Гөбөрлө (йылға)

ГөбөрлөРәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһендәге йылға, Яйыҡ йылғаһының уң ҡушылдығы. Йылға оҙонлоғо 111[2] км. Бассейн майҙаны — 2410 км².

Гөбөрлө
Рәсем
Ҡайҙа ҡоя Яйыҡ
Ҡушылдыҡ Ҡоро Гөбөрлө, Усайка, Оло Ҡаялы, Ярғайыш, Сабаҡлы һәм Мерәҫурған
Һыу сығымы 6,3 м³/с
Бассейн майҙаны 2410 км²
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Ырымбур өлкәһе
Оҙонлоҡ 111 km
Commons-logo.svg Гөбөрлө Викимилектә

ГеографияһыҮҙгәртергә

Һары яйлаһынан баш ала. Бейеклеге диңгеҙ кимәленән 480 м-ға яҡын. Һары яйлаһының үҙәк өлөшө — тәбиғи һыу айырғыс, бынан Һаҡмар, Гөбөрлө һәм Таналыҡ бассейндары айырылып китә (өсөһө лә Яйыҡҡа ҡоя).

ТасуирламаһыҮҙгәртергә

Гөбөрлө ҡайһы бер урындарҙа тау йылғаһын хәтерләтә: шарлауыҡтар һәм ятыуҙар сиратлашып килә. Йылға үҙәне ярайһы бормалы, был йылға Гөбөрлө тауҙары араһынан үтеүе менән аңлатыла. Йылға Яйыҡҡа Казачья Губерля ауылы янында ҡушыла. Тамағы диңгеҙ кимәленән 165 м бейеклектә.

Гөбөрлө тиҙ ағымлы тау йылғаһы. Шуға хатта йәйгеһен июль айында ла йылғалағы һыу, бигерәк тә үрге ағымында, шаҡтай һыуыҡ һәм Цельсий буйынса 18 градустан артмай.

ЭтимологияһыҮҙгәртергә

Йылға исеме башҡортса — ташбаҡа йәки гөбөрлө баҡа тигәндән килеп сыҡҡан[3].

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. «Река Губерля» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  3. Б. А. Моисеев. Местные названия Оренбургской области. Историко-топонимические очерк. — Оренбург: Изд-во ОГПУ, 2013. — С. 91—93. — 380 с.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә