Скопье
Ско́пье (макед. Скопје [ˈskɔpjɛ], сер. Скопље, болг. Скопие) йәки Өскөп (төр. Üsküp, ғосман. وسکوب) — Төньяҡ Македония Республикаһының баш ҡалаһы. 10 райондан торған илдең айырым административ берәмеген барлыҡҡа килтерә.
Ҡала | |||||
Скопье макед. Скопје | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Координаталар | |||||
Элекке исеме |
Скупи, Ускюб, Скопле | ||||
Майҙаны |
571,5 км² | ||||
Халҡы |
яҡынса 670 000 кеше | ||||
Милли состав |
65 % македондар, 27% албандар, 8% - сербтар, төрөктәр, болгарҙар, бәшнәктәр, хорваттар, черногорҙар һ.б. | ||||
Конфессиональ составы |
православиелылар, мосолмандар, католиктар | ||||
Этнохороним |
скопьяне, скопьянин, скопьянка | ||||
Сәғәт бүлкәте | |||||
Телефон коды |
+389 02 | ||||
Почта индексы |
1000 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
SK | ||||
Рәсми сайт |
skopje.gov.mk | ||||
Халҡы — яҡынса 670 мең кеше. Милли составы — 65 % македондар, 27 % албандар, шулай уҡ ҡалала сербтар, бошнактар, хорваттар, болғарҙар һәм башҡалар йәшәй.
Македонияның иң төньяғында Сербия сигенән бер нисә километр алыҫлыҡта, Вардар йылғаһы буйында урынлашҡан.
VI быуатта ер тетрәүенән һуң юҡҡа сыҡҡан антик ҡалаһы Скупи эргәһендә Скопье ҡалаһы барлыҡҡа килә. Антика һәм Ғосман империяһы осорҙарында төҙөлгән биналар бар. 1963 йылғы ер тетрәүе һөҙөмтәһендә ҡала бик ныҡ емерелә, артабан япон архитекторы Тангэ Кэндзо етәкселегендә тергеҙеү эштәре башҡарыла. 2010 йылдан ҡала үҙәген яңыртыу буйынса «Скопье-2014» дәүләт проекты ғәмәлгә ашырыла[1].
IX быуаттан Беренсе Болгар батшалығы, XIII быуаттан — Сербия составында була. XIV быуатта — Стефан Душан дәүләтенең баш ҡалаһы, XIV быуат аҙағынан 1912 йылға ҡәҙәр Ускюб төрөк атамаһы менән Ғосман империяһы составында була. 1913 йылда Сербия составына керә. 1944 йылдан — Македония Республикаһының баш ҡалаһы.
Тарих
үҙгәртергәСкопье тәүге тапҡыр Клавдий Птолемей тарафынан «Скупи» антик исеме аҫтында телгә алына. Б.э.т. III быуатта ойоша башлай, ә б.э.т. 164 йылда Боронғо Рим составына керә һәм Мёзия рим провинцияһының үҙәгенә әүерелә. Б.э. 84 йәки 85 йылда рим императоры Домициан бында Флавиа Аэлиа Скупи колонияһын нигеҙләй, аҙаҡ ул ҙур ҡалаға әйләнә.
VI быуатта славяндар килгәс, ҡаланы брсяц ҡәбиләһе баҫып ала, улар уға «Скопье» тип исем бирәләр. Болгар батшаһы Самуил осоронда Скопь ҡыҫҡа ваҡытҡа Болгар батшалығының баш ҡалаһы була. Артабан ҡала алмашлап Византия һәм Сербия хакимлығы аҫтында була. 1345—1371 йылдарҙа Сербия короллегенең баш ҡалаһы була.
1392 йылдың 19 ғинуарында ҡала Эвренос етәкселегендәге ғосмандар тарафынан баҫып алына һәм «Ускюб» (Üsküp) исемен ала[2]. 1689 йылдың 25—26 октябренә ҡала Австрия генералы Энгельберто д’Уго Пиколомини яулап ала, ул ваба эпидемияһы таралыуы арҡаһында Скопьены яндырырға мәжбүр була. Ҡала ике көн дауамында яна һәм тиҙҙән тулыһынса тиерлек юҡ ителә. XIX быуатта Скопье йәнә эре ҡала булып китә. 1912 йылдың 25 октябрендә ғосмандар ҡаланы ҡалдыралар, ә 1913 йылда Икенсе Балҡан һуғышынан һуң ул Сербия составына керә һәм Скопле серб атамаһын ала.
Беренсе донъя һуғышы осоронда Скопье ҡалаһы Болгария һәм Австро-Венгрия ғәскәрҙәре оккупацияһы аҫтында була. Һуғыш тамамланғас, Сербтар, хорваттар һәм словендар короллеге составына керә. Югославия короллеге осоронда 1929 йылдан 1941 йылға ҡәҙәр Скопье ҡалаһы Вардар бановинаһының административ үҙәге булып тора. Икенсе донъя һуғышы осоронда Германияның союздашы булған Болгария тарафынан йәнә оккупациялана. 1944 йылдың 13 ноябрендә ҡала азат ителә[3].
1944 йылдан һуң ҡала тиҙ үҫешә башлай һәм Югославия Социалистик Федератив Республикаһы составындағы Македония Социалистик Республикаһының административ, индустриаль һәм мәҙәни үҙәгенә әйләнә. 1963 йылдың 26 июнендә 5:17 төбәк ваҡыты буйынса Скопье ер тетрәүе (Рихтер шкалаһы буйынса 6,9 балл) һөҙөмтәһендә емерелә, ҡаланың 1070 кешеһе һәләк була һәм 20 меңдән ашыуы торлаҡһыҙ ҡала. Һуңынан Скопье япон архитекторы Кэндзо Тангэ планы буйынса тергеҙелә. Косоволағы низағтан һуң, ҡалаға башлыса албандарҙан торған ҡасаҡтар килә.
Климат
үҙгәртергәҠала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса максимум, °C | 4,0 | 8,4 | 13,6 | 18,6 | 23,9 | 27,4 | 29,8 | 30,0 | 26,1 | 19,5 | 11,2 | 5,3 | 18,2 |
Уртаса минимум, °C | −3,6 | −1,3 | 1,9 | 5,4 | 10,0 | 13,0 | 14,8 | 14,6 | 11,4 | 6,3 | 1,4 | −2,2 | 6,0 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 36 | 36 | 40 | 40 | 60 | 46 | 34 | 27 | 36 | 42 | 56 | 51 | 504 |
Сығанаҡ: worldweather.org |
Территориаль бүленеш
үҙгәртергәСкопье ҡалаһы 10 общинанан тора. Уларҙан халыҡ һаны буйынса иң ҙурыһы — Гази-Баба (72 617 кеше), иң бәләкәйе — Шуто-Оризари (20 800 кеше). Майҙаны буйынса иң ҙурыһы — Сарай (229 км²), иң бәләкәйе — Чаир (3,5 км²). Шуто-Оризари общинаһының халҡы башлыса сиғандар булып тора.
Архитектура
үҙгәртергә- Ҡаланың символы булып торған Вардар аша таш күпер XV быуатта төҙөлгән.
- Скопско кале ҡәлғәһе Вардар йылғаһының һул яҡ яр буйында урынлашҡан.
- Изге Спас православие сиркәүе XIX быуатта төҙөлгән. Сиркәү ихатаһында XX быуат македон революционеры Гоце Делчевтың ҡәбере урынлашҡан.
- Дауыт-паша мунсаһы XV быуатта төҙөлгән.
- Изге Климент Охридский ҡорамы 1990 йылда асылған.
- Мең йыллыҡ тәреһе (Милениумски крст)
Таш күпер | Иҫке Чаршияла төрөк мунсалары | Македония майҙаны | Скопье ҡәлғәһе |
Туғандаш ҡалалар
үҙгәртергәСкопье донъяның 17 ҡалаһы менән туғандашлыҡ мөнәсәбәттәре урынлаштырған[4]:
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Реконструкция или китч? «Скопье-2014» вызывает споры . // rus.azattyq.org. Дата обращения: 2014-2-24.
- ↑ Скопье // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ A brief highlight of the history of Skopje . // skopje.gov.mk. Дата обращения: 2014-1-22. 2009 йыл 12 май архивланған.
- ↑ Skopje Sister cities . // skopje.gov.mk. Дата обращения: 2014-1-22. 2018 йыл 25 декабрь архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Скопье // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Benjamin Langer and Julia Lechler. Reading the City: Urban Space and Memory in Skopje. — Univerlagtuberlin, 2010. — ISBN 9783798321298.
- Ilká Thiessen. Waiting for Macedonia: Identity in a Changing World. — University of Toronto Press, 2007. — ISBN 9781551117195.
- Ivan Tomovski. Skopje between the past and the future. — Macedonian Review Editions, 1978.
- Jovan Šćekić. This Was Skopje. — Yugoslav Federal Secretariat for Information, 1963.
- M. Tokarev. 100 години модерна архитектура. — Pridonesot na Makedonija i Jugoslavija, 2006.
- Danilo Kocevski. Чај од јужните мориња. — Маgor, 2008. — ISBN 9789989183447.
- D. Gjorgiev. Скопје од турското освојување до крајот на XVIII vek. — Institut za nacionalna istorija, 1997.
- L. Kumbaracı-Bogoyeviç. Üsküp’te osmanlı mimarî eserleri. — ENKA, 2008.
Һылтанмалар
үҙгәртергәСкопье Викимилектә | |
Скопье Викияңылыҡтарҙа | |
Скопье Викигид |