Ғәрәп илдәре лигаһы
Ғәрәп Лигаһы (ғәр. جامعة الدول العربية Җәмғиәт әд-Дүүәл әл-Ғәрабиә; ҒЛ) — ғәрәп дәүләттәрен һәм ғәрәп теле рәсми тел булған дәүләттәрҙе берләштергән халыҡ-ара ойошма. 22 дәүләт-ағзаһы бар.
Ғәрәп илдәре Лигаһы | |
جامعة الدول العربية | |
Государства — члены Лиги арабских государств
| |
Ағза | |
---|---|
Штаб-квартира | |
Ойошма төрө |
Халыҡ-ара ойошма |
Рәсми тел | |
Етәкселәре | |
Генераль секретарь | |
Ғәрәп парламанты рәйесе | |
Нигеҙләнгән | |
Ойоштороу ниәте протоколы | |
Рәсми ойошоу ваҡыты | |
Бөтөрөлгән | |
- | |
Сайт | |
Ғәрәп илдәре лигаһы Викимилектә | |
Маҡсаттары
үҙгәртергәЛиганың маҡсаттары 1945 йылда ҡул ҡуйылған килешеүҙә билдәләнә һәм «унда ҡатнашыусы дәүләттәр араһында бәйләнештәрҙе нығытыуҙы, улар араһында хеҙмәттәшлекте тормошҡа ашырыу, уларҙың бойондороҡһоҙлоғон һәм суверенитетын һаҡлау, ғәрәп илдәренең эштәрен һәм мәнфәғәттәрен ҡарау өсөн берҙәм сәйәси һыҙатты үҫтереүҙе» күҙ уңында тота. Хеҙмәттәшлек сәйәси аспекттар менән генә сикләнмәй, шулай уҡ иҡтисади, финанс, аралашыу, мәҙәни, социаль мәсьәләләр һәм һаулыҡ өлкәһендә үҙ-ара эш итеүҙе лә үҙ эсенә ала. Бынан тыш, хеҙмәттәшлек гражданлыҡ, паспорт, виза, енәйәтселәрҙе экстрадициялау мәсьәләләрен үҙ эсенә ала[5].
Составы
үҙгәртергәҒәрәп дәүләттәре лигаһы составына ғәрәп телле 18 ил, Фәләстин дәүләте һәм ғәрәп донъяһы менән тығыҙ бәйләнгән Көнсығыш Африканың (Комор, Сомали һәм Джибути) өс мосолман иле инә. Ғәрәп лигаһының 22 ағзаһының 19-ында ғәрәп теле күпселек граждандарҙың туған теле булып тора[6].
Лига дәүләттәренең дөйөм майҙаны 5,25 миллион квадрат километр тәшкил итә, унда 500 миллиондан ашыу кеше йәшәй. Лиганың ағзалары — төбәктең иң бай (Катар, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Күвейт, Сәғүд Ғәрәбстаны, Оман, Бахрейн) һәм иң ярлы илдәре (Сомали, Комор, Мавритания, Йемен, Судан, Джибути). Лига составына донъяның сәйәси яҡтан тотороҡло илдәре иҫәбенә ингән 8 монархия һәм йыш ҡына көслө сәйәси ҡапма-ҡаршылыҡтар арҡаһында тарҡалған 14 республика инә.
Етәкселеге
үҙгәртергәОйошманың юғары етәксе органы булып Лига Советы тора. Һәр ағза советта бер тауышҡа эйә, ғәҙәттә сит ил эштәре министры йәки Советтың даими вәкиле була. Совет йылына ике тапҡыр, март һәм сентябрь айҙарында, йыйыла[7]. Кәм тигәндә ике илдең үтенесе буйынса Советтың ғәҙәттән тыш сессияһы саҡырылыуы ихтимал. Лига Советы ҡабул иткән ҡарарҙар тауыш биргән илдәр өсөн мотлаҡ булырға тейеш[8][9].
Совет сессиялары араһында Генераль секретариат идара итә, уға 5 йылға һайланған Генераль секретарь етәкселек итә. Бынан тыш, Лигала иҡтисади совет, оборона буйынса берләштерелгән комитет һәм башҡа даими комитеттар бар[7][9]. Штаб-фатиры Ҡаһирәлә (1979—1991 йылдарҙа Туниста) урынлаша[7]. Рәсми теле — ғәрәп теле.
Ғәрәп парламенты
2005 йылдың 27 декабрендә Ҡаһирәлә 2005 йылдың мартында Ғәрәп лигаһының Алжир саммиты ойошторған Ваҡытлы ғәрәп парламентының беренсе сессияһы үтә. Парламент спикеры итеп Күвейт парламентының Тышҡы бәйләнештәр буйынса комитеты рәйесе Мөхәммәт Йәссим Әл-Сакр һайлана. Тәүге биш йыл эсендә Ғәрәп парламенты Ғәрәп лигаһына ингән һәр 22 илдең (шул иҫәптән Фәләстин дәүләтен) парламентынан 4 вәкилде ебәреү аша ойошторола)[10]). Артабан туранан-тура һайлауға күсеү планлаштырыла. Ғәрәп парламентының штаб-фатиры Дамаск ҡалаһында урынлаша.
Ғәрәп парламенты эше социаль, иҡтисади һәм мәҙәни өлкәләрҙәге мәсьәләләр менән сикләнә[11].
Кеше хоҡуҡтары
1968 йылда Лига Советы Кеше хоҡуҡтары буйынса Даими ғәрәп комиссияһын булдыра; әммә 2008 йылға ҡарата уның вәкәләттәре бик сикләнгән булып ҡала[12].2004 йылда Ғәрәп кеше хоҡуҡтары хартияһы Лига илдәре тарафынан ҡабул ителә һәм 2008 йылда үҙ көсөнә инә.
Ҡораллы көстәре
үҙгәртергә2015 йылдың 29 мартында Лиганың 26-сы сессияһында ойошмаға ағза дәүләттәрҙең башлыҡтары хәүефһеҙлек өлкәһендә янаған хәүефтәргә бергәләп ҡаршы тороу өсөн берҙәм төбәк ҡораллы көстәрен булдырыу тураһында килешә[13].
25 августа Ғәрәп дәүләттәре лигаһына ингән илдәрҙең сит ил эштәре министрҙары һәм оборона министрҙары 27 августа ҡул ҡуясағы тураһында хәбәр ителде.Ҡаһирәлә пан-ғәрәп ойошмаһының махсус кәңәшмәһендә ғәрәп ҡораллы көстәрен ойоштороу протоколы төҙөлә[14].
Тарихы
үҙгәртергәЛиганы булдырыу
Ғәрәп бойондороҡһоҙ дәүләттәрен берләштереү идеяһын Англия Икенсе донъя һуғышы ваҡытында тәҡдим итә, сит ил эштәре министры Эден бер нисә тапҡыр Англияның бындай проектты хупларға әҙер булыуын белдерә. Ғәрәп илдәре араһында мөнәсәбәттәрҙе нығытыу һәм сәйәсәт, иҡтисад, мәҙәниәт һәм социаль өлкәләрҙә ғәмәлдәрҙең координацияһы маҡсатынан 1944 йылдың 7 октябрендә Александрияла Сүриә, Иордания, Ираҡ, Ливан һәм Мысыр тарафынан Лиганы булдыру тураһында протокол имзалана[15]. 1945 йылдың 22 мартында Ғәрәп Лигаһын булдырыу тураһында килешеү имзалана. Юғарыла һаналған илдәрҙән тыш уға Сәғүд Ғәрәбстаны ла ҡул ҡуя[16].
Шул уҡ йылдың 5 майында килешүегә Төньяк Йемен ҡушыла[5] 1956 йылдың 19 ғинуарында ойошмаға — Судан, 28 мартында Ливия инә. 1958 йылда ойошмаға Марокко һәм Тунис ҡушыла.
Бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителеүгә ҡарамаҫтан, Лига төбәктә Британия яҡлы сәйәсәт алып бара. Һөҙөмтәлә 1949 йылда Лига составында ике дошмандарса фракция барлыҡҡа килә: Ираҡ һәм Трансиордания Британия яҡлы булып ҡала, ә Мысыр һәм Сәғүд Ғәрәбстаны АҠШ-ты хуплай. Һөҙөмтәлә Лига юҡҡа сығыуға яҡын була[17].
1950 йылда Лига Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында күҙәтеүсе статусын ала. Шул уҡ ваҡытта ғәрәп донъяһында бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәш башлана. 1952 йылда Мысырҙа июль революцияһынан һуң Лига үҙ ағзаларының айырым ғәрәп илдәренең бойондороҡһоҙлоғон алыуға йүнәлтелгән ғәмәлдәрен координациялай башлай. Шулай итеп, Лига Азия һәм Африка төбәктәренең ғәрәп илдәрен берләштереүгә хеҙмәт итә. БМО-ның Азия һәм Африка илдәренән килгән ағзаларының һаны һиҙелерлек артҡандан һуң, Лиганың ойошмалағы йоғонтоһо кәмей башлай[7].
Лигалағы ҡапма-ҡаршылыҡтар
Лигала сираттағы бүленеш 1967 йылғы ғәрәп-израиль конфликтында еңелеү менән бәйле: Мысыр һәм Иордания АҠШ ярҙамы менән утты туҡтатыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуя һәм Алжир, Ираҡ һәм Фәләстин азатлыҡ ойошмаһы яғынан ҡырҡа тәнҡиткә дусар була. Сүриәнең 1970 йылда Иорданияла һәм 1975 йылда Ливанда граждандар һуғышына ҡыҫылыуы, 1972 йылда Иорданияның Көнбайыш яры буйынса тәҡдиме, Шулай уҡ Мысырҙың 1977 йылда Израиль дәүләтен таныуы ике яҡлы ҡабул ителә. 1979 йылда Мысыр-Израиль солох килешеүенә ҡул ҡуйғандан һуң Мысырҙың Лигаға ағзалығы туҡтатыла, уға ҡарата санкциялар индерелә, Лиганың штаб-фатиры Тунисҡа күсерелә. 1989 йылда ғына Мысырҙың Лигала ағзалығы тергеҙелә, штаб-фатир Ҡаһирәгә 1991 йылда ҡайтарыла[7].
Яңы аңлашылмаусанлыҡтар Ҡултыҡ һуғышы (1990—1991) менән бәйле була. Сәғүд Ғәрәбстаны, Мысыр, Сүриә һәм Марокко Ираҡҡа ҡаршы коалиция була, шул уҡ ваҡытта Иордания, Йемен һәм Ливия нейтралитет һаҡлай.[7]. BBC News ойошмаһы Израилдең 1948 йылдан алып 1993 йылға тиклем үткәргән иҡтисади бойкоттарын Лига тарихында декларация ниәттәре сиктәренән сыҡҡан берҙән-бер декларация була[9].
Шул уҡ ваҡытта Лига иҡтисади мәсьәләләр менән дә уңышлы шөғөлләнә. Ғәрәп дәүләттәре лигаһының иҡтисади сәйәсәте сиктәрендә 1959 йылда беренсе ғәрәп нефть конгресы үткәрелә, ә 1964 йылда Ғәрәп лигаһының мәғариф, мәҙәни һәм ғилми ойошмаһы (ЙӘКИ АЛЕКСО|) (Arab League Educational, Cultural and Scientific Organization, йәки ALECSO) ойошторола [8]. Бынан тыш, 1953 йылда Ғәрәп телекоммуникациялар союзы (Arab Telecommunications Union), 1954 йылда Ғәрәп почта союзы (Arab Postal Union), 1959 йылда исемен, 1965 йылда Ғәрәп финанс ойошмаһы (Arab Financial Organization) тип исемен үҙгәрткән Ғәрәп үҫеш банкы ғәрәп финанс ойошмаһы (Arab Development Bank)кеүек бөтә ғәрәп учреждениелары ойошторола. Лиганың бөтә ағза дәүләттәре өсөн асыҡ булған һуңғыһы тәбиғи ресурстар һәм ауыл хужалығы продукцияһы менән пошлинаһыҙ сауҙа итеү мөмкинлеген бирә, был капитал һәм хеҙмәт хәрәкәтенә булышлыҡ итә.[11].
Ғәрәп яҙы
үҙгәртергә2010—2011 йылдарҙа ғәрәп донъяһы илдәрен солғап алған һәм [Ғәрәп яҙы|Араб яҙы] тип аталған протест тулҡыны ойошмаға тағы бер ҡаршылыҡ тулҡынын тыуҙыра[8].
Ливия
2011 йылдың февралендә Ғәрәп лигаһы Ливиялағы сыуалыштар һәм властарҙың уларҙы баҫтырыу буйынса ғәмәлдәре арҡаһында Ливияның ойошма эшмәкәрлегендә ҡатнашыуын туҡтата[18].
2011 йылдың 13 мартында Ғәрәп лигаһы Ливияның һауа киңлеген ябыу тәҡдимен ҡарай, Ғәрәп лигаһына ингән бөтә илдәр тиерлек был тәҡдимде хуплай.
Сүриә
2011 йылдың ноябрендә Ғәрәп лигаһы, хөкүмәттең демонстранттарға ҡарата көс ҡулланыуын хуп күрмәүҙе иҫәпкә алып, Сүриәнең ойошма эшмәкәрлегендә ҡатнашыуын туҡтата[19]. 2014 йылдың мартында Лига «тыныс халыҡты үлтереүҙе» ғәйепләй һәм конфликттың бөтә яҡтарын граждандар һуғышын туҡтатыу өсөн көс һалырға саҡыра. «Башар әл-Асад режимы ҡылған ғәйепһеҙ кешеләрҙе үлтереүҙе хупламайбыҙ», — тиелә белдереүҙә[20].
Ағза-дәүләттәр
үҙгәртергәЛига ағзалары булған дәүләттәр (Лигаға инеү тарихы менән)[21]:
- Мысыр — 22 март 1945 йыл. Мысыр короллеге булараҡ инә. 1953 йылда Республика иғлан ителә. 1958 йылдан алып 1961 йылға тиклем Сүриә менән берлектә Берләшкән Ғәрәп Республикаһын ойоштора. Мысыр Лига составынан 1979 йылдың 26 мартынан алып 1989 йылдың 23 майына тиклем сығарылып тора.
- Ираҡ — 22 март 1945 йыл. Ираҡ короллеге булараҡ инә. 1958 йылда Республикаһы иғлан ителә. 1963—2003 йылдарҙа етәкселегендә Баас партияһы.
- Ливан — 22 март 1945 йыл.
- Сәғүд Ғәрәбстаны — 22 март 1945 йыл.
- Сүриә — 22 март 1945 йыл.. Сүриә 1958 йылдың 22 февраленән алып 1961 йылдың 28 сентябренә тиклем Мысыр менән берлектә Берләшкән Ғәрәп Республикаһы составында була, Сүриә Лига составына 1961 йылдың 28 октябрендә әйләнеп ҡайта. Ағзалығы 2011 йылдың 16 ноябрендә туҡтатылып тора. Хәҙерге ваҡытта Сүриәне Ғәрәп лигаһында Б. Асада режимына ҡаршы оппозиция кәүҙәләндерә[22].
- Иордания —22 март 1945 йыл (1949 йылға тиклем — Трансиордания).
- Северный Йемен — 5 май 1945 йыл. 1990 йылда дәүләт НДР Йемен менән Йеменға берләшә.
- Ливия — 28 март 1953 йыл. [Ливия короллеге]] булараҡ инә. 1969йылдан — Ливия Ғәрәп Республикаһы, 1977 йылдан — Бөйөк Социалистик Халыҡ Ливия Ғәрәп Джамахирияһы), 2011 йылдан — Ливия Республикаһы). Ливия ике тапҡыр Лига составынан сығыу тураһында иғлан итә, әммә ҡарарын юҡҡа сығара: 2002 йылдың 24 октябренән алып 2003 йылдың 16 ғинуарына тиклем һәм 2003 йылдың 3 апреленән 25 майына тиклем. Ағзалығы 2021 йылдың 22 февраленән 25 августҡа тиклем туҡтатыла.
- Судан — 19 ғинуар 1956 йыл.
- Тунис — 1 ғинуар 1958 йыл.
- Марокко — 1 октябрь 1958 йыл.
- Имамат Оман — 1959 йылға тиклем
- — 20 июль 1961 йыл.
- Алжир — 16 август 1962 йыл.
- НДР Йемен — 12 декабрь 1967 йыл. В1990 йылда дәүләт Төньяҡ Йемен менән бергә Йеменға берләшә.
- Бахрейн — 11 сентябрь 1971 йыл.
- Катар — 11 сентябрь 1971 йыл.
- Оман — 29 сентябрь 1971 йыл.
- — 6 декабрь 1971 йыл.
- Мавритания — 26 ноябрь 1973 йыл.
- Сомали — 14 февраль 1974 йыл.
- Палестинаны азат итеү ойошмаһы — 9 сентябрь 1976 йыл. 1988 йылдан Лигала Фәләстин дәүләтен кәүҙәләндерә[10].
- Джибути — 4 сентябрь 1977 йыл.
- Комор — 20 ноябрь 1993 йыл.
Ғәрәп дәүләттәре лигаһының генераль секретарҙары
үҙгәртергәАҫта Ғәрәп дәүләттәре лигаһының генераль секретарҙары к-рһәтелгән[21]:
- Абдул Рахман Хәссән Әззәм (1893—1976) 1945 йылдың 22 мартынан алып 1952 йылдың сентябренә тиклем
- Абдул Халек Хасуна (1898—1992) 1952 йылдың сентябренән алып 1972 йылдың 1 июненә тиклем
- Мәхмүт Риад (1917—1992) 1972 йылдың 1 июненән алып 1979 йылдың мартына тиклем
- Шедли Клиби (1925—2020) 1979 йылдың мартынан алып 1990 йылдың сентябренә тиклем
- Ассад әл-Ассад (1920) в.б.ү. 1990 йылдың сентябренән алып 1991 йыл дың 15 майына тиклем
- Әхмәт Исмат Әбдел Мағид (1923—2013) 1991 йылдың 15 майынан алып 2001 йылдың 15 майына тиклем
- Амр Муса (1936) 2001 йылдың 15 майынан алып 2011 йылдың 1 июленә тиклем
- Нәбил әл-Ғәрәби (1935) 2011 йылдың 1 июленән алып[23] 2016 йылдың 30 июненә тиклем.
- Әхмәт Әбүл Гейт (1942) с 1 июля 2016 йылдың 1 июленән.
Ғәрәп дәүләттәре лигаһының саммиттары
үҙгәртергә# | Ил | Датаһы |
---|---|---|
1 | Ҡаһирә | 1964 йылдың 13-17 ғинуары. |
2 | Александрия | 1964 йылдың 5-11 сентябре |
3 | Касабланка | 1965 йылдың 13-17 сентябре |
4 | Хартум | 1967 йылдың 29 августы |
5 | Рабат | 1969 йылдың 21-23 декабре |
6 | Алжир | 1973 йылдың 26-28 ноябре |
7 | Рабат | 1974 йылдың 29 октябре |
8 | Ҡаһирә | 1976 йылдың 25-26 октябре |
9 | Бағдад | 1978 йылдың 2-5 ноябре |
10 | Тунис | 1979 йылдың 20-22 ноябре |
11 | Амман | 1980 йылдың 21-22 ноябре |
12 | Фес | 1981йылдың 25 ноябре, 1982 йылдың 6-9 сентябре |
13 | Касабланка | 1985 йыл |
14 | Амман | 1987 йылдың 8 ноябре. |
15 | Алжир | 1988 йылдың июне |
16 | Касабланка | 1989 йыл |
17 | Багдад | 1990 йыл |
18 | Ҡаһирә | 1996 йыл |
19 | Амман | 2001 йылдың 27-28 марты |
20 | Бейрут | 2002 йылдың 27-28 марты |
21 | Шарм-эш-Шейх | 2003 йылдың 1 марты |
22 | Тунис | 2004 йылдың 22-23 майы |
23 | Алжир | 2005 йылдың 22-23 марты |
24 | Хартум | 2006 йылдың 28-30 марты |
25 | Әр-Рияд | 2007 йылдың 27-28 марты |
26 | Дамаск | 2008 йылдың 29-30 марты |
27 | Доха | 2009 йылдың 28-30 марты |
28 | Сирт | 2010 йылдың 27-28 марты |
29 | Бағдад | 2012 йылдың 27-29 марты |
30 | Доһа | 2013 йылдың 21-27 марты |
31 | Кувейт | 2014 йылдың 25-26 марты |
32 | Шарм-эш-Шейх | 2015 йылдың 28-29 марты |
33 | Нуакшот | 2016 йылдың 20 июле |
34 | Амман | 2017 йылдың 23-29 марты |
35 | Дахран | 2018 йылдың 15 апреле |
36 | Тунис | 2019 йылдың апреле |
Ғәрәп дәүләттәре лигаһының сираттан тыш саммиттары
үҙгәртергәХәҙерге ваҡытҡа ҡарата 11 сираттан тыш саммит үткәрелгән.
# | Ил/Ҡала | Датаһы |
---|---|---|
1 | Ҡаһирә | 1970 йылдың 21-27 сентябре |
2 | Әр-Рияд | 1976 йылдың 17-28 октябре |
3 | Касабланка | 1985 йылдың 7-9 сентябре |
4 | Амман | 1987 йылдың 8-12 ноябре |
5 | Алжир | 1988 йылдың 7-9 июне |
6 | Касабланка | 1989 йылдың 23-26 июне |
7 | Бағдад | 1990 йылдың 28-30 марты |
8 | Ҡаһирә | 1990 йылдың 9-10 августы |
9 | Ҡаһирә | 1996 йылдың 22-23 июне |
10 | Ҡаһирә | 2000 йылдың 21-22 октябре |
11 | Әр-Рияд | 2016 йылдың 7 ғинуары |
Системаға индерелмәгән ике саммит
үҙгәртергә# | Ил | Датаһы |
---|---|---|
1 | Аншас | 1946 йылдың 28-29 майы |
2 | Бәйрүт | 1958 йылдың 13-15 ноябре |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Revista Eletrônica Estratégia Brasileira de Defesa — A Política e as Forças Armadas em Debate: Árabes apóiam reconstrução do Haiti
- ↑ People’s Daily Online — Arab League accepts Venezuela as observer
- ↑ India invited as observer for Arab League summit — Express India
- ↑ Eritrea Joins Arab League As Observer
- ↑ 5,0 5,1 Дипломатический словарь, 1948
- ↑ Включая Государство Палестина, признанное большинством государств мира, но не признанное рядом постоянных членов Совета Безопасности и членов ООН
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 Кругосвет
- ↑ 8,0 8,1 8,2 Британника
- ↑ 9,0 9,1 9,2 BBC News
- ↑ 10,0 10,1 Государство Палестина признано 137 государствами-членами ООН, в том числе всеми арабскими странами и всеми членами Лиги арабских государств.
- ↑ 11,0 11,1 Arab League The Columbia Electronic Encyclopedia
- ↑ Mohammad Amin Al-Midani The League of Arab States and the Arab Charter on Human Rights
- ↑ Арабские страны договорились о создании единых ВС
- ↑ СМИ: страны ЛАГ 27 августа подпишут протокол о создании арабских ВС
- ↑ Lillian Goldman Law Library: The Alexandria Protocol; October 7, 1944 (инг.)
- ↑ Lillian Goldman Law Library: Pact of the League of Arab States, March 22, 1945 (инг.)
- ↑ Diplomatic Dictionary, 1948
- ↑ Лига арабских государств приостановила участие Ливии в деятельности организации . Газета.Ru (22 февраль 2011). Дата обращения: 11 февраль 2011.
- ↑ Сирию временно исключили из Лиги арабских государств . Подробности.ua (12 ноябрь 2011). Дата обращения: 12 ноябрь 2011.
- ↑ ЛАГ осудила режим Асада за массовую резню . Дата обращения: 26 март 2014.
- ↑ 21,0 21,1 Arab League, www.worldstatesmen.org. 15 февраль 2013 тикшерелгән.
- ↑ Syrian opposition takes Arab League seat | World news | The Guardian
- ↑ Министр иностранных дел Египта избран новым генсеком Лиги арабских государств, Полит.ру (15 май 2011). 15 май 2011 тикшерелгән.(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
үҙгәртергәҒәрәп илдәре лигаһы Викимилектә | |
Ғәрәп илдәре лигаһы Викияңылыҡтарҙа |
- Profile: Arab League . BBC News. Дата обращения: 6 август 2013. Архивировано 13 август 2013 года.
- Ғәрәп илдәре лигаһы // Энциклопедия «Кругосвет».
- А. Я. Вышинский, С. А. Лозовский. Лига Арабских Государств // Дипломатический словарь. — М.: Государственное издательство политической литературы, 1948.
- Arab League . Энциклопедия Британника. Дата обращения: 6 август 2013. Архивировано 13 август 2013 года.