Теләпән
Теләпән (рус. Телепаново) — Башҡортостандың Илеш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 307 кеше[1].
Почта индексы — 452278, ОКАТО коды — 80230836003.
Ауыл | |
Теләпән | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Тарихы
үҙгәртергәЙылан улусының Уразай түбәһенә ҡараған һәм Баҙы йылғаһы буйында урынлашҡан Теләпән ауылы 10-сы Башҡорт кантонының 8-се йорто булараҡ теркәлә. Ауылға Теләпән исемле уҙаман нигеҙ һалған (әммә был турала теүәл генә мәғлүмәт юҡ). 1770 йылдағы бер документта уның улы Йылан улусының йөҙ башы Собханғол Теләпәнов атап үтелә. Уның улы Туҡтамыш була, ейәне 1794 йылда тыуған Әбделкәрим. Әбделкәрим аҙаҡ зауряд-хорунжий булып хеҙмәт итә"[2].
1793 йылға тиклем ауылда тик аҫаба башҡорттар ғына йәшәй. 1793 йылда ауыл общинаһы Йылан ырыуы башҡорттарын һәм типтәрҙәрҙе, аҡсалата яһаҡ түләү шарты менән, үҙ ерҙәренә индерә. 1795 йылда 15 ихатала 142 кеше йәшәй, 1816 йылда — 173, 1834 йылда - 236, 1858 йылда 61 ихатала - 403, 1870 йылда 60 ихатала - 411, 1920 йылда 206 ихатала 1008 кеше йәшәй[2].
Йорт старшинаһы зауряд- йөҙ башы Әбделвәлит Миңлеғолов (Айытҡол улы) (1791 йылда тыуған) ошо ауылда йәшәй. Уның улдары: 1814 йылғы Динмөхәмәт, 1816 йылғы Әлимбәт, 1831 йылғы Хәбибулла. 1843 йылда 195 башҡортҡа 480 бот ужым һәм 928 бот яҙғы иген сәселә. Ауылда мәсет була, Бер уҙаман тирмән тота[2].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 794 | 361 | 433 | 45,5 | 54,5 |
1959 йыл 15 ғинуар | 411 | 169 | 242 | 41,1 | 58,9 |
1970 йыл 15 ғинуар | 448 | 193 | 255 | 43,1 | 56,9 |
1979 йыл 17 ғинуар | 383 | 175 | 208 | 45,7 | 54,3 |
1989 йыл 12 ғинуар | 322 | 147 | 175 | 45,7 | 54,3 |
2002 йыл 9 октябрь | 314 | 146 | 168 | 46,5 | 53,5 |
2010 йыл 14 октябрь | 307 | 149 | 158 | 48,5 | 51,5 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Үрге Йәркәй): 16 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Этәй): 3 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 123 км
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Теләпән // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Коллектив авторов. 596/109 История башкирских родов. Elan. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2015. — Т. 9, часть 2. — 600 с. — 3 000 экз. — ISBN 978-5-85051-638-5(3).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 декабрь 2019)