Мөхәмәҙиә (Ҡазан)
Мөхәмәҙиә мәҙрәсәһе (Троицк) менән бутамаҫҡа.
Мөхәмәҙиә | |
Нигеҙләү датаһы | 1883 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Ҡазан |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | список объектов культурного наследия: Казань (часть 1)[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Указания, как добраться | улица Габдуллы Тукая, 34 |
Мөхәмәҙиә Викимилектә |
Мөхәмәҙиә (татар. Мөхәммәдия) — Ҡазан ҡалаһының Иҫке-Татар тарихи биҫтәһе биләмәһендәге Ҡазан юғары мосолман мәҙрәсәһе.
Мәҙрәсә бинаһы Ғабдулла Туҡай урамы, 34-се йорт адресы буйынса урынлашҡан. Республика әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты булып тора[1].
Тарихы
үҙгәртергә1882 йылдан ғәмәлдә була. Нигеҙ һалыусыһы — күренекле татар дин эшмәкәре Баруди Ғәлимйән. 1883 йылда бер ҡатлы кирбес бинаһын архитектор М. Ермолаевтың проекты буйынса М. И. Ғалиев төҙөй. Һуңынан икенсе ҡат, өсөнсө ҡатөҫтәнеләр. 1901 йылда өс ҡатлы йортҡа яңы өс ҡатлы кирбес бинаһы төкөтмә итеп эшләнде.
1901 йылда яңы бинаның нигеҙенә беренсе таш һалыу тантанаһына дини лидер Зәйнулла Рәсүлев килә[2].
1918 йылда мәҙрәсә ябыла, бина төрлө ойошмаларға тапшырыла. Оҙайлы өҙөктән һуң 1993 йылда мәҙрәсә ҡабаттан асыла. Уның ойоштороусыһы — Татарстан Республикаһы мосолмандарының диниә назараты. 1998 йылда мәҙрәсә бинаһы уҡыу йортона ҡайтарылды[3].
Уҡыу процесы
үҙгәртергә1891 йылда уҡытыуға яңы ысулдар индерелгәндән һуң, донъяуи дисциплиналар барлыҡҡа килә: математика, география, тәбиғәтте өйрәнеү, урыҫ теле һ. б. Шул уҡ ваҡытта квалификациялы уҡытыусыларҙы әҙерләргә кәрәк була, ошо маҡсатта 1907 йылдың 2 майында педагогик курстар асыла. Һөҙөмтәлә был мәҙрәсә күп баҫҡыслы уҡыу йортона әүерелә, бында 12 йыл дауамында уҡыйҙар. 1913 йылда уҡытыу тағы ла бер үҙгәреш кисерә һәм 14 йыллыҡҡа әйләнә: 5 йыл «Ибтидаиә» — башланғыс белем биреү, 6 йыл «Сәнәүиә» — урта, 3 йыл «Ғәлиә» — юғары һәм тамамлаусы курс, шулай уҡ уҡыу системаһына инмәгән 1 йыллыҡ әҙерлек курстары. 36 йыл ғәмәлдә булыу дауамында мәҙрәсә меңдән ашыу шәкерттәр сығара, уларға башланғыс, урта һәм юғары дини белем бирә. Мөхәмәҙиә мәҙрәсәһе, донъяуи фән, мәҙәниәт, иҡтисад һәм сәйәсәт өлкәләренә билдәле ғалимдар биреп, татар мәғрифәтселек тарихында яҡты эҙ ҡалдырҙы.
Мәҙрәсәлә 500-гә яҡын шәкерт уҡый, уҡытыусылар составы ла байтаҡ була. Мәҫәлән, 1906 йылда, бер нисә ассистенттан тыш, бында 20-гә яҡын мөғәллим эшләй. 1913—1914 уҡыу йылында Мөхәмәҙиә мәҙрәсеһендә уҡытыусылар һаны — 20 кеше. Коллективҡа Баруди Ғәлимйән (Ҡөрьән тәфсире, хәҙистәр), Г. Ғалиев (Ҡөрьән), М. Ханафеев (әлифба, ҡөрьән, дини тәғлимәт, ислам тарихы), Таһир Ильясов (фикх, ғәрәп теле һәм ғәрәп әҙәбиәте, һөйләү, догматика, шиғырҙар, дин ҡағиҙәләре, хикмәтле һүҙ һәм өгөт-нәсихәт), Я. Адутов (Мөхәммәт тормошо, ғәрәп әҙәбиәте), Ш. Бикбулатов (Ҡөрьән, ғәрәп этимологияһы, тәғлимәт), X. Азизов (ғәрәп этимологияһы, уҡыу, тәржемә, әйтеп яҙҙырыу, хикмәтле һүҙ, дөйөм тарих, татар теле), К. Беккенин (этимология, ғәрәп теле синтаксисы, арифметика, тәржемә, әйтеп яҙҙырыу, уҡыу, тәбиғәт тарихы, ғәрәп ритмикаһы, һөйләү), М. Хабибрахманов (арифметика, география, татарҙар тарихы, татар теле), Ш. Мостафин (арифметика, таҙа яҙыу, һүрәт төшөрөү, әйтеп яҙҙырыу, ғәрәп теле, инша), X. Солтанов (урыҫ теле, арифметика), А. Зәйетов (ислам тарихы, һүрәт төшөрөү, арифметика, счет, этимология, әйтеп яҙҙырыу, география, Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең хикмәтле һүҙҙәре, Ҡөрьән, уҡыу), 3. Уразаев (яттан уҡыу, әйтеп яҙҙырыу, һүрәт төшөрөү, ҡөрьән, уҡыу, дини тәғлимәт, ғәрәп теле, таҙа яҙыу, иҫәп, арифметика, тарих, ислам тарихы), А. Ниғмәтуллин (рәсем, уҡыу, дини тәғлимәт, яттан уҡыу, таҙа яҙыу, арифметика, иҫәп, әйтеп яҙҙырыу, дини тәғлимәт), К. Тарджиманов (юриспруденция нигеҙҙәре, татар теле, философия, психология, логика) һәм башҡалар инә[4].
Билдәле тамамлаусылар
үҙгәртергә- Яҡупов Камил Лотфрахман улы — революционер, большевик, Татарстанда совет власын урынлаштырыу өсөн көрәшсе.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Сайт Министерства культуры РТ(недоступная ссылка)
- ↑ К 130-летию со дня рождения муфтия Габдуррахмана Расули
- ↑ Медресе «Мухаммадия» — Медресе 'Мухаммадия'
- ↑ История медресе «Мухаммадия» 2016 йыл 23 октябрь архивланған.