Ҡаһирә

Мысырҙың баш ҡалаһы
(Каир битенән йүнәлтелде)

Ҡаһирә (ғәр. القاهرة‎‎‎, «Еңелмәҫ») — Мысырҙың баш ҡалаһы, Африкалағы һәм ғәрәп илдәрендәге иң ҙур ҡала. Халыҡ һаны: ҡалала 8 026 454, агломерацияhында 17 856 000 кеше йәшәй (2009 йыл).

Ҡала
Ҡаһирә
ғәр. القاهرة
Флаг
Флаг
Ил

Мысыр

Координаталар

30°03′22″ с. ш. 31°14′22″ в. д.HGЯO

Ҡала башы

Ғәбдел Ғәзим Вәзир

Агломерация

17 856 000

Телефон коды02
Ҡаһирә (Ер)
Ҡаһирә
Ҡаһирә
2004 йыл. Ҡәһирә телеүҙәге башынан фотоһүрәт

Географияһы

үҙгәртергә

Ҡаһирә Мысырҙың төньяҡ өлөшөндә Нил йылғаһының сүлдәге үҙәндән килеп сығып, тармаҡланған урындың төньяғындағы ике ярында тора. Көньяҡ-көнбайышта, Ҡаһирә Гиза менән ҡушыла.

Иҫке Ҡаһирә йылғаһының көнсығыш ярында урынлашҡан. Был яғы уның бик күп төрлө: быуаттар дауамында тырым-тыраҡай төҙөлөп барған, урамдары тар һәм бхалыҡ тығыҙ ултырған. Хәҙерге Ҡаһирәнең көнбайыш өлөшөндә башлыса хөкүмәт биналары, заманса архитектура ҡоролмалары булһа, көнсығыш өлөшөндә иһә йөҙҙәрсә иҫке мәсеттәр, шулай уҡ төп ориентир булып торған боронғо башня урынлашҡан.

Ҡала көнбайышҡа табан Нил йылғаһы буйындағы ауыл хужалығы ерҙәрен биләп, үҫә бара. XIX быуат уртаһында уҡ Мысыр хакимы Исмәғил Паша көнбайыш райондарҙа Париж өлгөһө буйынса төҙөлөштәр ойошторған булған. Бында киң бульварҙар һәм сағыштырмаса ҙур булмаған бер нисә парк бар.

Ҡаһирә эсендә Нил уртаһында Рода утрауы ята, унда илдең боронғо иҫке мосолман биналары, Маниал һарайы, Нил үлсәүе, Ҡаһирә университетының госпитале һәм Ғәзирә (Зәмәлек) тымыҡ йәшел утрауы урынлашҡан. Бында бай шәхси виллалар, күп илселектәр һәм сит ил компанияларының вәкиллектәре, хәҙерге заман ҡаралтылары һәм бер нисә биш йондоҙло ҡунаҡхана бар.

Ҡаһирә ҡалаһы барлыҡҡа килгәнсе үк, уның бөгөнгө биләмәһендә һәм яҡын тирә яғында ерҙә, кешеләр бик борын замандан бирле йәшәй. Боронғо Мысыр заманында йыраҡ түгел ерҙә Мемфис ҡалаһы булған. Рим империяһы тарафынан баҫып алынғас, ул әһәмиәтен юғалта, был ерҙә римлылар Вавилон ҡәлғәһен төҙөй.

  • 640 йылда — Ғәрәптәр Мысырҙы баҫып ала.
  • 642 йылда — хәҙерге ҡаланан төньяҡтараҡ Фустат ҡалаһын төҙөй башлайҙар. Ҡаланың емереклектәрен бөгөнгө көндә Ҡаһирәнең «Мар-Гиргис» метро туҡталышында күреп була.
  • 868 йылда — Әхмәт ибн Тулун Мысырҙың идара башлығы итеп тәғәйенләнә. Ул хакимлыҡ иткәндә Мысыр үҙ аллы булып китә.
  • 870 йылда — Фустат ҡалаһынан йыраҡ түгел, хәҙергә Ҡаһирә биләмәһендә, Мысырҙың яңы баш ҡалаһы Әл-Ҡатай төҙөлә.
  • 876—879 йылдарҙа — ибн Тулун мәсете төҙөлә, был мәсет әлегә тиклем Ҡаһирәнең күренекле урыны булып тора.
  • 969 йылда — Фатимиҙар Мысырҙы баҫып ала. Ҡаһирәгә нигеҙ һалына.
  • 972 йылда — Әл-Әзһәр төҙөлә, университет ойошторола. Әл-Әзһәр университеты донъялағы иң боронғо юғары уҡыу йорто.
  • 996—1021 йылдарҙа — Фатимиҙар хәлифе әл-Хаким хаким итә. Ҡалала ҙур төҙөлөш алып барыла.
  • 1176 йылда — Сәләх әд-Дин Ҡаһирә нығытмаһын төҙөй.
  • 1250 йылда — Мәмлүктәр Ҡәһирәлә һәм Мысырҙа хаким итә башлай. Беренсе мәмлүк ханы итеп Айбәк билдәләнә. Яңы хакимдар Ҡаһирәне үҙ дәүләтенең баш ҡалаһы итеп иғлан итә. Ике мәмлүк солтаны ырыуы билдәле: Бәһрәт (төрки сығышлы) (1250—1382) һәм Бөрйөт (Таулы Кавказ сығышылы) (1382—1517).
  • 1302 йылда — Ҡаһирәлә ер тетрәй.
  • 1517—1914 йылдарҙа — Мысыр Ғосман империяһы бойонһоноуында. Илдә төрөк пашалары хакимлек итә.

Ҡаһирә экваторҙан яҡынса 30 градус төньяҡҡараҡ киңлектә һәм субтропик бһыҙаттың көньяҡ сигендә урынлашҡан. Ҡыш ҡалала йылы , йәй — эҫе, йыш ҡына температура 40 градустан ашып китә. Ҡыш көндәре көндөҙ, ғәҙәттә, температура 20 градустан арта, төндә 10 градусҡа тиклем һыуыта, айырым төндәрҙә — 5-кә тиклем түбәнәйә, тупраҡҡа һирәкләп ҡырау төшә.

Ҡала Сахара сүле янында урынлашҡанлыҡтан, яуым-төшөм бик һирәк (ҡоро климат), әммә әгәр яуһа, ҡайһы берҙә хатта һыу баҫыуға килтерә. Йыл эсендә 24 миллиметр яуым-төшөм була, был Ҡаһирәне донъялағы ҙур ҡалаларҙың иң ҡороларының береһе итә.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 31,0 36,1 39,6 43,0 44,4 47,8 44,3 41,4 43,0 41,1 37,2 32,5 47,8
Уртаса максимум, °C 18,9 20,2 23,4 28,2 31,9 34,5 34,8 34,5 33,0 29,7 24,7 20,4 27,9
Уртаса температура, °C 14,1 15,1 17,6 21,6 24,9 27,7 28,6 28,5 27,0 24,1 19,4 15,5 22,0
Уртаса минимум, °C 9,8 10,5 12,5 15,6 18,6 21,4 23,0 23,3 21,8 19,1 14,8 11,2 16,8
Абсолют минимум, °C 2,4 3,0 4,0 6,8 11,9 13,0 17,3 18,0 16,0 11,1 5,0 3,9 2,4
Яуым-төшөм нормаһы, мм 5,0 3,8 3,8 1,1 0,5 0,1 0,0 0,1 0,1 0,7 3,8 5,9 24,9
Сығанаҡ: Погода и климат

Һуңғы тиҫтә йылдар дауамында Ҡаһирәлә халыҡ һаны тиҙ үҫә. Хәҙер 1960-сы йылдарға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк кеше йәшәй. Тыуым кимәле юғары, ауыл халҡы күпләп ҡушыла. Шуның өсөн уның эргәһендәге йәнә бер нисә юлдаш ҡала халҡы йылдам үҫеп сыҡты.

Ҡала үҙәгендә тығыҙ булыу арҡаһында кеше Ҡаһирәнең ситендәге биҫтәләрҙә йәшәүҙе хуп күрә. 2009 йылғы мәғлүмәттәр буйынса ҡаланың үҙендә йәшәүселәр - 8 026 454, ә агломерацияһында 17 856 000 кеше тәшкил иткән.

Түбәндәге таблицала билдәле бер йылда йәшәгән халыҡ һаны күрһәтелгән. Ҡаһирә халҡы ғына иҫәпкә алынған, агломерация инмәгән.

Йыл Халыҡ һаны
1800 200 000
1859 254 000
1865 282 300
1870 313 400
1877 327 500
1882 374 838
Йыл Халыҡ һаны
1897 570 062
1904 624 000
1907 654 476
1917 790 939
1927 1 059 800
1937 1 312 096
Йыл Халыҡ һаны
1947 2 090 654
1960 3 349 000
1966 4 219 900
1976 5 084 463
1986 6 052 836
1996 6 789 479
Йыл Халыҡ һаны
2006 7 740 018 [1]
2008 7 947 121
2009 8 026 454
2018 9 606 916 [2]
2018 9 293 612 [2]

Архитектура ҡомартҡылары

үҙгәртергә
 
әл-Әзһәр мәсете
 
Копт сиркәүе (әл-Муәлләкә)
  • Әмр мәсете (641—642 йылдар);
  • Ибн Тулун мәсете (876—879 йылдар);
  • әл-Әзһәр мәсете (970—972 йылдар);
  • манара (1468—1496 йылдар);
  • әл-Хәким мәсете (990—1013 йылдар);
  • әл-Гуюши мәсете (1085 йыл);
  • әл-Әҡмәр мәсете (1125 йыл);
  • әс-Сәлих әт-Тәлаи мәсете (1160 йыл);
  • әш-Шәфиғи кәшәнәһе (1211 йыл);
  • солтан Бейбарс мәсете (1267—1269 йылдар);
  • солтан Кәләүн мәсете, кәшәнәһе һәм мәҙрәсәһе (XIII быуат ахыры);
  • Сәнжәр әл-Ғәүле кәшәнәһе (1303—1304 йылдар);
  • солтан Хәсән мәсете, кәшәнәһе һәм мәҙрәсәһе (1356—1363 йылдар);
  • әл-Мүәйәдә мәсете (1415—1420 йылдар);
  • Ҡайыт-бей мәсете (1472—1474 йылдар);
  • солтана әл-Гүри мәсете, кәшәнәһе һәм мәҙрәсәһе (1503 йыл);
  • Синан-паша мәсете (1571 йыл);
  • әл-Гүри йорто (XVI быуат);
  • Зәйнәб-Хатун йорто (XVI быуат);
  • Ғәмәл әл-Дин әз-Зәһәби йорто (1637 йыл);
  • әмир Риҙуан-бей йорто (1655 йыл);
  • Муөхәммәт Али мәсете (1830—1848 йылдар) (арх. Юсуф Бохна);
  • Мәсәр музейы (1902 йыл) (арх. М. Дурньон);
  • әр-Рифаи мәсете (1911 йыл);
  • Ҡаһирә телебашняһы;
  • Зәңгәр мәсет;
  • Ҡаһирә некрополе

Музейҙары

үҙгәртергә
  • Мысыр музейы.
  • Копт музейы.
  • Балалар музейы .
  • Ислам сәнғәте музейы.
  • Хәҙерге заман сәнғәте музейы.
  • Хәрби музей.
  • Этнография музейы.
  • Әл-Гезир музейы.
  • Почта музейы.
  • Тимер юл музейы.

Туғандаш ҡәләлар

үҙгәртергә

Партнёр ҡалалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә