Йылайыр кантоны
Йылайыр кантоны (рус. Зилаирский кантон) — Башҡорт Автономиялы Республикаһына ингән башҡорт милли кантоны.
Йылайыр кантоны | |
---|---|
Йылайыр кантоны | |
Ил | Башҡорт АССР-ы |
Үҙәге | Йылайыр |
Ойошторолған | 1922 |
Майҙаны | 33 047 км² |
Халҡы | 195 036 кеше (1926) (башҡорттар — 80784, мишәрҙәр — 1759, мордвалар - 8112, сыуаштар — 3980, татарҙар — 9056, украиндар — 8748, урыҫтар — 81894 һәм башҡалар). |
Рәсми телдәр | башҡорт теле урыҫ теле |
Административ үҙәге — Йылайыр ауылы.
Тарих
үҙгәртергә1922 йылда 5 октябрҙә Бөрйән-Түңгәүер кантонының — 14, Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантонының — 16, Үҫәргән кантонының — 18 улусы нигеҙендә БАССР составында ойошторола. Административ үҙәге — Преображенск Заводы ҡасабаһы (хәҙәрғе Йылайыр районы Йылайыр ауылы). Майҙаны — 33047 км². 1924 йылда 25 июнендә Иманғол улусы Ҡырғыҙ АССР‑ына бирелә. 1924 йылда 21 октябрҙә Орск өйәҙе Яңы Покровка улусының 19 ауылы Йылайыр кантоны составына инә. 1926 йылда 26 июлендә кантонға Ырымбур өйәҙе Спасский улусының Иҫәнғол ауылы ҡушыла; Бөрйән-Ҡыпсаҡ, Ҡыпсаҡ, Мораптал, Сәлих, Таналыҡ, Түңгәүер, Үҫәргән, Үтәғол һәм Хәйбулла улустарының бер өлөшө, Яңы Покровка улусының 19 ауылы Ырымбур губернаһы бирелә. Йылайыр кантоны территорияһында БашҮБК Президиумының 1923 йылда 10 февралда ҡарары буйынса — 17, Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 1924 йылда 15 декабрҙә декреты менән 16 улус ойошторола. Башлыса ауыл хужалығы үҫешкән була. 1927 йылда һөрөнтө ерҙәр майҙаны (мең га) 141,8, шул иҫәптән бойҙай сәсеүлектәре — 78,5, һоло — 34,9, арпа — 6,5, тары — 4,7, арыш — 4,2, картуф — 4,2, киндер — 1,2, етен — 0,8, ҡарабойҙай — 0,7 тәшкил итә; һыйыр малы — 203387, йылҡы — 101107, һарыҡ — 263804, кәзә — 27600, сусҡа 10144 баш иҫәпләнә. Баймаҡ, Ҡананикольский, Преображенск алтын һәм баҡыр фабрикалары, 2 Түбә бегун фабрикаһы, 3 рудник эшләй. 52 баҙар була (1927). 1‑се баҫҡыслы 179 мәктәп иҫәпләнә, шуның 85‑ендә уҡытыу — башҡорт, 3‑өһөндә — мордва, 74‑ендә — урыҫ, 14‑ендә — татар, 3‑өһөндә — сыуаш телендә алып барыла; 6 дауахана, 7 амбулатория, 16 фельдшер пункты, 9 китапхана эшләй (1925). 1930 йылда 20 августа кантон бөтөрөлә, уның территорияһы Баймаҡ (Ҡананикольский, Таналыҡ, Темәс, Һабыр улустарының бер өлөшө), Бөрйән (Бөрйән улусының бер өлөшө), Ейәнсура (Сәлих, Үҫәргән улустары, Бөрйән-Ҡыпсаҡ, Йылайыр, Һабыр улустарының бер өлөшө), Йылайыр (Йылайыр, Ҡананикольский, Һабыр улустарының бер өлөшө), Мораҡ (Ҡыпсаҡ улусы, Бөрйән-Ҡыпсаҡ, Бөрйән, Ҡананикольский улустарының бер өлөшө), Мәләүез (Мораптал улусы), Хәйбулла (Хәйбулла улусы, Йылайыр, Таналыҡ, Һабыр улустарының бер өлөшө), Әбйәлил (Темәс улусының бер өлөшө) административ райондары составына инә.
Халҡы
үҙгәртергәХалҡы 1926 йылда — 195 036 кеше (башҡорттар — 80784, мишәрҙәр — 1759, мордвалар — 8112, сыуаштар — 3980, татарҙар — 9056, украиндар — 8748, урыҫтар — 81894 һәм башҡалар).
География
үҙгәртергәМайҙаны — 33047 км². Төньяҡ-көнбайышта Стәрлетамаҡ кантоны, төньяҡ-көнсығышта — Тамъян-Ҡатай кантоны, көнсығышта — Силәбе губернаһы, көньяҡ-көнсығышта, көньяҡта һәм көнбайышта Ырымбур губернаһы менән сиктәш була.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Йылайыр кантоны // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 28 март 2023)