Ултыраҡ
Ултыраҡ (рус. Ультраково) — Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районындағы юҡҡа сыҡҡан ауыл. Бикбау ауыл советына ҡараған.
Этимологияһы
үҙгәртергәАтамаһы — Ултыраҡ Бикйәновтың (1736—?) исеменән.
Географик урынлашыуы
үҙгәртергәҺаҡмар йылғаһына Асҡараза шишмәһе ҡойған урында, район үҙәге Аҡъяр ауылынан көнбайышҡа табан 65 км алыҫлыҡта урынлашҡан булған.
Тарихы
үҙгәртергәҮҫәргән ырыуы башҡорттары, Бикбау ауылы кешеләре тарафынан үҙ ерҙәрендә — Һаҡмар йылғаһы буйлап 2-3 саҡрым үрҙәрәк яңы ауылға нигеҙ һала. Ауыл был төйәккә тәүге күсеп ултырыусы Улытраҡ Бикйәновтың (1736—?) исеме буйынса аталған. Рәсми документтарҙа тәүге тапҡыр 1795 йылда телгә алына.
Ултыраҡ ауылы кешеләре Нурмөхәмәт (Нур), Ибраһим (Ботороз), Ҡолбирҙе, Ураҙбай һәм Утарбай ауылдарына нигеҙ һалған[1].
1795 йылда ауылда 5 ихата, ә 1834 йылда 40 йортта 259 кеше иҫәпкә алынған. 1866 йылда 20 йортта 101 кеше (54 ир-егет һәм 47 ҡатын-ҡыҙ) йәшәгән.
1816 йылғы ревизия мәғлүмәттәренә ярашлы, ауылда 17 йортта 185 кеше йәшәгән. Шул иҫәптән Ултыраҡ Бикйәнов (1736—?) һәм уның улдары Ураҙбай (1762—?), Ураҡ (1767—?), Юлдаш, Ирйегет (1771—?) Ултраҡовтар; Ултыраҡтың ағаһы Итбай Бикйәнов (1727—?) һәм уның улдары Ғәббәс (1777—?; улдары Йомағол һәм Йомабай менән), сотник Фәйзулла (1783—?; улдары Сәхипғази һәм Әҙелғази менән); шулай уҡ Мырҙиндар, Соңғоровтар, Мәмбәтовтар, Иҫәнбаевтар, Әҙелбаевтар, Ҡуңысбаевтар ғаиләләре иҫәпкә алынған[2].
1900 йылда ауылда мәсет булыуы теркәлгән. 1920 йылда ауылда 19 йортта 102 кеше йәшәгән.
1950-се йылдарға ҡарай юҡҡа сыҡҡан.
Халҡы
үҙгәртергә1816 | 1834 | 1859 | 1866 | 1900 | 1920 | 1939 |
---|---|---|---|---|---|---|
185 | 259 | 102 | 101 | 61 | 102 | 48 |
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Иштәкбаева Сәлиә Мөхәмәтйәр ҡыҙы (1942) — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1990).
- Мөхәмәтҡунафия Азаматов (?—1813) — 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- Утарбай Солтангәрәев (1785—?) — урядник. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 66-67. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
- ↑ История башкирских родов. Усерган. Том 35. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин.. — Уфа: НОЦ «История башкирского народа» ИИГУ БашГУ; Белая река, 2019. — С. 175. — 704 с.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Рахимов Р. История башкирских деревень Хайбуллинского района.// Ватандаш, 1998. — №9. — С. 18-42.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ультраково // Населённые пункты Башкортостана. Энциклопедия / Авт.-сост.: Г. З. Кутушев [и др.]. — Уфа: Акирус, 2022. — 863 с. — ISBN 9785604437995.