Юлыҡ (Баймаҡ районы)

Баймаҡ районындағы ауыл, Башҡортостан
(Юлук битенән йүнәлтелде)

Юлыҡ (рус. Юлук) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 523 кеше[2]. Почта индексы — 453674, ОКАТО коды — 80206855003.

Ауыл
Юлыҡ
рус. Юлук
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Баймаҡ районы

Ауыл биләмәһе

Йомаш ауыл Советы (Баймаҡ районы)

Координаталар

52°31′09″ с. ш. 57°47′43″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1781

Элекке исеме

Юлыҡ Ямы

Халҡы

470[1] кеше (2010)

Милли состав

татарҙар, башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453674

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 206 855 003

Код ОКТМО

80 606 455 111

Юлыҡ (Рәсәй)
Юлыҡ
Юлыҡ
Юлыҡ (Баймаҡ районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Юлыҡ

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь 544
2010 йыл 14 октябрь 470 246 224 52,3 47,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Милли составы

Ауылда 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, татарҙар (39 %), башҡорттар (57 %) йәшәй[3].

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 41 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Йомаш): 9 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 82 км
 
1781 йылғы килешеү фрагменты

Юлыҡ ауылы Йомаш ауыл Советы составында. Район үҙәгенән көньяҡ‑көнбайышта 41 саҡрым һәм Сибай тимер юл станцияһынан көньяҡ‑көнбайышта 82 саҡрым алыҫлыҡта Мағаш йылғаһы[4] буйында урынлашҡан. Ауылды Верхнеурал ­өйәҙе Бөрйән, Түңгәүер улустары башҡорттарының­ аҫаба­ ерҙәрендә 1781 йылда кер­ҙәшлек килешеүе буйынса Ҡазан губернаһынан яһаҡлы татарҙар Юлыҡ Ямы исеме менән нигеҙләй. Килешеү 10 йылға төҙөлә, әммә тик 1816 йылда 49 йылға оҙайтыла. Тәүге килешеүгә түңгәүер ырыуы вәкиле Иҙрис Тиусов һәм бөрйән башҡорттарынан Ысмаҡ Ҡаҙаҡов ҡуя ҡуялар. 1866 йылда 85 йортта 488 кеше йәшәгән. Мәсет, күн заводы булған, йәрминкәләр үткәрелгән. Ауыл халҡы малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгән. 1900 йылда мәсет, урыҫ‑башҡорт мәктәбе, һыу тирмәне теркәлгән. XX быуат башынан хәҙерге исемен йөрөтә. Ауыл XIX быуат уртаһында сауҙа йәрминкәләре үткән юлдар киҫелешендә мөһим үҙәк булған. Рәсәй хөкүмәтенең рәсми ҡарары буйынса, бында почта хеҙмәтен үтәү өсөн 40-лаған татар ғаиләһе күсерелгән. Ергәндән Юлыҡҡа ебәк һәм сәй йәрминкәһенә Мөхәмәтсадиҡ Рәмиев килеп йөрөй. 1862 йылда ул Юлыҡта төпләнергә ҡарар итә. Өй һатып алып, һабын ҡайнатыу заводын сафҡа индерә, күн етештереүҙе яйға һала[5].

1811—1835 йылдарҙа Юлыҡ Ямы ауылы Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Яңы Ғүмәр улусы, 1835 йылда — Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе, 1859 йылда — Ырымбур губернаһы 4-се башҡорт кантоны Верхнеурал өйәҙе Юлыҡ ауыл йәмғиәте үҙәге, 1866—1917 йылдарҙа — Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе 1-се Бөрйән улусы, декабрь 1917 йыл — 20 март 1919 йыл — Кесе Башҡортостандың Бөрйән-Түңгәүер кантоны 1-се Бөрйән улусы, 20 март 1919 йыл — 14 июнь 1922 йыл — Башҡорт АССР-ы Бөрйән-Түңгәүер кантоны 1-се Бөрйән улусы Юлыҡ ауыл Советы, 14 июнь 1922 йыл — 5 октябрь 1922 йыл — Башҡорт АССР-ы Бөрйән-Түңгәүер кантоны 1-се Бөрйән улусы Юлыҡ ауыл Советы, 5 октябрь 1922 йыл — 10 февраль 1923 йыл — Башҡорт АССР-ы Йылайыр кантоны 1-се Бөрйән улусы Юлыҡ ауыл Советы, 10 февраль 1923 йыл — 6 октябрь 1925 йыл — Башҡорт АССР-ы Йылайыр кантоны Юлыҡ улусы үҙәге, 6 октябрь 1925 йыл — 20 август 1930 йыл — Башҡорт АССР-ы Йылайыр кантоны Таналыҡ улусы Юлыҡ ауыл Советы, 20 август 1930 йыл — 20 сентябрь 1933 йыл — Башҡорт АССР-ы Баймаҡ-Таналыҡ районы Юлыҡ ауыл Советы, 20 сентябрь 1933 йыл — 1962 йыл — Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы Юлыҡ ауыл Советы, 1962 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы Йомаш ауыл Советы составында.

Башҡорт АССР-ы Йылайыр кантоны Таналыҡ улусы Юлыҡ ауылында 1929 йылдың 9 мартында «Йондоҙ» һәм «Маяҡ», 1929 йылдың 16 мартында «Һабансы» ерҙәрен йәмәғәт эшкәртеү ширҡәттәре ойошторола, һуңынан улар Нариманов исемендәге колхозға берләшә, аҙаҡ «Һаҡмар» колхозы бригадаһы ойошторола[6].

Халҡы: 1900 йылда — 435 кеше; 1920 йылда — 1617 кеше; 1939 йылда — 919 кеше; 1959 йылда — 423 кеше; 1989 йылда — 475 кеше; 2002 йылда — 544 кеше; 2010 йылда — 470 кеше. Башҡорттар, та­тарҙар йәшәй (2002). Йомаш урта мәктәбе филиалы, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, Юлыҡ­ йәмиғ ­мәсете бар[7].

Урамдары

үҙгәртергә

Исемдәре:[8]

А.Чанышев урамы (рус. А.Чанышева (улица))

Аҡ ҡайын урамы (рус. Ак кайын (улица))

Дәрдмәнд урамы (рус. Дардманд (улица))

Урман урамы (рус. Лесная (улица))

М.Фәйзи урамы (рус. М.Файзи (улица))

Р.Ғәбитов урамы (рус. Р.Габитова (улица))

Мәсет тыҡрығы (рус. Мечеть (переулок))

Йәштәр урамы (рус. Молодёжная (улица))

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  3. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
  4. Һаҡмар йылғаһы ҡушылдығы
  5. А. З. Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» 157-се б. 2022 йыл 4 май архивланған. (Тикшерелеү көнө: 4 май 2022)
  6. Ургаза ru. Историческая справка по д. Юлук (Юлыҡ ауылы) Баймакского района
  7. Башҡорт энциклопедияһы. Юлыҡ ауылы (Баймаҡ районы)
  8. «Налог Белешмәһе» статистикаһында Юлыҡ (Баймаҡ районы)
  9. Башҡорт энциклопедияһы — Шаһисолтанова Ғәҙилә Әхәт ҡыҙы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 22 ғинуар 2019)

Һылтанмалар

үҙгәртергә