Солтангәрәевтәр

цирк артистары ғаиләһе, һыбайлылар

Солтангәрәевтәр — цирк артистары ғаиләһе, һыбайлылар.

Солтангәрәевтәр
Һөнәр төрө цирк артисы, һыбайлы
Эш урыны Өфө дәүләт циркы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографиялары

үҙгәртергә

Солтангәрев Миҙхәт Сәйфулла улы (17 февраль 1952 йыл) — цирк артисы, һыбайлы,Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2002) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1984), Өфө циркының директор урынбаҫары (2010).
Миҙхәт Сәйфулла улы Солтангәрәев — 1952 йылдың 17 февралендә Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Юлыҡ ауылында тыуған[1].

1973 йылда Өфө циркы эргәһендәге Башҡорт цирк студияһын тамамлай.

1973 йылдан «Башҡортосан егеттәре» атлы цирк труппаһында ҡатнашыусы, ә 1981 йылдан шул исемдәге труппаның художество етәксеһе булып эшләй башлай.

2005 йылдан Өфө циркының хеҙмәтте һаҡлау буйынса инженеры.

2010 йылдан Өфө цикының директор урынбаҫары. Миҙхәт Сәйфулла улы Солтангәрев халыҡ ижады менән хеҙмәттәшлек итә: 2010 йылда уҙғарылған «Салауат йыйыны» Република фольклор байрамы өсөн ат өҫтөндә төрлө трюктар күрһәтеүгә ҡоролоған театрлаштырылған тамаша авторы.
2015 йылда Баймаҡ районы Темәс ауылында үткән «Башҡорт аты» этно-фестивале өсөн номерҙар әҙерләй.

Римма Рәүеф ҡыҙы Солтангәрева (12 август 1953 йыл — цирк артисы, һыбайлы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1984), «Па-де-труа» номерының етәксеһе.
Римма Рәүеф ҡыҙы Солтангәрәева — 1953 йылдың 12 авгусында Башҡорт АССР-ы Дәүләкән районы Исмәғил ауылында тыуған[1].

1973 йылда Башҡорт цирк студияһын тамамлай.

19731974 йылдарҙа «Бал ҡорттары» художество-акробатик төркөмөндә эшләй.

19761980 йылдарҙа «Па-де-труа» труппаһы ҡатнашыусыһы, 1980 йылдан башлап уның етәксеһе вазифаһын башҡара. Бер үк ваҡытта 19822005 йылдарҙа «Башҡортостан егеттәре» труппаһында ҡатнашҡан.

Солтангәрәев Илдар Миҙхәт улы (17 март 1975 йыл) — цирк артисы, һыбайлы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1998).

Илдар Миҙхәт улы Солтангәрев — 1975 йылдың 17 мартта Өфө ҡалаһында цирк артистары Солтангәрәевтар ғаиләһендә тыуған.
2000 йылда Мәскәү физик культура академияһын тамамлай[1].

19872005 йылдарҙа «Башҡортостан егеттәре» труппаһында ҡатнашҡан.

Солтангәрәевтәр Рәсәй һәм сит илдәр: Бельгия, Германия, Ҡытай, Монголия, Төркиә буйлап гастролдәрҙә булалар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (1984)— Римма Рәүеф ҡыҙы, Миҙхәт Сәйфулла улы Солтангәревтәр
  • Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (1998) — Илдар Миҙхәт улы Солтангәрев
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2002) — Миҙхәт Сәйфулла улы Солтангәрәев
  • Башҡортостандың халыҡ артисы (1984) — Миҙхәт Сәйфулла улы Солтангәрев

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә