тамьян, Сөрмәт, Иҫке Боҫҡаҡ
Туймазы районы (ҡыр йылан) Ҡарат, Кәкребаш, Мәҡсүт, Ҡарамалы-Вәлит (Ғәфүр), Илсембәт, Япрыҡ, Үрге Зәйет, Исмаил, Туймазы, Үрге Бишенде, Төмәнәк, Бәйрәкәтүбә, Уяҙытамаҡ, Ҡарамалы-Тамаҡ (Тимер)
Шаран районы Шаранбаш-Кенәз, Салмалы, Дүрмән
Татарстан Баулы районы (байлар ырыуы менән бергә) Баулы, Исергәп, Ҡыҙылъяр, Тумбарлы, Иҫке Чуты, Яңы Чуты

Йыландарҙың бөгөнгөһө

үҙгәртергә

Бер боронғо яҙмала «Кеше үҙ халҡы араһында урын алырға тейеш. Үҙ урынын тапмайынса, икенсе мөхиттә көн итеүсе тамуҡта яныр», тигән юлдар бар, тимәк, бындай төшөнсә әүәлге замандарҙа ла актуаль булған…

Башҡорт ғалимдары коллективы билдәле тарихсы — журналист Салауат Хәмиҙуллин етәкселегендә башҡорт ырыуҙары тарихы («История башкирских родов») буйынса монографиялар өҫтөндә эшләй. Этәргес көс булып тарихсы — ғалим Әнүәр Әсфәндийәровтың төньяҡ — көнсығыш этник башҡорттарҙың үҙ этносынан айырылыу арҡаһында килеп тыуған проблеманы асып һалған «Башҡортостан ауылдары тарихы» китабы тора. Темаға методологик яҡтан Урта Волга һәм Урал халыҡтарының көнкүрешен, мәҙәниәтен, этник тарихын һәм халыҡтың сығышын өйрәнгән этнограф Кузеев Р.Ғ. индергәнен иҫәпкә алып, йәш ғалимдар коллективы райондарҙағы крайҙы өйрәнеүселәр ҡатнашлығында үҫеп килгән йәш быуынды ырыу — ҡәбиләләр интституты менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы.

Архив документтары, этнографик мәғлүмәттәр һәм генетик тикшеренеүҙәр — ошо өс юҫыҡта алып барылған эш ифрат ҙур һөҙөмтә бирә. Иран, ғәрәп, ҡытай телендәге ышаныслы яҙма сығанаҡтары, уҙған быуаттарҙағы ревизия ҡағыҙҙары, Совет осорондағы халыҡ һанын алыу кампанияһы мәғлүмәттәре, метрик яҙыуҙары, шәжәрәләр — барыһы ла монографияларҙы ныҡлы дәлилдәр, факттар менән байыта.

Башҡорт халҡының ҡәбилә — ҡәүем структураһы әле лә һаҡланған. Бөгөнгө көндә һәр ырыуҙың генетик яҡтан гаплотөркөмдәре билдәле булыуы был эште күпкә еңеләйтә.

Һәр кеше үҙ халҡының мәҙәниәтен, үткәнен һәм бөгөнгөһөн өйрәнергә, тыуған яғының тарихын белергә хоҡуҡлы. Үкенескә күрә, оҙайлы ваҡыт йылан ырыуы башҡорттары йәшәгән райондарҙа уҡыу татар телендә барғанлығы арҡаһында халыҡ нәҫел-нәсәбен, ауылдарҙың тарихын белмәй ине:

-«Мин 1946 йылдан 1953 йылға тиклем мәктәптә белем алдым һәм ошо ваҡыт арауығында татар телендәге уҡыу әсбаптары менән генә ҡулландым. Берәй генә башҡорт китабын да уҡығаным йәки күргәнем булһасы… Татарса уҡыныҡ, татарса йырланыҡ, татарса йәшәнек… Үҫә бара мин телебеҙҙең бөтөнләй үк татарса түгеллеген дә аңланым һәм, Аллаға шөкөр, ваҡыты етеп, ғалимдарыбыҙ беҙҙең башҡорт булыуыбыҙҙы иҫбатланы.» (Борай районы аҡһаҡалы, шәжәрәләр төҙөү менән шөғөлләнеүсе Әлфис Мөғәллимов сығышынан).

Район — ҡалаларҙа монографиялар буйынса презентациялар үткәрелә. 1990 — сы йылдарҙа халыҡта үҙ ырыуына, үҙ булмышына ҡарата уянған ҡыҙыҡһыныу аҙаҡҡы ваҡыт төньяҡ — көнсығыш райондарында яңы һулыш алды:

  • 2013 йылының 27 февралендә Йәрмәкәй районының үҙәгендә йылан ырыуы башҡорттарының съезы үтте. Шулай уҡ был сарала Борай, Бижбүләк, Туймазы райондары вәкилдәре ҡатнашты.
  • 2015 йылдың 16 ноябрендә Туймазыла, 4-се ҡала китапханаһында, йылан ырыуы тарихы буйынса презентация үтте. Районда йәшәүсе башҡорттарҙың яртыһы ошо ырыуға ҡарай.
  • 2015 йылдың 15 сентябрендә Борай районында Башҡортостан Гуманитар тикшеренеүҙәр институты ғалимдары тарафынан нәшер ителгән «Башҡорт ырыуҙары тарихы» серияһының йылан исемендәгеһенә арналған сара булып уҙҙы.
  • 2015 йылдың 5 ноябрендә Муса Гәрәев исемендәге кинотеатрҙа «Башҡорт ырыуҙары тарихы» монографияларының «Йылан» һәм «Ҡырғыҙ» сериялары буйынса презентация үткәрелде. Сараға тыуған яҡты өйрәнеүселәр, китапханасылар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары саҡырылды. Презентация Илеш районы администрацияһы, тарих һәм крайҙы өйрәнеү Музейы, башҡорттар Ҡоролтайы тарафынан әҙерләнде.

Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла монографияның йылан ырыуына бағышланған серияһы бушлай таратылды. Рухы булған һәр башҡорт, үҙенең аҫылына ҡайтырға теләгән һәр кем был китапты оло бүләк итеп ҡабул итте. Мәктәптәрҙә, республика, ҡала-район кимәлендә үткәрелгән ғилми — практик конференцияларҙа уҡыусылар үҙ шәжәрәләре өҫтөндә эшләүен, боронғо ҡәбиләләрҙең береһе булған йылан ырыуының нәҫеленән булыуҙарын иҫбат итә.

Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт

үҙгәртергә

Күренекле сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре, шәрҡиәтсе һәм төркиәт белгесе, профессор Әхмәтзәки Вәлиди Туған — Суҡлы — ҡай (йылан) ырыуы башҡорттары нәҫеленән була. Был турала Ә. Вәлиди «Хәтирәләр» китабында яҙа, тик бер нәмә лә үҙенең ырыуы хаҡында белмәүен ҙур үкенес менән белдерә. Тарихсы Салауат Хәмиҙуллин, Вәлиди йәшәгән ваҡытта әле күп кенә сығанаҡтар билдәле булмағанын һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 История башкирских родов, 2015, с. 41
  2. [1] Белгестәр әйтеүенсә, әлеге көндә республика ерлегендә һәм башҡа региондарҙа йәшәүсе 70 меңгә яҡын башҡорт йылан ырыуына ҡарай. М.Ҡаһарманова. Киске Өфө. 28.09.15
  3. История башкирских родов, ч.2, 2015, с. 124—131
  4. Асфандияров А. 3. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Асфандияров А. 3. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  6. Асылгужин Р. Р. Некоторые аспекты этнодемографических процессов в полиэтничном регионе // Ватандаш. — 2007. — № 7. — ISSN 1683-3554.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Видеояҙмалар

үҙгәртергә