Үрге Ҡаръяуҙы (рус. Верхние Карьявды) — Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 34 кеше[1]. Почта индексы — 452221, ОКАТО коды — 80256825007; ОКТМО коды - 80 656 425 106; ГКГН номеры - 0520717.

Үрге Ҡаръяуҙы
Ил

Рәсәй

Координаталар

55°03′20″ с. ш. 54°25′03″ в. д.HGЯO

Һанлы танытмалар
ОКАТО коды

80 256 825 007

ОКТМО коды

80 656 425 106

ГКГН номеры

0520717

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Үрге Ҡаръяуҙы (Рәсәй)
Үрге Ҡаръяуҙы
Үрге Ҡаръяуҙы

Аҫаба башҡорттар биләгән биләмәләрҙә бер нисә Ҡаръяуҙы ауылы булған. Унда, нигеҙҙә, Ҡыр-Йылан ырыуы аҫабалары йәшәгән. Хәҙерге заманда Үрге Ҡаръяуҙы һәм Яңы Ҡаръяуҙы ауылдары Саҡмағош районына ҡарай. Атамаһы кеше исеменән алынған. Мәҫәлән, XIX быуат башында Бүләк ауылында 1812 йылғы Ватан һуғышы яугиры, көмөш миҙал кавалеры, аҫаба башҡорт Мөхәмәтша Ҡаръяуҙин һәм улуста ышаныслы кеше булараҡ танылған Вәлиша Ҡаръяуҙиндың йәшәүе билдәле[2].

Ҡаръяуҙы ауылы тураһындағы тәүге мәғлүмәт 1673 йылдағы документта бирелә. Унда типтәр Хөсәйен Ҡасаев атай-олатайҙарының 1673 йылдың 23 февралендә төҙөлгән Килешеү нигеҙендә был ерҙәргә башҡорт Супты Ҡолһарин тарафынан индерелеүен билдәләп үтә. Ҡыр-Йылан улусының Ҡаръяуҙы ауылы башҡорто Китап Тләнсиев, иптәштәре менән бергә, 1723 йылдың 8 авгусында Байбулат ауылы типтәре Ишем Кинзинды үҙенең аҫаба ерҙәренә индерә һәм унда йорт һәм башҡа ҡаралтылар төҙөргә рөхсәт итә. Шул уҡ Китап Тләнсиев һәм уның ауылдашы Бикҡол Шардыбаев, улус кешеләре менән бергә, 1737 йылдың 10 декабрендә Байбулат ауылынан яһаҡ татары Ҡуҙмаш Күҫәковты балалары һәм туғанының улы Юмай Йосопов менән бергә үҙҙәренең аҫаба ерҙәренә индерә[2].

Тәүҙә ауыл Ҡаръяуҙы, артабан Иҫке ҡаръяуҙы, ә бөгөн иһә Үрге Ҡаръяуҙы тип атала. XVIII быуат аҙағында үткәрелгән V рәүиз материалдарында 17 ихатала 125 башҡорттоң һәм алпауыт Тәфкилевтың 17 ихатаһында 37 татарҙың йәшәүе теркәлә. Ни сәбәптәндер типтәрҙәр тураһынеда мәғлүмәт бирелмәй. Уның ҡарауы 1834 йылда типтәрҙәр һаны 118 кешегә етә, ә башҡорттар 211 кеше була. 1870 йылда ауылдағы 103 ихатала 566 башҡорт һәм 92 татар йәшәй. 1920 йылғы совет халыҡ иҫәбен алыуҙа ауылда йәшәгән 804 кеше үҙҙәрен башҡорт тип күрһәтә[2].

1843 йылда 211 башҡортҡа 272 бот ужым, 552 бот яҙғы иген сәселә, 4 бот картуф ултыртыла. 1909 йылда министрлыҡ училищеһында 19 уҡыусы белем ала[2].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 34 17 17 50,0 50,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә