Үрге Зәйет
Үрге Зәйет (Верхнее Заитово) — элек Башҡортостандың Туймазы районында урынлашҡан, 1940 йылда Октябрьский (1946 йылдан ҡала) эшселәр ҡасабаһы составына ингән бөтөрөлгән ауыл[1].
Бөтөрөлгән ауыл | |
Үрге Зәйет | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Ҡала округы | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Бөтөрөлгән ауыл с | |
Климат тибы |
уртаса континенталь |
Рәсми теле | |
Халҡы |
989 человек (1939) |
Сәғәт бүлкәте | |
Автомобиль коды |
- |
Географияһы
үҙгәртергәБөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы үҙәгендә Башҡортостандың көнбайышында урынлашҡан булған.
Топонимы
үҙгәртергә1773 йылдан Зәйет исеме менән билдәле. 1906 йылда Бәләбәй өйәҙе Үрге Бишенде улусына ҡараған ауыл.
Шулай уҡ Үрге Зәйет тип тә билдәле булған.
Тарихы
үҙгәртергәАуылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Беҙҙең көндәргә тиклем 1773 йылда хеҙмәтле татарҙар менән төҙөлгән керҙәшлек тураһында килешеү һаҡланған.
1940 йылға Туймазы районы Үрге Зәйет ауыл советының (Верхнезаитовский сельсовет) ауыл административ үҙәге булып торған[2]. Хәҙерге ваҡытта Октябрьский ҡалаһының Ленин проспекты менән Космонавтар һәм Кортунов урамы киҫешкән урындағы дөрөҫ булмаған дүрт мөйш эсендә тороп ҡалған[3].
Халҡы
үҙгәртергә1795 йылда 44 йортта 264 кеше йәшәгән, 1865 йылда 110 йортта — 628 кеше, 1906-1124; 1920-1329; 1939-989 йылдарҙа.
Милли составы
үҙгәртергәБашта башҡорттар йәшәгән, һуңынан XVIII быуатта хеҙмәтле татарҙар күсеп килгән, һуңынан улар типтәрҙәр ҡатламына күскән.
Инфраструктураһы
үҙгәртергәЗәйет ауылы халҡы малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгән. Мәсет, 2 училище, ел тирмәне булған. 1906 йылда мәсет, тимерлек, мөгәзәй эшләй[4].
Транспорты
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ВЕРХНЕЕ ЗАИТОВО
- ↑ Верхнее Заитово на карте России и Башкортостана
- ↑ Верхнее Заитово
- ↑ Верхнее Заитово
- ↑ Административная карта Башкирской АССР 1953 г. www.etomesto.ru (1953). Дата обращения: 13 апрель 2022. Архивировано 13 апрель 2022 года.
- ↑ Американская топографическая карта СССР. Поволжье, Прикамье и Урал. (ингл.). www.etomesto.ru (1942-1950). Дата обращения: 13 апрель 2022.
[[Категория:1940 йылда бөтөрөлгән тораҡ пункттар]