Бикбау (Ырымбур өлкәһе)

Бикбау (Аҡҡужа, рус. Бикбау (Аккуза)) — хәҙерге Ырымбур өлкәһе Гай районы биләмәһендә урынлашҡан юҡҡа сыҡҡан ауыл.

Үҫәргән ырыуы башҡорттарының Гөбөрлө йылғаһы буйында (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Гай районы) Бикбау (Аҡҡужа) исемле ауылдары булған. Башҡорт ихтилалдарын баҫтырыу барышында ауыл каратель отрядтары тарафынан юҡ ителгән. Ә уның халҡының бер өлөшө Кесе Һүрәм буйына (хәҙерге Башҡортостандың Ейәнсура районы) Бикбау ауылына, икенсе өлөшө — Һаҡмар буйында (хәҙерге Башҡортостандың Хәйбулла районы) Бикбау ауылына нигеҙ һала[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 66-67. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.