Усман Хусни (ысын исеме — Хөснөтдинов Усман Хөснөтдин улы; 1895, Иҫке Һынны ауылы, Өфө губернаһы30 ноябрь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}), Өфө) — совет тел белгесе.

Усман Хөсни
Исеме

Усман Хуснутдинович Хуснутдинов

Тыуған көнө

1895

Вафат көнө

30 ноябрь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})

Биографияһы

үҙгәртергә

Хөснөтдинов Усман Хөснөтдин улы 1895 йылда Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Илсенбәт ауылында (әлеге Башҡортостан Республикаһы Благовар районы Иҫке Һынны ауылы) тыуа.

19101913 йылдарҙа ул Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Боҙаяҙ ауылының (әлеге Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы) мәҙрәсәһендә шәкерт булып уҡый.

1921 йылдан алып Усман Хөсни Өфө педагогика техникумында уҡыта.

1934 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогика институтын тамамлай.

Киләһе йылдан алып 1948 йылға тиклем К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогика институтында уҡытыусы булып эшләй.

Хөсни Усман башҡорт теленең ғилеме мәсьәләләренә, башҡорт телен уҡытыу методикаһына бағышланған ғилми хеҙмәттәр, шул иҫәптән урта мәктәптәр менән юғары уҡыу йорттарында уҡытыу өсөн дәреслектәр һәм уҡытыу-методик әсбаптар авторы кеүек билдәле.

Төп хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Тел терминдары. — Өфө, 1935. (авторҙ.)
  • Башҡорт теле. Грамматика һәм дөрөҫ яҙыу. — Өфө, 1938. (авторҙ.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә