Мысыр
Мысыр (шулай уҡ Египет, ғәрәп телендә مصر Миср/Miṣr [misˤɾ], мысыр ғәрәп телендә مصر Маср/Maṣr [ˈmɑsˤɾ], урыҫ телендә Египет), рәсми исеме — Мысыр ғәрәп республикаһы, — Африканың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә һәм Азиялағы Синай ярымутрауында урынлашҡан ил, Синай ярымутрауы ярҙамында Африканан көньяҡ-көнбайыш Азияға оҙон күпер яһап тора. Майҙаны — 1 001 450 кв. км. Мысыр төньяҡтан Урта диңгеҙ, төньяҡ-көнсығыштан Ғәззә Секторы һәм Израиль менән, көнсығыштан Ҡыҙыл диңгеҙ, көньяҡтан Судан һәм көнбайыштан Ливия менән сикләнгән. Баш ҡалаһы — Ҡаһирә.
| |||||
Гимн: «Ватан, Ватан, Ватан» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 28 февраль 1922 ( Британия империяһы) | ||||
Рәсми тел | Ғәрәп теле (Мысыр диялекты) | ||||
Баш ҡала | Ҡаһирә | ||||
Эре ҡалалар | Ҡаһирә, Искәндәриә, Гиза, Шубра-Әл-Хейма, Порт-Саид, Суэц[1] | ||||
Идара итеү төрө | Президент-парламент республикаһы | ||||
Президент Вице-президент Премьер-министр |
Мөхәммәт Мурси Мәхмүт Мекки Хишам Кандиль | ||||
Дәүләт дине | ислам | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө |
30 1 001 450 км² 0,6% | ||||
Халыҡ • Һаны (2011) • Халыҡ тығыҙлығы |
80,898 млн чел\[2] чел. (14) 74 чел./км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2010) • Бер кешегә |
497,8 млрд.[3] долл. (27) 6200[3] долл. | ||||
КПҮИ (2011) | ▼ 0,644 (уртаса) (113 урын) | ||||
Валюта | Мысыр фунты (EGP, код 46) | ||||
Интернет-домен | .eg | ||||
Код ISO | EG | ||||
МОК коды | EGY | ||||
Телефон коды | +20 | ||||
Сәғәт бүлкәте | +2 |
Мысырҙа 80 миллиондан ашыу кеше йәшәй; уларҙың күпселеге Нил буйында, бик аҙ өлөшө сүллектәрҙә йәшәй.
Мысыр үҙенең боронғо цивилизацияһы һәм донъяляғы иң билдәле һәйкәлдәре, шулар араһында Гизалағы пирамидалар һәм Ҙур Сфинкс менән танылған. Көньяҡтағы Луксор ҡалаһын «асыҡ һауалағы иң оло музей» тип атайҙар — бында Карнак һарайы, Батшалар үҙәне һымаҡ бик күп боронғо архитектура һәйкәлдәре урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәБоронғо Мысыр
үҙгәртергәБеҙҙең эраға тиклемге 3150 йылда Минес батша бер-береһенә ҡаршы тороусы ике батшалыҡты — Түбәнге һәм Үрге Мысырҙы — берләштереп, Мысыр батшалығына нигеҙ һала һәм Мысыр менән өс мең йыллыҡ дауамында хакимлыҡ итеүсе династияға башланғыс бирә. Түбәнге Мысырҙағы Мемфис ҡалаһы батшалыҡтың баш ҡалаһы була. Беҙҙең эраға тиклемге 3000—2700 йылдарҙағы беренсе ике династия хакимлығы осоро Тәүге батшалыҡ исемен йөрөтә. Ошо оҙайлы ваҡытта Мысыр мәҙәниәте үҫешеп, дине, сәнғәте, теле һәм ғөрөф-ғәҙәте формалаша.
Боронғо батшалыҡ осоро беҙҙең эраға тиклемге 2700—2200 йылдарҙы үҙ эсенә ала. Был осор үҙенең Гиза пирамидалары тип аталған бөйөк пирамидалары менән билдәле.
Беренсе үҙгәреш дәүере 150 йыл дауамында бара, был ваҡытта Боронғо Мысыр сәйәси тотороҡһоҙлоҡ хәлендә була. Әммә беҙҙең эраға тиклемге 2040 йылдан башланған Урта батшалыҡ осоронда идаралыҡ нығынып, Боронғо Мысыр ҡайтанан үҫеш юлына баҫа. Илгә беренсе сит ил династияһы — гискос исемле семит ҡәбиләһе килеүе Икенсе үҙгәреш дәүеренә башланғыс булып тора. Гискос баҫҡынсылары беҙҙең эраға тиклемге 1650 йылдар тирәһендә Түбәнге Мысырҙың күпселек өлөшөн хакимлыҡ аҫтында тота һәм Аварис исемле яңы баш ҡалаға нигеҙ һала. Яхмос I етәкселек иткән Үрге Мысыр ғәскәре уларҙы илдән ҡыҫырыҡлап сығара. Яхмос I ун һигеҙенсе династияға башланғыс бирә һәм баш ҡаланы Мемфистан Үрге Мысырҙағы Фива ҡалаһына күсерә.
Беҙҙең эраға тиклемге 1550—1070 йылдарҙа Яңы батшалыҡ дәүере дауам итә. Был дәүерҙә Мысырҙың ҡеүәте үҫә, биләмәләре баҫып алыу сәйәсәте арҡаһында киңәйә. Яңы батшалыҡ ваҡытында хаким иткән фирғәүендәрҙең исеме тарихҡа айырыуса билдәле. Ошо осорҙа иң уңышлы фирғәүен-ҡатын — Хатшепсут Мысыр тәхетендә ултыра. Аменхотеп IV үҙенең хакимлығы осоронда Мысырҙа берҙәм дин урынлаштырыуға аҙым яһай — Атон динен Мысырҙың төп дине тип иғлан итә. Әммә был реформа ҡапма-ҡаршы фекерҙәр тыуҙырып, Мысыр дәүләтенең ҡеүәте кәмеүенә килтерә. Рамсес II-нең 66 йылға һуҙылған хакимлығы ваҡыты — Мысырҙың сәйәси һәм иҡтисади үҫеше ваҡыты булараҡ билдәле.
Әммә был дәүерҙең аҙаҡҡы йылдарында Мысыр дәүләтенең ҡеүәте кәмей бара. Илгә Ливия, Ассирия баҫып инә башлай.
Фарсы, грек һәм римлыларҙың баҫып алыуы
үҙгәртергәФирғәүендәр дәүерендә утыҙынсы династия — Мысырҙың иң һуңғы хаким иткән үҙ династияһы була. Беҙҙең эраға тиклемге 343 йылда, һуңғы урындағы фирғәүен Нектанеб II яуҙа еңелгәндән һуң, илде фарсылар баҫып ала. Әммә б.э.т. 332 йылда Мысырҙы Искәндәр Зөлҡәрнәй яулай һәм Македонияның биләмәләренә ҡуша, Искәндәриә ҡалаһын нигеҙләп, Мысырҙың баш ҡалаһын шунда күсерә. Искәндәрҙең ғәскәр башлығы Птолемей I Сотер яңы Птолемей династияһын нигеҙләй, Мысырҙа эллинистик дәүер башлана.
Птолемей династияһынан һуңғы фирғәүен Клеопатра VII, Римдың хакимы Юлий Цезарҙы, уның үлеменән һуң Марк Антонийҙы арбап, үҙенең тәхеттәге урынын нығытыуға ирешә. Әммә, Марк Антоний менән берлектә Октавиан Авгусҡа ҡаршы яуҙа еңелгәс, үҙен-үҙе йыландан саҡтырып үлтерә. Бынан һуң Мысыр дүрт быуат дауамына Рим ҡулына күсә.
Беҙҙең эраның беренсе быуатында апостол Марк тарафынан Мысырҙа христиан дине тарала. Диоклетиан һәм Галерий хакимлығы ваҡытында христиандарҙы эҙәрлекләү көсәйә, был монахтар хәрәкәте үҫешенә килтерә. Артабан Мысырҙа рәсми христиан диненән айырылып, урындағы дини йүнәлеш — копт христиан дине барлыҡҡа килә, 451 йылда Мысыр копт сиркәүе ойошторола. Рим империяһы тарҡалғандан һуң, Мысыр Византия составына керә, Мысырҙа Византия дәүере башлана.
Ғәрәп һәм төрөктәрҙең баҫып алыуы
үҙгәртергә616 йылда Мысырға фарсылар баҫып ингәндән һуң, Византия ғәскәре илде кире үҙенә ҡайтарыуға ирешә. Әммә был ваҡытта ҡеүәтле мосолман иле — Ғәрәп хәлифәте баҫып алыу сәйәсәтен алып бара. 639 йылда улар Мысырҙы баҫып алып, үҙ биләмәләренә ҡуша. Илдә исламдың сөнни йүнәлеше тарала башлай, Византия тарафынан ҡыҫырыҡланған мысырлылар быға артыҡ ҡаршылашмай. Киләһе алты быуат дауамында Мысыр Ғәрәп хәлифәтенә буйһона. 972 йылда Ҡаһирә ҡалаһы төҙөлөп, был ваҡытта Мысырҙы үҙ хакимлығы аҫтында тотҡан Фатимиҙар хәлифәтенең баш ҡалаһына әйләнә. 1171 йылда Сәләхетдин Фатимиҙарҙы ҡолатып, хакимлыҡты үҙ ҡулына ала, Әйүбиҙәр династияһын нигеҙләй. Был династия Мысыр менән 1520 йылға тиклем етәкселек итә, әммә 1520 йылда төрөк, черкес ҡолдарынан торған хәрби каста — мәмлүктәр — хәлифте тәхеттән ҡолатып, власты үҙ ҡулына ала, Мәмлүк солтанаты барлыҡҡа килә. 1260 йылда Байбарс етәкселеге аҫтында мәмлүктәр монгол ғәскәренә ҡаршы тороп, ғәскәрҙең илде баҫып алыуына юл ҡуймауға ирешә.
1517 йылда ғосман төрөктәре мәмлүк ғәскәрен ҡыйратҡандан һуң, Мысырҙы Ғосман империяһы ғәскәре баҫып ала. Мысыр Ғосман империяһының өлөшөнә әйләнә, ил менән ғосман солтаны тарафынан тәғәйенләнгән паша идаралыҡ итә. Әммә 17-се быуат аҙағына мәмлүк бейҙәре, рәсми рәүештә Ғосман империяһына буйһонһа ла, ғәмәлдә ил менән етәкселекте үҙ ҡулына алыуға ирешә.
Хәҙерге тарих
үҙгәртергә1798 йылда Наполеон Бонапарт етәкселегендә француз ғәскәре Мысырҙы баҫып ала. Был кампанияның маҡсаты — Һиндостан өсөн Бөйөк Британия менән көрәш ваҡытында уңайлы плацдарм булдырыу була. Әммә төрөк, мәмлүк, британ көстәре 1801 йылда француздарҙы илдән ҡыуа. Бынан һуң илдә дүрт йыл дауамына анархия урынлаша, төрөктәр, мәмлүктәр һәм албандар хакимлыҡ өсөн көрәшә. Был тәртипһеҙлек ваҡытында ғосман солтаны тарафынан француздарға ҡаршы ебәрелгән албан полкы командиры Мөхәммәт Али төп фигура булараҡ ҡалҡып сыға, 1805 йылда Истанбул солтаны уны үҙенең Мысырҙағы пашаһы итеп тәғәйенләй. Ысынбарлыҡта иһә Мөхәммәт Али — амбициялы һәм булдыҡлы юлбашсы — етәкселекте тулыһынса үҙ ҡулына ала, Мысыр менән етәкселек иткән яңы династияға башланғыс бирә. Был династия башта үҙаллы, һуңынан Британияның баҫымы аҫтында 1952 йылғы революцияға тиклем Мысыр менән хакимлыҡ итә.
Мөхәммәт Али мәмлүктәрҙең ерен миллиләштереп, Мысырҙа етештерелгән тауарҙарҙың күпселегенә дәүләт монополияһын урынлаштыра. Ошо ваҡытта ул мамыҡ үҫтереү күләмен ҡырҡа арттыра, — АҠШ-та барған Граждандар һуғышы арҡаһында мамыҡтың хаҡы бик юғары була, — был Мысыр иҡтисадының үҫешенә булышлыҡ итә.
Беренсе төрөк-мысыр һуғышы (1831—1833)
үҙгәртергәБынан тыш, Мөхәммәт Али баҫып алыу сәйәсәтен башлай. 1820 йылда ул Суданға баҫып инә, 1833 йылда Сүриәне яулай, шулай уҡ Ғәрәп ярымутрауын һәм Анатолияны үҙ биләмәләренә ҡуша.
1833 йылда Мөхәмәд Әли Паша, Мысыр батшаһы Истанбулы баҫты. Николай I ярҙамы менән төрөк султаны һуғышта еңде.
Икенсе төрөк-мысыр һуғышы
үҙгәртергәӘммә 1841 йылда Европа илдәре һәм Ғосман империяһы, уның үҫә барған ҡеүәтенән ҡурҡып, ғәскәрен баҫтырыр өсөн берләшә, һөҙөмтәлә Мөхәммәт Али яулап алынған илдәрҙең күпселек өлөшөнән ғәскәрен сығарырға мәжбүр була, әммә Суданды үҙ хакимлығы аҫтында ҡалдыра.
Мөхәммәт Али вариҫтары артабан идара итеү
үҙгәртергә1848 йылдың сентябрендә Мөхәммәт Али үҙенең вариҫы итеп улы Ибраһимды ҡалдыра, Ибраһим 1848 йылдың ноябрендә үлгәс, вариҫы булып ейәне Аббас I ҡала, унан һуң — 1854 йылда Мөхәммәт Алиҙың дүртенсе улы Саид, унан һуң — 1863 йылда Ибраһимдың улы Исмаил тәхеткә ултыра. Саид һәм Исмаил Мысырҙа әүҙем төҙөлөштәр алып бара. 1858—1869 йылдарҙа Франция менән берлектә Суэц каналы төҙөлә. Был һәм башка төҙөлөштәр арҡаһында Мысыр Европа банктары алдында оло бурыстарға бата. Был бурыстар Исмаилды 1875 йылда каналдың Мысыр эйә булған өлөшөн Бөйөк Британия хөкүмәтенә һатырға мәжбүр итә. Бынан тыш, Бөйөк Британия һәм Франция хөкүмәте Мысырҙың финанс һорауҙарын тулыһынса үҙ контроле аҫтына ала.
Европаның ил хакимиәтен баҫып алыуы менән ризаһыҙлыҡ арҡаһында, 1879 йылда милли-азатлыҡ хәрәкәте башлана. Был хәрәкәт 1881 йылда ихтилалға әүерелә, һөҙөмтәлә хөкүмәт таратылып, яңы милли хөкүмәт йыйыла, был хөкүмәттә ихтилалдың етәксеһе Араби-паша хәрби министр урынын биләй. Артабан Араби-паша идаралыҡты тулыһынса үҙ ҡулына ала. Үҙәренең Мысырҙа йоғонтоһон юғалтҡан Бөйөк Британия һәм Франция 1882 йылдың июлендә Искәндәриәне утҡа тота. Бынан һуң Араби-паша ғәскәр йыя, әммә Тель Әл-Кәбир ҡалаһы янында британ ғәскәрҙәре уны ҡыйрата. Һөҙөмтәлә, Исмаилдың улы Тәүфиҡ хөкүмәт башына ултыра, тик ғәмәлдә идаралыҡ тулыһынса британдар ҡулында була. 1914 йылда иһә Мысыр рәсми рәүештә Бөйөк Британияның протекторатына әүерелә.
1882 йылдан 1902 йылға тиклем үҙаллылыҡ яулау өсөн милли хәрәкәттәр ойошторола. Ошо осорҙа беренсе сәйәси фирҡәләр барлыҡҡа килә. Беренсе донъя һуғышынан һуң Саад Заглюль һәм уның Вафд фирҡәһе, закондар сығарыу ассамблеяһында күпселекте яулап, милли хәрәкәтте етәкләй. 1919 йылдың 8 мартында британдар Саадты һәм уның иптәштәрен Мальтаға һөргәс, илдә беренсе революция башлана. Мысырлыларҙың даими күтәрелештәре арҡаһында 1922 йылдың 22 февралендә Бөйөк Британия Мысырҙың үҙаллылығын иғлан итергә мәжбүр була.
1923 йылда Мысырҙың яңы хакимиәте парламентар системаға нигеҙләнгән яңы конституция төҙөп, ғәмәлгә керетә. 1924 йылда Саад Заглюль Мысырҙың премьер-министры итеп һайлана. 1936 йылда Британия һәм Мысыр араһында килешеү төҙөлә.
Әммә хакимиәт Британияның туҡтауһыҙ ҡыҫылышы арҡаһында тотороҡһоҙ хәлдә була. Был 1952 йылда революция башланып, монархияның ҡолауына һәм парламент тарҡалыуына килтерә. Хәрби офицерҙарҙан торған «Азат офицерҙар» төркөмө Мысыр короле Фарукты улы Фуад файҙаһына тәхеттән бар тартырға мәжбүр итә.
1953 йылдың 18 июнендә Мысыр республикаһы иғлан ителә, генерал Мөхәммәт Нәғиб республиканың беренсе президенты вазифаһын биләй. 1954 йылда Ғәмәл Әбдел Насер — 1952 йылғы хәрәкәтте башлаусы офицер — уны вазифаһын ҡалдырырға мәжбүр итә һәм һуңынан уны өй арестына ала. 1956 йылдың июнендә Насер президент вазифаһына һайлана.
1956 йылда Әбдел Насер Суэц каналын миллиләштерә, каналдан килгән килемде ул Асуан ҡалаһы янында Нилды быуыу өсөн тотонорға була. Был Бөйөк Британия, Франция һәм Израиль ғәскәренең Мысырға баҫып инеп, Суэц көрсөгө башланыуына килтерә. Һөҙөмтәлә, Суэц каналын күҙәтеү аҫтында тотоу өсөн, бында БМО көстәре керетелә.
1967 йылғы Алты көнлөк һуғыш ваҡытында Израиль Синай ярымутрауын баҫып ала. Бынан һуң өс йыл үткәс, Насер үлеп китә һәм президент вазифаһы Әнүәр Сәдатҡа ҡала. Сәдат Әбдел Насер сәйәсәтен ҡырҡа үҙгәртә һәм Һалҡын һуғыш ваҡытында Советтар Союзы ярҙамынан баш тартып, Ҡушма Штаттар менән яҡынлаша башлай. 1972 йылда ул Совет хәрби кәңәшселәрен илдән ҡыуа. 1974 йылда Сәдат сит ил һәм Мысыр шәхси инвесторҙарын йәлеп итер өсөн Инфитах («асыҡ ишек») исемле иҡтисади реформалар башлай.
1973 йылда Мысыр Сүриә менән берлектә Израилдең Синай ярымутрауын һәм Голан бейеклеген баҫып алған көстәренә көтөлмәгәндә һөжүм итеп, Октябрь һуғышын башлай. Сәдат Синай ярымутрауының ҡайһы бер өлөшөн хәрби көс менән, ҡалған өлөшөн дипломатик килешеү ярҙамында кире ҡайтарырға өмөтләнә. Был конфликтҡа бер-береһенә ҡаршы торған ике донъя титаны — АҠШ менән Советтар Союзы ҡыҫыла. БМО-ның утты туҡтатыу тураһында икенсе резолюцияһынан һуң хәрби хәрәкәттәр тамамлана.
1977 йылда Сәдат Израилгә тарихи визит яһай. Һөҙөмтәлә, 1979 йылда тыныслыҡ килешеүе төҙөлә, был килешеү буйынса Израиль Синай ярымутрауындағы ғәскәрен тулыһынса сығарырға ризалыҡ белдерә. Сәдаттың Иерусалимға визиты Мысырҙың бүтән ғәрәп илдәре менән мөнәсәбәтен боҙа, Мысыр Ғәрәп берлегенән сығарыла.
1981 йылда Сәдат Ҡаһирә ҡалаһында үлтерелә. Президент урыны Хөсни Мөбәрәккә ҡала.
2011 йылдың 25 ғинуарынан 30 йыл дауамында президент вазифаһын биләгән Хөсни Мөбәрәк һәм уның режимына ҡаршы Мысыр ҡалаларының урамдарында демонстрациялар башлана. Урамға сығыусылар, президенттың отставкаһынан тыш, эшһеҙлек мәсьәләһен хәл итеүҙе, минималь эш хаҡы күләмен күтәреүҙе талап итә һәм аҙыҡ-түлеккә хаҡтар күтәрелеүгә, түбән тормош кимәленә ҡаршы сығыш яһай.[5][6][7] Һөҙөмтәлә, 2011 йылдың 11 февралендә Хөсни Мөбәрәк, ил менән идара итеүҙе Юғары хәрби көстәр советына ҡалдырып, президент вазифаһынан китә.[8]
-
Мысыр Короллеге флагы
(1922–1953) -
Мысыр Республикаһы флагы
(1953–1958) -
Берләшкән Ғәрәп Республикаһы флагы
(1958–1972) -
Ғәрәп Республикалары Федерацияһы флагы
(1972–1984) -
Мысыр флагы
(1984–хәҙерге ваҡыт)
Дәүләт ҡоролошо
үҙгәртергә1953 йылдың 18 июненән Мысыр — республика. Дәүләт башлығы — президент. Президент алты йылға һайлана. 1980 йылда ҡабул ителгән закон буйынса, президент сикһеҙ мәртәбә үҙенең урынына ҡабаттан һайлана ала. Мысырҙың хөкүмәт башлығы — премьер-министр. Юғары закондар сығарыу органы — 454 урындан торған бер палаталы Милли йыйын. Йыйындың күпселеген Милли-демократик фирҡә тәшкил итә.
Сит илдәр менән мөнәсәбәте
үҙгәртергәМысырҙа йәшәүсе кешеләр һаны, бындағы тарихи ваҡиғалар, илдең хәрби ҡеүәте, килешеү оҫталығы, географик урыны буйынса өҫтөнлөгө арҡаһында Мысырҙың Африкала һәм Яҡын Көнсығышта сәйәси йоғонто бик киң. Ҡаһирә ҡалаһының дини һәм рухи институттары урындағы ижтимағи һәм мәҙәни үҫештең үҙәге булып тора.
Ғәрәп берлегенең үҙәге Ҡаһирәлә урынлашҡан, берлектең генераль секретары вазифаһын шулай уҡ ғәҙәттә мысырлылар биләй. 1978 йылда Ғәрәп берлеге ҡыҫҡа ваҡытҡа, Мысырҙың Израиль менән тыныслыҡ килешеүе төҙөүенән һуң, Тунисҡа күсә, әммә 1989 йылда кире ҡайта.
Мысырҙың башҡа ғәрәп илдәренә йоғонтоһо бик ҙур, һәм ул ғәрәп илдәре араһында тыуған бәхәстәрҙә, шулай уҡ Израиль менән Фәләстин араһындағы конфликт ваҡытында килештереүсе ролен башҡарыусы булараҡ тарихҡа билдәле.
Мысыр БМО-ның 1945 йылда нигеҙләнгән көнөнән алып уның ағзаһы булып тора, һәм хәҙерге көндәрҙә лә был ойошмала төп ролдәрҙең береһен уйнай. 1991 йылдан 1996 йылға тиклем Мысырҙың элекке премьер-министры урынбаҫары Бутрос Бутрос Ғәли БМО-ның генераль секретары вазифаһын биләй.
Мысыр үҙенең Африкалағы күршеләре — Ливия һәм Судан менән яҡшы мөнәсәбәттәрҙә, тик Мысыр һәм Судан сигендәге Ҡыҙыл диңгеҙ буйында «Халаиб өсмөйөшө» тип исемләнгән ҙур булмаған район ике ил араһында бәхәсле район булып тора.
Мысыр — Израиль менән дипломатик мөнәсәбәттәр башлаған беренсе ғәрәп иле. Израиль менән Мысыр араһында төҙөлгән 1979 йылғы килешеү хәҙерге көндәрҙә лә көскә эйә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Мысыр хакимиәте, бигерәк тә Израиль менән Фәләстан араһындағы конфликттан һуң, был ил менән мөнәсәбәттәргә шик менән ҡарай.
Географияһы
үҙгәртергәМысырҙың майҙаны 1 001 450 квадрат километр тәшкил итә. Әммә илдәге климаттың ҡоролоғо арҡаһында, кеше башлыса Нил буйында тупланған, икенсе һүҙ менән, бында йәшәүсе халыҡтың 99 процент тирәһе бөтә территорияның яҡынса 5,5 процентын ҡуллана.
Мысыр көнбайыштан Ливия, көньяҡтан Судан, төньяҡ-көнсығыштан Ғәззә Секторы һәм Израиль менән сикләнгән. Төньяҡтан ул Урта диңгеҙ, көнсығыштан — Ҡыҙыл диңгеҙ менән уратып алынған. Мысыр биләгән урыны арҡаһында ҙур сәйәси роль уйнай: ҡитға-ара ил булараҡ, ул Синай ярымутрауы ярҙамында Африка һәм Азия араһында күпер булып тора, ә Суэц каналы иһә, Урта диңгеҙ менән Һинд океанын Ҡыҙыл диңгеҙ аша тоташтырып, караптар йөрөү юлын барлыҡҡа килтерә.
Мысырҙың күпселек өлөшө — сүллек. Сүллектә иҫкән елдәр бейеклеге 30 метрҙан ашҡан ҡомло убалар — дюналар барлыҡҡа килтерә. Мысыр Сахара сүллегенең һәм Ливия сүллегенең өлөштәрен үҙ эсенә ала.
Мысырҙың бөтә территорияһы буйлап көньяҡтан төньяҡҡа табан донъялағы иң оҙон йылға — Нил аға. Мысырҙың Асуандан алып Ҡаһирәгә тиклем Нил ярҙары буйлап һуҙылған районы — Үрге Мысыр исеме аҫтында билдәле. Ҡәһирҙән аҫтараҡ, Нил киңәйгән урында, Түбәнге Мысыр башлана.
Климаты
үҙгәртергәМысырҙың климаты эҫе һәм ҡоро. Уның үҙенсәлеге — тәүлек эсендә һауа температураһы ҡырҡа үҙгәрә. Сүллектә көндөҙ температура +50-60°-ҡа тиклем күтәрелеп, төндә 0-гә тиклем төшөүе мөмкин.
Мысырҙа иң эҫе ай — июнь, был ваҡытта уртаса температура төньяҡта +25-26°, көньяҡта +30-34° тәшкил итә. Иң юғары температура +35-40°-ҡа тиклем барып етеүе мөмкин. Иң һалҡын айҙар — декабрь — март айҙары, айырыуса ғинуар айы. Төньяҡта температура +11-12°-ҡа, көньяҡта +15-16°-ҡа тиклем төшә.
Ҡыш ағастарҙың япраҡтары йәшел килеш ҡала. Ямғырҙар бик һирәк, башлыса ҡыш айҙарында ғына яуа. Сүллектә бер нисә йыл дауамында ямғыр яумауы мөмкин. Әммә әгәр ямғыр яуһа, ул ғәҙәттә оло ҡойон була. Мысырҙа был турала «Сахарала кеше эҫенән үлгәндән күберәк батып үлгән», — тигән әйтем бар.
Апрель-май айҙарында көньяҡ-көнсығыштан эҫе ҡоро ел иҫә. Был ел «хәмсин» исеме аҫтында билдәле. Ул 50 көн дауамында иҫә, исеме лә уның оҙайлылығынан алынған. Был ваҡытта температура 40° -ҡа тиклем күтәрелә, ел ҡом, туҙан килтереп, бөтә ергә тарата.
Губернаторлыҡтар
үҙгәртергәМысыр 29 губернаторлыҡҡа (провинцияға, мухафазаға) бүленгән, шул иҫәптән дүрт ҡала-губернаторлыҡ: Искәндәриә, Ҡаһирә, Порт-Саид һәм Суэц. Туғыҙ губернаторлыҡ Нил дельтаһында Түбәнге Мысырҙа, һигеҙ губернаторлыҡ Нил үҙәне буйлап Үрге Мысырҙа, дүрт — Ҡаһирә — Асуан линияһында һәм биш сик губернаторлыҡтары Синайҙа һәм Нилдың көнсығыш һәм көнбайышындағы сүллек региондарында урынлашҡан.
Физик-географик региондар
үҙгәртергәМысырҙың күп өлөшөн сүллектәр ҡаплаған. Эшкәртеүгә яраҡлы майҙаны 35000 км² ҡына — дөйөм территорияның 3,5 %. Илдең күп өлөшө Атлантик океандан Алғы Азияға тиклем һуҙылған сүллек һыҙатында ята.
Мысырҙың геологик тарихы дүрт төп физик-географик регионын билдәләй:
- Дельта һәм Нил үҙәне,
- Ливия сүллеге,
- Аравия сүллеге,
- Синай ярымутрауы.
Нил үҙәне һәм Дельта Мысырҙың дөйөм территорияһының 5,5 % ғына биләүенә ҡарамаҫтан, бик мөһим регион тип иҫәпләнә — унда ауыл хужалығы алып барыла һәм халыҡтың 99 % йәшәй.
Территорияһы һәм сиктәре
үҙгәртергәМайҙан:
барыһы: 1 001 450 км²;
ҡоро: 995 450 км²;
һыу: 6 000 км².
Ҡоро ер сиктәре:
барыһы: 2689 км;
илдәр менән сиктәре: Ғәззә Секторы — 11 км, Израиль — 255 км, Ливия — 1150 км, Судан — 1273 км.
Яр буйы: 2450 км.
Бейеклектәр:
иң түбән нөктә: Каттара сөңгөлө — 133 м;
иң юғары нөктә: Изге Екатерина тауы (Синай) — 2629 м.
Ресурстар һәм ер файҙаланыу
үҙгәртергәТәбиғәт ресурстары: нефть, тәбиғи газ, тимер рудаһы, фосфаттар, марганец, известняк, гипс, тальк, асбест, ҡурғаш, цинк.
Ер файҙаланыу:
һөрөлгән ер: 2 %;
монокультуралар: 0 %;
даими көтөүлектәр: 0 %;
урмандар: 0 %;
башҡа: 98 % (1993, баһалау).
Һуғарылған ерҙәр:
32 460 км² (1993, баһалау).
Административ-территориаль бүленеше
үҙгәртергәМысыр административ яҡтан 29 мухафазаға (ғәр. محافظة muḥāfaẓä) бүленгән .
2008 йылда Хелуан һәм 6 октябрь мухафазалары төҙөлгән. 2009 йыл декабрь айында Луксор мухафазаһы төҙөлгән.
Мухафазалар административ үҙәктәргә йәки райондарға (мәркәздәр) һәм ҡалаларға бүленәләр. Мәркәздәр нахияларға бүленә.
№ | Мухафаза | Административ үҙәк | Майҙан, км² | Халыҡ (2006), кеше | Тығыҙлыҡ, кеше/км² |
---|---|---|---|---|---|
1 | Дакахлия | Әл-Мансура | 3 538 | 4 985 187 | 1409,04 |
2 | Ҡыҙыл Диңгеҙ (Әл-Бахр-әл-Ахмар) | Хургада | 120 000 | 288 233 | 2,40 |
3 | Бухейра | Даманхур | 9 826 | 4 737 129 | 482,10 |
4 | Әл-Файюм | Әл-Файюм | 6 068 | 2 512 792 | 414,11 |
5 | Гарбия | Танта | 1 942 | 4 010 298 | 2065,04 |
6 | Искәндәриә | Искәндәриә | 2 300 | 4 110 015 | 1743,48 |
7 | Исмаилия | Исмаилия | 5 068 | 942 832 | 186,04 |
8 | Әл-Гиза | Әл-Гиза | 125 | 3 143 486 | 25 147,89 |
9 | Минуфия | Шибин-әл-Ком | 2 499 | 3 270 404 | 1308,69 |
10 | Әл-Минья | Әл-Минья | 32 279 | 4 179 309 | 129,47 |
11 | Ҡаһирә | Ҡаһирә | 374 | 6 758 581 | 18 071,07 |
12 | Кальюбия | Бенха | 1 124 | 4 237 003 | 3769,58 |
13 | Луксор | Луксор | 2 955 | 451 318 | 152,73 |
14 | Яңы Үҙән (Әл-Вади-әл-Жадид) | Әл-Харга | 440 098 | 187 256 | 0,43 |
15 | Шаркия | Әз-Заказик | 4 911 | 5 340 058 | 1087,37 |
16 | Суэц | Суэц | 9 002 | 510 935 | 56,76 |
17 | Асуан | Асуан | 62 726 | 1 184 432 | 18,88 |
18 | Асьют | Асьют | 13 720 | 3 441 597 | 250,85 |
19 | Бени-Суэйф | Бени-Суэйф | 10 954 | 2 290 527 | 209,60 |
20 | Порт-Саид | Порт-Саид | 1 345 | 570 768 | 424,36 |
21 | Думьят | Думьят | 910 | 1 092 316 | 1200,35 |
22 | Көньяҡ Синай (Гануб Сина) | Әт-Тур | 31 272 | 149 335 | 4,76 |
23 | Кафр-әш-Шейх | Кафр-әш-Шейх | 3 467 | 2 618 111 | 755,15 |
24 | Матрух | Мерса-Матрух | 166 563 | 322 341 | 1,94 |
25 | Кена | Кена | 8 920 | 3 001 494 | 336,49 |
26 | Төньяҡ Синай (Шималь Сина) | Әл-Ариш | 28 992 | 339 752 | 11,72 |
27 | Сохаг | Сохаг | 11 218 | 3 746 377 | 333,96 |
28 | 6 октябрь | 6 октябрь | 12 800 | 2 581 059 | 201,65 |
29 | Хелуан | Хелуан | 903 | 1 713 278 | 1897,32 |
Барыһы | 995 899 | 72 716 223 | 73,02 |
Египтология
үҙгәртергәТанылған египтологтар:
- Бернардино Дроветти (1776—1852)
- Джованни Баттиста Бельцони (1778—1823)
- Жан-Франсуа Шампольон (1790—1832)
- Карл Лепсиус (1810—1884)
- Огюст Мариет (1821—1881)
- Генрих Бругш (1827—1894)
- Георг Эберс (1837—1898)
- Гастон Масперо (1846—1916)
- Флиндерс Питри (1853—1942)
- Людвиг Борхардт (1863—1938)
- Говард Картер (1873—1939)
- Михаил Коростовцев (1900—1980)
- Мухаммед Гонейм (1905—1959)
- Пьер Монтэ (1885—1966)
Халҡы
үҙгәртергәМысырҙа 80 миллиондан артыҡ кеше, уларҙың күпселеге Нил буйында, һәм бик аҙ өлөшө сүллектәрҙә йәшәй. Рәсми теле — ғәрәп теленең Мысыр диалекты.
Илдә йәшәүселәрҙең 91 проценты — мысырлылар. Бынан тыш, илдә абазиндар, төрөктәр, гректар, нубийлылар, көнсығыш сүллектәрҙә һәм Синай ярымутрауында бәҙүәндәр, Сива оазисында берберҙар йәшәй.
Илдә йәшәүселәрҙең 90 проценты сөнни йүнәлештәге ислам динен тота. Исламдан һуң иң таралған дин — копт йүнәлешендәге христиан дине.
Иҡтисады
үҙгәртергәМысыр — Төньяҡ Африкала иң иҡтисади үҫешкән ил. Мысырҙың төп экспорт тауары — нефть. Нефть ятҡылыҡтары башлыса Синай ярымутрауы һәм Суэц каналы райондарында урынлашҡан. Нефттән тыш, Мысыр тәбиғи газға бай.
Мысырҙың иҡтисады өсөн Суэц каналы ҙур роль уйнай. Канал аша үткән караптарҙан йыйылған һалым дәүләт ҡаҙнаһына ярайһы өлөш индерә.
Мысырҙа йәшәүселәрҙең күп өлөшө ауыл хужалығы менән шөғөлләнә. Бында башлыса дөгө, мамыҡ, бойҙай һәм йәшелсә-емештәр үҫтерәләр. Илдең климаты йыл әйләнәһенә уңыш йыйырға мөмкинлек бирә.
Мысырҙың төп энергия сығанағы — илдә сығарылған нефть. Бынан тыш, СССР ярҙамы менән төҙөлгән Асуан быуаһы янында урынлашҡан ике ГЭС мөһим энергия сығанағы булып тора.
Транспорт
үҙгәртергәСуэц каналы транспорт системаһы Мысыр иҡтисады өсөн бик әһәмиәтле.
Автомобиль юлдары
- Барыһы 92370 км
- Ҡаты япмалы 74820 км
- Ҡаты япмаһыҙ 17550 км
Тимер юлдар
- Барыһы 5063 км
Аэропорттар
- Барыһы 88
- Осоу-ултырыу һыҙығы ҡаты япмалы 72
- Осоу-ултырыу һыҙығы ҡаты япмаһыҙ 16
Макроэкономика
үҙгәртергәЙыл | ЭТП (млрд доллар) | Инфляция (проценттарҙа) |
---|---|---|
1980 | 22,371 | 20.5 |
1985 | 46,450 | 12.1 |
1990 | 91,383 | 22.2 |
1995 | 60,163 | 9.4 |
2000 | 99,155 | 2.8 |
2006 | 109,484 | 4.3 |
Элемтә
үҙгәртергәМобиль операторҙар
үҙгәртергәМысырҙа төп өс оператор бар:
- Etisalat — etisalat.com.eg
- MobiNil — mobinil.com
- Vodafone — vodafone.com.eg 2006 йыл 9 февраль архивланған.
Интернет
үҙгәртергәМысырҙың глобаль интернет провайдерҙары:[9]
- Etisalat Misr — AS36992
- Internet Egypt — AS5536
- Link Egypt (Link.net) — AS24863
- Noor Group (Noor.net) — AS20928
- Telecom Egypt (TE) — AS8452
- Raya Telecom — AS24835
Энергетика
үҙгәртергәМысырҙа ике идара итеүсе ойошма бар — Мысыр электрик холдинг компанияһы (Egyptian Electricity Holding Company) һәм Электричество һәм энергетика министрлығы[10][11].
Туризм
үҙгәртергәТуризим илдең төп килем алыу тармағы иҫәпләнә[12]. Шуға ла уны үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Диңгеҙ ярҙарында урынлашҡан Шарм-әл-Шәйх, Хургада һәм башҡа ҡалаларҙа курорт комплекстары төҙөлә һәм модернизациялана. Мысырҙа төрлө дәүерҙең — Боронғо Мысыр, копт заманы (христианлыҡ), Урта быуаттарҙағы ғәрәп цивилизациялары — һәйкәлдәре һаҡлана.
Иң күп кеше йәлеп иткән иҫтәлекле урындар:
- некрополдәр (Гиза һәм башҡа дәүер пирамидалары, Луксорҙағы Батшалар һәм Батша ҡатындары үҙәне, әүлиәләр кәшәнәләре;
- Фирғәүендәрҙең ғибәҙәтханалары, бигерәк тә Әбү-Симбелдәге һәм Луксорҙағы ғибәҙәтханалар;
- урта быуаттарҙағы һәйкәлдәре — Ислам осорондағы һәм Иҫке Ҡаһирә.
Мысыр туризмы ерле халыҡ менән аралашыу үҙенсәлеге менән айырылып тора. Бындағы һатыулашыу ғәҙәте йыш ҡына тәүгә килеүселәрҙе ғәжәпкә ҡалдыра. Сит ил кешеһен күреү менән, һатыусылар хаҡты күпкә күтәрә, шуға ла ҡыйыу һатыулашырға кәрәк. Бынан тыш, туристар күп тупланған башҡа урындарҙағы кеүек үҡ, бында ла мутлашыусылар һәм уғрылар булыуын күҙ уңында тотоп, ҡиммәтле әйберҙәрғә иғтибарлы булыу хәйерле. Шулай ҙа мысырлылар сәйәхәтселәргә ҡарата йылы мөнәсәбәттә, Мысыр үҙенең ҡунаҡсыллығы менән дан алған.
Шарм-әл-Шәйх
үҙгәртергәШарм-әш-Шейх (ғәр. شرم الشيخ, шулай уҡ Шарм-әл-Шейх, Шарм-әл-Шейх һәм Шарм-аш-Шейх, рәсми — Шарм-әш-Шейх[13]) — Мысырҙың Ҡыҙыл диңгеҙ ярында курорты. Көньяк Синай мухафаза составында.
1967—1982 йылдарҙағы Израиль оккупацияһы ваҡытында Офира исемен йөрөткән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ World Gazetteer: Die wichtigsten Orte mit Statistiken zu ihrer Bevölkerung
- ↑ Central Agency for Population Mobilisation and Statistics - Population Clock (3 ноября 2012) 2010 йыл 8 сентябрь архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 ЦРУ (2010) 2011 йыл 4 июнь архивланған.
- ↑ https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/africa
- ↑ "Ҡаһирәлә һаман тыныс түгел…, «Шоңҡар» сайтында 2011 йылғы сыуалыш тураһында(недоступная ссылка)
- ↑ «Ҡаһирәлә Башҡортостандан 50 студент ҡамауҙа ҡала» «Шоңҡар» сайтында 2011 йылғы сыуалыш тураһында(недоступная ссылка)
- ↑ «Российские студенты просят вывезти их из Египта» Би-би-си сайтында репортаж
- ↑ Меңләгән мысырлылар Ҡаһирә үҙәгендә Мөбәрәктең китеүен байрам итә. Би-би-си
- ↑ renesys.com :: 27.01.2011 :: Глобальные интернет провайдеры в Египте 2011 йыл 28 ғинуар архивланған.
- ↑ Ministry of Electricity and Energy 2009 йыл 27 июль архивланған.
- ↑ EEHC
- ↑ В Египте упали доходы от туризма — Египет — TURIZM.RU
- ↑ Письмо Росреестра о написании названия города на русском языке.
Әҙәбиәт
үҙгәртергәМысыр Викиһүҙлектә | |
Мысыр Викикитапханала | |
Мысыр Викимилектә | |
[[n:
| |
Мысыр Викигид |
- Арабская Республика Египет: Справочник/АН СССР, Ин-т Африки. — М.: Наука, 1990. — 355 с.
- Васильев А. М. Египет и египтяне. М., 1986.
- Правовые системы стран мира. Энциклопедический справочник. Под ред. А. Я. Сухарева. М., НОРМА, 2003. Статья «Египет». С. 244—254.
- Беляков В. В. Русский Египет. — М.: Вече, 2008. — 335 с. — ISBN 978-5-9533-3014-5.
Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |