Төркмән Йәнсәйетов

Төркмән Йәнсәйетов — башҡорт старшинаһы. 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёвтың полковнигы.

Төркмән Йәнсәйетов
Тыуған көнө

1731({{padleft:1731|4|0}})

Тыуған урыны

Нуғай даруғаһы, Бөрйән улусы, 1-се Төрөкмән ауылы

Вафат булған көнө

билдәһеҙ

Вафат булған урыны

билдәһеҙ

Подданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Балалары

Һөйәрғол, Яманғол, Яманһарт

Биографияһы

үҙгәртергә

Сығышы менән Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы 1-се Төрөкмән ауылы башҡорттарынан. Бөрйән улусы старшинаһы.

Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы 1-се Төрөкмән ауылы уның исеме буйынса аталған.

1770 йылдың 7 июнендә академик И. И. Лепёхин менән осраша. Иван Лепёхин яҙыуынса, старшина уны йылы, хатта яғымлы итеп ҡаршы ала, уға арнап байрам уҙғара[1].

1773 йылда Е. И. Пугачёвтың етәкселегендә Крәҫтиәндәр һуғышы тоҡанғас, октябрь аҙағында баш күтәреүселәр яғына сыға. 1773 йылдың октябренән Ырымбур ҡалаһын ҡамауҙа ҡатнаша. Е. И. Пугачёвтан полковник чинын ала[2]

Төркмән Йәнсәйетовтың отряды Үрге Яйыҡ һәм Орск ҡәлғәләре араһындағы почта юлын һаҡлаған. 1774 йылдың ғинуар аҙағында — февралендә Ҡыҙыл ҡәлғәһен ҡамауҙа ҡатнаша[3].

1774 йылдың 5—6 майында Е. И. Пугачёвтың Төп ғәскәре составында — Магнит ҡәлғәһен, шул уҡ йылдың 22 майындаа Морат Абдалов менән берлектә Урғаҙа (Уртазым) ҡәлғәһен алыуҙа ҡатнашан[3].

1774 йылдың май—июнендә Төркмән Йәнсәйетов етәкселек иткән отряд подполковник И. Л. Тимашев етәкселегендәге хөкүмәт командаһына ҡаршы һуғышҡан, ә 1774 йылдың көҙөндә уға баш һалып килгән[3]. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1774 йылдың 25 ноябрендә Таулыҡай ауылында кәңәшмәгә йыйылған башҡорт ихтилал етәкселәре (Ҡаранай Моратов, Ҡасҡын Һамаров, Төркмән Йәнсәйетов, Муйнаҡ Сөләймәнов, Таулыҡай Сураҡов, Морат Абдалов) менән бергә Тимашев командаһы тарафынан ҡулға алына. Тиҙҙән Тимашев Ҡотлогилдене һәм Ҡасҡын Һамаровты Юлай Аҙналинға бирелергә өндәп ебәрә. 1774 йылдың ноябренән Ҡазан йәшерен комиссияһында тикшереү аҫтында төрмәлә тотола, күп язалауҙарға дусар була. 1775 йылдың яҙында императрица Екатерина II манифесына ярашлы иреккә сығарыла[2].

1798 йылдың 6‑сы башҡорт кантонында йорт старшинаһы булып хеҙмәт иткән. Әхтәр Тимерйәр буйынса, 1811 йылғы ревизия мәғлүмәттәренә ярашлы Төркмән Йәнсәйетовҡа 80 йәш булған, уның Һөйәрғол, Яманғол, Яманһарт исемле улдары теркәлгән[2].

Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «И вдруг предстал башкирский музыкальный хор, состоящий из чибизги (ҡурай) и из варганов (ҡубыҙ). Все башкирцы с восторгом слушали разногласящую сию музыку. Затем представили вокальную музыку. Старик лет в 60 за лучшаго у них тогда певуна почитался, правду сказать, и мы не без удовольствия слушали. Он пел славные дела своих предков, которых они батырями называют, между коими Алдар, Карасакал, Кильмет, Кучим и проч. были первенствующие. Певун голосом и телодвижениями выражал все их действия, как они увещали своих товарищей, как вступали в бой, как поражали противников, как обременные ранами ослабевали и последний изпускали дух. Все сие так живо выражал старик, что многие из собеседников плакали. Но вдруг печаль переменилася на радость, как старик, взявши на себя веселый вид, запел песню называему карай юрга (карей иноходец). Песня сия у них за самую веселую почитается. Старик, припевая сию песнь, ударил в три ноги: и тогда открылся башкирский бал. В пляске своей башкирцы много кобенятся, и стараются так же телодвижением выражать слова в песне содержащиеся. По окончании бала завели они другое, что можно назвать передражниванием. Они голосом своим подражали крику как зверей, так и разных птиц, и так удачливо, что с трудностию разпознать можно было крик настоящей птицы от башкирского. Конец пиршества составляло военное их упражнение. Они метили стрелами как в поставленную цель, так и в башкирцев, которые столько имели проворности, что в известном расстоянии могли увертываться от пущенной стрелы. Иные пускали стрелы стоя на земле, а удалые, разскакавшись во всю конскую прыть, метили стрелою в поставленный предмет»

    Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.

  2. 2,0 2,1 2,2 Кулбахтин Н. М. Нуғай даруғаһының башҡорт юлбашсылары // Ватандаш. — 2005. — № 6. — С. 63—64. — ISSN 1683-3554.
  3. 3,0 3,1 3,2 Таймаҫов С. У. Төркмән Йәнсәйетов // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Һылтанмалар

үҙгәртергә