Нуакшо́т (ғәр. نواكشوط‎ йәки انواكشوط, франц. Nouakchott) — Мавританияның баш ҡалаһы. Халҡы — 760 мең кеше (2001 йылғы баһа буйынса), ә 1960-сы йылдар аҙағында 20 мең самаһы кеше булған. Бербер теленән тәржемә иткәндә ҡаланың исеме «ел иҫкән урын» тигәнде аңлата.

Ҡала
Нуакшот
ғәр. نواكشوط
Ил

Мавритания

Координаталар

18°04′42″ с. ш. 15°58′28″ з. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1957

Майҙаны

1000 км²

Халҡы

1 195 600 кеше (2019)

Тығыҙлығы

1200 кеше/км²

Сәғәт бүлкәте

UTC-0

Һанлы танытмалар
ISO 3166-2

MR-NKC

Нуакшот (Мавритания)
Нуакшот
Нуакшот

Географияһы үҙгәртергә

Нуакшот Көнбайыш Африкала, океандан 5 километр алыҫлыҡта, тигеҙ яр буйында урынлашҡан[1]. Уртаса бейеклеге диңгеҙ кимәленән 7-8 метр[1]. Ул Сенегалдың баш ҡалаһы Дакарҙан 475 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Ҡала ҡыҙыл балсыҡлы ҡомдарҙа һәм ҡабырсаҡтан яһалған ваҡ ҡомда тора[1]. Нуакшот эргәһендә һыу сығанаҡтары булмаған, эргә-тирәләге тупраҡ тоҙло[2].

Этимологияһы үҙгәртергә

Нуакшоттың атамаһы — «елле урын» тигәнде аңлатҡан бербер һүҙбәйләнеше: был океан яры янында урынлашҡан ошо урындың тәбиғи шарттарына бәйле[3].

Тарихы үҙгәртергә

Электән Нуакшот 500 кешелек балыҡсылар ауылы булған, уның янында Антуан де Сент-Экзюпери һүрәтләгән бәләкәй генә форт булған[4]. Баш ҡала үҙәгендә әле һаман ҙур балыҡ баҙары эшләй.

Мавритания Африканы деколонизациялау тураһындағы Деффер Законы үҙ көсөнә ингәндән һуң бойондороҡһоҙлоҡҡа эйә була[5]. Мавританияның бойондороҡһоҙлоғон иғлан иткән мәлгә йәш дәүләт алдында баш ҡаланы тәғәйенләү проблемаһы килеп тыуған: француз колониаль хакимиәте хәҙерге Сенегал биләмәһендә урынлашҡан, ә ил биләмәһендә ҡалалар булмаған, һәм баш ҡала итеп, Марокконан Сенегалға Өсөнсө милли шоссела урынлашҡан балыҡсылар ауылы Нуакшот һайланған[6]. Төҙөлөш тарихи үҙәктән 2 саҡрым алыҫлыҡта 1958 йылдың 5 мартында башланған[7].

Француз хакимиәтенән һуң бойондороҡһоҙ ил властары, Мавритания «заманса илгә» әйләнһен өсөн бәҙәүиҙәр ҡалала йәшәргә тейеш, тип иҫәпләй[5]. Быға мәктәптәрҙә мотлаҡ белем биреүҙе индереү, сүллек киңәйеүе һөҙөмтәһендә мәҙәниәт һәм сауҙа үҙәктәренең бушап ҡалыуы, 1940-сы йылдарҙа башланған яуым-төшөмдөң кәмеүе, 1975 йылдан Көнбайыш Сахарала барған һуғыш (был элекке каруан юлдарын ҡулланыуға тағы ла хәүефле иткән) тәьҫир итте[5][8].

Тәүҙә Нуакшотта 8000 самаһы кеше йәшәр тип планлаштырылған, әммә уның халҡы был дәүмәлгә 1963 йылда уҡ еткән. Ә 1970-се йылдарҙағы ҡоролоҡ һәм хөкүмәттең ерҙе таратыуы үҫеште тағы ла арттырған. 1955—1999 йылдарҙа Нуакшоттың халҡы 387 процентҡа артҡан, өҫтәүенә 1977—1988 йылдарҙа ул өс тапҡырға артҡан. Шунан һуң демографик күсеү арҡаһында халыҡтың үҫеше кәмегән[4].

Халыҡтың ҡапыл артыуы арҡаһында Нуакшот ситтәрендә трущобалар барлыҡҡа килгән[9]. Үҙәк райондарҙы күрше Акжужт, Бутилимит һәм Росо менән бәйләгән юлдар буйында ҡала киңәйгән[9]. 1999 йылға ҡарата Нуакшоттың майҙаны 10 000 гектар тәшкил иткән[9]. Законһыҙ төҙөлөш ҡалала ике төргә бүленә: «кеббе» — шәхси ерҙе үҙ белдеге менән биләү, ғәҙәттә, еңел палаткалар менән, ә «газра» — дәүләт ерендә торлаҡ төҙөү, был осраҡта уны «даими торлаҡ» итеп рәсмиләштеү өсөн йорттарҙы мөмкин тиклем нығыраҡ төҙөйҙәр[9]. Законһыҙ төҙөлгән ҡоролмаларҙың күбеһе үҙәк менән тоташҡан Әл-Мина, Арафат, Тенсүлейлим һәм Хай-Сакен райондарында, шулай уҡ ситтә (Тужуонин һәм Арафат) урынлашҡан[9].

Халҡы үҙгәртергә

1977—2013 йылдарҙағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре һәм 2017 йылға фараздар килтерелгән[10].

1 ғинуарға ҡарата халыҡ һаны
1977 1988 2000 2013 2017
134 704 393 325 558 195 958 399 1 116 700

Административ бүленеш үҙгәртергә

Ҡала, үҙ сиратында райондарға бүленгән, өс төбәккә бүленә:

  • Нуакшот-Нор (Төньяҡ Нуакшот): Дар-Наим, Теярет, Тужуонин.
  • Нуакшот-Уэст (Көнбайыш Нуакшот): Ксар, Себкха, Тевраг-Зейна.
  • Нуакшот-Сюд (Көньяҡ Нуакшот): Арафат, Әл-Мина, Рияд.

Дар-Наим районында шул уҡ исемле төрмә урынлашҡан.

Административ бүленеш тарихы үҙгәртергә

1972 йылға тиклем Нуакшот 50 гектар майҙанды биләгән административ-сәнәғәт зонаһына, планлаштырылған «йоҡо» райондарына (140 гектар) һәм ҡала үҫеше планына инмәгән көйләнмәүсе өлөшөнә (9 гектар) бүленгән[9]. Һуңғараҡ миграция башланғандан һуң уларға көнбайыш һәм көньяҡ райондар өҫтәлде, артабан, 1974 йылда, торлаҡ төҙөлөшөнә тағы ике ер участкаһы бүленде, төньяҡта һәм көньяҡта (хәҙерге Теярет, Себкха һәм Эль-Мина райондары). 1975—1985 йылдарҙа Тевраг-Зейнға — 2500, ә Себкха, Теярет һәм Әл-Минаға 16 меңдән ашыу шәхси участка өҫтәлә; был участкалар һаны һорауҙы ҡәнәғәтләндерә алмай[9].

1983 йылда ҡабул ителгән ҡала төҙөлөшө планы ла, 1987 йылғы ҡабаттан ҡаралған план да ҡаланың тәртипһеҙ үҫешен туҡтата алмай[9]. Ксар, Тевраг-Зейна, Себкха, Әл-Мина һәм Теярет үҙәк райондарында халыҡ һаны арта бара, унда ҙур булмаған күп фатирлы йорттар барлыҡҡа килә, әммә урбанизацияны тар гудронлы юлдар, үҙәк һыу сығанағына һәм канализацияға тоташтырыу мөмкинлегенең булмауы тотҡарлай[9]. Икенсе яҡтан, Нуакшот ҡоролоҡ арҡаһында юлдар буйлап контролһеҙ үҫеүен дауам итә.[9].

Климаты үҙгәртергә

Нуакшот эҫе йәйе һәм йылы ҡышы, ҡоро климаты менән айырылып тора. Йылдың күпселек өлөшөндә ҡалала температура юғары булһа ла, Нуакшотта ошондай климатлы башҡа ҡалаларҙағы кеүек үк эҫе түгел. Температураның уртаса максималь кимәле 32 градус самаһы булһа ла, йәйге айҙарҙа уртаса 24 градустан ҡышҡы айҙарҙа 13 градусҡа тиклем тирбәлеүе ихтимал. Яуым-төшөмдөң уртаса күләме ҡалала йылына 159 миллиметр тәшкил итә. Яуым-төшөмдөң күпселек өлөшө, ғәҙәттә, август айында, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар миҙгелен формалаштырған берҙән-бер ай дауамында төшә. Декабрҙән июнгә тиклем яуым-төшөмдәр бөтөнләй яумай.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 36 39 41 43 46 46 43 42 44 43 42 37 46
Уртаса максимум, °C 29,1 30,6 31,6 32,6 33,4 34,6 31,3 32,4 34,9 36,4 33,1 29,1 32,4
Уртаса температура, °C 21,4 22,7 23,9 25,0 26,2 28,0 27,1 28,3 29,7 29,2 25,7 22,0 25,8
Уртаса минимум, °C 13,7 14,8 16,3 17,5 19,1 21,4 22,9 24,2 24,5 22,1 18,3 15,0 19,2
Абсолют минимум, °C 7 9 11 12 14 18 21 20 22 17 13 7 7
Яуым-төшөм нормаһы, мм 1 2 1 0 0 1 12 36 31 7 1 2 94
Сығанаҡ: Climate-Data.org

Иҡтисады үҙгәртергә

2016 йылда асылған Нуакшот-Умтунси халыҡ-ара аэропорты эшләй. Быға тиклем Нуакшот аэропорты эшләгән. Ҡалала шулай уҡ диңгеҙ порты бар, ул 1986 йылда Ҡытай компанияһы тарафынан төҙөлгән. Диңгеҙ сауҙаһының нигеҙе — бензин һәм баҡырҙы экспортлау. Ҡаланан төньяҡ-көнбайышҡа табан 195 км алыҫлыҡта баҡыр шахталары урынлашҡан[8]. Аҙыҡ-түлек һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте бар.

Спорт үҙгәртергә

Мавритания чемпионатында сығыш яһаған футбол клубтарының күбеһе Нуакшот ҡалаһында урынлашҡан.

Мәҙәниәт һәм мәғариф үҙгәртергә

Ҡаланың иң төп майҙаны — Бойондороҡһоҙлоҡ майҙаны[8].

Ҡалала 1981 йылда нигеҙләнгән Нуакшот университеты[8], Исламды өйрәнеү интитуты урынлашҡан.

Галерея үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Chenal&Kaufmann, 2008, Geography
  2. Chenal&Kaufmann, 2008, Introduction
  3. Поспелов, 2002, с. 302
  4. 4,0 4,1 Chenal&Kaufmann, 2008, Demographic growth
  5. 5,0 5,1 5,2 Chenal&Kaufmann, 2008, Historical context
  6. Chenal&Kaufmann, 2008, Introduction, Historical context
  7. Chenal&Kaufmann, 2008, Introduction, Demographic growth
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 Britannica, 2010
  9. 9,00 9,01 9,02 9,03 9,04 9,05 9,06 9,07 9,08 9,09 Chenal&Kaufmann, 2008, Urban growth
  10. Исламская Республика Мавритания. Дата обращения: 23 октябрь 2017. Архивировано из оригинала 2 ноябрь 2017 года.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Густерин П. В. Города Арабского Востока. — М.: Восток—Запад, 2007. — 352 с. — (Энциклопедический справочник). — 2000 экз. — ISBN 978-5-478-00729-4.
  • Поспелов Е. М. Географические названия мира. Топонимический словарь / отв. ред. Р. А. Агеева. — 2-е изд., стереотип. — М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2002. — 512 с. — 3000 экз. — ISBN 5-17-001389-2.
  • Nouakchott // [academic.eb.com/levels/collegiate/article/Nouakchott/56354 Britannica Academic]. — Encyclopædia Britannica, 2010.
  • Jérôme Chenal, Vincent Kaufmann Nouakchott. — 2008. — В. 3. — Т. 25. — С. 163—175. — ISSN 02642751. — DOI:10.1016/j.cities.2007.12.001 Архивировано из первоисточника 29 июнь 2018.