А. Л. Шанявский исемендәге Мәскәү ҡала халыҡ университеты
А. Л. Шанявский исемендәге Мәскәү ҡала халыҡ университеты — рус. Московский городской народный университет имени А. Л. Шанявского — Рәсәй империяһының Мәскәүҙә урынлашҡан дәүләткә ҡарамаған (муниципаль) юғары уҡыу йорто.
А. Л. Шанявский исемендәге Мәскәү ҡала халыҡ университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1908[1] |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Шанявский, Альфонс Леонович[d] |
Дәүләт |
Рәсәй империяһы Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Тверской районы[d] |
Урын | Миусская площадь[d] |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | В. С. Черномырдин исемендәге Мәскәү дәүләт асыҡ университеты[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1920[1] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Q27602970? |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][2] |
Указания, как добраться | Миусская площадь, 6, строение 7 |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Московского городского народного университета[d] |
А. Л. Шанявский исемендәге Мәскәү ҡала халыҡ университеты Викимилектә |
1912 йылда төҙөлгән университет бинаһы Миус майҙанының мәҙәни үҙәге ансамбленә ингән. Хәҙер был бинала Рәсәй дәүләт гуманитар университеты урынлашҡан
Төҙөлөү тарихы
үҙгәртергәАльфонс Леонович Шанявский (1837—1905) — урыҫ армия генералы, Алыҫ Көнсығыш колонизаторы, себер алтын сәнәғәтсеһе, енесенә, диненә һәм сәйәси ышаныслылығына ҡарамаҫтан, барыһы өсөн дә асыҡ университет булдырыуға бар мөлкәтен мираҫ итеп ҡалдыра.
«Главной его мечтой всегда было все свои средства оставить на такое высшее учреждение, где могли бы свободно, без требования аттестатов зрелости и пр. учиться и мужчины и женщины, и русские и нерусские, одним словом, все, кто учиться желает» (Л. А. Шанявская)
Чиновниктарға ҡаршы өс йыл көрәштән һуң, 1908 йылда, тол ҡалған ҡатыны Лидия Алексеевна мираҫ йортта университет астырыуға өлгәшә .
«Денежная сторона отходит совершенно на задний план сравнительно с энергией, затраченной Лидией Алексеевной… если бы не её моральный авторитет, проект университета в июне 1908 г. был бы похоронен ретроградно настроенным Государственным Советом» (письмо Правления Университета в ВЦИК 27 апреля 1920 года)
.
Барлыҡ теләүселәр өсөн асылған университетта уҡырға инеү өсөн шәхес таныҡлығынан тыш бер ниндәй документтар һәм аттестат талап ителмәй, уның төп һәм берҙән-бер маҡсаты — белем биреү. Дөрөҫ, университет үҙен тамамлау тураһында документтар ҙа бирмәй.
Университет попечителдәр советы менән идара ителә, уларҙың яртыһы Ҡала Думаһы тарафынан раҫлана, ә икенсе яртыһын үҙ советы һайлай. Совет составында алты ҡатын (шул иҫәптән мәрхүм генералдың ҡатыны Л. А. Шанявская) була. Айырым академия (ғилми) советы уҡытыу программалары өсөн яуап тота.
Профессура
үҙгәртергәУниверситеттың иң алдынғы профессорҙары һәм уҡытыусылары араһында:
- Богословский Михаил Михайлович
- Брюсов Валерий Яковлевич
- Вернадский Владимир Иванович
- Винавер Александр Маркович
- Волгин Вячеслав Петрович
- Вульф Георгий Викторович
- Готье Юрий Владимирович
- Кизеветтер Александр Александрович
- Кокошкин Фёдор Фёдорович
- Кольцов Николай Константинович
- Лазарев Пётр Петрович
- Лебедев Пётр Николаевич
- Муромцев Сергей Андреевич
- Синицын Дмитрий Фёдорович
- Тимирязев Климент Аркадьевич
- Ферсман Александр Евгеньевич
- Фортунатов Филипп Фёдорович
- Хавкина Любовь Борисовна
- Чаплыгин Сергей Алексеевич
- Чаянов Александр Васильевич
- Шпет Густав Густавович
- Эйхенвальд Александр Александрович
Сығарылыш уҡыусылары һәм тыңлаусылар
үҙгәртергәУниверситетты тамамлаған (тыңлаусылар) билдәле шәхестәр :
- Брыкин Николай Александрович
- Вишняк Роман Соломонович
- Выготский Лев Семёнович
- Грузинский Александр Павлович
- Даньшин Борис Митрофанович
- Есенин Сергей Александрович (йыл ярым лекциялар тыңлаған)
- Клычков Сергей Антонович
- Клюев Николай Алексеевич
- Кропивницкий Евгений Леонидович
- Нагорный Николай Никифорович генерал-полковник
- Санников Григорий Александрович
- Тимофеев-Ресовский Николай Владимирович
- Чаренц Егише
- Цветаева Анастасия Ивановна
- Шумский Александр Яковлевич
- Янка Купала
Миус урамындағы бина
үҙгәртергәКүп тә үтмәҫтән, ҡала Миус майҙанында университет өсөн ер участкаһы бүленгән. Унда, элекке ағас келәттәре урынында, ҡала ситендә яңы мәҙәни үҙәк төҙөлә. 1898 йылда Александр II исемендәге реаль училище төҙөлә башлай, унан һуң П. Шелапутин исемендәге һөнәрселек училищеһы (1903), Абрикосов бала табыу йорто (1909) һалына.
1910 йылдың яҙында төҙөлөшкә Л. А. Шанявская 225 мең һум аҡса һала, бөтәһе 500 мең һум ҡаралған була. Попечителлек советы һайлаған төҙөлөш комиссияһына М. В. Сабашников етәкселек итәк[3].
1911 / 1912 йылдың ҡышына бина һөлдәһе әҙер була, ә 1912 йылдың 2 октябрендә ул беренсе тыңлаусыларҙы ҡабул итә; был ваҡытҡа улар 3500-ҙән ашыу булған. Бинала йәмғеһе 23 уҡыу класы булған, шуларҙың өсәүһе — 600, 200 һәм 200 кешелек амфитеатрҙар. Ҙур амфитеатр электр шаршауы менән йыһазландырылған, ул бер нисә минут эсендә яҡты аудиторияны кинозалға әүерелдерә.Бина проекты 1914 йылда уҙғарылған иң яҡшы яңы төҙөлгән бина конкурсының II премияһына һәм көмөш миҙалға лайыҡ була[4].
Университетты үҙгәртеп ҡороу
үҙгәртергәПопечителдәр советының һуңғы башлығы итеп уны ойоштороусыларҙың береһе, П. А. Садырин һайланған[5]. 1918 йылда университет национализацияланған, идара итеү Наркомпросҡа күсә. 1919-20 йылдарҙа университеттың элекке академия бүлеге Мәскәү дәүләт университеты факультеттары менән берләштерелә, ә ғилми-популярлаштырыу бүлексәһе Я. М. Свердлов исемендәге Коммунистик университет составына инә[6], Миус урамындағы бинала артабан КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбе урынлаша. Әлеге ваҡытта бинаны Рәсәй дәүләт гуманитар университеты биләй. 1922 йылда университеттың биологик коллекцияһы яңынан ойошторолған А. А. Тимирязев исемендәге биологик музейға тапшырыла.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Любина Г. И. М.В. Павлова в Москве. 1910–1930, M.V. Pavlova in Mosow: 1910–1930 (урыҫ) // Историко-биологические исследования — 2020. — Т. 12, вып. 1. — С. 35—60. — ISSN 2076-8176; 2500-1221 — doi:10.24411/2076-8176-2020-11001
- ↑ Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960
- ↑ Овсянников А. А. Миусская площадь, 6. — Москва: Московский рабочий, 1987.
- ↑ Архитектура Москвы 1910—1935 гг., 2012, с. 41
- ↑ П. А. Садырин, краткая справка
- ↑ Овсянников, 1987
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Архитектура Москвы 1910—1935 гг. / Комеч А. И., Броновицкая А. Ю., Броновицкая Н. Н. — М.: Искусство — XXI век, 2012. — 356 с. — (Памятники архитектуры Москвы). — 2500 экз. — ISBN 978-5-98051-101-2.
- Проект общих положений Народного университета и Объяснительная к нему записка / сост. председателем Правления Московского городского университета им. А. Л. Шанявского Н. В. Давыдовым. — М.: Городская тип., 1918. — 24 с.
- Шатина Н. В. Отчеты Московского городского университета имени А. Л. Шанявского как источник по изучению учебного процесса / Н. В. Шатина // Гуманитарные науки / Ред. кол.: А. Н. Тихонов, В. А. Садовничий и др. М.: Изд-во Моск. ун-та. С. 184—191.
- Бреев С. И., Конакова Ж. А. Московский городской народный университет имени А. Л. Шанявского как тип высшей школы частной инициативы // Интеграция образования, 1999.
- «Начинание на благо и возрождение России» (создание Университета имени А. Л. Шанявского): Сб. документов / Сост. И. И. Глебова, А. В. Крушельницкий, А. Д. Степанский; под ред. Н. И. Басовской, А. Д. Степанского; Коммент. А. В. Крушельницкого. М.: РГГУ, 2004.
- Власов В. А. Народный университет имени Шанявского // Известия Пензенского государственного педагогического университета им. В. Г. Белинского, 2012.
- Аронов Д. В., Бардин П. В. Понятие гражданского общества в либеральной мысли России начала ХХ В. (на примере учебных программ народного университета им. А. Л. Шанявского) // Известия высших учебных заведений. Поволжский регион. Гуманитарные науки, 2016.
- Веникова М. С. Создание Московского народного университета в контексте формирования гражданского общества в России в конце XIX — начале XX вв // Научные ведомости Белгородского государственного университета. Серия: История. Политология, 2016.
- Воля Е. С.. К образовательной биографии Льва Выгодского: Московский городской народный университет имени А. Л. Шанявского(недоступная ссылка) // Вестник РГГУ. Психология. Педагогика. Образование. 2016 № 3. С. 26-39.
- Ҡалып:Книга:Москва начала века
- Ващило Н., Работкевич И., Слепухина С. Площадь Просвещения // Московский Архив. — М.: Мосгорархив, 1996. — Вып. 1. — С. 250—261. — ISBN 5-7728-0027-9
- Овсянников А. А. Миусская площадь, 6. — М.: Московский рабочий, 1987. — 63 с. — (Биография московского дома). — 75 000 экз.
- Чаянов А. В. История Миусской площади. — М., 1918.