Алға (Алға ауыл советы, Дәүләкән районы)
Алға (рус. Алга) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 295 кеше[2]. Почта индексы — 453417, ОКАТО коды — 80222804001.
Ауыл | |
Алға рус. Алга | |
Алға ауылы быуаһы | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы | |
Милли состав |
башҡорттар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453417 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 295 | 144 | 151 | 48,8 | 51,2 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Тарихы
үҙгәртергәАлға ауыл советы үҙәге. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 33 км алыҫлыҡта Асылыкүл тәбиғи паркы территорияһында урынлашҡан. Ауыл 1926—1930 йылдар арауығында барлыҡҡа килә. Ҡоръятмаҫтан һәм Яҡты йоноҙ ҡасабаһынан күсеп килгән башҡорттар нигеҙ һала. Коллективлаштырыу осоронда ауылдың ер майҙаны 1533,2 га (1929). Ауыл халҡы 1932—1950 йылдарҙа «Алға», 1950—1953 йылдарҙа «1-се Май», 1958—1985 йылдарҙа «Россия», 1985—2008 йылдарҙа «Дружба» колхозында эшләй. 1939 йылда Берҡаҙан торфын сығарыу һәм эшкәртеү башлана, бының өсөн Алға колхозынан 221,74 га ер бирелә. 1944 йылда йәшелсә орлоҡтары, баҡса культуралары, тамыр аҙыҡтар әҙерләү буйынса ғаилә хужалыҡтары ойошторола.
Халҡы: 1939 йылда — 219 кеше; 1959 йылда — 276; 1989 йылда — 274; 2002 йылда — 293; 2010 йылда — 295 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар, почта бүлексәһе бар. 2014 йылда башланғыс мәктәп (Ҡоръятмаҫ урта мәктәбе филиалы) ябыла[3][4].
Урамдары
үҙгәртергәУрам исемдәре[5]:
Тәбиғәт ҡомартҡылары
үҙгәртергәАуыл эргәһендәге быуа, Асылыкүл һәм Алға шишмәһе (Гөлбикә шишмәһе) — тәбиғәт ҡомартҡылары. Ауылдың төньяғынан, Асылыкүлдең яр буйынан 500 м, ҡурғандар урынлашҡан[6].
Халыҡ ижады информаторҙары
үҙгәртергә- «Бала йыуындырыу», «Сәфәр сыҡҡан кешегә теләктәр», «Кәләш кейәүләгәндә һамаҡтар» Алға ауылында йәшәүсе Фәйзуллинә Сәлимә Фәйзулла ҡыҙынан (1912 йылғы) яҙып алынған һәм «Дәүләкән ынйылары» китабына № 281 менән ингән[7]
- «Әлшәй—Дәүләкән» таҡмағын, Ҡоръятмаҫ ауылы тарихын, Берҡаҙан күл-һаҙлығы, Әкеш тауы легендаларын Алға ауылында йәшәүсе Мөхәррәмов Зыяйетдин Мөхәррәм улынан (1885 йылғы) яҙып алынған һәм «Дәүләкән ынйылары» китабына (№ 279) менән ингән[7].
- «Мәйетте кейендереү» йолаһы Мөхәмәткирева Тимербикә ҡыҙынан (1916 йылғы) Р.Солтангәрәева 1988 йылда яҙып алған."Башҡорт халыҡ ижады Йола фольклоры" I томға № 353 һәм «Дәүләкән ынйылары» китабына № 278 менән ингән[8][7].
Билдәле кешеләре
үҙгәртергә- Әхмәтзәкиев Әхмәтсафа Әхмәтзәкиевич (1910 йыл —?) — 1950—1970 йылдарҙа «1-се Май», «Россия» колзозы рәйесе.
- Ғилманов Нуретдин Сәғит улы () — педагогик хеҙмәт ветераны, «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнгән.
- Мәүлийәров Иршат Ҡотлояр улы (22 август 1949 йыл— 1912 йыл) — 1989-? йылдарҙа Дружба колхозы рәйесе, Хеһмәт ветераны миҙалы менән бүләкләнгән.
- Мәүлийәрова Фәриҙә Авзал ҡыҙы (16 ноябрь 1951 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны, «Хеҙмәт ветераны» миҙалы һәм Рәсәй Федерацияһының мәғариф министрлығының Почёт грамотаһы менән бүләкләнгән.
- Фазылов Сани Малиҡ улы (1 март 1947 йыл —18 август 2020 йыл) — ауыл хужалығы хеҙмәт ветераны, 1980—1990 йылдарҙа партия эшендә, бригада етәксеһе булып эшләгән.
- Хәсәншин Миниғужа Ғәбиҙулла улы (1904 йыл — 29 июнь 1904 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры.
- Яҡшығолов Нурғәли Минеғәле улы () — механизатор, Салауат Юлаев ордены кавалеры
- Ҡөнәфин Тимерғәзим () — комбайнёр, Ленин ордены кавалеры.
- Дәүләтбаева Миневәрисә Авзал ҡыҙы (15 сентябрь 1939 йыл) — «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән,
- Хәбиров Дамир Авзал улы (1 август 1946 йыл) — ауыл хужалығы ветераны, «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 9—10-сы б.б..
- ↑ Асфандияров А.З «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр.476 2022 йыл 3 апрель архивланған.
- ↑ Налог «Белешмәһе системаһында» Алға ауылы
- ↑ А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 9—10-сы б.б..
- ↑ 7,0 7,1 7,2 «Дәүләкән ынйылары»
- ↑ Әхмәт Сөләймәнов, Розалия Солтәнгәрәеева. «Башҡорт халыҡ ижады» Йола фольклоры I том. — Өфө: «Китап», 1995 й. — С. 351—352-се б.б..
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Алға (Алға ауыл советы, Дәүләкән районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 18 март 2022)
- Налог «Белешмәһе системаһында» Алға ауылы
- Әхмәт Сөләймәнов, Розалия Солтәнгәрәеева. «Башҡорт халыҡ ижады» Йола фольклоры I том. — Өфө: «Китап», 1995 й. — С. 351—352-се б.б..
- Асфандияров А.З «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр.476 2022 йыл 3 апрель архивланған.
- «Дәүләкән ынйылары»
- «Давлеканово ТV» Телевидение. Видео
- А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 9—10-сы б.б..