Түбәнге Сереккүл
Түбәнге Сереккүл (рус. Нижнечерекулево) — Башҡортостандың Илеш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 573 кеше[2].
Почта индексы — 452270, ОКАТО коды — 80230876001.
Ауыл | |
Түбәнге Сереккүл рус. Нижнечерекулево | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452270 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Тарихы
үҙгәртергәТүбәнге Сереккүлдә тик аҫаба башҡорттар ғына йәшәй. Был ике ауыл халҡы Йәркәй, Йөннө ауылдарындағы башҡорттар менән бергә 1830 йылда Туҡтамыш Һөйөндөковҡа 5 йылға Рәс йылғаһында балыҡ тотоу хоҡуғын тапшыра. 1795 йылда 11 ихатала 120 башҡорт, 1816 йылда 12 ихатала - 98, 1834 йылда 14 ихатала - 111, 1858 йылда 31 ихатала - 253, 1870 йылда 50 ихатала - 315, 1920 йылда 144 ихатала - 750 башҡорттоң йәшәүе теркәлә"[3].
Ауыл халҡы малсылыҡ, игенселек һәм умартасылыҡ менән шөғөлләнә. 1843 йылда бер башҡортҡа 5,2 бот иген сәселә[3].
Ауылдың ир-аттары 1812 йылғы Ватан һуғышында әүҙем ҡатнаша. Абдрафиҡ Солтанғолов был һуғышта һәләк була[3].
Кантон идаралығы йылдарында (1798-1865 йй.) башҡорттар Урал (Яйыҡ) буйындағы сик буйы һыҙатында һәр береһе 6-шар ай хәрби хеҙмәттә була. Алты айлыҡ йәйге һәм ҡышҡы хеҙмәттәре төрлө командалар составында үтә. 6 айҙан һуң яугирҙар өйҙәренә ҡайтып китә, улар урынына икенселәре килә. 20 йәштән 50 йәшкә тиклем ир-егеттәр 6-8 тапҡыр ошондай хәрби хеҙмәт вазифаһын үтәй. Мәҫәлән, Сереккүлдә йәшәгән (Үрге Сереккүлме, йәки Түбәнге Сереккүлме икәнлеге күрһәтелмәгән) үрәтник 45 йәшлек Шаһабитдин Сабитов (Һөйөндөктөң улы) бындай хеҙмәтте бик тапҡыр үтәй (уның улы Сәхретдин). Зауряд-йөҙ башы 49 йәшлеку Әрдәшир Бәширов (Сабдикеев улы) ла ошондай хеҙмәттә 5 тапҡыр була (уның улдары: Әхмәҙей, Әстрахабей, Әхмәтнәби, Әхмәтйән)[3].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 897 | 394 | 503 | 43,9 | 56,1 |
1959 йыл 15 ғинуар | 589 | 230 | 359 | 39,0 | 61,0 |
1970 йыл 15 ғинуар | 659 | 284 | 375 | 43,1 | 56,9 |
1979 йыл 17 ғинуар | 518 | 237 | 281 | 45,8 | 54,2 |
1989 йыл 12 ғинуар | 457 | 219 | 238 | 47,9 | 52,1 |
2002 йыл 9 октябрь | 558 | 264 | 294 | 47,3 | 52,7 |
2010 йыл 14 октябрь | 573 | 270 | 303 | 47,1 | 52,9 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Үрге Йәркәй): 9 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 116 км
Ауылдың арҙаҡлы шәхестәре
үҙгәртергә- Сабитов Мәрһәм Карам улы (1916- ) — партия һәм дәүләт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. КПСС-тың Ауырғазы район комитетының беренсе секретары[4].
- Илдус Тимерханов (25.04.1956) — башҡорт балалар яҙыусыһы, журналист, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2012).
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 декабрь 2019)
- ↑ Портал Аургазинского района РБ. «ОН ОСТАВИЛ СВЕТЛЫЙ СЛЕД» 22 июля 2016 100 лет Сабитову М. К. 2021 йыл 4 октябрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Түбәнге Сереккүл // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 16 май 2022)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |