Назыров Миңлеғәли Әхмәт улы

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы

Назыров Миңлеғәли Әхмәт улы (1923 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, элемтәсе, штаб дивизияһы разведчигы[1].

Назыров Миңлеғәли Әхмәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1923
Тыуған урыны Юлыҡ, Орск өйәҙе, Ырымбур губернаһы, РСФСР, СССР
Дата исчезновения человека 22 февраль 1943
Һөнәр төрө Элемтәсе ауылы, разведчик
Хәрби звание рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы хәбәрһеҙ юғалған[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Миңлеғәли Әхмәт улы Назыров 1923 йылда Башҡортостандың Баймаҡ районы Юлыҡ ауылында тыуған[1]. 1942 йылда БАССР-ҙың Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында элемтәсе, һуңынан штаб дивизияһы разведчигы булып хеҙмәт итә[1].

1943 йылдың 22 февралендә Украиналағы Ворошиловоград өлкәһе (хәҙер Луганск өлкәһе) Юлино-2 станцияһы тирәһендә дошман тылына рейдтан сыҡҡанда ҡаты алыш ваҡытында хәбәрһеҙ юғалған, тип иҫәпләнә[1]. 23 февралдә Петровское менән Юлино араһында генерал М. М. Шайморатов һәләк була, уны ла оҙаҡ ваҡыт хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләйҙәр.

Атаһы Назыров Әхмәт Юлыҡ ауылында йәшәгән[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә