Дәүләтшин Ғәббәс Йәғәфәр улы

Дәүләтшин Ғәббәс Йәғәфәр улы (24 сентябрь 1892 йыл7 декабрь 1937 йыл) — башҡорт телсеһе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. 1929—1937 йылдарҙа Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.

Ғәббәс Йәғәфәр улы Дәүләтшин
Тыуған көнө

24 сентябрь 1892({{padleft:1892|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})

Тыуған урыны

Һамар губернаһы Пугачёв өйәҙе[1] Ташбулат-Күстән ауылы

Вафат булған көнө

7 декабрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (45 йәш)

Вафат булған урыны

Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы

Гражданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге

башҡорт телсеһе

Балалары

Дәүләтшин Хәмзә Ғәббәс улы

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғәббәс Йәғәфәр улы Дәүләтшин Һамар губернаһы Пугачев өйәҙенең[1] Ташбулат-Күстән ауылында тыуған. Хәҙерге башҡорт тел белеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Башланғыс белемде мәҙрәсәлә ала. Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша.

1918—1919 йылдарҙа Ташбулат-Күстән ауыл Советында, ә 1919 йылдан Һамар һәм Ырымбур губерналарында халыҡ мәғарифы бүлектәрендә мөдир һәм инспектор булып эшләй.

Башҡортостан Мәғариф халыҡ комиссариаты саҡырыуы буйынса 1924 йылдан Өфөләге В. И. Ленин исемендәге урта мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта.

1929—1931 йылдарҙа Ленинградта Көнсығыш телдәре институтында уҡый. Унда ғәрәп теле, төрки телдәрҙең сағыштырма грамматикаһы, төрки халыҡтары телдәренең тарихи үҫеше, фольклоры, эксперименталь фонетикаһы кеүек проблемаларҙы һәм фәндәрҙе өйрәнә.

1931 йылдан К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында башҡорт теле кафедраһы мөдире булып эшләй башлай. 1920—30-сы йылдарҙа башҡорт теленең диалекттары, орфографияһы буйынса мәҡәләләр серияһы баҫтыра, башҡорт мәктәптәре, техникумдары, рабфактары өсөн дәреслектәр төҙөй. 1930 йылда Ғ. Й. Дәүләтшин «Башҡорт теленең орфографик һүҙлеге»н баҫтыра, унда 11 мең һүҙ индерелгән. Юғары уҡыу йорттары өсөн «Башҡорт теле» дәреслеге, артабан «Башҡорт теленең синтаксисы» кеүек китаптар ижад иткән[2].

Ғәббәс Дәүләтшин — башҡорт тел белеме фәненә нигеҙ һалыуға, уны артабан үҫтереүгә ҙур өлөш индергән шәхес.

1929 йылдан Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзаһы була. 1937 йылда репрессиялана, атыуға хөкөм ителә. 1956 йылда тулыһынса аҡлана.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Ғәббәс Дәүләтшиндең тел ғилеме буйынса тәүге хеҙмәттәре «Башҡорт Аймағы» йыйынтығында һәм «Белем» журналында баҫылып сыға. «Башҡорт телендә ҡатмарлы аффикстар ярҙамында һүҙьяһалыш ысулдары», «Башҡорт теле һөйләштәре», «Башҡорт әҙәби теле һәм уның орфографияһы» һәм «Башҡорт әҙәби теленең ҡәбилә һөйләштәре үҙенсәлектәре».

1927 йылдың декабрендә Ғәббәс Дәүләтшин Яңалиф – яңы латинлаштырылған графика буйынса I Башҡорт конференцияһында «Башҡорт әҙәби теленең нигеҙе итеп алырлыҡ төп башҡорт һөйләштәре тураһында» тигән доклад менән сығыш яһай. Ул башҡорт әҙәби телен ентекләп эшләү нигеҙе сифатында ҡыуаҡан диалектын алыуҙы был һөйләштең «таҙа» башҡорт теле булыуы менән дәлилләй. Уның тәҡдимдәрен Дауыт Юлтый һәм Төхвәт Кәлимуллин (Йәнәби) хуплай.

1927 йылда Ғәббәс Дәүләтшин Дауыт Юлтый һәм Вәли Хангилдин менән бергә Башгизда «Башҡорт әҙәбиәте буйынса хрестоматия» сығара.

1934 йылда БДПИ йыйынтығында донъя күргән «Башҡорт теле һөйләштәре» тигән ҙур хеҙмәтендә ул алты башҡорт һөйләшен: ҡыуаҡан, юрматы, әйҙе, һалйот, табын һәм дим һөйләштәрен айырып күрһәтә.

1929 йылда Ғәббәс Дәүләтшин Ленин исемендәге өфө мәктәбенең уҡытыусыһы З. Айыуханов менән башҡорт теленең латиницаға нигеҙләнгән беренсе әлифбаһын баҫып сығара. Артабан, 1940 йылға, «Әлифба» тигән исем менән сыға башлағанға тиклем яңынан баҫыла. Шул уҡ йылда тиражы 12 мең дана менән Ғ. Дәүләтшиндең уҡытыусылар өсөн «Башҡорт теле һәм уның орфографияһы» дәреслеге сыға. Китаптың аҙаҡҡы биттәрендә, ҡушымта булараҡ, 450 һүҙ индерелгән орфографик һүҙлек тә була. Х. Ғәбитов һәм Ғ. Вильданов менән авторҙаш булараҡ, Ғ. Дәүләтшин икенсе баҫҡыс мәктәптәре һәм педагогия техникумдары өсөн «Әҙәби хрестоматия» дәреслеген сығара.

1930 йылда Ғәббәс Дәүләтшиндең тиражы 4 мең дана «Башҡорт теленең орфографик һүҙлеге» донъя күрә. Уға 10 меңгә яҡын һүҙ ингән.

2020 йылдың 30 октябре – Сәйәси золом ҡорбандарын хәтергә алыу көнөндә БДУ-ның роман-герман филологияһы факультеты бинаһы стенаһына (элек бында К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт пединституты урынлашҡан була) хәҙерге заман башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Ғәббәс Дәүләтшингә мемориал таҡтаташ асыу тантанаһы булды.

Сәләмләү телмәре менән БР Мәғариф министрлығынан Булат Зинуров, Ранис Алтынбаев, сәйәси золом ҡорбандарының Башҡорт Ассоциацияһы рәйесе урынбаҫары заместитель Артур Латипов, Һамар өлкәһе Большеглушицкий районы башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе Самат Дәүләтшин, «Өфө-матбуғат» МУП директоры Заһир Ишкин, БР Яҙыусылар Союзы рәйесе Зәки Әлибаев, БДУ-ның башҡорт филологияһы, көнсығыш ғилеме һәм журналистикаһы факультеты деканы Гөлфира Абдуллина, Ғәббәс Дәүләтшиндең бер туғанының бүләсәре – Камила Ғүмәрова сығыш яһаны.

Хөрмәтле ҡунаҡтар Ғәббәс Дәүләтшиндең башҡорт теленең әҙәби тел нигеҙенә ятырлыҡ төп диалектын һайлауҙа ҡатнашыуын, латиницаға таянып баҫылған тәүге башҡорт әлифбаһының авторҙашы, башҡорт теленең тәүге автором первого орфографик һүҙлеге һәм юғары уҡыу йорттары өсөн башҡорт теле дәреслеге авторы булыуын әйтеп үттеләр[3]. Ғәббәс Дәүләтшин үҙе башҡарған башҡорт халыҡ йыры «Урал» яҙмаһын яңғырашында мемориал таҡтаташ асылды һәм сәскәләр һалынды.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

«Башҡортостан. Ҡыҫҡаса энциклопедия».

Һылтанмалар

үҙгәртергә