Батырша (1710 — 24 июнь, 1762) (рус.  Абдулла Алеев, Батырша Алиев, Абдулла Мязгялдин, Губайдулла Матзялтдин ) — публицист Батырша Алиев (ысын исеме Ғабдулла Ғәлиев) тарихи әҙәбиәттә Абдулла Алиев исеме менән билдәле.

Ғабдулла Ғәлиев
عبدالله على اوغلى
Файл:Batırşa.jpg
Тыуған көнө

1710({{padleft:1710|4|0}})

Тыуған урыны

Үрге Ҡарыш ауылы (Себер даруғаһы (Өфө өйәҙе)

Вафат булған көнө

24 июнь 1762({{padleft:1762|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})

Вафат булған урыны

Шлиссельбург ҡәлғәһе, Шлиссельбург

Биографияһы

үҙгәртергә
 
Иван Иванович Неплюев бойроғо буйынса Батыршаны тотоп алыу иҫтәлегенә ҡуйылған Елизавета ҡапҡалары. Ырымбур, 1760-сы йылдар.

Себер даруғаһы (Башҡортостандың хәҙерге Балтас районы) Үрге Ҡарыш ауылында тыуған.

1734—1744 йылдарҙа Тайсуған һәм Ташкисеү ауылдары мәҙрәсәләрендә уҡый.

17441749 йылдарҙа Уҫы даруғаһы Ғәйнә олоҫы һәм Иҫәт провинцияһы ауылдарында мөғәллим һәм мулла була. 1749 йылдан 1755 йылдың майына тиклем Себер даруғаһының Ҡармышбаш ауылында мәҙрәсә тота, унда күп олоҫтарҙан башҡорттар, татарҙар уҡый. 1754 йылда Себер даруғаһы ахуны итеп һайлана, ләкин был вазифала эш башламай.

1755 йылдың яҙында ул башҡорт ерендә йәшәгән мосолман халкына социаль, иҡтисади һәм дини мәнфәғәттәрен яҡлауға өндәгән мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай һәм ҡораллы ихтилалға саҡыра. Үҙенең саҡырыуында хөкүмәттең мосолман ғөрөф-ғәҙәттәрен сикләүенә, урындағы халыҡҡа ирекле һәм пошлинаһыҙ тоҙ сығарыуҙы тыйыуына, сиктән тыш һалымдар һәм йөкләмәләр һалыуына ҡаршы сыға. Саҡырыу Башҡортостанды рус дәүләтенең колониаль иҙеүенән тулыһынса азат итеү һәм бойондороҡһоҙ мосолман дәүләте төҙөү талабы менән тамамлана. Был өндәмә Башҡортостандың бөтөн дүрт даруғаһына ебәрелә һәм ихтилал программаһына әүерелә.

Өндәмәлә ихтилал башланасаҡ көн дә билдәләнә — 1755 йылдың 3 июлендә Урал-Волга төбәге мосолмандары Рәсәйҙән айырылып сығып үҙаллы мөстәҡил дәүләт төҙөргә тейеш була. Әммә ихтилал иртәрәк башлана һәм уңышһыҙлыҡтарға осрай.

Батырша Алиев ихтилал барышында ҡыйыу эш итеү урынына көтөп тороу юлын һайлай, аҙаҡтан шәкерттәре менән урманда йәшеренә. Ихтилал баҫтырылғас, 1756 йылдың 8 авгусында Уҫы даруғаһы Әжәк ауылында (хәҙерге Борай районы Әжәк ауылы) Батырша тотолоп, Мәскәүгә, һуңынан Петербургка оҙатыла.

Батыршаның хаты

үҙгәртергә

«Батыршаның хаты» — XVIII быуат башҡорт әҙәбиәтенең тарихи-публицистик яҙма ҡомартҡыһы; 1755 йылғы башҡорт ихтилалының идеа етәксеһе Батырша Алиев тарафынан 1756 йылдың 4—24 ноябрендә Мәскәү төрмәһенән императрица Елизавета Петровнаға ебәрелгән үтенес хаты.

«Батыршаның хаты» төрки телендә яҙылған, аҡ ҡағыҙға күсерелгән бер данаһы һәм ҡаралама хәлендә 7 данаһы беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған. Ҡулъяҙманың бөтөн варианттары ла бер нисә исемлектә Рәсәй дәүләт архивы (РГДА) фондтарында һаҡлана. Йөкмәткеһе буйынса был XVIII быуат урталарында Башҡортостан тураһында тарихи-сәйәси, социаль-иҡтисади, этник-фәлсәфәүи трактат. Автор башҡорттарҙың ихтилал башлауға килтергән сәбәптәре күрһәтелә, тормошо һәм эшмәкәрлеге хаҡында һөйләй. «Батыршаның хаты» теле һәм стиле, бәйән итеү формаһы һәм алымы ҡыҙыҡһыныу уята: көнкүреш һүрәтләмәләре диалогтар менән, драматик хикәйәләр һәм новеллалар монологтар һәм авторҙың уйланыуҙары менән үрелеп бара. Әҙәби әҫәр булараҡ, жанры буйынса автобиографик характерҙағы тарихи-документаль повесты хәтерләтә. XVIII быуат халыҡ публицистикаһының өлгөһө булып иҫәпләнә.

Төрмәлә ултырған сағында императрица Елизавета Петровнаға, башҡорт ихтилалдары башлауға килтергән сәбәптәрҙе күрһәтеп, хат яҙа. Хатта ерле халыҡтың тыныслыҡ яҡлы булыуы күрһәтелә:

  «рустар ҡыҫымы башланғанға тиклем башҡорттар бер ваҡытта ла баш күтәрмәне», тиелә унда. Шул уҡ ваҡытта, яуызлыҡтар рус түрәләре һәм генералдарынан ғына түгел, урындағы халыҡ вәкилдәренең, старшиналарының ике йөҙлөлөгөнән дә килә, тип аныҡлай ул. Хатта социаль ғәҙеллек хаҡына төрки халыҡтарҙың берләшеү, Ислам берҙәмлеге мотивтары ла бирелә. Ул императрицаға, башҡорттарҙың именлеге батшаның абруйынан бигерәк, башҡарма власть структураларында тәртип урынлаштырыуға бәйле, тип күрһәтә. Батша менән халыҡ араһында намыҫлы һәм дәүләткә тоғро хеҙмәт итергә тейешле чиновниктар армияһы тора: «Беҙ батшаны яуыз тимәйбеҙ, ул ғәҙел, әммә ҡуйынына йәшергән һәм беҙгә килеп етмәгән ғәҙеллектән ниндәй файҙа?»

— (Письмо Батырши императрице Елизавете Петровне. Уфа 1993.-С. 94)[1]

 

Батырша Алиев йыйындарҙа белдерелгән йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү кәрәклеге тураһында яҙа. Тикшереү ике йылға һуҙыла, 1758 йылдың декабрендә хөкөм сығарыла: ҡамсы менән һуҡтырырға һәм танау япрағын ҡырҡып алырға, ғүмерлеккә Шлиссельбург ҡәлғәһенә ябырға. 1762 йылда Батырша Алиев төрмәнән ҡасырға маташа, дүрт һаҡсыны үлтерә. Үҙе лә үле килеш табыла[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. История края - Восстание батырши
  2. «Очерки по истории Башкирской АССР», «История Татарии в документах и материалах»; С. Алишев, В. Витебский, А. Чулошников

Һылтанмалар

үҙгәртергә