Яһаҡ
Яһаҡ (монг. засаг «власть») — Рәсәйҙә XV—XX быуат башында Себер һәм Төньяҡ халыҡтарына һалынған натуралата һалым, башлыса йәнлек тиреһе менән алынған. XVIII быуат башына тиклем Волга буйы халыҡтарынан да йыйылған.
Тарихы
үҙгәртергәБатша Рәсәйендә яһаҡ йыйыу Себерҙе буйһондорған замандан һәм Себер баструктары һәм ҡышлауҙары системаһын ҡорғандан алып башлана. Был ҡоролмалар яһаҡ йыйыу урыны булып хеҙмәт итә. Яһаҡ ҡаҙнаға кеш, төлкө, ҡондоҙ, һыуһар һәм башҡа йәнлектәр тиреһе менән, ҡайһы берҙә мал менән йыйыла. Йәнлек тиреләре ҡаҙна өсөн мөһим табыш сығанағы булып тора. Башта яһаҡ йыйыу менән Себер приказы шөғөлләнә; 1763 йылдан йомшаҡ тауар Император Ғалим Йәнәптәренең Кабинетына ебәрелә башлай.
Яһаҡ һәр ҡәбилә йә ырыуға айырым-айырым, «кешеләренә һәм кәсептәренә ҡарап» тәғәйенләнә. Яһаҡ йыйыу йыш ҡына ерле халыҡ вәкилдәрен аманат итеп алыу юлы менән гарантиялана.[1][2][3][4]
Хеҙмәттәге кешеләр уны бер йәнлекте икенсеһенә алмаштыртмайынса йыйырға тырыша. Сит милләттәр араһынан ялыуҙар йыш килә, бының һөҙөмтәһендә 1727 йылда йомшаҡ тауар урынына аҡса тапшырыу рөхсәт ителә. Ләкин тиҙҙән яһаҡты аҡсалата түләү ҡаҙна өсөн отошһоҙ тип табыла. 1739 йылда министрҙар кабинетының яһаҡты кеш тиреһе менән түләтеү тураһындғы резолюцияһы сыға, «кешләтә бирә алмаһалар, башҡа төрлө йомшаҡ тауар менән алырға, ә йомшаҡ тауар өсөн кеш табып булмаған ерҙәрҙә һәр бер кеш иҫәбенән өс һум аҡса алырға».
1763 йылда хөкүмәт яһаҡ һалымын тәртипкә һалырға була. Ошо маҡсатта Себергә секунд-майор Щербачев генераль йәниҫәп алырға командировкалана. Урындарҙа Щербачев ойошторған айырым комиссиялар яһаҡ һалымы өсөн нигеҙҙәр эшләй. Һәр улусҡа аныҡ бер йәнлек тиреһе йыйырға ҡушыла, аҡсалата йә ҡатнаш тапшырырға ла мөмкин була. Яһаҡ итеп йыйылырға тейешле йәнлек булмаһа, башҡа йәнлек тиреһе йә аҡса менән түләргә рөхсәт бирелә.
XIX быуат башында яһаҡ һалымының күләмен ҡабаттан үҙгәртергә тура килә, сөнки сит ҡәбиләләр һәм ырыуҙарҙың көнкүреше, һаны үҙгәрә. Күсмә һәм берәҙәк ырыуҙар өсөн яңы яһаҡ кенәгәләрен төҙөү менән 1827 йылда Көнсығыш һәм Көнайыш Себер өсөн айырым ойошторолған яһаҡ комиссиялары шөғөлләнә. Берәҙәк һәм күсмә ҡәбиләләр һәм ырыуҙар өсөн яһаҡ комиссиялары 1763 йылғы һалым ысулын һаҡлап ҡалалар, тик 44 тинлек түләмде генә бөтөрәләр. Ултыраҡ сит ҡәбиләләр һәм ырыуҙар һалымды һәм түләмдәрҙе «үҙҙәре ингән сословиелағыса түләргә» тейеш була.
Башҡорттарҙан яһаҡ түләтеү
үҙгәртергәРәсәйгә ҡушылғанға тиклем башҡорттар Монгол империяһы хандарына, Алтын Урҙаға яһаҡ түләгән. XV быуат уртаһынан Нуғай Урҙаһына, Ҡазан ханлығына һәм Себер ханлығына яһаҡ түләүсе булып тора. Һәр һунарсы төлкө йә ярты һыуһар тиреһе тапшырырға, йәки һәр улустан 300—500 дана һыуһар тиреһе тапшырылырға тейеш була. Шулай уҡ кеш, ҡондоҙ, тейен һәм башҡа төр йәнлек тиреләре лә ҡабул ителә. Яһаҡты махсус тәғәйенләнгән баҫҡаҡтар йыя.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://ctl.tpu.ru/files/lukieva1.pdf 2013 йыл 18 июнь архивланған.
- ↑ Приморский государственный объединенный музей имени В. 2013 йыл 20 апрель архивланған.
- ↑ Башинформсвязь — информационный портал об услугах телефонной связи, телевидения, интернет провайдеры 2007 йыл 13 февраль архивланған.
- ↑ Жил был раньше такой атаман(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Бродников А. 2013 йыл 16 май архивланған. А. Сбор ясака: Зависимость процесса объясачивания от потестарно-политической ситуации в регионе. По материалам Восточной Сибири XVII в. 2013 йыл 16 май архивланған.
- Статья «Ясак» в Энциклопедии Башкортостан 2017 йыл 27 декабрь архивланған.
- Статья «Как собирался ясак. Оценка мехов. Что было с пушниной дальше» на сайте «Культура и история народов Севера»
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Бахрушин С. В. Ясак в Сибири в XVII в // Научные труды. — М., 1955. — Т. 3.
- Кроль М. С.,. Ясак // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)(урыҫ.)