Ҡәнифә юлы
Ҡәнифә юлы (икенсе әйтелеше — Ҡанифа юлы)— элгәре Башҡортостанды Урта Азия илдәре менән тоташтырыусы боронғо сауҙа юлы[1]. Уның икенсе атамаһы Каруан юлы булған. Ул Яйыҡ йылғаһы аша үтеп, Ҡаҙағстан аша Урта Азияға барып сыға. Ырымбур башҡорттары юлдың ул өлөшөн «Мысыр юлы» тип атаған. Гөбөрлө йылғаһы кисеүен «Мысыр кисеүе» тип йөрөткәндәр[2].
Тарих
үҙгәртергәҠәнифә каруан сауҙа юлы Урта Азиянан Өсйорт яҫылығы аша Ур йылғаһы Яйыҡҡа ҡушылған урынға[3] еткәс, Яйыҡ йылғаһы аша сығып, артабан Һаҡмар йылғаһының һул яры һәм Көньяҡ Урал һырттары буйлап хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ, Әбйәлил һәм Учалы райондары территорияһы буйлап үткән һәм хәҙерге Силәбе өлкәһе территорияһына барып еткән[4].
Хәҙерге ваҡытта юлдың бер аҙ өлөшө һаҡланған[5]. Ул Йылайыр районының Юлдыбай ауылынан башланып, шул уҡ райондың Үрге Сәлим, Байғужа ауылы яғынан Хәйбулла районына Михайловка ауылы эргәһенән килеп инә. Ивановка, Атингән ауылдары янынан үтеп Ырымбур өлкәһенең Шөкәрә, Сембер ауылдары янынан Орск ҡалаһына табан юл ала.
Юл Таналыҡ һәм Һаҡмар йылғалары уртаһындағы һырт буйлап иң бейек ерҙәрҙән үтә. Ҡанифа юлы буйлап барһаң, тирә-яҡ бик алыҫ-алыҫтарға тиклем, 100-әр километрҙарға күренә.
Мәҫәлән, Ивановка эргәһендәге Ҡәнифә юлына баҫһаң, ҡышҡы кистәрҙә Аҡъяр, Атингән, Федоровка, Әбүбәкер, Яковлевка, яланда ятҡан башҡа ауылдарҙың уттарын күрергә була.
Көндөҙ Хәйбулланың икенсе сигендә ятҡан Турат, Сәғит тауҙарынан бөтә тирә-яҡ ус төбөндәгеләй күренә. Юл буйында, Михайловка, Ивановка, Байғусҡар һәм башҡа ауылдар янында, убалар күп кенә.
Насиров Р. Ғ. фаразлауынса, тәүге нәүбәттә был тарихи юл боронғо башҡорттарға йәйләүҙән ҡышлауға күсенеп йөрөүҙә хеҙмәт иткән. Башҡорттар көтөүлектәрҙе алмаштырыу маҡсатында Урал тауҙарынан Арал диңгеҙенә тиклем күсенеп йөрөгәндәр.
Был хәл «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» эпосында асыҡ күренә. Һис юғы, был арауыҡтағы халыҡтар бик тығыҙ аралашып йәшәгәндәр.
Башҡорттар, Урал тауҙарында, Һаҡмар буйҙарында ҡышлап, йәйләр өсөн бик алыҫтарға күсенгән. Мәҫәлән, Үҫәргәндең бер улы Таймаҫ, Таймаҫтың ете улы булған: Шишәй, Бишәй, Аҫҡаҡ, Ҡунаҡ (бүре), Абанды (Абаҙы), Сураш-бей, Ҡыҙрас-бей[6].
Шишәйҙең ерҙәре Йылайыр һәм Һаҡмар йылғаларынан Яйыҡ йылғаһының Уртазым ҡәлғәһенә тиклем булған. Бишәй менән Аҫҡаҡ Йылайыр һәм Ҡаҫмарт йылғаларынан Яйыҡ йылғаһындағы Орлов һәм Таналыҡ ҡәлғәләренә тиклемге ерҙәрҙе биләгәндәр.
Ҡунаҡ менән Апандының ерҙәре Ҡаҫмарт һәм Һаҡмар йылғаларынан Яйыҡ йылғаһындағы Таналыҡ һәм Тирәкле ҡәлғәләренә тиклем булған. Сураш менән Ҡыҙрас Һүрәм һәм Ҡаҫмарт йылғаларынан Яйыҡ йылғаһындағы Орск һәм Илек ҡәлғәләренә тиклемге ерҙәрҙә йәшәгәндәр[7].
Таймаҫ улдарына Урал йылғаһынан Эйек йылғаһына тиклемге араны бүлеп биргән. Улар бер-береһенең ерҙәренә теймәгәндәр, үҙ ерҙәрендә көтөүҙәрен йәй буйы 100-әр саҡрымдарға күсереп алып йөрөгәндәр.
Төп тирмә торған ауылдар ер үк исеме менән аталып йөрөтөлгәндәр. Таймаҫтың дүртенсе улы Ҡунаҡтың (Бүре) ерҙәре Ғәлекәй (Йылайыр районы), Хәйбулла районы ауылдары Аҡъюл, Сик, Вәзәм, Әбеш, Бүре (Һаҡмар бүреһе), Арыҫланғол, Ырымбур өлкәһе ауылдары Башбүре, Урта бүре (Ҡатралы), Имәнтамаҡ, Ҡороюл, Тирәкле һәм башҡа ике тиҫтәнән ашыу Һаҡмар, Ҡаҫмарт, Эйек, Яйыҡ йылғалары буйындағы ауылдарҙы биләгән[6].
Аҫҡаҡ һәм уның улдары йәшәгән ауылдар: Хәйбулла районындағы Утарбай, Ултырaҡ, Нурмөхәмәт, Бикбау, Ботороз (был ауылдар хәҙер юҡ инде), Ырыҫбай, Ивановка, Аҡташ, Ырымбур өлкәһендәге Бикбау, Үтәғол ауылдары һәм Гөбөрлө йылғаһы буйы ерҙәре, Ейәнсура районы Бикбау һәм башҡа ауылдар.
Был ерҙәр Иван IV тарафынан Ярлыҡау грамотаһы менән нығытылған булған. Шулай итеп, Таналыҡ һәм Һаҡмар йылғаларының аҫҡы өлөшөндәге Ҡәнифә юлы Үҫәргән ырыуы тоҡомдары ерҙәре эсендә уртаҡ юл булған тип фаразлана.
Башҡорттарҙың Үҫәргән, Ҡыпсаҡ, Бөрйән, Түңгәүер, Тамъян ырыуҙыры бер-береһе менән аралашыу өсөн, ошо данлыҡлы Ҡәнифә юлын ҡулланғандыр. Был юлдың Хәйбулла, Бөрйән, Баймаҡ, Әбйәлил райондары аша үтеүе лә юҡҡа түгел.
Алтын Урҙа тарҡалып, ханлыҡтарға бүленгәндән һуң, ошо ерҙәр Нуғай Урҙаһы, Себер һәм Ҡазан ханлыҡтары уртаһында ҡалғас, Нуғай юлы тип аталған. Ошо ханлыҡтар был юлды нуғайҙар менән аралашыу өсөн файҙаланғандар.
XVIII быуатта башҡорттар йәшәгән ерҙәрҙе дүрт юлға бүлеп йөрөткөндәр: Ҡазан юлы, Уҫы юлы, Себер юлы, Нуғай юлы. Рәсәйҙең дүрт тарафына хәҙерге Башҡортостан территорияһынан дүрт ҙур юл үткән.
Был юл буйлап бик күп яуҙар үтә. 1739-сы йылдарҙа Ҡараһаҡал яуы ошо ерҙәрҙә барған. Ошо яуҙан һуң был яҡтарҙа Иҫәт почта тракты тәртипкә килтерелә, стандары билдәләнә.
Ивановка һәм Михайловка ауылдары араһында Ҡәнифә юлынан юл айыра һәм Ҡараян (был ауыл хәҙер юҡ) ауылы эргәһендә Һаҡмарҙы аша сығып, Урал һырттарының арғы яғына тартыла.
Алдар батырҙы ошо юлдан Ҡазан төрмәһенә алып киткәндәр. Ҡараян янында Алдар батыр мәмерйәһе лә бар[8].
Крәҫтиән-азатлыҡ һуғышында Пугачевҡа Нуғай юлы Үҫәргән улусынан старшина Һабыр Ҡотлонбәков (1200 һуғышсы менән), Бикбау Сөйөшов, Ҡыуат Асаинов, йөҙ башы Юлдыбай, Төркмән Йәнсәйетов һәм башҡа бик күптәр ҡушылған[9].
Халыҡтың асыуы шул тиклем көслө була, хатта яҡындағы Йылайыр, Уртазым, Таналыҡ, Гөбөрлө, Үрге Яйыҡ, Ҡыҙыл ҡәлғәләре, Преображенск, Ҡана заводтары драгундары һәм һалдаттары баш күтәреүселәргә ҙур ҡаршылыҡ күрһәтә алмай.
1755 йылдарҙа Батырша яуы ла Талҡаҫ күле тирәһендә башланып, Үҫәргән. Түңгәүер, Бошман-Ҡыпсаҡ ерҙәре буйлап, Нуғай юлынан үткән.
XVIII—XIX быуаттарҙа алдау юлы менән урыҫ колонизаторҙары башҡорт ерҙәрен күпләп тартып ала башлаған. Шул ваҡытта ошо тирәлә күп урыҫ ауылдары барлыҡҡа килгән: Сембер, Шөкәрә, Петровка, Федосеевка, Казанка, Поповка, Писаревка, Переволачан-Лапшин, Самарск, Михайловка, Федоровка, Яковлевка, Анновка, Васильевка, Сидоровка һәм башҡалар.
Башҡортостан Рус дәүләтенә ҡушылғас, башҡорттарҙы 20 йәштән 45-50 йәшкә тиклем оҙайлы ваҡыттарға көньяҡ-көнсығыш сикте һаҡлау хеҙмәтенә йәлеп иткәндәр. Троицкиҙан Орск ҡәлғәһенә тиклемге 1239 саҡрым хәрби һыҙыҡты һаҡлағандар.
Орск, Ырымбур ҡәлғәләрен төҙөүҙә лә төп көс башҡорттарға төшкән: урмандан ағас ташығандар, йылға буйлап ағыҙғандар. Был юл буйлап сик һағы хеҙмәтенә йөрөгәндәр. Шулай итеп, Көньяҡ Уралда халыҡта Ҡәнифә тип исемләнгән юл төп юл булған, тигән һығымта яһарға мөмкин.
Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуынан һуң, Рәсәй күп кенә ҡәлғәләр төҙөй башлай: Өфө, Орск, Ырымбур, Үрге Яйыҡ, Йылайыр һәм башҡалар. Урал тауҙары буйлап заводтар төҙөлә: Преображенск, Кананикольск, Белорет, Һатҡы, Ҡатау, Әүжән, Тирлән, Мейәс, Златоуст һәм башҡалар.
Был ҡәлғә-ҡалалар, заводтар араһында йәйен-ҡышын йөрөү өсөн, Урал йылғаһының көнсығыш яғынан Себер магистралы тимер юлын һалынғанға тиклем, Ҡәнифә (Ҡуңыр буға) юлы төп юл булып хеҙмәт иткәндер.
Бер үк ваҡытта ул почта тракты вазифаһын да үтәй. Был тракт Верхнеурал ҡәлғәһенән Һаҡмар һәм Таналыҡ йылғалары уртаһындағы һырт буйлап килә, артабан икегә айырыла.
Береһе — Орск ҡалаһына, икенсеһе Һаҡмар һәм Урал йылғалары уртаһынан Ырымбурға тиклем бара. Хәҙерге ваҡытта икенсе тармаҡ әһәмиәтен юғалтҡан, сөнки Ырымбурға һәр яҡлап трассалар төҙөлгән.
Бына шундай булған данлыҡлы Ҡәнифә юлы. Юлды бутамаҫ өсөн (сөнки ябай юлдар ҙа бик күп), Ҡанифа юлы буйына убалар яһауҙары бар. Борон күперҙәр аҙ саҡта ҙур һыу кисмәҫ өсөн уңайлы ла булған инде.
Рус дәүләтенә ҡушылғас, борон трасса юлдары булмағанда, дәүләт эштәрен башҡарыу өсөн дә ҙур файҙа килтергән был юл. Ырымбур губернаһының Силәбе, Троицк, Верхнеурал, Орск, Ырымбур ҡәлғәләрен тоташтырып, почта тракты хеҙмәтен дә үтәгән.
Рәсәйҙең сик һыҙығында ятҡан ҡәлғәләргә хеҙмәткә йөрөү юлы ла булғандыр юл. 1886 йылғы Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең иҫке почта тракты стандары исемлегендә Ҡәнифә юлы буйлап ятҡан ауылдар исемлеге бирелгән (167-се бит).
Хәйбулла районынан Аҡнаҙар, Урыҫбай, Аҡъюл, Ҡаҙырша, Утарбай, Ултыраҡ, Бикбау, Йәнтеш, Аҡъяр, Турат, Әбүбәкер, Байғусҡар, Мәмбәт, Буребай, Юлбарыҫ, Әҙел һәм башҡа ауылдар бар.
Хәҙерге ваҡыттағы торошо
үҙгәртергәХәҙерге көндә данлыҡлы Ҡанифа юлы әһәмиәтен юғалта бара, сөнки юлда яҙын, көҙөн, ҡышын, ямғырлы ваҡытта йөрөп булмай. Ҙур һыуҙар булмаһа ла еңел машиналар үтә алмаҫлыҡ батҡаҡтар осрауы мөмкин.
Урау булһа ла түтә юл яҡшы тип, кешеләр шоссе юлдарҙан ғына елдерәләр. Беҙҙең Ивановкаға ул хеҙмәт итә әле. Шөкәрә, Сембер, Сараға тура сығыу мөмкинлеге бирә.
Район үҙәге Аҡъярға барып тормайынса, төньяҡҡа табан туранан тураға Михайловка, Байғужа, Сәлим ауылдары аша Өфө трассаһына сығып була. Михайловка эргәһендә Ҡараянда Һаҡмар аша күпер булһа, Өфөгә юл 3-4 сәғәткә ҡыҫҡарыр ине.
Аҡъяр, Юлдыбай, Йылайыр ауылдарына барып тормай, Анновка, Васильевка, Сосновка ауылдары аша тура Өфө юлының Йылайыр менән Иҫәнғол араһына килеп сығып була — был да боронғо тарихи юл.
Һаҡмар аша сығыуы ҡыйын булғанлыҡтан ғына онотолған."Ҡәнифә юлы" легендаһында һөйләнеүенсә, Петербургтан көньяҡ-көнсығыш Башҡортостанға тау эштәре буйынса етәксе итеп ебәрелгән Брагин бик күп яуызлыҡтар, әҙәпһеҙлектәр ҡыла, йәш ҡыҙҙарға тейә.
Был хәлгә түҙмәй, Темәс, Әмин, Сура батырҙар уны үлтерәләр . Улар губернатор И. И. Неплюев бойороғо буйынса Исет тракты подполковнигы Исаковтың каратель отряды эҙәрлекләүенән ҡасып, бала-саға һәм бисә-сәсәләрен алып тейәнәләр ҙә, ҡаҙаҡ далаларына һыҙалар. Бер йылдан һуң өйҙәренә ҡайтырға булалар, тик ҡаҙаҡ байҙары Сура батырҙың ун өс йәшлек Ҡәнифә исемле ҡыҙын ебәрмәйҙәр икән.
Сура батыр Ҡәнифәне ун һигеҙ йәшкә еткәнсе тәрбиәләргә, шунан ғына кейәүгә биреү шарты менән бер башҡорт әбейе тәрбиәһенә ҡалдырып китәләр. Тик әбейҙең ҡыҙҙы ҡаҙаҡҡа биргеһе килмәй, ун һигеҙе тулып килгәндә, уны ҡасырып ҡайтарып ебәрә.
Юл ҡырыйлап төндә генә, Тимер ҡаҙыҡ йондоҙон уң яҡта тотоп атларға ҡуша. Ҡаҙаҡтар ҡыҙҙы ҡыуа төшәләр, Ҡәнифә йәшенеп ҡала. Бер саҡ уны бүреләр уратып ала, ул ҡулын энә менән тишеп бер бүрегә һиптерә, ҡалған бүреләр кеше ҡаны һиптерелгән бүрегә ташлана, Ҡәнифә хәлдән тайғансы ары йүгерә. Ул шулай бик оҙаҡ килә торғас, аҙаша, йырлап ебәрә, яҡындағы йәйләү кешеләре ишетеп килеп, кем булыуын һорашалар.
Ҡыҙ бер ни тип тә яуап бирмәгәс, Верхнеуралға илтеп ҡуялар. Бындағы түрәләр, тирә-яҡҡа хәбәр итәләр. Сура батыр хәбәрҙе ишетеп, Верхнеуралға килә, ҡыҙын таный ҙа Ҡәнифәне алып ҡайтып китә. Шул замандан бирле Сура батыр ҡыҙы ҡайтып килгән юлды Ҡәнифә юлы тип йөрөтә башлайҙар.
Шулай итеп, был юл Ҡәнифә исемле ҡыҙ ҡаҙаҡтарҙан ҡасып ҡайтҡандан һуң ғына билдәле булып китмәгәндер инде. Киреһенсә, юл булғандыр, исеме лә булғандыр. Әммә бер ҡыйыу йәш ҡыҙ бик алыҫтан юлдан яҙлыҡмайынса ҡайтҡас, даны алыҫтарға таралғандыр, һәм был юлды уның исеме менән йөрөтә башлағандарҙыр.
«Ҡуңыр буға» эпосында һымаҡ, йәш ҡатын ошо юл буйлап малдарын эҙләп ҡайтҡандыр, малдары ҡуңыр төҫтә булғандыр, «Ҡуңырбуға» тип саҡырғандыр. Шунан был юлдың икенсе төрлө исеме барлыҡҡа килгәндер. Әбйәлил тарафтарында был юл «Ҡуңыр буға» юлы тип атала.
Юл ысынлап та бейек һырттарҙан үтә, алыҫ ерҙәр күренә. Тауға менгәндә кешеләр ниндәйҙер ыңғай энергия ала, был юлдарҙан йөрөгәндә күңел күтәрелә, көс өҫтәлгәндәй тойола.
«Ҡанифа юлы» театр сәхнәһендә
үҙгәртергә- 2019 йылда Сибай дәүләт «Сулпан» балалар театрында драматург Сәрүәр Суринаның әҫәре буйынса «Ҡанифа юлы» спектакле cәхнәләштерелде. Был спектакль «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» проекты сиктәрендә ҡуйылды. Режиссеры — Зиннур Сөләймәнов[10].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Сулейманов Ф. М. История деревни Салимово Зилаирского района // Ватандаш. — 2013. — № 9. — ISSN 1683-3554.
- ↑ http://urgaza.ru/library-portal/articles/291/1853/
- ↑ Хәҙерге Орск ҡалаһы.
- ↑ Ҡорманаева З. Д. Каруан сауҙа юлдары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З., Муллагулов М. Ғ. Дорога // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8. (рус.)
- ↑ 6,0 6,1 Насиров Р. Г., 2000, с. 35
- ↑ Насиров Р. Г., 2000, с. 66
- ↑ Насиров Р. Г., 2000, с. 30
- ↑ Насиров Р. Г., 2000, с. 43
- ↑ Театрҙар декаднигы
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Насиров Р. Г. Века и поколения. — Уфа, 2000. — 206 с.
- Ҡәнифә юлы. // Башҡорт халыҡ риүәйәттәре һәм легендалары. — Өфө: Китап, 2001.
- Мәһәҙиев Б. Д. Ҡәнифә юлы=Тропа Канифы. — Өфө: Китап, 2001. (баш.) (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ҡәнифә юлы серҙәре . «Йәшлек» (18 октябрь 2011). Дата обращения: 30 июль 2015.
- Театрҙар декаднигы