Брюссе́ль (нидерл. Brussel [ˈbrʏsəl], франц. Bruxelles [bʁyˈsɛl]) — Бельгияның һәм Брюссель төбәгенең баш ҡалаһы. Брюсселдә Француз һәм Фламанд общиналары һәм Фландрия учреждениелары, Европа берләшмәһенең штаб-фатиры, НАТО офисы, Бенилюкс илдәре секретариаты урынлашҡан.

Бельгияның баш ҡалаһы
Брюссель
нидерл. Brussel
франц. Bruxelles
Флаг[d] Герб
Флаг Герб
Ил

Бельгия

Регион

Брюссель баш ҡала регионы

Координаталар

50°50′48″ с. ш. 4°21′09″ в. д.HGЯO

Мэр

Филипп Клоз (Социалистик партия)

Нигеҙләнгән

VI быуат

Беренсе мәртәбә телгә алынған

966

Майҙаны

32,61 км²

НУМ

13 м

Тығыҙлығы

5497 кеше/км²

Этнохороним

брюссе́лец, брюссе́льцы[1][2]

Сәғәт бүлкәте

UTC+1, йәйге UTC+2

Телефон коды

+32 2

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

bruxelles.be
 (фр.) (нид.) (инг.)

Брюссель (Бельгия)
Брюссель
Брюссель

Брюссель ҡалаһын (коммунаһын) (нидерл. Ad Brussel, франц. Ville de Bruxelles, Bruxelles-ville) Брюссель баш ҡалаһы төбәге менән бутарға ярамай

Этимологияһы

үҙгәртергә

794 йылдан һаҙлыҡтар араһында урынлашҡан тораҡ (Brocela) булараҡ телгә алына. Ошонан сығып топоним: Фламанд теленән brock — «һаҙлыҡ», sela— «торлаҡ», йәғни «һаҙлыҡ янындағы ауыл», Европа топонимияһында киң таралған. Хәҙерге француз һәм валлон — Bruxelles (Брюссель, иҫкергән версияһы — Брюксель), Фламанд — Brüssel (Брюссель)[3]. Урыҫ телле традицияла фламанд формаһы — «Брюссель» ҡабул ителә.

Брюссель: ҡала һәм округ

үҙгәртергә
 
Брюссель ҡалаһы райондың контур картаһында ҡыҙыл төҫ менән билдәләнгән

Башҡа 18 коммуна менән бергә Брюссель ҡалаһы Брюссель — баш ҡала төбәген барлыҡҡа килтерә, ул ғәмәлдә ике миллионға яҡын кеше йәшәгән берҙәм ҡала, Брюссель коммунаһында яҡынса 150 мең кеше. Ғәҙәттә, «Брюссель» исеме бөтә округҡа тарала[4].

Географияһы

үҙгәртергә
 
Биш мөйөш — Брюсселдең тарихи үҙәге (1837 йылғы карта, төньяҡҡа һулдан йүнәлеш)

Брюссель коммунаһы дөрөҫ булмаған өс өлөштән тора: киң Төньяҡ, тар Үҙәк һәм тағы ла — тарыраҡ Көньяҡ. Брюссель ҡалаһының төньяҡ өлөшөнә Лакен округы инә, унда шул исемдәге король резиденцияһы урынлашҡан. 1921 йылға тиклем Лакен үҙ аллы коммуна була. Ҡаланың тарихи ядроһы элекке һаҡ ҡоролмаһы урынына һалынған биш мөйөшлө бульварын барлыҡҡа килтерә. Көньяҡ протуберанец — Луиза авенюһы.

Брюссель Сенне йылғаһы буйында тора, әммә ҡалала ул күренмәй тиерлек, сөнки урбанизация осоронда (XIX быуаттың икенсе яртыһы) Анри Меас етәкселегендә бельгия инженерҙары уны ҡаплай.

Брюссель климаты — уртаса диңгеҙ климаты. Төньяҡ диңгеҙ өҫтөндә сағыштырмаса яҡынлыҡта барлыҡҡа килгән диңгеҙ һауа массалары көндәлек һәм йыллыҡ температураның ҙур булмаған амплитудаларына һәм юғары сағыштырмаса дымлылыҡҡа килтерә. Иң эҫе айҙар — июль һәм август, уртаса температураһы 17,0 °C, иң һалҡыны — ғинуар, уртаса минимумы 2,5 °C. Уртаса йыллыҡ температура — 9,7 °C. Бер йылда ҡояш нурҙары 1585 сәғәт балҡый.

Диңгеҙ климаты өсөн типик булған яуым-төшөм күп күҙәтелә. Мәҫәлән, Брюсселдә бер йылға 821 мм яуым-төшөм тура килә, күпселеге (79 мм-ға тиклем) — ноябрь һәм декабрь айҙарында.

Климатограмма Брюссель
ЯФМАМИИАСОНД
 
 
71
 
5
1
 
 
53
 
6
2
 
 
73
 
10
4
 
 
54
 
14
6
 
 
70
 
18
9
 
 
78
 
20
12
 
 
69
 
23
14
 
 
64
 
23
14
 
 
63
 
19
12
 
 
68
 
14
8
 
 
79
 
9
5
 
 
79
 
6
3
Температура,°CЯуым-төшөм миҡдары, мм
Сығанаҡ: Королевский метеорологический институт, MSN Weather
Брюсселя климаты
Күрһәткес Ғин. Фев. Март Апр. Май Июнь Июль Авг. Сен. Окт. Нояб. Дек. Йыл
Абсолют максимум, °C 15,3 20 24,2 28,7 34,1 38,8 37,1 36,5 34,9 27,8 20,4 16,7 38,8
Уртаса максимум, °C 5,6 6,5 9,9 13,1 17,7 20,0 22,3 22,4 18,7 14,4 9,1 6,5 13,9
Уртаса температура, °C 3,2 3,6 6,5 9 13,3 15,8 18 18 14,8 11 6,5 4,3 10,4
Уртаса минимум, °C 0,8 0,6 3,0 4,9 8,9 11,6 13,7 13,4 10,9 7,6 3,7 2,0 6,8
Абсолют минимум, °C −21,1 −18,3 −13,6 −5,7 −2,2 0,3 4,4 3,9 0 −6,8 −12,8 −17,7 −21,1
Яуым-төшөм нормаһы, мм 71,1 52,7 72,9 53,7 69,3 77,5 68,9 63,6 62,3 68,1 79,1 78,8 817,8
Сығанаҡ: [5]
Брюсселя климаты
Күрһәткес Ғин. Фев. Март Апр. Май Июнь Июль Авг. Сен. Окт. Нояб. Дек. Йыл
Абсолют максимум, °C 15,3 20 24,2 28,7 34,1 38,8 37,1 36,5 34,9 27,8 20,4 16,7 38,8
Уртаса максимум, °C 5,6 6,5 9,9 13,1 17,7 20,0 22,3 22,4 18,7 14,4 9,1 6,5 13,9
Уртаса температура, °C 3,2 3,6 6,5 9 13,3 15,8 18 18 14,8 11 6,5 4,3 10,4
Уртаса минимум, °C 0,8 0,6 3,0 4,9 8,9 11,6 13,7 13,4 10,9 7,6 3,7 2,0 6,8
Абсолют минимум, °C −21,1 −18,3 −13,6 −5,7 −2,2 0,3 4,4 3,9 0 −6,8 −12,8 −17,7 −21,1
Яуым-төшөм нормаһы, мм 71,1 52,7 72,9 53,7 69,3 77,5 68,9 63,6 62,3 68,1 79,1 78,8 817,8
Сығанаҡ: [5]

Барлыҡҡа килеүе

үҙгәртергә

Ҡаланың исеме боронғо голланд һүҙҙәренән килеп сыҡҡан, bruoc «һаҙлыҡ» һәм sella «ҡасаба» һәм һүҙмә-һүҙ «һаҙлыҡтағы ауыл» тигәнде аңлата.

Брюсселгә нигеҙ һалыу ярайһы уҡ боронғо ваҡытҡа ҡарай[6]. Легенда буйынса, Брюссель VI быуатта Изге Гагерик (йәки Сен-Герри) тарафынан нигеҙләнгән. Әммә Bruocsella ауылы тураһында беренсе тапҡыр Бөйөк Отто грамотаһында 996 йылда ғына телгә алына. 977 йылдан 979 йылға тиклем Карл I, Түбәнге Лотарингия герцогы, Сенна йылғаһы буйындағы утрауҙа ҡәлғә һәм сиркәү төҙөй, был ҡала үҫешенең беренсе аҙымы була. Собор Бельгия ҡурсалаусыһы Изге Гудулаға бағышлана. XI быуатта беренсе ҡала диуары төҙөлә.

Урта быуаттар

үҙгәртергә

XII быуат башынан Брюссель Түбәнге Лотарингия һәм Брабант герцогтарының резиденцияһы була: 1361 йылда герцог Иоанн III ҡаланы киңәйтә һәм ҡоролмаларҙы нығыта[7]. 1430 йылда герцог Филипп III Изге Бургундия Брабант герцоглығын мираҫ итеп ала һәм Брюсселде Бургундияның баш ҡалаһы итә. Был ваҡытта беренсе биналар ратуша һәм Гран-пласта төҙөлөштәре бара. Ҡалала иҡтисад сәскә ата, скульпторҙар, келәм эшләүселәр һәм ювелирҙар йәшәй. Шул иҫәптән рәссамдар Өлкән Питер Брюгель һәм Рогир ван дер Вейден Брюсселдә һыйыныу таба. 1477 йылда Филипптың ейәнсәре Мария Бургундская Изге Рим империяһының буласаҡ императоры Франц I-гә кейәүгә сыға, шуның арҡаһында Брабант Габсбургтар хакимлығы аҫтында күсә. Маргарет Австрийская ваҡытлыса үҙенең резиденцияһын Мехеленға күсерә, әммә 1531 йылдан һуң Брюссель ҡабаттан Бургундияның баш ҡалаһы була.

 
Геркулес Сегерс. Брюссель күренеше, 1625 йыл

Филипп II идара иткән осорҙа Карл V (Филипп II-нең атаһы) вафат булғандан һуң, хәҙерге Бельгияның ҙур өлөшө Көньяҡ Нидерланд биәлмәһенә инә. Филипп II ваҡытында испан хакимдарына ҡаршы ихтилал була. Испания короле герцог Альба идара иткән дәүерҙә протестанттар эҙәрлекләнә, 1568 йылдың июлендә Брюсселдә оппозиция лидерҙары — граф Эгмонт һәм граф Горн асыҡтан-асыҡ язалана. Сәйәси репрессиялар осоронда интеллектуаль элита ҡаланы ташлап китә башлай (башлыса Амстердамдан ҡаса), был, үҙ сиратында, Брюсселды иҡтисади көрсөккә килтерә.

1648 йылда һуғышты тамамлауға килтергән Вестфалия солоғо мәғлүмәттәре буйынса, Нидерландтың төньяҡ өлөшө бойондороҡһоҙ тип таныла, шул уҡ ваҡытта көньяҡ өлөшө, Брюссель менән бер рәттән, Испания хакимлығы аҫтында ҡала. XVII быуаттың икенсе яртыһында Людовик XIV осоронда Франция Европала өҫтөнлөклө урын алырға тырыша. Француз ғәскәрҙәре Эно һәм Көнбайыш Фландрияны баҫып ала.

1695 йылда Брюссель Гран-плас өс көн дауамында артиллерия снарядтары менән утҡа тотола һәм тулыһынса тиерлек емертелә. 1697 йылда Рейсвейк солохона ярашлы, француздар Бельгия территорияларын ташлап китергә тейеш була. Испания мираҫы өсөн һуғыш ваҡытында (1701—1714) Австриянан Габсбургтар вәкилдәре Көньяҡ Нидерландтың хакимлығын (бер үк ваҡытта Брюссель өҫтөнән) үҙ ҡулына ала. 1714 йылда Брюссел Раштад солохо буйынсаь Австрияға күсә[8].

Бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәш

үҙгәртергә

1794 йылда территорияларҙы Француз Республикаһы ғәскәрҙәре баҫып алғанға тиклем, 1789 йылда Иосиф II хакимлығы осоронда Брабант ихтилалы ярҙамында Габсбургтар хакимлығынан ҡыҫҡа ваҡытҡа бойондороҡһоҙлоҡ алына. Француз хакимлығы 1815 йылда, Брюсселдән көньяҡҡа табан 15 км алыҫлыҡта үткән Ватерлоо янындағы алышта Наполеон ғәскәрҙәре еңелгәндән һуң, тамамлана. 1814—1815 йылдарҙағы Вена конгресында Виллем I хакимлығы аҫтында Көньяҡ Нидерландты Төньяҡ Нидерланд менән берләштереү тураһында ҡарар сығарыла.

 
Брюсселдә 1830 йылғы Бельгия революцияһы

Католиктарҙың Францияға йүнәлеш тотҡан Көньяҡ Нидерланд либераль элитаһы, шулай уҡ католик руханиҙары лингвистик, мәҙәни һәм сәйәси дәүләт идараһы, мәғариф һәм иҡтисади үҫеш өлкәһендә үҙҙәрен протестант нидерланд телле Төньяҡ менән сағыштырғанда кәмһетелгән һәм ҡағынды тип һанаған. Күпмелер ваҡыттан һуң Бельгия революцияһы Бельгияның Нидерланд Короллегенән бүленеүенә һәм Бельгия Короллегенең барлыҡҡа килеүенә килтерә. Шул замандың иң ҡеүәтле державалары — Англия, Пруссия, Австрия һәм Рәсәй — низағты тыныс ҡына хәл итеү яҡлы була, һәм 1830 йылдағы Лондон конференцияһында яңы дәүләттең бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә. Брюссель короллектең баш ҡалаһы була, ә Леопольд I — конституцион монархия менән идара итеү формаһы булған Бельгияның беренсе короле.

Яңы ваҡыт

үҙгәртергә

Дәүләттең баш ҡалаһы статусы һәм индустриализация (XIX быуат) дәүерендә Бельгия иҡтисадының күтәрелеүе арҡаһында, Брюссель көндән-көн мауыҡтырғыс урынға әйләнә бара. Халыҡ һаны Валлония һәм Франциянан килгән иммигранттар иҫәбенә йылдам үҫә. Ҡаланың тарихи үҙәге элекке ауыл коммуналары менән конгломератҡа берләшә, яңы кварталдар үҫә, Сенне торба эсенән аға башлай. Был ваҡытта монументаль Юстиция һарайы, Биржа, Король һарайы, Триумфаль арка һәм билдәле модерн стилендәге биналар (мәҫәлән, Виктор Орта биналары) төҙөлә.

1900 йылда диңгеҙ гаване төҙөлә һәм Рупель йылғаһына сығыусы каналды киңәйтеү һәм тәрәнәйтеү үткәрелә[9]. 1910 йылда Брюсселдә бөтә донъя күргәҙмәһе үтә[8]. Уның ҡайһы бер бүлектәре 1910 йылдың июлендәге ҙур янғын ваҡытында ныҡ зыян күрә, әммә киҫкен саралар арҡаһында күргәҙмәне тиҙ арала яҡшы формаға ҡайтарырға мөмкин була[8].

Бельгия ике донъя һуғышы ваҡытында Германияның агрессив сәйәсәте ҡорбаны булһа ла, Брюссель һиҙелерлек емертелеүгә дусар ителмәй. Шуның арҡаһында, Брюссель архитектураһы һәм урамдары 60-сы йылдарға тиклем (һәм өлөшләтә бөгөнгө көндә) ҡалаға нигеҙ һалынған ваҡыттағы кеүек ҡала. 1930-сы йылдарҙа уҡ ҡала үҙәге аша Төньяҡ һәм Үҙәк вокзалдар араһында тимер юл бәйләнеше үтә.

 
Брюсселдә ике теллелек

Фламанд (голланд телле) һәм Валлон (француз телле) халҡы араһында күптәнге конфликт арҡаһында, 1932—1938 йылдарҙа Брюссель ике телле булып китә: урамдарҙың, йәмәғәт транспорты станцияларының һәм муниципалитеттарҙың исемдәре ике телдә ҡабатлана. Валлонияның үҫешкән осоронда ҡала французлаша, элек өҫтөнлөк иткән голланд теле артҡы планға күсә бара. Шулай уҡ архитектурала француз стиле өҫтөнлөк итә.

Икенсе донъя һуғышынан һуң Брюссель халыҡ-ара әһәмиәткә эйә була бара: 1958 йылда бында Европа иҡтисади берләшмәһе (Европа белегенән алдағыһы) ойошторола. Шул уҡ йылда Брюсселдә Бөтә донъя йәрминкәһе үтә, уның өсөн Атомиум төҙөлә. 1967 йылда НАТО Париждан Брюсселгә күсә.

1953 йылда сығарылған законға ярашлы, иҫке йорттарҙы һүтеүгә киткән сығымдарҙы дәүләт түләй, был ҡаланың тышҡы ҡиәфәтенә кире йоғонто яһай: күп һанлы иҫке йорттар һәм кварталдар нигеҙһеҙ рәүештә һүтелә, ә бушаған биләмәләрҙә бейек йорттар төҙөлә. Ҡайһы бер архитекторҙар, Брюссель һуғыштарҙан бигерәк, 1960-сы йылдарҙағы модернизациялауҙан күберәк зыян күргән, тип иҫәпләй. Тарихи кварталдарҙы күпләп һүтеү менән барған бындай модернизация «брюсселизация» тип атала. Бынан тыш, яңы Брюсселгә хас үҙенсәлек булып геттоның барлыҡҡа килеүе һәм ярлы иммигрант ғаиләләрҙең элек бай мәҙәни традициялар менән айырылып торған үҙәк кварталдарында йәшәүе тора.

2016 йылдың 22 мартында Брюсселдә террорсы акттары була.

Брюссель халҡының үҙгәрештәр динамикаһы

1806 73928
1830 98279[10]
1846 123874
1856 152828[11]
1880 162498
1900 183 686
1910 177078
1920 154801
1930 200433[12]
1947 184838
1970 080161
1980 143957
1990 706136
2000 133859
2004 312141
2008 148873
ecodata (неопра.)

Брюссель ҡалаһында 179 277 кеше йәшәй (2018 йыл) һәм халҡының тығыҙлығы км²-ға 5497 кеше тәшкил итә.

Брюссель баш ҡала төбәгенең башҡа 18 коммунаһы менән бергә, агломерация 1 830 000 кеше йәшәгән иң ҙур (шуның менән бергә иң күп халыҡ йәшәгән) Бенилюкс ҡалаһын барлыҡҡа килтерә.

Демографик мәғлүмәттәр

үҙгәртергә

XX быуат башындағы урбанизация осоронда Брюссель халҡы бик тиҙ арта: бер быуатта халыҡ һаны ике тапҡырға арта — 1830 йылда 98 000 кешенән 1930 йылда 200 433 кешегә тиклем. Иң юғары халыҡ һаны 1930 йылда булған, шул ваҡыттан алып ҡала халҡы кәмей, ә һуңғы 30 йылда ҙур булмаған тирбәлеүҙәр менән 140 000 кеше кимәлендә тора.

2007 йылда тыуым коэффициенты 17,4, үлем коэффициенты 8,8 тәшкил итә. Шулай итеп, халыҡтың тәбиғи артыуы + 8,6 тәшкил итә, ә дөйөм + 17,1. Был Европа өсөн ярайһы уҡ юғары күрһәткес булып тора[13].

Ҡала халҡының енси составы бер кимәлдә — Брюсселдә — 50,18 % ир һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың[14] 49,82 % -ы йәшәй. Брюссель халҡының яртыһы (51,6 %) кейәүҙә булмаған йәки өйләнмәгән[15].

Субурбанизация

үҙгәртергә

XX быуат башынан, һәм бигерәк тә уның икенсе яртыһында, Брюсселдә йәшәүсе халыҡ, башлыса франкофондар, һолланд телле Фламиш-Брабант провинцияһына ингән ҡала яны йоҡо муниципалитеттарына күсенә. Иҫке ҡаланың азат ителгән кварталдарын башлыса өсөнсө донъянан һәм элекке француз һәм бельгия колониялары — Конго, Марокко, Төркиәнән килгән иммигранттар һ. б. биләй. Фламандтар Брюсселдең үҙен дә, бөтә Брюссель периферияһын да галлаштырыу процесын бик киҫкен ҡабул итә. Француз телле һәм һолланд телле общиналар араһында тиҫтә йылдар дауамында киҫкен конфликттар бара. Брюсселде деэкселавизацияларға тырышыу әлегә тиклем уңыш килтермәй.

Этник составы

үҙгәртергә

Евросоюз, НАТО һәм башҡа халыҡ-ара ойошмаларҙың Брюсселдә урынлашыуы арҡаһында, ҡаланың дүрттән бер өлөшөнән ашыуы (27,1 %) сит ил кешеләре[16]. Ҡалаға Бельгияның башҡа төбәктәренән дә, сит илдәрҙән дә халыҡтың күпләп иммиграцияһы арҡаһында Брюсселдә халыҡтың төп бүленеше этник яҫылыҡта түгел, ә тел өлкәһендә бара. Бөтә халыҡ шартлы рәүештә франкофондарға, нидерландфондарға һәм аллофондарға бүленә, күпселеге француз телле мөхиттең ассимиляцияһына дусар була.

Брюссель баш ҡала округы — илдәге берҙән-бер ике телле төбәк. Француз һәм нидерланд телдәре хакимиәт органдарында рәсми рәүештә тиң хоҡуҡлы тип таныла. Бынан тыш, баш ҡалала һәм уға яҡын ятҡан төбәктәрҙә күптән түгел иммигранттарҙың башҡа бик күп телдәре лә киң таралған. Ҡала халҡының күпселеге (2006 йылда үткәрелгән һорау алыуҙар буйынса 56 %) француз телен туған тел тип һанай, яҡынса 7 % — һолланд телен, ҡалған 37 проценты ситуацияға, учреждениеға, кварталға һ. б. ҡарап ике һәм унан да күберәк телдә һөйләшә. Лингва-франка (туған теле башҡа булған кешеләр араһында аралашыу өсөн системалы ҡулланылған тел йәки диалект) ролен француз теле башҡара, ҡала халҡының яҡынса 96 проценты ошо телдә һөйләшә.

 
Брюссель йәмиғ мәсете

Брюсселдә йәшәүселәрҙең күпселеге католик һәм протестантлыҡ динен, шулай уҡ иудаизм һәм ислам динен тота.

Брюсселдә бик күп ғибәҙәт ҡоролмалары урынлашҡан: католик (Брюссель соборы, Нотр-Дам-де-Лакен, Изге Әлисә сиркәүе, Изге Тереза Авильская сиркәүе һәм башҡалар) һәм протестант (Изге Андрей сиркәүе, Августин сиркәүе, Изге Троица соборы). Йәмиғ мәсете һәм православие динендәге сиркәүҙәре бар: Изге Әйүп ғазап сигеүсе сиркәүе, Изге дауалаусы Пантелеймон ғибәҙәтханаһы һәм Изге Николай Чудотворец (Мөғжизә тыуҙырыусы).

Иҡтисады

үҙгәртергә

Брюссель — илдәге иң ҙур иҡтисади үҙәк. Бельгияның баш ҡалаһының иҡтисади үҫешенә үҙәк географик урыны, бында Европа Союзы һәм НАТО кеүек халыҡ-ара ойошмалар урынлашыуы булышлыҡ итә. Йән башына тулайым эске продукт (€59 400) буйынса Брюссель Европа ҡалалары араһында Люксембургтан һәм Үҙәк Лондондан ҡала өсөнсө урында тора[17]. Иң ҙур табышты гастрономия (2007 йылдың апрелендә ҡалала 2000-дән ашыу ресторан булған) һәм иҡтисадтың өсөнсөл секторы алып килә. Бынан тыш, сәнәғәт ҡорамалдары етештереүсе машиналар эшләү йүнәлештәре үҫешкән. Ҡалала күп һанлы кредит һәм финанс ойошмалары урынлашҡан.

Транспорт

үҙгәртергә

Автомобиль транспорты

үҙгәртергә
 
Завентем аэропортына билдә ҡуйылған R0 автомагистрале

Брюсселдә илдең күп һанлы автомобиль элемтәһе линиялары ҡушыла. Автомагистраль селтәре үҙенең структураһы буйынса француз юл селтәренә оҡшаш: Париждың Периферик бульвары кеүек, Брюсселдә R0 ҡулса автомагистрале бар, уға төрлө яҡтан юлдар ҡушыла. Бөтә автомобиль юлдары селтәре яҡшы яҡтыртылған.

Ҙур киҫелештәрҙә транспорт саралары күп йыйылыу сәбәпле, юлдарҙың байтаҡ өлөшө ер аҫтына күсерелә. Әйтәйек, ер аҫтында тура участкалар ғына түгел, айырсалар, хатта светофорҙар ҙа йәшерелгән. Туннелдәрҙең береһе ҡаланың көнсығыш өлөшөндәге шоссенан Европа берлеге учреждениелары урынлашҡан кварталға туранан-тура алып бара.

2007 йылда Брюсселдә һигеҙ йөҙ шәхси фирма-оператор эшләй. Еңел такси автомобилдәренең дөйөм һаны — 1200, уларҙа 3200 кеше эшләгән. Ҡалала 633 такси туҡталышы була. Бөтә шәхси компаниялар Брюссель-баш ҡала төбәге министрлығының Такси идаралығына буйһона. Такси бәйләнеше Бельгияның Брюссель баш ҡалаһы төбәге сиктәрендә, шулай уҡ яҡындағы биҫтәләрҙә эшләй. Бөтә такси операторҙары берҙәм тариф системаһын ҡуллана. Брюсселдәге барлыҡ такси автомобилдәренең ҡыйығында ялтырап торған билдә бар — ҡыҙыл хәрефтәр менән яҙылған һәм һары ирис һүрәте Taxi (Брюссель символы). Такси автомобилдәре, ҡағиҙә булараҡ, аҡ йәки ҡара төҫкә буялған.

Авиатранспорт

үҙгәртергә

Брюссель ике халыҡ-ара аэропортты хеҙмәтләндерә:

  • Брюссель-Завентем, Брюсселдән төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 12 км алыҫлыҡта шул уҡ исемле муниципалитетта
  • Шарлеруала Брюссель-Шарлеруа — баш ҡаланан 50 км көньяҡтараҡ

Диңгеҙ транспорты

үҙгәртергә

Йыллыҡ әйләнеше 7,85 миллион тонна[18] булған Брюссель порты Бельгияла иң эреләрҙең береһе булып тора. Брюссель—Шельдт каналы уны Шельдт йылғаһы һәм шулай итеп, Антверпен порты һәм Төньяҡ диңгеҙ менән тоташтыра. Валлония менән Шарлеру — Брюссель каналы тоташа.

Тимер юл транспорты

үҙгәртергә
 
Көньяҡ вокзалда ICE һәм Thalys поездары

Брюсселдәге иң ҙур станциялар — Төньяҡ, Үҙәк һәм Көньяҡ — Төньяҡ-Көньяҡ туннеле менән тоташа. Халыҡ-ара поездар ғәҙәттә Көньяҡ вокзалға килә, унда Париж, Амстердам, Кельн (Thalys, TGV, ICE поездары) һәм Лондон (Eurostar) менән бәйләнеш бар. Брюссель— Люксембург станцияһы башта Европа берлеге ойошмалары биналары бәйләнеше өсөн тәғәйенләнгән була, әммә һуңғы ваҡытта ябай граждандар тарафынан йышыраҡ ҡулланыла.

Ҡалала йәмәғәт транспорты

үҙгәртергә
 
Метрополитен линиялары

Йәмәғәт транспорты селтәре метрополитендың дүрт, метро алды өс (ер аҫты трамвай линиялары), 18 трамвай линияларынан һәм 50 автобус маршрутынан тора. Барлыҡ станция һәм туҡталыштар француз һәм нидерланд телдәрендә булған исем йөрөтә. Брюсселдә йәмәғәт транспорты операторы — STIB/MIVB.

Метро системаһы дүрт линиянан тора (1, 2, 5 һәм 6). Станциялар араһындағы уртаса алыҫлыҡ — 650 метр. 1-се һәм 5-се линиялар көнсығыштан көнбайышҡа табан һуҙыла һәм ҡала үҙәгендә уртаҡ участкаға бар. 2-се линия түңәрәк, биш мөйөш рәүешендә, Брюссель тарихи үҙәгенең үҙенсәлектәрен ҡабатлай.

Метронан тыш бер нисә өлөшләтә ер аҫты трамвай линияһы бар — метро алды, шул иҫәптән өс төп линия: 3, 4 һәм 7. Линияларҙың иң мөһимдәре Төньяҡ вокзалды Көньяҡ менән тоташтыра.

Йәмәғәт транспорты 0.30 сәғәткә тиклем эшләй, төнгө маршруттар (N71 автобус линияһынан тыш) ял көндәрендә генә ғәмәлдә була, уларға билет көндөҙгөгә ҡарағанда күпкә ҡиммәтерәк. Брюсселдә таксиҙа йөрөү хаҡы ярайһы уҡ юғары.

Брюссель биҫтәләре менән NMBS/SNCB поездары, күп һанлы STIB/MIVB, De Lijn TEC автобус маршруттары һәм 4, 19, 97, 44, 39-сы STIB/MIVB трамвай маршруттары тоташтыра. Тимер юл хәрәкәтен яҡшыртыу маҡсатында 2004 йылда Reseau Express Régional/Gewestelijk ExpressNet ҡала яны экспресс-поездар селтәрен үҙгәртеп төҙөү тураһында ҡарар сығарыла. Селтәр 2012 йылда сафҡа инергә тейеш ине, әммә күп һанлы тотҡарлыҡтар арҡаһында был осор 2017 йылда кисектерелә[19].

Ҡала төҙөлөшө

үҙгәртергә

Архитектура

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Словесное ударение на gramota.ru
  2. Городецкая И.Л., Левашов Е.А. Русские названия жителей: Словарь-справочник. — М.: АСТ, 2003. — С. 58. — 363 с. — ISBN 5-17-016914-0.
  3. Никонов, 1966, с. 66
  4. Брюссель // Vokrugsveta.ru. — 2012.
  5. 5,0 5,1 Meteostats-bzh.ath (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка)
  6. Брюссель Энциклопедический лексикон
  7. Брюссель Большая энциклопедия. 1901.
  8. 8,0 8,1 8,2 Брюссель
  9. Брюссель Новый энциклопедический словарь
  10. 1830 йылда Бельгия революцияһы тоҡана; бынан тыш, XIX быуатта ил иҡтисады йылдам үҫә, 1835 йылда континенталь Европала беренсе тимер юл төҙөлә
  11. Леопольд кварталын (хәҙер — Европа кварталы) ҡушыу
  12. Халыҡ һанының күп артыуы; 1921 йылда ҡалаға Haren, Laken һәм Neder-Over-Heembeek ҡушыла
  13. Демографические коэффициенты были посчитаны на основе статистических данных ecodata.
  14. Данные Национального института статистики
  15. Подсчёты на основе демографических данных Национального института статистики.
  16. (недоступная ссылка — [//web.archive.org/web/*/http://ecodata.mineco.fgov.be/mdn/Vreemde_bevolking.jsp?S=G21004 история) http://ecodata.mineco.fgov.be/mdn/Vreemde_bevolking.jsp?S=G21004 (недоступная+ссылка —+)]
  17. Brussels third richest region in EU (ингл.). EUobserver.com. Дата обращения: 11 август 2009. Архивировано 29 февраль 2012 года.
  18. Официальная страница порта Брюсселя (нид.)
  19. Lalibre.be — Le RER en 2017