Берн
Берн (нем. Bern [ˈbɛrn], франц. Berne, итал. Berna, ромш. Berna) — федераль әһәмиәттәге ҡала, Швейцарияның фактик[4] баш ҡалаһы. Немец телле Берн кантонының баш ҡалаһы һәм Берн-Миттельланд округының административ үҙәге. Альп тауҙарынан төньяҡта, Ааре йылғаһы үҙәнендә илдең үҙәк өлөшөндә урынлашҡан.
Ҡала | |||||
Берн нем. Bern | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Кантон | |||||
Округ | |||||
Координаталар | |||||
Мэр |
Александр Шаппат | ||||
Нигеҙләнгән | |||||
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
в XII веке | ||||
Майҙаны |
51,6 км² | ||||
Бейеклеге |
555 м | ||||
Климат тибы |
уртаса | ||||
Рәсми теле | |||||
Халҡы | |||||
Тығыҙлығы |
2 550 кеше/км² | ||||
Агломерация | |||||
Этнохороним |
бе́рнец, бе́рнка, бе́рнцы[3] | ||||
Сәғәт бүлкәте | |||||
Телефон коды |
+41 31 | ||||
Почта индексы |
3000-3030 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
BE | ||||
Рәсми код |
0351 | ||||
Рәсми сайт |
bern.ch | ||||
Халҡы — 131,5 мең кеше (2015 йылға), ҙурлығы буйынса илдә бишенсе ҡала. Агломерация сиктәрендә 270 мең кеше йәшәй (2015 йыл).
Берн Швейцарияның сәйәси үҙәге булып тора, унда хөкүмәт, парламент һәм үҙәк банк урынлашҡан. Бөтә донъя почта союзының һәм Швейцария тимер юлдарының штаб-фатиры урыны.
Аре йылғаһының бөгөлөндәге ярымутрауҙа барлыҡҡа килгән тарихи үҙәк ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекты булып һанала. 1405 йылда янғындан ныҡ зыян күрә. Иҫке ҡалала боронғо готик собор, башня сәғәте, скульптура фонтандары, 6 километр оҙонлоҡтағы аркадалар урынлашҡан.
Герцог Церингенский Бертольд V тарафынан 1191 йылда нигеҙ һалынған. XIII—XVII быуаттарҙа империя ҡалаһы була. XIV быуатта Швейцария союзына инә. XVI быуат Реформация үткәрелә. 1848 йылдан — Швейцарияның парламент һәм хөкүмәт резиденцияһы.
Тарихы
үҙгәртергәИсеме
үҙгәртергәҠаланың исеме тәүге тапҡыр 1208 йылдың 1 декабрендә грамотала телгә алына. Ҡала атамаһының килеп сығышы тураһында фәнни, шулай уҡ халыҡ- этимологик версиялары ла бар.
- Иң киң таралған легендаға ярашлы ҡалаға нигеҙ һалыусы герцог V Бертольд Церингенский ҡаланы һунарҙа үлтерелгән беренсе йәнлек буйынса атарға ҡарар итә, ул йәнлек айыу була. Лингвистик яҡтан «Берн» һәм «айыу» һүҙҙәре (нем.) уртаҡ тамырҙарға эйә түгел. Халыҡ этимологияһы ҡала гербында айыу менән иллюстарциялана.
- Икенсе версия буйынса, ҡала исеме итальян ҡалаһы Веронаның үҙгәртелгән исеменән килеп сыҡҡан, сөнки берн аҡһөйәктәре верон феодалдары менән туғанлыҡ ептәре менән бәйле булған. Был версия күрһәтеүенсә, III—V быуатта Веронаның немец атамаһы Bern йәки Welsh Bern булған, ә эшмәкәрлеге Верона менән бәйле булған остгот короле Бөйөк Теодорих, шулай уҡ Дитрих Бернский тип аталған.
- Хәҙерге ваҡыттағы версия буйынса Берн атамаһы артабанғы хәрефтәрҙең урыны алмашыныу юлы менән (Bern, Berne) кельт bren («тау») йәки brena («ярыҡ») һүҙенән килеп сығыуы мөмкин.
Урта быуаттар
үҙгәртергәБерндың тирә яҡтарына Латен осоронан һуң түгел күсеп ултырғандар. Ангель ярымутрауында табылған боронғо кельт биләмәһе б.э. тиклем яҡынса II быуатҡа ҡарай. Боронғо Рим дәүерендә ярымутрауҙа б.э. тиклем 165 йылдан 211 йылға тиклем осорҙа ташланған галло-рим тораҡ пункты (vicus) урынлашҡан,
Иртә Урта быуаттарҙан ҡалған ҡәберлектәр күп.
XII быуат аҙағында бургундия герцогы Бертольд V Берн ҡалаһына нигеҙ һала, 1309 йылдағы «De Berno Cronica» йылъяҙмаһында нигеҙ һалыныу ваҡыты 1191 йыл тип күрһәтелгән. Яңы ҡала тиҙ үҫешә, сөнки герцогтың ныҡ ҙур биләмәләренең уңайлы үҙәге була, уға хатта «Бай» тигән ҡушамат тағыла. Бертольд 1218 йылда вариҫтар ҡалдырмай вафат була. Уның бургунд биләмәләре Изге Рим империяһының императоры Фридрих II күсә, шул уҡ ваҡытта Берн (һәм Цюрих) империя ҡалаһы тип иғлан ителә.
XIII быуат уртаһында Берндан алыҫ булмаған монастырь монахтары, «Берндың Алтын Хартияһы» тип аталған ялған документ яһайҙар. Документ 54 мәҡәләнән торған пергаменттан ғибәрәт булған, унда ысынлап та Фридрих бүләк иткән «империя ҡалаһы» статусы ғына түгел, ә ҡала идаралығында айырым өҫтөнлөктәр ҡуйылған, улар Бернды, асылда, бойондороҡһоҙ дәүләт яһаған. Пергамент император Фридрих II саф алтындан исемле мисәте менән нығытылған, шуға ла уны «алтын Хартия» тип атай башлайҙар. 1272 йылда ҡала был Хартияны Габсбургтар династияһынан беренсе король, Рудольф Беренсегә күрһәтә — Рудольф 10 йыл анархиянан һуң империя мөлкәтендә төшөнгәс, Хартияны ысын тип таный.
Шулай итеп Берн һуңғы Урта быуаттарҙа ирекле ҡала була — тулы үҙидара менән — империянан тик бер аҙ ғына сәйәси һәм финанс бойондороҡлолоғон һаҡлап ҡала. 1353 йылда Бернды «Һигеҙ ер союзына» берләштереү менән (Швейцария союзының тәүге формаларының береһе) — ҡала үҙенең тулы бойондороҡһоҙлоғо тураһында иғлан итә. Киләһе 35 йыл буйына империя менән һуғышта. азатлығын яҡларға тура килә. 1389 йылдың империя Берн суверенитетын таный, «Һигеҙ ер союзы» менән тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуя.
Климаты һәм географияһы
үҙгәртергәҠала Швейцария яйлаһының көньяҡ өлөшөндә, Аре йылғаһы буйында урынлашҡан. Тарихи ҡала йылғаның бөгөлөндә ҡаланы тәбиғи һаҡлаусы бейек ҡалҡыулыҡта төҙөлгән.
Берн климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин. | Фев. | Март | Апр. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сен. | Окт. | Нояб. | Дек. | Йыл |
Уртаса максимум, °C | 2,8 | 4,7 | 9,5 | 13,4 | 18,2 | 21,6 | 24,3 | 23,7 | 19,1 | 13,8 | 7,3 | 3,5 | 13,5 |
Уртаса температура, °C | −0,4 | 0,7 | 4,7 | 8,1 | 12,7 | 16 | 18,3 | 17,7 | 13,7 | 9,3 | 3,7 | 0,6 | 8,8 |
Уртаса минимум, °C | −3,6 | −3,1 | 0,2 | 3 | 7,4 | 10,5 | 12,5 | 12,3 | 8,9 | 5,4 | 0,4 | −2,3 | 4,3 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 60 | 55 | 73 | 82 | 119 | 111 | 106 | 116 | 99 | 88 | 76 | 74 | 1059 |
Сығанаҡ: [5] |
Административ бүленеше
үҙгәртергәБерн 6 районға бүленгән:
- Иннере Штадт (I районы),
- Ленггассе-Фельсенау (II районы),
- Маттенхоф-Вайссенбюль (III районы),
- Кирхенфельд-Шоссхальде (IV районы),
- Брейтенраин-Лорраине (V районы),
- Бюмплиц-Оберботтиген (VI районы).
Халҡы
үҙгәртергәХалҡы һаны | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
1980 | 1990 | 2000 | 2010 | 2015 | |||
254 145 | ↘ 338 136 | ↘ 634 128 | ↘ 381 124 | ↗ 554 131 |
2013 йылда ҡалала 137 980 кеше теркәлгән. Ҡатын-ҡыҙҙар халыҡтың 52,3 %, ә ир-аттар ярашлы рәүештә 47,7 % өлөшөн тәшкил итә.
2013 йыл мәғлүмәттәре буйынса Берн халҡы түбәндәге йәш төркөмдәренә бүленә:
- 16 йәшкә тиклем — 12 %;
- 16 йәштән 64 йәшкә тиклем — 71,2 %;
- 65 йәштән өлкәндәр — 16,8 %;
Ҡала халҡының яҡынса дүрттән бер өлөшө (23,7 %) — швейцариялылар түгел һәм башлыса Германия, Италия, шулай уҡ Испаниянан килгәндәр.
Сығанағы: Statistik Bern Stadt, 2013.
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергәБерн иҫтәлекле урындарға бай. Иҫтәлекле урындар тупланған ҡаланың иҫке өлөшө 1983 йылда ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә. Иҫке ҡала өлөшөнөң айырмалы үҙенсәлеге булып күп һанлы аркадаларҙың — ҡабырға яҡтан урамдарҙың өҫтөнән япмаларҙың булыуы тора. Ямғырлы көндәрҙә аркадалар өйҙәрендә сатырҙарын онотоп ҡалдырған ҡала халҡын ҡотҡара. 2014 йылда Берн халҡы ҡаланы Швейцариялағы иң матур ҡала тип атай[6].
Төп иҫтәлекле урындары:
- Берн кафедраль соборы Швейцарияның мөһим боронғо готик ғибәҙәтханаһы тип һанала. 1421 йылда төҙөлә башлаған, әммә (дөрөҫөрәге, уның башняһы) 1893 йылда ғына тулыһынса төҙөлгән. Соборҙың иң ҡыҙыҡлы йыһаздары — XVI быуат мебелдәре һәм витраждары. Улар бөтәһе лә XV быуатҡа тиерлек ҡарай, тик ғәһед күренештәре менән ике витражы күпкә һуңыраҡ, XIX быуатта башҡарылған. Архитектура күҙлегенән собор өс нефлы базилик булып тора.
- Ҡапҡалары менән цитглогге (сәғәт башняһы) Борон сәғәт башняһы ҡала нығытмаларының өлөшө булған, башняла ҡапҡалар бер нисә ҡала ҡапҡаһы булған. Башняның көнсығыш фасадында 1530 йылда ҡуйылған астрономик сәғәттәр урынлаштырылған. Сәғәттең механизмы әтәс, айыуҙар, Хронос фигураларын хәрәкәткә килтерә, улар сәғәт һайын тамаша башҡара. Шулай уҡ сәғәт йондоҙҙар хәрәкәтен һәм зодиак тамғаларын күрһәтә. Башта ул ҡаланың төп сәғәте һәм ваҡыт өлгөһө булған, башҡа барлыҡ сәғәттәр уның менән дөрөҫләнгән.
- Берн фонтаны. Бөтә донъяға билдәле берн фонтан-скважиналары. Һәр береһенең үҙенең күп йыллыҡ тарихы бар. 1542 һәм 1546 йылдар араһында булған ағас фонтандар Берн өсөн типик булған скульптуралар менән таш фонтандарға алмаштырыла, күп өлөшө фрайбург скульпторы Ганс Гинг тарафынан төҙөлә.
- Беренграбен — йырын һәм ҡала үҙәгендә парк, унда Берндың тере геральдик символын һынландырған айыуҙар йәшәй.
- 2009 йылда Бернға президент ҡатыны Светлана Медведева Берн мэры Александр Челетҡа бүләк сифатында ике ҡара айыуҙы алып килә. Маша һәм Миша Рәсәй башлығының тарихта Швейцарияға беренсе визиты ваҡытында тантаналы ҡалаға тапшырыла[7].
- Изге Петр һәм Павел сиркәүе — реформациянан һуң ҡалала беренсе католик сиркәү.
- Иҫке Берн — Бөтә донъя мираҫы объекты.
- Берн ҡалаһында, интеллектуаль милектең Федераль институтында (IGE), бөтә донъянан 30 миллион патент һаҡлана. Бына бер нисә уйлап табыу миҫалы — ҡаптырма-молния, автоҡәләм, канцелярия төймәһе, саңғы таяғы өсөн тормоз, тиҙ ҡаптырыла торған саңғы ботинкалары[8].
Музейҙары
үҙгәртергә- Heimatmuseum Adelboden;
- Heimatmuseum Attiswil;
- Кефитурм музейы (Ortsmuseum Kefiturm);
- Bernische Stiftung für angewandte Kunst und Gestaltung;
- Антиквариат коллекцияһы (Antikensammlung);
- Берндың тарихи музейы;
- Университет ботаника баҡсаһы; (Botanischer Garten der Universität)
- Альберт Эйнштейндың йорт-музейы;
- Хәрби музей (Heilsarmee-Museum);
- Кунстхалле;
- Швейцария Альптары музейы;
- Трамвай музейы;
Туғандаш ҡалалар
үҙгәртергәПартнёр ҡалалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Cantons and Cities of Swiss Confederation .
- ↑ Agglomeration Cores of Swiss Confederation .
- ↑ Городецкая И. Л., Левашов Е. А. Берн // Русские названия жителей: Словарь-справочник. — М.: АСТ, 2003. — С. 48. — 363 с. — 5000 экз. — ISBN 5-17-016914-0.
- ↑ Столица Швейцарии - есть ли она? // www.business-swiss.ch. Дата обращения: 2016-3-11.
- ↑ Klimanormwerte Bern/Zollikofen — Normperiode 1981−2010 . Дата обращения: 4 апрель 2016. 2016 йыл 16 апрель архивланған.
- ↑ Швейцарцы назвали самые красивые города Швейцарии (Фото) . // www.business-swiss.ch. Дата обращения: 2014-5-25.
- ↑ [WWW.swissinfo.ch/rus/животный-мир_печальная-история-миши-и-маши/38350182/ "Медвежий ров" в Берне. Печальная история Миши и Маши] .
- ↑ Герберт Майер Швейцария. — 1997.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Берн, город // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Ronne Rokebrand. Zwitserland (серия путеводителей Dominicus, Нидерланды). 2002, ISBN 90-257-3331-X
- Inside guide: Switerland. Apa publications GmbH, 2001. ISBN 981-234-584-1