Йәйге ваҡыт
Йәйге ваҡыт (рус. Летнее время, ингл. Daylight saving time) — билдәле сәғәт бүлкәтендә ҡабул ителгән ваҡыттан 1 сәғәт алға күсерелгән ваҡыт. Күп илдәрҙә өй-урамдарҙы яҡтыртыуға тотонолған электр энергияһын экономиялау өсөн йәйен индерелә. Көҙ көнө ваҡыт ҡышҡы ваҡытҡа кире күсерелә.
Күпселек илдәрҙә ҡышҡы ваҡыт һәр ваҡыт бүлкәтенең астрономик ваҡытына тап килә; әммә Рәсәйҙең күпселек төбәктәрендә ҡышҡы ваҡыт бүлкәт ваҡытынан бер сәғәт алда килә; шуға ярашлы йәйге ваҡыт бүлкәт ваҡытынан 2 сәғәткә алда килә. Мәҫәлән, йәй көнө беҙ иртәнге сәғәт етелә торһаҡ, бүлкәт ваҡыты менән сәғәт биш була. Бының сәбәбе — илебеҙҙең тарихында: СССР-ҙа һәм Рәсәйҙә йәйге ваҡыт ике тапҡыр индерелде (түбәндә «Рәсәй» секцияһында ҡарағыҙ).
Рәсәйҙә 2011 йылғаса ваҡыт йәйгегә марттың һуңғы йәкшәмбеһендә төнгө икелә индерелеп килде: ваҡыт бер сәғәт алға күсерелде. Ҡышҡыға ваҡыт октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә төнгө сәғәт өстә күсерелә ине. 2011 йылдың февралендә Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев йәйге ваҡытҡа күсеүҙе туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итте[1].
Тарих
үҙгәртергәҠайһы бер боронғо цивилизацияларҙа тәүлектең яҡты ваҡыты, оҙонлоғона ҡарамаҫтан, 12 тигеҙ сәғәткә бүленгән булған. Һөҙөмтәлә, йәй көнө бер үк көндөҙгө сәғәт оҙонораҡ, ә ҡышҡы сәғәт ҡыҫҡараҡ булған[2]. Мәҫәлән, Боронғо Римда ҡулланылған һыу сәғәтендә йылдың төрлө айҙары өсөн төрлө шкала булдырылған булған. Римдың киңлегендә көн тыуғандан иҫәпләнгән өсөнсө сәғәт ҡышҡы ҡояш торошонда хәҙерге ваҡыт менән 09:02-лә башланып 44 минут һуҙылһа, йәйге ҡояш торошонда хәҙерге ваҡыт менән 06:58-ҙә башланып 75 минут һуҙылған[3].
Урта быуат дәүерендә тигеҙ оҙонлоҡло сәғәт системаһы өҫтөнлөк алған; бынан һуң ваҡыт һәр миҙгелдә бер төрлө үлсәнгән.
1784 йылдың 26 апрелендә Францияла АҠШ-ның илсеһе булып хеҙмәт иткән Бенджамин Франклин аноним хатында, Парижда тороусы кешеләр май шәмдәрен аҙыраҡ тотонһон өсөн таңда иртәрәк торһондар, тигән тәҡдим индергән.
Был хатта ул шулай уҡ ошондай сатирик тәҡдимдәр биргән: тәҙрә ҡапҡастарына һалым һалыу, май шәмдәрен рационлау, һәм таңда ҡалала торған халыҡты пушканан туп атып һәм сиркәү ҡыңғырауҙарын һуғып уятыу. 20-се марттан 20-се сентябргә хәтлем осорҙо бөтөнләй май шәм яндырмай сығып була, тип һанаған Рузвельт; ошолай йылыҡ яндырылған шәмдәрҙең яртыһын экономлап була, тип уйлаған ул.
Хәҙерге йәйге ваҡыт системаһын беренсе булып Джордж Вернон Хадсон, Яңы Зеландия энтомологы тәҡдим итә. Джодж Хадсондың эше сменалы булған, буш ваҡытында ул бөжәктәр коллекцияһын йыйыу менән мауыҡҡан һәм өҫтәмә көндөҙгө яҡтылыҡты юғары баһалаған[4].
1895 йылда Хадсон көндөҙгө яҡтылыҡты бәрәкәт файҙаланыу өсөн ваҡытты 2 сәғәт алға күсерегә тәҡдим иткән. Ғилми берләшмәлә был тәҡдим ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған, Хадсондың был турала хаты ғилми журналда баҫтырылған[5].
Уильям Уиллет, Бөйөк Британияла йәшәгән күренекле төҙөүсе һәм асыҡ һауала йәшәргә яратыусы, шулай уҡ йәйге ваҡыт индерергә тәҡдим итеүселәрҙең береһе булған. Йәйге бер таңда иртә тороп, ҡояш иһә күптән ҡалҡҡанын, ә Лондон халҡы һаман йоҡлап ятҡанын күргән. Уиллет шулай гольф уйыны менән мауыҡҡан, әммә киске эңерҙә уйнарға яратмаған. 1907-се йылда Бөйөк Британияның бер гәзитендә уның был турала «Көндөҙгө яҡтылыҡты бушҡа ебәрәбеҙ» тигән мәҡәләһе сыҡҡан. Унда ул ошолай тәҡдим биргән: апрелдең һәр йәкшәмбе көнөндә ваҡытты 20 минут алға күсерегә (барлығы ваҡыт 80 минут алға күсерелә), сентябрҙә иһә сәғәтте кире күсерергә. Үҙенең үлеменә тиклем Уиллет үҙ тәҡдимен Бөйөк Британияла уңышһыҙ алға һөрөп маташҡан.
Европала беренсе булып Уиллеттың тәҡдимен Германия файҙаланған. Беренсе донъя һуғышында был илдә яндырылған күмерҙе экономлау өсөн, 1916 йылдың 30 апрелендә Германияла йәйге ваҡыт индерелә башлай; тиҙҙән был илдең союздаштары ла быға ҡушыла. Бер нисә йыл эсендә, был практиканың файҙаһын күреп, Европаның күпселек илдәре лә ваҡытты йәйгегә бер сәғәт алға күсерә башлай. Рәсәй 1917-се йылда, ә АҠШ — 1918 ҡушыла.
Күп илдәрҙә йәйгегә ваҡытты күсерергә өндәгән плакаттар сыға башлай; улар кешеләрҙең патриотлыҡ хистәренә йоғонто яһай.
Беренсе донъя һуғышы 1918 йылда тамамланғас, Германияла йәйгегә ваҡытты күсереүҙән баш тарталар; был илдә йәйге ваҡыт ҡабат 1940 йылда, Өсөнсө Рейх хакимлығы ваҡытында индерелә. 1945 йылда һуғыш бөткәс был практика туҡтатыла, 1949 йылда (ФРГ-ла) һәм 1950 йылда (ГДР-ҙа) ҡайтанан индерелә.
АҠШ йәйге ваҡыттан 1919-сы йылда баш тарта, 1941 йылда уны ҡабат индерә, һуғыш бөткәс уны туҡтатып тора, һәм 1974 йылда йәнә индерә.
Японияла йәйге ваҡыт 1946 йылда илде баҫып алған АҠШ хакимиәте тарафынан индерелә, 1952 йылда бөтөрөлә.
Хәҙерге хәлдәр торошо
үҙгәртергәХәҙерге ваҡытта йәйге ваҡытҡа 76 ил (шул иҫәптән 10 илдең ҡайһы бер төбәктәре генә) күсеп тора[7]. 128 илдә йәйге ваҡыт ҡулланылмай. Төньяҡ ярымшарҙа йәйге ваҡыт АҠШ-ла, Канадала, Европа илдәрендә, Рәсәйҙең бар территорияһында ҡулланыла. Төньяҡ ярымшарҙа йәйге ваҡыт Австралияла, Яңы Зеландияла, Парагвайҙа, Бразилияла, Аргентинала, Чилиҙа ҡулланыла.
Япония, Ҡытай, Һиндостан, Сингапур һәм шулай уҡ СССР-ҙың элекке ҡайһы бер республикалары (Үзбәкстан, Тажикстан, Төрөкмәнстан, Грузия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан) йәйге ваҡыттан баш тарттылар.
Күп илдәрҙә йәйге ваҡытты ғәмәлдә ҡалдырыу-ҡалдырмау тураһында ҡыҙыу бәхәс бара. Энергетиктар, спорт кейеме һәм кәрәк-яраҡтары етештереүселәр һәм сауҙа селтәрҙәре уға ыңғай килһә, һаулыҡ һаҡлау, транспорт эшмәкәрҙәре һәм фермерҙар ҡаршы килә.
Европала 2002-се йылға хәтлем (хәҙерге Рәсәйҙә һымаҡ) ваҡыт йәйгегә марттың һуңғы йәкшәмбеһендә төнгө сәғәт 2:00-лә индерелгән — ваҡыт 1 сәғәт алға күсерелгән. Октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә төнгө сәғәт 3:00-тә ваҡыт ҡышҡыға 1 сәғәт артҡа күсерелгән. 2002-се йылдан башлап, Европала ваҡыт йәйгегә Гринвич буйынса сәғәт 01:00-ҙә күсерелә.
Рәсәй
үҙгәртергәРәсәйҙә йәйге ваҡытты тәүге тапҡыр 1917 йылда Ваҡытлы хөкүмәт декретында индерә. 1931 йылда ҡышҡы ваҡытҡа күсеү туҡтатыла, барлыҡ СССР йәйен-ҡышын «декрет ваҡыты» менән, йәиһә 1 сәғәт алға йәшәй башлай. Йәйге ваҡыт ҡабат 1981 йылдың 1 апрелендә Министрҙар Советы ҡарары менән индерелә; шулай итеп, йәйге ваҡыт 2 сәғәткә алда килә.
2008 йылда депутат Сергей Миронов Дәүләт Думаһына йәйге ваҡытты бөтөрөү тураһында закон проекты тәҡдим итә; уға ғилми тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре лә теркәлгән була. Был тикшеренеүҙәрҙә йәйге ваҡыт халыҡтың һаулығына кире йоғонто яһай, тип иҫбатлана. Әммә-ләкин Дума был проектты беренсе уҡыуында уҡ кире ҡаға. Оҡшаш тәҡдимдәр Думаға бынан элек тә (мәҫ. 2003 йылда) бирелгән була, тик улар гел дә кире ҡағылып торған[8]. 2011 йылдың февралендә Рәсәйҙең президенты Дмитрий Медведев йәйге ваҡытҡа күсеүҙе бөтөрөү тураһында ҡарарға ҡул ҡуя[9].
Йәйге ваҡыттан баш тартҡан ҡайһы бер илдәрҙә ябайыраҡ бер практика ҡуллана: предприятиеларҙа ваҡыт айырым килешеү нигеҙендә күсерелә. Йәйен эш иртәрәк, ҡышын һуңыраҡ башлана. Японияла мөһим осраҡтарҙа (мәҫ. имтихан тапшырғанда) эш ваҡыты ҡояш ҡалҡҡас 2 сәғәттән һуң ғына башлана.
2011 йылда миҙгелле ваҡытты күсереүҙе бөтөрөү
үҙгәртергә2011 йылдың 8 февралендә президент Медведев йәш ғалимдар менән осрашыуҙа 2011 йылдың көҙөндә «ҡышҡы» ваҡытҡа ҡайтыу булмаясаҡ тип белдерә һәм артабан сәғәтте күсереүҙе ғәмәлдән сығарыу ҡарары тураһында хәбәр итә. Ошо ҡарар нигеҙендә «Ваҡыт иҫәпләү тураһында» тигән Федераль закон һәм хөкөмәт ҡарары ҡабуо ителде. Даими йәйге ваҡыт ҡалды.
Электр энергияһын экономлау
үҙгәртергәСараның файҙаһы
үҙгәртергәЙәйге ваҡытҡа күсеүҙең кәрәклеге тураһында бәхәстәр тиҫтәләрсә йылдар буйына Европа Берләшмәһе илдәрендә, АҠШ-та һәм Рәсәйҙә бара.
РАО ЕЭС компанияһы баһалауынса, йәйге ваҡытҡа күсеү йыл һайын 4,4 млрд киловатт-сәғәт күләмдә электр энергияһын экономиялай. Был күләмде Рәсәйҙең дөйөм халыҡ һанына (141 млн кеше самаһы) бүлһәк, Рәсәйҙең һәр гражданы йылына 31 кВт-сәғ экономлай, йәиһә һәр рәсәйленең башына йылына ни бары алтмышар һум экономия тура килә. Ҡайһы бер ғалимдар әйтеүенсә, ваҡытты күсереүҙән сыҡҡан юғалтыуҙар иҡтисади файҙаһынан өҫтөн сыға. Заманса (люминесцент, светодиод) лампаларға күсеү тамамланғас, уның файҙаһы бынан да түбәнерәк буласаҡ. АҠШ-ла, Японияла, Бөйөк Британияла үткәрелгән тикшеренеүҙәр йәйге ваҡытҡа күсеүҙең файҙаһының бик аҙ булыуын күрһәтте. Ҡайһы бер осраҡтарҙа уның кире эффектҡа килтереүе лә асыҡланды.
Япония, Ҡытай, Сингапур, Эстония, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстан һәм Төрөкмәнстан кеүек илдәр йәйге ваҡытҡа күсеүҙән баш тартты.
Һаулыҡҡа йоғонтоһо
үҙгәртергәРәсәйҙә һәм донъяла үткәрелгән тикшеренеүҙәр йәйге ваҡытҡа күсеүҙең һаулыҡҡа кире йоғонтоһо булғанлығын күрһәтә. Айырыуса йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән ауырыусылар, башҡа ҡаты сирлеләр, инвалидтар һәм балалар унан ғазап күрә. Статистика күрһәтеүенсә, ваҡыт күскән осорҙа:
- Инфаркт осраҡтары 1,5 тапҡырға арта.
- Үҙенә үҙе ҡул һалыусылар һаны 66 %-ҡа арта.
- «Ашығыс ярҙам» саҡырыусылар һаны ла һиҙелерлек күбәйә.
- Юлдарҙа сыҡҡан бәлә-ҡазалар һаны, производствола имгәнеү хәлдәре лә ҡырҡа арта төшә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Интерфакс агентлығы баҫтырып сығарған яңылыҡ
- ↑ B.L. Ullman (1918). «Daylight saving in ancient Rome». The Classical Journal 13 (6): 450–451.
- ↑ Jérôme Carcopino. The days and hours of the Roman calendar // Daily Life in Ancient Rome: The People and the City at the Height of the Empire. — Yale University Press, 1968. — ISBN 0-300-00031-6.
- ↑ George Gibbs. Hudson, George Vernon 1867–1946 . Dictionary of New Zealand Biography (22 июнь 2007). Дата обращения: 3 апрель 2009.
- ↑ G. V. Hudson (1898). «On seasonal time». Transactions and Proceedings of the New Zealand Institute 31: 577–588.
- ↑ The Ohio Clock on Flickr — Photo Sharing
- ↑ Тулы статистиканы ошонда ҡарағыҙ
- ↑ 63422-5 номерлы закон проекты(недоступная ссылка)
- ↑ Интерфакс агентлығы баҫтырып сығарған яңылыҡ
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Йәйге ваҡытҡа күскән илдәр картаһы һәм ваҡытты күсереү даталары
- Ваҡыт бүлкәттәре һәм йәйге ваҡыт һүрәте 2010 йыл 26 сентябрь архивланған.
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |