«Ҡуңыр буға» — башҡорт эпосы, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады өлгөһө.

«Ҡуңыр буға»
Жанр

эпос

Төп нөхсә теле

башҡорт

Һүрәтләү үҙгәртергә

«Ҡуңыр буға» эпосын тәүге тапҡыр 1865 йылда Р. Г. Игнатьев яҙып ала һәм «Оренбургские губернские ведомости» баҫмаһында сығара (№ 32, 218—219 б.).

Эпостың башҡа варианттарын М. А. Буранғолов, К Мәргән, Ғ. Сәләм һәм башҡалар яҙып алған. 1969 йылда Р. З. Шәкүров әҫәрҙең тағы бер өлгөһөн Асҡар ауылында М. Мирхәйҙәровтан яҙып ала.

Барлығы эпостың Башҡортостанда, Һамар һәм Ырымбур өлкәләрендә яҙып алынған ундан ашыу варианты теркәлгән. Улар Рәсәй Фәндәр Академияһы Өфө Ғилми Үҙәгенең фәнни архивында һаҡлана.

«Ҡуңыр буға» әҫәренә хайуандар тураһында башҡорт хикәйәттәре («Аҡһаҡ ҡола», «Ҡара юрға») инә. Был эпоста бәхет һәм именлек килтереүсе изге малға ышаныу ята.

Эпик хикәйәттә һыйыр малының хужаһы менән ҡаршылығы һүрәтләнә. С. А. Галин фекеренсә, әҫәрҙә матриархат менән патриархат көрәше сағыла[1].

Сюжет үҙгәртергә

Үҙенең эстәлеге буйынса «Ҡуңыр буға» изге хайуандар тураһында эпик хикәйәткә ҡарай. Эпоста Урал һырты буйлап юғалған һыйыр көтөүен юллап барыусы героиня һүрәтләнә.

Эпостың героиняһы тыуған йортонан алыҫҡа кейәүгә сыға һәм бирнәгә бирелгән һыйырын алып китә. Бер нисә йылдан һуң был малдың быҙауҙары Урал тауының уң армыттары яғына йүнәлә. Хужабикә уларҙың эҙенән «Ҡуңыр буға» йырын көйләп бара. Был йырҙа Уралдың һоҡланғыс тәбиғәте, башҡорт батырҙарының ҡаһарманлығы тураһында әйтелә. Героиня ара-тирә «Ҡуңыр буға, һәү-һәү» тип һыйырҙарын саҡыра. Шулай ҡыҙ малдар артынан атаһы йортона ҡайтып етә.

Ҡуңыр буға исемен Урал тауының көньяҡтан төньяҡҡа ҡарай барған «Ҡуңыр буға юлы» менән бәйләйҙәр. Борон был юлды башҡорт ғәскәрҙәре дошмандар баҫҡанда ҡулланған, тип иҫәпләнә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Башҡорт халыҡ ижады: Эпос. 1-се китап. Өфө, 1972.
  • Башкирский народный эпос. М., 1977.
  • Башкирское народное творчество. Т. 1. Эпос. Өфө, 1987.
  • Башҡорт халыҡ ижады. 3-сө том. Эпос. Өфө, 1998.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә