Амман (ғәрәп.عمان) — Иорданияның баш ҡалаһы. Боронғо заманда ул — Раббат-Аммон, эллинистик-рим дәүерендә Филадельфия тип йөрөтөлә. VII—IX быуаттарҙа Ғәрәп Хәлифәтенә инә. 1516 йылдан алып Беренсе  донъя һуғышы тамамланғансы Ғосман империяһы составында була.

Ҡала
Амман
ғәр. عمان
Флаг[d]
Ил Иордания
Мухафаза Амман
Координаталар 31°57′00″ с. ш. 35°55′00″ в. д.HGЯO
Внутреннее деление 27 дистрикт
Мэр Акель Бильтаджи
Беренсе тапҡыр б. э. т. XIII быуат
Элекке исемдәре Раббат-Аммон, Филадельфия
Майҙан 1680 км²
Үҙәк бейеклеге 882 м
Климат төрө тропик
Рәсми тел [[ғәрәп теле]]
Халыҡ 1 349 260[1] кеше (2013)
Тығыҙлыҡ 803.1 кеше/км²
Агломерация 2 528 500 кеше (2013 йыл)
Милли состав ғәрәптәр һ.б.
Конфессия составы мосолман-сөннилеләр һ.б.
Этнохороним амма́нец, амма́нцы[2]
Сәғәт бүлкәте UTC+2, йәй UTC+3
Телефон коды +962(6)
Почта индекстары 11110-17198
Рәсми сайт ammancity.gov.jo  (ғәр.)

Амман (Иордания)
Точка
Амман
Точка

Беҙҙең эраға тиклем XIII быуатта Амман (ул саҡта Раббат-Аммон) Аммон батшалығының баш ҡалаһы була. Аҙаҡ был биләмә Боронғо Ассирия дәүләте менән яулана, һуңынан — фарсылар, унан гректар баҫып ала. Мысырҙың хакимы Птолемей II уны Филадельфия тип үҙгәртә. Ҡала беҙҙең эраның 106 йылына тиклем набатей батшалығының бер өлөшө була, унан Рим ҡарамағына күсеп Десятиградҡа ҡушыла.

Беҙҙең эраның 326 йылында империяның төп дине булып христианлыҡ инә һәм Византия дәүере башында Филадельфия епархия урыны була. Ошо осорҙоң бер сиркәүе ҡала ҡәлғәһендә һаҡланып ҡалған.

Ғассанидтар дәүерендә Филадельфияны Амман тип үҙгәртәләр. Ҡала бер нисә ер тетрәүҙән, тәбиғәт әфәттәренән һуң ныҡ емерелә һәм 1887 йылға тиклем уға артыҡ ҙур иғтибар булмай. Оттоман солтан тимер юл төҙөткәндән һуң, бында барыһы ла үҙгәрә башлай. Асман ҡалаһы хажға барыусыларҙың, шулай уҡ сауҙа юлын еңеләйтеп, Дамаск менән Мәҙинә араларын яҡынайта.

География һәм климат

үҙгәртергә

Амман ҡалаһы Үле диңгеҙҙән 35 км төньяҡ-көнсығышҡараҡ, Урта диңгеҙҙән 110 км һәм Иерусалимдан 65 км көнсығышҡараҡ урынлашҡан.

Ҡала Иордания флагында ете ҡырлы йондоҙ итеп һүрәтләнгән ете убала тора.

Аммандың климаты Урта диңгеҙ климатына яҡын булһа ла, унан ныҡ ҡына айырыла. Был уның диңгеҙ кимәленән ныҡ юғары (733 м) урынлашыуына бәйле. Яуым-төшөмдәр тик ҡыш миҙгелендә генә була. Ҡаланы йыш ҡына ҡуйы томандар баҫа.

Иҫтәлекле урындар

үҙгәртергә

Музейҙар

  • Иордания археология музейы
  • Иордан халыҡ йолалары музейы
  • Иордан фольклор музейы
  • Иордания Университетының археология музейы
  • Иордания Университетының антропология музейы
  • Нумизматика музейы / Иорданияның Үҙәк банкы
  • Автомобиль музейы

Харабалар

  • Джебель каляа (Ҡәлғә тауы)
  • 6 000 тамашасылыҡ амфитеатр

Амман мөһим сәнәғәт үҙәге булып тора. Ҡалала аҙыҡ-түлек, цемент, нефть эшкәртеү, текстиль һәм тәмәке сәнәғәте предприятиелары урынлашҡан[3]. Халыҡ-ара аэропорт бар.

Амманда Arab Bankының төп офисы урынлашҡан.

2009 йылда бында кросс буйынса донъя чемпионаты уҙа.

Туғандаш ҡалалар

үҙгәртергә

[4][5][6][7][8][9][10][11][12][13]

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. The governorates of the Hashemite Kingdom of Jordan.
  2. Городецкая И. Л., Левашов Е. А.  Амман // Русские названия жителей: Словарь-справочник. — М.: АСТ, 2003. — С. 27. — 363 с. — 5000 экз. — ISBN 5-17-016914-0.
  3. Амман / Большая советская энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия. 1969—1978.
  4. Twin City Agreements. GAM. Greater Amman Municipality. Дата обращения: 30 сентябрь 2015. 2015 йыл 1 октябрь архивланған.
  5. Amman's Relations with Other Cities. Ammancity.gov.jo. Дата обращения: 31 декабрь 2013. Архивировано 7 март 2005 года. 2008 йыл 2 ғинуар архивланған.
  6. Sister Cities. Beijing Municipal Government. Дата обращения: 23 июнь 2009. 2017 йыл 16 июль архивланған.
  7. Pesquisa de Legislação Municipal – No 14471 (билдәһеҙ). Prefeitura da Cidade de São Paulo [Municipality of the City of São Paulo]. Дата обращения: 23 август 2013. Архивировано 18 октябрь 2011 года. 2011 йыл 18 октябрь архивланған.
  8. Lei Municipal de São Paulo 14471 de 2007 WikiSource Ҡалып:Pt icon
  9. International Relations – São Paulo City Hall – Official Sister Cities. Prefeitura.sp.gov.br. Дата обращения: 4 июль 2010.
  10. Chicago Commission on Human Relations. 2010 Annual Report. — 2010. — P. 22. 2018 йыл 26 октябрь архивланған.
  11. Sarajevo Official Web Site: Sister cities. Sarajevo.ba. Дата обращения: 6 май 2009. Архивировано 12 апрель 2009 года. 2018 йыл 26 декабрь архивланған.
  12. Mostar Gradovi prijatelji (билдәһеҙ). Grad Mostar [Mostar Official City Website]. Дата обращения: 19 декабрь 2013. Архивировано 30 октябрь 2013 года. 2013 йыл 30 октябрь архивланған.
  13. San Francisco Office of the Mayor (April 23, 2010). Mayor Newsom Signs New Sister City Agreements with City of Amman, Jordan. Пресс-релиз. Проверено September 16, 2012. 2012 йыл 28 ноябрь архивланған.