Рабат
Рабат (ғәр. الرباط — Ар-Рибат, рибат — йәғни «нығытылған монастырь», сағ. урыҫса. Арбат) — Марокконың баш ҡалаһы, уның мәҙәни һәм сәнәғәт үҙәге. Рабат туранан-тура Сале ҡалаһына йәнәш тора, унан Бу-Регрег йылғаһы менән айырыла һәм уның менән беогә баш ҡала агломерацияһын тәшкил итә.
Рабат | |
ғәр. رباط | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | 1146 |
---|---|
Рәсми атамаһы | الرباط |
Этнохороним | Rabati[1], Rabataise[1], Rabatčan һәм Rabatčanka |
Рәсми тел | Ғәрәп теле |
Дәүләт | Марокко[2] |
Административ үҙәге | Марокко |
Административ-территориаль берәмек | Рабат[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Уэд-бу-Регрег[d] һәм Атлантик океан |
Хөкүмәт башлығы | Fatiha El Moudni[d] |
Халыҡ һаны | 572 717 кеше (2014)[3] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 135 ± 1 метр |
Туғандаш ҡала | Вифлеем[d][4], Бурса, Лиссабон, Мадрид[5], Севилья[6], Тунис[7], Истанбул, Афина, Бағдад, Дамаск, Лас-Пальмас-де-Гран-Канария[d], Санто-Доминго (Доминика Республикаһы), Гонолулу[d][8], Амман, Наблус[d], Ҡаһирә, Стокгольм[d] һәм Гонолулу[d][8] |
Милке | Prince Moulay Abdellah Stadium[d] |
Мираҫ статусы | Бөтә донъя мираҫы |
Майҙан | 118 ± 1 км² |
Почта индексы | 10000–10220 |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (ii)[d] һәм (iv)[d] |
Урындағы телефон коды | 537 |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные в Рабате[d] |
Рабат Викимилектә |
Географияһы
үҙгәртергәҠала-порт Атлантик диңгеҙе яры буйында, Бу-Регрег йылғаһы тамағында, Атлас тауҙары итәгендә урынлашҡан. Көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 90 км алыҫлыҡта илдең иң эре порты һәм ҡалаһы Касабланка урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәБеҙҙең эраға тиклем III быуатта Бу-Регрег йылғаһы буйында Шелла ауылы булған, уның төп шөғөлө Карфаген менән сауҙа итеү була. 40-сы йылда римлеләр уны Сала Колония ҡалаһына әйләндерә. Яҡынса 250 йылда ҡала берберҙарға күсә. 1146 йылда Әлмөхәттәр Марокконың Атлантик яры буйын яулап алыу барышында Әбд әл-Мөмин бында ҡәлғә төҙөй, ул уны Андалусияға һөжүм итеү өсөн ҡуллана. Ҡаланың хәҙерге исеме 1170 йылдарҙа «Рибат-әл-Фәтх», йәғни «еңеүсе» формаһында тәүге тапҡыр теркәлгән.
Рабат үҙенең үҫешенә Әбд әл Мөминдең ейәне Яҡуп әл -Мансур (1184—1199 йй.) ваҡытында ирешә, ул Әлмәхәдтәр дәүләтенең баш ҡалаһын Марракештан Рабатҡа күсерә. Ул ҡалала күп ҡоролмалар, шул иҫәптән Касба Удайя ҡәлғәһен төҙөй, шулай уҡ мәсет төҙөй башлай, ул донъяла иң ҙур мәсеткә әүерелергә тейеш була. Манараның бейеклеге 86 метрға етергә тейеш була, әммә Яҡуптың вафатына тиклем тик 44 метрға етә, шунан һуң төҙөлөш туҡтатыла. Төҙөлөп бөтмәгән манараның шул дәүерҙә төҙөлгән Марракештағы Кутубия һәм Севильялағы Хиральда менән күп оҡшаш яҡтары була.
Яҡуп үлгәндән һуң ҡаланың тарҡалыу осоро башлана. Әлмәхәдтәр дәүләте үҙенең биләмәләрен Испанияла һәм күп өлөшөн Төньяҡ Африкала юғалта, ахыр сиктә был уның һәләкәтенә килтерә. XIII XIII быуатта Марокколағы бөтә нәмә Мариндтар династияһы власы аҫтынна күсә, һәм Рабаттың иҡтисади ҡеүәте Маринидтарҙың баш ҡалаһы Фесҡа күсә. 1515 йылда сәйәхәтсе Әл-Вассан бөтә Рабатта тик йөҙ торлаҡ йорт ҡына ҡала тип хәбәр итә. Рабаттың яңырыуы Испаниянан морисктарҙы ҡыуып сығарыу менән бәйле. Күп морисктар Рабатта тәпләнә һәм уның иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итә.
1627 йылда Рабат һәм күрше Сале ҡалаһы Бу-Регрег республикаһына берләшә. Республика башында берберҙар юлбаҫарҙары тора, улар ҡаланы караптарға һөжүм итеү өсөн файҙалана. Юлбаҫарҙар үҙәк властар менән 1666 йылға, Марокко Алауит династияһы власы аҫтында берләшкәнгә тиклем осрашмай. Алауиттарҙың Бу-Регрег республикаһын буйһондорорға маташыуҙары уңышһыҙ була, һәм һуңғыһы 1818 йылға тиклем йәшәй. Республика юҡҡа сыҡҡандан һуң да юлбаҫарҙар Рабат гаванендә хужа була, был юлбаҫарҙар һөжүменән һуң артынса караптарын юғалтып, Австрия флотының ҡаланы утҡа тотоуына килтерә.
1912 йылда Фес килешеү буйынса Франция Марокко өҫтөнән протекторат урынлаштыра. Мароккола француз хакимиәте башлығы Юбер Лиотэ, баш ҡаланы Фестан Рабатҡа күсерә. Был ҡарарҙың сәбәбе булып Фесҡа һәм унда хөкүмәткә ҡурҡыныс янаған берберҙар ихтилалы тора. Солтан Мулай-Йософ был ҡарар менән ризалаша һәм Рабатҡа күсә. 1913 йылда Лиотэ Анри Простҡа Виль-Нувель, Рабаттың заманса кварталын төҙөргә йөкмәтә, унда административ биналар урынлашырға тейеш була. Марокконың бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителгәндән һуң, 1956 йылда король V Мөхәммәт Рабатты баш ҡала итеп ҡалдыра.
Климаты
үҙгәртергәРабат климаты урта диңгеҙ буйы. Йәйге айҙарҙа күләгәлә температура 40 °C һәм унан да юғары булһа ла, шуның менән бергә, һалҡын Канар ағымы йәйге температураны һиҙелерлек кәметә, бындай эҫе һауа массалары Сахаранан килеп инеүе генә мөмкин, ғәҙәти көндөҙгө температура 25-28 °C, төндә һалҡыныраҡ. Август айында, ғәҙәттә, иң йылы көндәр, уртаса температура 22 °C, был Урта диңгеҙ буйы күпселек ҡалаларының климатына ҡарағанда күпкә түбән. Тигеҙ климат Рабатты донъяның иң уңайлы ҡалаларының береһе итә — ҡалала температура йыл дауамында уңайлы әһәмиәт сигенән бик һирәк сыға.
Ҡыш, ғәҙәттә, йылы, әммә ҡышын уртаса төндә 1-2 ҡырау була. Ҡар бик һирәк яуа. Ғинуарҙа уртаса температураһы яҡынса 12 °C, шулай итеп, миҙгел-ара тирбәлеүҙәр яҡынса ни бары 10 °C тәшкил итә. Яуым-төшөмдәр ҡышҡы айҙарҙа була, йәй яуым-төшөм бик һирәк була.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 27 | 31 | 35 | 38 | 41 | 42 | 46 | 45 | 44 | 38 | 34 | 28 | 46 |
Уртаса максимум, °C | 17,2 | 17,7 | 19,2 | 20,0 | 22,1 | 24,1 | 26,8 | 27,1 | 26,4 | 24,0 | 20,6 | 17,7 | 21,9 |
Уртаса температура, °C | 12,6 | 13,1 | 14,2 | 15,2 | 17,4 | 19,8 | 22,2 | 22,4 | 21,5 | 19,0 | 15,9 | 13,2 | 17,2 |
Уртаса минимум, °C | 8,0 | 8,6 | 9,2 | 10,4 | 12,7 | 15,4 | 17,6 | 17,7 | 16,7 | 14,1 | 11,1 | 8,7 | 12,5 |
Абсолют минимум, °C | −4 | −3 | 1 | 4 | 6 | 9 | 12 | 12 | 9 | 5 | 1 | −2 | −4 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 77 | 74 | 61 | 62 | 25 | 7 | 1 | 1 | 6 | 44 | 97 | 101 | 555 |
Һыу температураһы, °C | 16 | 16 | 18 | 19 | 22 | 25 | 26 | 27 | 24 | 21 | 18 | 17 | 27 |
Сығанаҡ: [9][10] |
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергәРабат ҡомартҡылары, урта быуаттыҡы ғына түгел, шулай уҡ яңы ҡаланың планировкаһы (XX быуаттың уртаһы),2012 йылдан алып ЮНЕСКО-ның «Бөтә донъя мираҫы» исемлегендә тора.
- Рабаттың Король һарайы (фр.)баш.
- Мөхәммәт V мавзолейы (фр.)баш.
- Мөхәммәт V проспекты (протекторат ваҡытында француз архитекторҙары тарафынан төҙөлгән):
- Почтамт
- Парламент
- Әл-Мәғриб банкы
- Касба Удайя
- Андалуз баҡсаһы
- Күҙәтеү майҙансығы
- Баб Әл-Кәбир ҡапҡаһы
- Нуза Ассан баҡсаһы
- Рабат маяғы[11]
-
Мөхәммәт Бишенсе мавзолейы янында ҡарауыл алмашыныуы
-
Хәсән манараһы
-
Касба Удайя ҡәлғәһе
-
Касба Удайя ҡәлғәһе урамы
-
Андалуз баҡсаһы
-
Король һарайына инеү урыны
-
Рабатта король резиденцияһы
-
Ҡаланың яңы өлөшөнөң урамы
Ҡала музейҙары
үҙгәртергәРабатта бер нисә музей урынлашҡан:
1915 йылда Марокко сәнғәт музей «Удай» ойошторола. Музейға инеү урынында XVII—XVIII быуаттарҙа Марокко корсарҙары яулап алған пушкалар ҡуйылған. Музейҙың бер бүлмәһендә бай Марокко ғаиләһенең традицион торлаҡ интерьеры күрһәтелгән, башҡа бүлмәләрҙә —марокко һәм андалуз оҫталары эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың традицион биҙәүестәре коллекцияһы, боронғо ҡорал коллекцияһы, марокко милли кейем өлгөләре, халыҡ музыка ҡоралдары, көршәк изделиелар, керамика, Марокконың төрлө төбәктәрендә һуғылған данлыҡлы XVIII—XIX быуат келәмдәре тәҡдим ителә. Музей залдарының береһендә ғәрәп манускриптары, Ҡөрьәндең боронғо исемлеге бар
- Милли кәсептәре музейы Марокко һөнәрселәренең хәҙерге заман сәнғәтен күрһәтә
- Боронғо әйберҙәр музейы
- Халыҡ сәнғәте музейы
- Рабаттың археология музейы (инг.)баш.
- Маринидтар династияһының XIV быуат некрополе менән Шелла ҡәлғәһе
Дини ҡоролмалар
үҙгәртергә- Хәсән манараһы (1199) — ислам донъяһында иң бейек бинаһы булырға тейеш булған
- Изге Петр (Рабат) соборы (фр.)баш. (1921, 1930) — Рабат католик архиепархияһының кафедраль соборы
- Христова Воскресения урыҫ православие сиркәүе (1932, фреска һынлы сәнғәте 2011 йыл)
- Мөхәммәт V проспектында Әс-Сөннә мәсете[12]
Туғанлашҡан ҡалалар
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 1401 рус. • англ. • фр. |
- ↑ 1,0 1,1 http://cnig.gouv.fr/wp-content/uploads/2020/02/CNT-PVM_r%C3%A9vis%C3%A9_2020-01-27-1.pdf
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ Démographie - Province : Rabat (Urbain)
- ↑ http://www.bethlehem-city.org/Twining.php
- ↑ http://www.munimadrid.es/portal/site/munimadrid/menuitem.dbd5147a4ba1b0aa7d245f019fc08a0c/?vgnextoid=4e84399a03003110VgnVCM2000000c205a0aRCRD&vgnextchannel=4e98823d3a37a010VgnVCM100000d90ca8c0RCRD&vgnextfmt=especial1&idContenido=1da69a4192b5b010VgnVCM100000d90ca8c0RCRD
- ↑ http://www.an-mar.org/index.php?Itemid=61&id=20&option=com_content&task=view
- ↑ http://www.commune-tunis.gov.tn/fr/mairie_cooperation1.htm
- ↑ 8,0 8,1 https://www4.honolulu.gov/docushare/dsweb/Get/Document-48917/1htbcq23.pdf
- ↑ "Hong Kong Observatory" . Гонконгская обсерватория. Дата обращения: 17 август 2009. Архивировано 17 август 2012 года. 2012 йыл 9 март архивланған.
- ↑ "Average Conditions Rabat, Morocco" . BBC Weather. Дата обращения: 17 август 2009. Архивировано 21 ғинуар 2009 года.
- ↑ Рабат и Сале, путеводитель по Марокко . Марокко.FalkTime (5 июль 2018). Дата обращения: 9 май 2019.
- ↑ Проспект Мухаммеда V, Рабат. Марокко.FalkTime (8 июля 2018). Дата обращения 9 мая 2019
- ↑ Города-побратимы Вифлеема . Архивировано 24 июль 2010 года. 2014 йыл 13 июль архивланған. Официальный сайт Вифлеема
- ↑ Cooperation Internationale 2008 йыл 8 май архивланған. Международное сотрудничество города Тунис (фр.)
- ↑ Madrid city council webpage "Mapa Mundi de las ciudades hermanadas . Архивировано 26 май 2012 года. Ayuntamiento de Madrid.
- ↑ AN^MAR - Red de Hermanamientos entre Ciudades Marroquies y Andaluzas - Convenios y hermanamientas . An-mar.org (1 май 2006). Дата обращения: 15 сентябрь 2011. Архивировано 4 февраль 2012 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Густерин П. В. Города Арабского Востока. — М.: Восток—Запад, 2007. — 352 с. — (Энциклопедический справочник). — 2000 экз. — ISBN 978-5-478-00729-4.