Туймазы

(Туймазы ҡалаһы битенән йүнәлтелде)

Туймазы — Башҡортостан Республикаһындағы республика әһәмиәтендәге ҡала (1960 йылдың 5 февраленән, 1937 йылдың 4 ғинуарынан эшселәр ҡасабаһы). Туймазы районының административ үҙәге. Ҡала биләмәһе статусындағы муниципаль берәмек "Туймазы ҡалаһы"н барлыҡҡа килтерә.

Ҡала
Туймазы
башҡ. Туймазы
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан Республикаһы

Муниципаль район

Туймазф

Ҡала биләмәһе

Туймазы ҡалаһы

Координаталар

54°36′ с. ш. 53°42′ в. д.HGЯO

Башлыҡ

Суфиянов Айҙар Рифғәт улы[1]

Нигеҙләнгән

1912

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1912

Элекке исеме

Туймаза

Ҡала с

1960

Майҙаны

43,0 км²

Бейеклеге

120 м

Халҡы

68 277[2] кеше (2016)

Тығыҙлығы

1587,84 кеше/км²

Милли состав

татарҙар, урыҫтар, башҡорттар, мариҙар, сыуаштар

Конфессиональ составы

мосолмандар-сөнниҙәр, православныйҙар

Этнохороним

туймазылар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды

+7 34782

Почта индексы

452750

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 450

Код ОКТМО

80 651 101 001

Рәсми сайт

tuimazy.bashkortostan.ru

Туймазы (Рәсәй)
Туймазы
Туймазы
Туймазы (Башҡортостан Республикаһы)
Туймазы

Физик-географик характеристика

үҙгәртергә

Географик урыны

үҙгәртергә

Ҡала Башҡортостандың көнбайышында урынлашҡан. Республиканың эре сәнәғәт, мәҙәни һәм фәнни үҙәге булып тора. [[Урал алды |Урал алды зонаһында]] (Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында), Өҫән йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан. Ҡала сиктәрендә Туймазы шишмәһе һәм Әгер йылғаһы ҡоя. Ҡала М-5 «Урал» федераль трассаһы эргәһендә урынлашҡан.

Күрше ҡалалар[3]

төньяҡ-көнбайышта = Санкт-Петербург ~ 1903 км
Ҡаҙан ~ 385 км.

төньяҡта = Нефтекамск ~ 241 км
Яр Саллы ~ 204 км.

төньяҡ-көнсығышта = Бөрө ~ 284 км
Төмән ~ 1008 км.

көнбайышта = Мәскәү ~ 1215 км
Ульяновск ~ 449 км.

көнсығышта =Өфө 180 км.

көньяҡ-көнбайыш = Һамар ~ 303 км Боғорослан ~ 157 км.

көньяҡ = Ырымбур ~ 399 км
Бәләбәй ~ 77 км.

көньяҡ-көнсығыш = Стәрлетамаҡ ~ 223 км

Сәғәт бүлкәте

үҙгәртергә
 
МСК+2 (Өфө ваҡыты)

Туймазы МСК+2 (Өфө ваҡыты) сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытына ҡарата айырмаһы — +5:00 сәғәт[4].

Күрше Татарстан Республикаһы менән ваҡыт айырмаһы +2 сәғәт тәшкил итә.

Климаты уртаса континенталь.

  • Уртаса йыллыҡ һауа температураһы — +4,3 °C;
  • Һауаның сағыштырма дымлылығы — 67,2 %;
  • Елдең уртаса тиҙлеге — 3,6 м/с;


Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C {{{Янв_а_макс}}} 0 4 20 27 31 32 32 27 18 7 1
Уртаса максимум, °C −6 −5 −1 10 18 23 25 23 17 9 0 −5 9
Уртаса температура, °C {{{Янв_ср}}} −11 −5,9 4,6 13,8 19,1 20,9 18,3 12,5 4,5 −4,8 −10,4
Уртаса минимум, °C {{{Янв_ср_мин}}} −14 −7 1 7 12 14 12 8 2 −5 −12
Абсолют минимум, °C −27 −27 −19 −8 0 4 8 6 0 −4 −15 −24 8,8
Яуым-төшөм нормаһы, мм 25 23 25 33 44 59 49 51 45 47 34 32 38,9
Сығанаҡ: Погода и климат
Ҡояшлы көндәр һаны [1]
Ай Ғин. Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Ҡояшлы көндәр һаны 1 1 0.6 3.6 7.1 8.1 9.2 8 5.5 3.7 2.1 1.9 4.3
Климатограмма Туймазы
ЯФМАМИИАСОНД
 
 
25
 
-6
-15
 
 
23
 
-5
-14
 
 
25
 
-1
-7
 
 
33
 
10
1
 
 
44
 
18
7
 
 
59
 
23
12
 
 
49
 
25
14
 
 
51
 
23
12
 
 
45
 
17
8
 
 
47
 
9
2
 
 
34
 
0
-5
 
 
32
 
-5
-12
Температура,°CЯуым-төшөм миҡдары, мм
Сығанаҡ: Погода и климат

Фараздарҙың береһе буйынса, тирә-яҡ ауылдарҙың береһендә Мазы бай йәшәгән. Легенда буйынса, ул өйләнергә йыйынған һәм Өҫән йылғаһы буйында туйға урын һайлаған. Шул ваҡыттан алып был урынды һәм артабан ҡаланы Туймазы тип атайҙар («туй» + Мазы)[5].

Икенсе фараз буйынса, ҡаланың атамаһы ике һүҙҙән тора — «туй» (туй), «маҙа» (мәшәҡәттәр). Шулай итеп, "Туймазы"ны туй мәшәҡәте тип аңларға кәрәк.

Һаҡланып ҡалған риүәйәттәр буйынса, был ерҙәр элек Аҙнағол байға ҡараған. Уның ҡустыһы Туҡтоғолға хаты бар, Туҡтоғолдоң ерҙәре хәҙерге Туҡтағол ауылы урынында урынлашҡан булған. Хатында ул ҡоро йылда мал-тыуарҙы, бал ҡорттарын ҡотҡарыуҙы һорай: «Минең ерҙәрем быйыл дым менән туйынмаған. Йәй башынан ямғыр яумай». Шулай итеп, был риүәйәт Туймазы топонимының йөкмәткеһен дә сағылдыра.

Тағы бер аңлатма: бал ҡорто юлы (коми телендә, «мази» — бал ҡорто, «туй» — юл). Эрзә телендә «Туи» — «китә», «мазы» — «матур», Туймазы йылғаһы һәм уның тирә-яғындағы пейзаж шулай аталырға мөмкин, уларҙың «матур китә» исеме лә шунда нигеҙләнгән Иҫке Туймазы ҡаласығына күсерелгән булырға мөмкин, һәм унан, бәлки, Туймазы ҡалаһы ла шулай атала башлағандыр. Башҡортостандың күп атамалары, Үҙәк Рәсәйҙәге кеүек үк, фин-уғыр тамырҙарына эйә. Шул осорҙа умартасылыҡ — башҡорттарҙың борондан килгән кәсептәре.

Геология-минералогия фәндәре докторы, профессор Г. В. Вахрушев фаразы ышаныслыраҡ тип таныла. Ыҡ йылғаһы буйында көнбайыш яғынан Кәрәҙ Тишек мәмерйәһе («сотовая дыра») боронғо замандан уҡ билдәле. Мәмерйәнең тирә-яғы бөтә ер өҫтө һыуҙарын йотҡан соҡорҙар менән тулған. Шуға күрә, күрәһең, һыу айырғыстағы ике йылғаның береһен боронғо халыҡ Туймазы («туймаҫ») тип, ә икенсеһен — Йотазы («йотоу») тип атағандыр. Һуңыраҡ был йылғаларҙың исемдәре менән Туймазы һәм Йотаҙы ауылдарын атағандар.

XIX быуатта хәҙерге ҡала территорияһын Өфөнө Бөгөлмә һәм Ҡаҙан менән тоташтырыусы Ҡаҙан тракты киҫеп үтә. Тракт Япрыҡтан Аҙнағол йүнәлешендә бара. Ҡала тарихы 1911 йылда Өҫән йылғаһы буйында Красная горка итәгендә тирмән төҙөүҙән башлана. Ул тирә-яҡ ауылдарҙан крәҫтиәндәрҙе йәлеп итә. Был уның эргәһендәге тораҡ пункттың нығыныуына килтерә. Һиҙелерлек үҙгәрештәр 1912 йылда Туймазы аша үткән Сембер-Өфө тимер юлы төҙөлөшө башланғас, шулай уҡ Волга-Урал нефть-газ өлкәһенә ҡараған Туймазы нефть ятҡылығын үҙләштереү башланғандан һуң була. 1917 йылда Туймазы тимер юл станцияһында барактарҙа 10 ғаилә йәшәй — барлығы 46 кеше.

Башта Туймазы станцияһы Бәләбәй өйәҙенең Аҙнағол улусы составына инә. Аҙнағол ул ваҡытта өс мәсете, мәҙрәсәһе булған ҙур ауыл була, һәр йома бында баҙар үткәрелә, унда яҡын-тирәләге барлыҡ ауылдарҙан кешеләр сауҙаға йыйыла.

Станция яйлап бында күсеп килгән крәҫтиәндәр иҫәбенә үҫә башлай, улар башлыса ер өйҙәрҙә урынлаша, ә инде 1923 йылда улус үҙәге Туймазыға күсерелә. 1930 йылдың 20 авгусында Туймазы ауылы үҙәге булған Туймазы районы булдырыла, ул ваҡытта унда 1000-дән ашыу ихата була. 1935 йылда Туймазы ауылы эшсе ҡасабаһы статусын ала.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында туймазылар үҙҙәренең 29637 иң яҡшы улдарын һәм ҡыҙҙарын Ҡыҙыл Армия сафына ебәрә. Улар Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында батырҙарса һуғышалар. Уларҙың 14 меңгә яҡыны хәрби батырлыҡтары өсөн ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнә, дүртәүһенә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Улар Константиновка ауылынан Алексей Лысенков (Венгрияла 1945 йылдың 19 мартында вафат була), Иҫке Ҡандранан Фәйзулла Ғәбдрәшитов, Арҙаттан Афанасий Карманов (1941 йылдың 23 июнендә вафат була), Покровканан Иван Элкин.

1960 йылдың 5 февралендә Туймазы эшсе ҡасабаһы ҡала статусын ала. 1960 йылда Яңы йылға тимер юл вокзалы төҙөлә, ул ҡала биҙәгенә әйләнә.

Туймазы ҡалаһы совет осороноң 1960—70 йылдарында яңы этәргес көс ала, унда ҙур заводтар барлыҡҡа килә: геофизик ҡорамалдар һәм аппаратуралар, медицина быялаһы, техник углерод, газ эшкәртеү һәм химик машиналар төҙөү, Химмаш, фарфор заводы, автобетон ташыусылар заводы, 1983 йылда туҡылмаған материалдар фабрикаһы тәүге продукцияһын бирә.

1960 йылдың 5 февралендә Туймазы эшселәр поселогы РСФСР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указы менән ҡала итеп үҙгәртелә. Хәҙерге ваҡытта Туймазы ҡалаһы Башҡортостан Республикаһының көнбайышында эре сәнәғәт үҙәге булып тора. Ҙур булмаған вокзал ауылы, күбеһенсә беҙҙең районда 30-40-сы йылдарҙа табылған бай нефть ятҡылыҡтары арҡаһында, юғары үҫешкән күп тармаҡлысәнәғәтле ҡалаға әүерелде. Ярты быуат эсендә генә Туймазы ере илгә 441 миллион тонна нефть бирҙе, тип әйтеү ҙә етә[6].

«2014 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалаһы» Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса Туймазы 100 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалалар араһында ил буйынса 1-се урынды алды[7].

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 58408 26732 31676 45,8 % 54,2 %
2002 йыл 9 октябрь 66687 30320 36367 45,5 % 54,5 %
2010 йыл 14 октябрь 66836 30494 36342 45,6 % 54,4 %

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Туймазы нефть ятҡылығын разведкалау эшен Ҡандра быраулау эштәре идаралығы башҡара. Нефть һәм газды сығарыу эштәрен «Октябрьскнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы башҡара. Нефть ташыу эшен Собханғол эшселәр ҡасабаһы белгестәре үтәй. Ҡалала машиналар эшләү заводы, еңел һәм аҙыҡ сәнәғәте предприятиялары бар.

Ҡалала 67 мәктәпкәсә йәштәге балалар ойошмаһы, 67 урта белем биреү мәктәбе, 8 музыка мәктәбе, 3 башланғыс белем биреү, 4 урта профессиональ белем биреү (педагогия колледжы, медицина колледжы, индустриаль техникум, юридик колледж) ойошмалары бар. Мәскәү коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш институтының уҡытыу-консультация пункты, Һамар гуманитар академияһы бүлексәһе, шулай уҡ Өфө дәүләт авиация техник университеты, Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм Көнсығыш гуманитар университетының филиалдары эшләй.

Мәҙәниәт

үҙгәртергә

Ҡалала Тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейы, татар дәүләт драма театры эшләй. Мәҙәниәт һарайы, 3 мәҙәниәт йорто, 17 китапхана, спорт комплексы бар.

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Глава города
  2. Предварительная оценка численности населения Республики Башкортостан на 1 января 2016 года по муниципальным образованиям. Дата обращения: 21 февраль 2016. Архивировано 21 февраль 2016 года.
  3. Расчёт расстояний между городами. Транспортная компания «КСВ 911». Дата обращения: 21 июнь 2011.
  4. Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июнь 2011).
  5. Словарь топонимов Башкирской АССР. с.170
  6. Городское поселение город Туймазы муниципального района Туймазинский район Республики Башкортостан 2022 йыл 7 ғинуар архивланған.
  7. Определены победители конкурса на звание самых благоустроенных поселений России — Официальный сайт Минстроя России, 13 ноября 2015 года 2019 йыл 21 март архивланған. (рус.)
  8. Башҡорт энциклопедияһы — Балтина Лидия Ашрафовна 2016 йыл 5 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 7 октябрь 2017)
  9. Межпоселенческая центральная библиотека муниципального района Туймазинский район. Почётные граждане города. Дадай Сергей Иеронимович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 сентябрь 2019)
  10. Башҡорт энциклопедияһы — Примакин Иван Васильевич 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 6 ноябрь 2018)
  11. Башҡорт энциклопедияһы — Саҙриев Миҙхәт Минша улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 31 июль 2019)

Һылтанмалар

үҙгәртергә