Йәмән тарихы

(История Йемена битенән йүнәлтелде)

Йәмән — иң боронғо цивилизацияларҙың береһе.

Король һарайы Шабвелағы грифон,. Хадрамаут баш ҡалаһы

Палеолит

үҙгәртергә

Хадрамауттың Әл -Гуза күп ҡатламлы мәмерйә торағындағы Ашелгә тиклем индустрияһы Олдувай мәҙәниәте ҡомартҡыларына оҡшаш[1].Түбәнге ҡатламдың геоморфологик, стратиграфик палеомагнит мәғлүмәттәре буйынса Көньяҡ Ғәрәбстанда кешеләр яҡынса 1,65—1,35 млн йыл элек йәшәй башлаған икәнен күрһәтә [2].

Ашель индустрияһы Көньяҡ Ғәрәбстанда Мешхед III тораһында (Джоль-Урум, Хадрамаут) табылған. Мешхед III тораһы Яҡын Көнсығыш һәм Мысырҙағы Харга оазисы ашеле менән оҡшаш[3].

Өҫкө палеолиттың Хадрамауттағы тораларҙағы (Мешхед IV һәм V, Әл-Ғәбр IV, X—XII, Вади Дауан I—III һәм башҡалар) таш индустрияһы Европа һәм Яҡын Көнсығыш өҫкө палеолит индустрияларына ҡарағанда боронғораҡ һәм Нил үҙәне, Ливия сүлдәре синхрон ҡомартҡылары менән берҙәм мәҙәни провинция барлыҡҡа килтерә. Х. А. Әмирханов Хадрамаут материалдарын ҡоро тропиктарҙың афро-азиат һыҙаты «оазис мәҙәниәттәренең» Көньяҡ Ғәрәбстан варианты итеп ҡарай[3].

Көньяҡ Ғәрәбстан ерҙәрендә Хадрамауттағы иң мөһим стратифланған неолит комплекстары булып Әс-Сафа I, Мешхед X—XI, Хабарут I һәм II, Мсабиг түбәлеге, Хбек мәмерйәһе тора. Ғәрәбстандағы боронғо неолитында (б.э.т. VIII—VI мең йыл элекке) Х. А. Әмирханов ике ныҡ айырмалы мәҙәни комплексты - Көньяҡ Ғәрәбстан һәм Көнсығыш Ғәрәбстанды билдәләй. Көнсығыш Ғәрәбстан комплексы индустрияһы керамикаға тиклемге неолит осоронда, Яҡын Көнсығыштыҡы Месопотамия мәҙәни импульстар йоғонтоһонда формалашҡан. Көньяҡ Ғәрәбстан мәҙәни комплексы урындағы субстратҡа нигеҙләнгән һәм традицион (төньяҡ африка) йүнәлешендәге мәҙәни бәйләнештәрҙе һаҡлаған. Ахырғы неолиттың баштағы стадияһында Ғәрәп ярымутрауында( б.э.т. V мең йыл элек) «сүл неолитына» күсә башлау, Капсий индустрияһына һәм фаюм неолитына оҡшашлыҡ башланыуы күҙәтелә. Фаюм оазисы индустрияһы б.эт. V мең йылға тиклем күҙәтелә, Ғәрәбстандың мәҙәниәте Төньяҡ Африка яғына күсә барыуы күренә.Көньяҡ Ғәрәбстандың постнеолит ҡомартҡылары (б.э.т.II—I мең йыл элекке) бронза быуатына, был ерҙәрҙәге башланғыс ҡала цивилизацияһына синхронлы һәм яйлап ҡына һаманғаса йәшәп килгән бәҙәүиҙәр мәҙәниәтенә яҡынлаша бара [3].

Исламға тиклемге Ғәрәбстан

үҙгәртергә

Йәмән ерҙәрендәге беҙгә билдәле иң боронғо батшалыҡтар: Аусан, Катабан, Хадрамаут, Маин, Саба һәм Химьяр.Был батшалыҡтарҙың һәр береһен дәүләт тип булмай; Маинды, мәҫәлән, ҡәбилә тип кенә атарға мөмкиндер[4]. IV  быуатта Йәмән кешеләре тотошлай химйяриҙар менән берләшкән. Шул быуат аҙағында химйяри батшалар йәһүдилекте дәүләт дине итеп ҡабул итә.

Сит ил хакимдарына буйһоноу

үҙгәртергә
  • VI быуат башында Йәмән Хәбәшстан (Эфиопия) йоғонтоһона бирелә, ваҡытлыса нәсрани диненә күсеү булып ала.
  • VI быуат аҙағында Йәмәнде Персия сәсәниҙәре яулап ала
  • 628 — мосолмандар яулай.

Ислам дәүере

үҙгәртергә

Башланғыс Ислам осоронда Йәмәндең социаль системаһы көслө үҙгәрештәр кисерә, боронғо ҡәбилә башлыҡтарына буйһоноу тәртибе үҙгәрә [5]

  • В IX—XII быуаттарҙа Йәмән бер-береһе менән көнәркәшләнеп йәшәгән династиялар -Зийадиҙар (820—1017), Яфуриҙар (861—994), Нәжәһиҙәр (1021—1159), Сулайһиҙар (1038—1098), Хәмдәниҙәр (1099—1174),Мәхдиҙәр (1137—1174), Зураиҙар (1083—1174) һәм Сөләймәниҙар (1138—1161, 1196 — яҡынса 1281) ҡулы аҫтында була.
  • 897 — Йәмәндең төньяғында рәссиҙәр династияһы Зәйдиҙәр имаматына нигеҙ һала (894—1301).
  • 1173 — Мысыр ғәскәре ьаҫып инә.
  • 1174-1229 — Йәмән — Мысырҙың вассал солтанаты, башында Әйүбиҙәр династияһы тора.
  • 1229—1454 — Йәмән Рәсүлиҙәр династияһы буйһоноуына эләгә.
  • 1454—1517 — Йәмән Таһириҙар династияһы буйһоноуына эләгә.
  • 1538-1635 — Йәмәнде османлыларҙың тәүге тапҡыр яулап алыуы.

XVIII быуаттың икенсе яртыһында имам Ҫәнә 30 провинцияға баш булып тора. 1872 йылда төрөктәр яңынан Йәмәнде яулай, әммә 1904 йылда зәйдиҙәр имамы Яхья Хәмид-әд-Дин төрөктәргә ҡаршы халыҡты күтәрә.

Төньяҡ Йәмән һәм Көньяҡ Йәмән

үҙгәртергә

1918 йылда Төньяҡ Йәмән Осман империяһынан бойондороҡһоҙлоҡ ала.

1928 йылда Совет-Йәмән дуҫлыҡ һәм сауҙа килешеүе төҙөлә.

1934 йылда Сәғүд Ғәрәбстаны һәм Йәмән араһында ерҙәрҙе бүлешә алмай һуғыш сыға.

1962 йылдың 18 сентябрендә, король Әхмәд ибн Яхья Хәмидәддин үлеп ҡалғас, Төньяҡ Йәмәндең короле итеп принц Мөхәммәт әл Бәҙер һайлана. Шуның менән файҙаланып, 26 сентябрҙә хәрбиҙәр монархияны бәреп төшөрәләр һәм Йәмән Ғәрәп Республикаһы төҙөйҙәр. Әммә Сәғүд Ғәрәбстаны ярҙамы менән король һәм арҡалаштары граждандар һуғышы аса, ул 1970 йылға тиклем дауам итә. Сит илдекеләр ҙә ҡыҫыла  — Мысырҙың 8 бригадаһы республикасылар яғында роялистарға ҡаршы һуғыша.

1967 йылда Көньяҡ Йәмән бойондороҡһоҙлоҡ ала. 3 йылдан Көньяҡ Йәмән Халыҡ Демократик Республикаһы иғлан ителә һәм совет йүнәлешле ил булып китә. Артабанғы ике тиҫтә йыл ике яҡ бер-береһенә ҡаршы эш алып бара, 1972 һәм 1979 йылдарҙа ғораллы һуғыштар булып ала. 1990 йылда ике дәүләт Йәмән Республикаһы төҙөй.

1994 йылда Йәмәндә граждандар һуғышы башлана. 21 майға лидеры ЙХДР яңынан көньяҡта бойондороҡһоҙ дәүләт — Йәмән Демократик Республикаһы иғлан итә, әммә шул йылы көньяҡтарҙың ҡораллы күтәрелешен йеменской армияһы баҫтыра.

2004 йылда төньяҡ-көнбайыш Йәмәндә шиғыйҙар бола сығара. Бер ярашып, бер боларып тора башлайҙар[6]

2010 йылдың 19 мартында президент Али Абдулла Сәлех низағтың тамамланыуы тураһында хәбәр итә.

 
Йәмән. Боронғо Әл-Мүкәллә ҡалаһы. Мәсет ихатаһы һәм сауҙа майҙаны. 2010,08 фев

2011 йылда

үҙгәртергә

32 йыл власта ултырған Али Абдулла Сәлехтең отставкаға китеүен талап итеп халыҡ 22 ғинуарҙа демонстрацияға сыға [7][8]. 27 ғинуарҙа меңдәрсә кеше урамдарға шул талап менән сыға[9][10].

2011 йылдың 23 ноябрендә президент Сәлех Сәғүд Ғәрәбстанына килеп вәкәләтен илдең вице-президенты Әбид Раббо Мансуру әл-Һаҙиға тапшырыу тураһында Указға ҡул ҡуя. Сәлех үҙенә яңыһы һайланғансы «почётлы президент» статусы ала, Йәмәндән АҠШ-ҡа дауаланырға китәсәген әйтә.

24 декабрҙә Сәнәлә Сәлех яҡлы хәрбиҙәр баш күтәреүселәргә ут аса, 9 кеше һәләк була һәм 90-ы яралана. Икенсе көнөнә Сәлех яңы һайлауға әҙерләнә торһондар өсөн АҠШ-ҡа китәсәген әйтә [11][12]

2012 йылдың 9 ғинуарында Йәмәндең ваҡытлы хөкүмәте Али Абдалла Сәлехкә суд эҙәрлекләүенә иммунитет бирергә ҡарар сығара, әммә Йәмән халҡы быға нәфрәтләнә[13].

Йәмәнгә яңы президент итеп Абдураб Мансур Һаҙины 2012 йылдың 21 февралендә һайлайҙар

2015 йылдағы болалар

үҙгәртергә

2014 йылдың авгусында хуситтар нефть продукттарына субсидиялар ҡыҫҡартылыу сәбәпле бола сығара, сөнки бензинға хаҡ ике тапҡырға артып китә
Сентябрь хуситтар дәүләт учреждениеларын баҫып ала һәм блокпостар ҡуя.

17 ғинуарҙа президент администрацияһы етәксеһе Әхмәд Әвәд бен Мөбәрәкте билдәһеҙҙәр урлай.

19 ғинуарҙа баш ҡалала бәрелештәр һөҙөмтәһендә бер кеше һәләк була, өсәү яралана. Был хаҡта мәғлүмәт министры Надия әс-Саккаф хәбәр итә. «Был дәүләттә түңкәрелеше эшләргә маташыу», — тип белдерә ул. 19 ғинуарҙа иртән хуситтар менән дәүләт хәүефһеҙлек көстәре араһында ҡораллы бәрелештәр башлана
Һөҙөмтәлә дәүләт учреждениелары һәм илселектәр эшен туҡтата.

22 ғинуарҙа президент Абд Раббо Мансур Һаҙи отставкаға сығыу тураһында прошение бирә.

5 февралдә хуситтар вәкилдәр палатаһын таратыу һәм Йәмән республикаһының Күсеш осоро милли советын төҙөү тураһында иғлан итәләр, ул провинцияларҙан 551 кешенән тора, һәм Йәмән президент советы һайларға тейеш була[14][15]

2016, 2017 йылдар

үҙгәртергә

Ике яҡҡа бүленгән илдә тыныслыҡ урынлашмай. Төньяҡ менән көньяҡ үҙ-ара тартҡылашыуҙы дауам итә. Хуситтар яғын (шиғыйҙарҙы) Иран яҡлашһа, Һаҙи яҡлыларға Сәғүд Ғәрәбстаны ярҙам күрһәтә. Халыҡ фекеренә төрлө ваҡиғалар тәьҫир итә. Элек Һаҙиҙы яҡлашыусылар яйлап хуситтар яғына күсә башлай[16]. 2016 йылдың йәйендә илдә холера (ваба) ауырыуы килеп сыға. 2017 йылдың йәйенә ауырыусылар һаны 360 меңдән уҙып китә[17] 2017 йылдың 5 ноябрендә хуситтар Сәғүд Ғәрәбстанының баш ҡалаһына баллистик ракета аттыра[18]. Сәғүд Ғәрәбстаны илгә блокада иғлан итә. Әммә БМО Хәүефһеҙлек ​Советы башында Сәғүд Ғәрәбстаны торған ғәрәп хәрби коалициһын ерҙән, диңгеҙҙән һәм һауанан юлдарҙы асыуҙы талап итә, сөнки илдә барған граждандар һуғышы арҡаһында " гуманитар ситуация ҡот осҡос" тип белдерә Совбез рәйесе Себастьяно Карди [19]

Сәғүд Ғәрәбстаны Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы (ВОЗ) менән берлектә Йәмәндәге холераға ҡаршы көрәшер өсөн ике үҙәк төҙөргә ҡарар итә[20].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Амирханов Х. А. Каменный век Йеменцы Ғәрәбстани / РАН. Ин-т археологии. – М.: Наука, 2006. – 693 с. – Библиогр.: с. 589–597.
  2. Амирханов Х. А., Деревянко А. П. Разведки памятников каменного века в Дагестане в 2003 г. // Древности Кавказа и Яҡынего Көнсығыша. — Махачкала: Эпоха, 2005. — С. 33-40.
  3. 3,0 3,1 3,2 Медовичев А. Е. 2007. 03. 031. Амирханов Х. А. Каменный век Йеменцы Ғәрәбстани / РАН. Ин-т археологии. - М. : Наука, 2006. - 693 с. - библиогр. : С. 589-597 // Социальные и гуманитарные науки. Отечественная и зарубежная литература. Выпуск № 3 / 2007
  4. Коротаев А. В. Социальная история Йемена, X век до н. э. — XX век н. э. Вождества и племена страны Хашид и Бакил. М.: КомКнига, 2006.
  5. Коротаев А.В. Два социально-экологических кризиса и генезис племенной организации на Төньяҡо-Востоке Йемена // Көнсығыш 6 (1996): 18-28.
  6. Густерин П. В. йеменская республика и её города. М., 2006, с. 57.
  7. MIGnews | Общество | Тунисское восстание докатилось до Йәмәна 2015 йыл 2 апрель архивланған.
  8. Тысячи жителей Йемена требуют отставки Президента 2013 йыл 17 июнь архивланған.
  9. В Йемене начались многотысячные протесты с требованием отставки Президента — Новости РБК-Украина
  10. Йемен: тысячи манифестантов в Сане требуют отставки президента 2011 йыл 31 ғинуар архивланған. — euronews.net
  11. Почётный президент Йемена пообещал уехать в США
  12. Экс-президенту Йемена разрешат приехать в США только на лечение
  13. Йеменцы возмущены судебным иммунитетом для Салеха 2012 йыл 11 март архивланған. // webground.su — EuroNews 22:36
  14. Шиитское движение хуситов в Йемене. Досье // ТАСС
  15. * Теракты в Йемене в 2014—2015 годах // РИА Новости.
  16. http://stockinfocus.ru/2016/05/18/jemen-vojna-2016-goda-i-strategicheskoe-porazhenie-saudovskoj-aravii/ 2017 йыл 8 июнь архивланған.
  17. https://www.rusdialog.ru/news/115296_1501014892
  18. https://www.rusdialog.ru/news/125844_1509866419
  19. "Российский Диалог": https://www.rusdialog.ru/news/126224_1510193513
  20. https://russian.rt.com/world/news/449615-iemen-holera-borba

Һылтанмалар

үҙгәртергә