Үрге Сереккүл
Үрге Сереккүл (рус. Верхнечерекулево) — Башҡортостандың Илеш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 402 кеше[3]. Почта индексы — 452270, ОКАТО коды — 80230876002.
Үрге Сереккүл | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Сереккүл ауыл Советы (Илеш районы) |
Халыҡ һаны |
402 кеше (2010)[1], 415 кеше (2002)[2], 405 кеше (2009)[2] |
Почта индексы | 452270 |
Тарихы
үҙгәртергәАҫаба башҡорттарҙың ерендә ятҡан ауыл Йылан ырыуының Уразай түбәһенә ҡарай. 1790 йылда килешеү буйынса тораҡ пунктына татар кешеһе индерелә: "1799 йылдың 26 февралендә Йылан улусы Ҡаҙан даруғаһы Өфө өйәҙе башҡорто Туйгилде Йәйшаев шул уҡ Ҡазан даруғаһына ҡараған Сереккүл ауылында йәшәгән үҙ туғаны, татар Уразмәт Мамышевҡа, шулай уҡ артабан уның улдары, ейәндәре - вариҫтарына аҫаба ерҙәрҙе файҙаланыу хоҡуғын бирә. Шул уҡ ваҡытта уларға аҫабалар файҙаланған бөтә хоҡуҡтар ҙа бирелә"[4]. Һөҙөмтәлә артабан халыҡ иҫәбен алыу документтарында татар тип теркәлмәйҙәр, тик мишәрҙәр генә иҫәпкә алына.
1795 йылда ауылда 155 башҡорт, 1816 йылда — 219, 1834 йылда — 274, 1858 йылда — 542, 1870 йылда — 282, 1920 йылда 1265 башҡорт теркәлә. 1920 йылда ни өсөндөр мишәрҙәр күрһәтелмәй[4].
1843 йылда 152 башҡортҡа 168 бот ужым һәм 352 бот яҙғы иген сәселә[4].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 874 | 418 | 456 | 47,8 | 52,2 |
1959 йыл 15 ғинуар | 598 | 272 | 326 | 45,5 | 54,5 |
1970 йыл 15 ғинуар | 608 | 268 | 340 | 44,1 | 55,9 |
1979 йыл 17 ғинуар | 473 | 204 | 269 | 43,1 | 56,9 |
1989 йыл 12 ғинуар | 392 | 184 | 208 | 46,9 | 53,1 |
2002 йыл 9 октябрь | 415 | 213 | 202 | 51,3 | 48,7 |
2010 йыл 14 октябрь | 402 | 208 | 194 | 51,7 | 48,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Үрге Йәркәй): 6 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Түбәнге Сереккүл): 2 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 113 км
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Ҡәйүмов Хәүис Мырҙайән улы (2.06.1929—23.05.2006), хужалыҡ эшмәкәре. 1963—1990 йылдарҙа Дүртөйлө районының «Победа» колхозы рәйесе. РСФСР-ҙың 8‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981). Ленин (1971), Октябрь Революцияһы (1973), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) һәм Халыҡтар дуҫлығы (1986) ордендары кавалеры[5].
- Муллайәнов Сәлимйән Хәбиб улы (1946) — педагог. Рәсәй Федерацияһының Почетлы башланғыс һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://www.webcitation.org/6Rxi3K6iw?url=http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/2f055a804e303140ba45fe3bf8d20d64/%D0%A7%D0%B8%D1%81%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%BD%D0%BE%D1%81%D1%82%D1%8C+%D0%BD%D0%B0%D1%81%D0%B5%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%B8%D1%8F+%D0%BF%D0%BE+%D0%BD%D0%B0%D1%81
- ↑ 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 декабрь 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ҡәйүмов Хәүис Мырҙайән улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 31 май 2019)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Үрге Сереккүл // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 31 май 2019)
- Деревня Верхнечерекулево, Республика Башкортостан. Сайт «Командировка.ру» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 май 2019)