Төп менюны асырға

Өфө мосолман зыяраты — Өфөлә, Ағиҙелдең үрге ярында урынлашҡан мосолман зыяраты; Алтай һәм Кесе Ахтыр урамдарына сиктәш. Кәмендә биш ҡәберлек ҡатламы билдәле. Зыярат майҙанында Ғофран мәсете эшләй.

Өфө мосолман зыяраты
Мечеть Гуфран.jpg
Зыяраттағы Ғофран мәсете
Details
Асылған 1852 (телгә алына)
Урынлашыу Башҡортостан, Өфө
Ил Рәсәй
Төрө йәмғиәт, дәүләт
Хужаһы Өфө ҡалаһы торлак-коммуналь хужалығы идаралығы, «Комбинат специализированного обслуживания» МУП-ы

Ҡала тарихын өйрәнеүселәр фараз итеүенсә, йылға ярындағы ҡәберлек XIX быуаттың 30-сы йылдарында барлыҡҡа килә.[1] Ҡағыҙҙа тәүтапҡыр 1852 йылда телгә алына — был осорҙа Өфөлә зыяраттар өсөн ер тәғәйенләнә.[2] Архив сығанаҡтары бәйән итеүенсә, 1892—1897 йылдарҙа ҡәберлекте ҡала ситенә сығарыу өсөн комиссия ойошторола, әммә һуңыраҡ ул зыяраттың бороңғолоғона һылтанып, уны урынында ҡалдырырға ҡара итә.

Оҙаҡ йылдар буйы зыярат тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора. Көньяҡҡа ҡараған тау битендә ташлы дала өсөн хас булған утыҙҙан ашыу үҫемлек төрө үҫкән, шул иҫәптән һирәк һәм реликт үҫемлектәр ҙә: сысҡан ҡойроғо, терескен үләне һ.б.[3] Хәҙерге мәлдә уларҙың күбеһе юҡҡа сыҡҡан.

Зыяратта ерләнгән шәхестәрҮҙгәртергә

  • Заһир Исмәғилев (1917—2003) — күренекле башҡорт композиторы
  • Рәми Ғарипов (1932—1977) — күренекле башҡорт шағиры, тәржемәсе һәм журналист, Башҡортостандың халыҡ шағиры (1992), Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1988, үлгәндән һуң). 1960 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
  • Мостай Кәрим (1919—2005) — Башҡортостандың халыҡ шағиры.
  • Ҡудашева Фәриҙә Йәһүт ҡыҙы (1920—2010) — Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ йырсыһы.
  • Таһир Күсимов (1909—1986) — Советтар Союзы Геройы
  • Ғәбдрахман Рәсүлев (1889—1950) — күренекле башҡорт дин әһеле.
  • Әхнәф Ибраһим улы Харисов (1914—1977) — башҡорт яҙыусыһы, тел һәм әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы (1972), профессор (1972), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Ҡыҙыҡлы факттарҮҙгәртергә

Мосолман заяраты панорамаһы, 2013г.

Өфө мосолман зыяратында һәм Өфөнөң Сергиево зыяратында күренекле шәхестәр ерләнгәнен иҫәпкә алып, 2012 йылда зыяраттарға тарихи-мемориаль статусы бирелә. .

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Нигматуллина И. В. Старая Уфа. Историко-краеведческий очерк.- Өфө: Китап, 2004. 78-79 бит.
  2. http://ufagen.ru/node/8028
  3. http://www.skitalets.ru/books/bashk_turist/ Башкирия туристская. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1985.