Латипов Марат Мөьмин улы

дәүләт хеҙмәткәре

Латипов Марат Мөьмин улы (15 апрель 1958 йыл) — дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының 1-2 саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты,19922000 йылдарҙа Дәүләкән районы һәм Дәүләкән ҡалаһы хакимиәте башлығы, Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһе идарасыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Почёт ордены һәм 2-се дәрәжә «Батырлыҡ һәм гуманизм» ордендары кавалеры[1], иҡтисад фәндәре кандидаты (2008).

Латипов Марат Мөьмин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 апрель 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (66 йәш)
Тыуған урыны Ҡоръятмаҫ, Алға ауыл Cоветы (Дәүләкән районы), Дәүләкән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө дәүләт хеҙмәткәре
Эшмәкәрлек төрө страхование[d]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Удмурт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Марат Мөьмин улы Латыпов 1958 йылдың 15 апрелендә Башҡортостан АССР-ы Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған.

1973 йылда Ҡоръятмаҫ һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, Дәүләкән ҡалаһының 27-се һанлы ауыл хужалығы һөнәри-техник белем биреү училищеһына (хәҙер Бәләбәй ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу техникумы филиалы) уҡырға инә.

1976—1978 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

1978—1984 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡый, инженер-механик һөнәрен ала.

1984 йылда Дәүләкән районы «Россия» колхозында инженер булып эш башлай.

1984—1986 йылдарҙа Дәүләкән район комитеты комсомол ойошмаһының 2-се секретары.

1986—1990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Дәүләкән районы «Асылыкүл» колхозы рәйесе.

1990—1991 йылдарҙа Дәүләкән районының агросәнәғәт берекмәһе советы рәйесе.

1991—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы һәм Дәүләкән ҡалаһы хакимиәте Башлығы.

  Марат Мөьмин улы етәкселегендә Дәүләкән районы әүҙем үҫеш алды. Иң мөһим ҡаҙаныштарының береһе — ауылдарҙы тулы масштаблы газлаштырыу тормошҡа ашырылды. Етәксенең халыҡ тураһында ҡайғыртыуы юл төҙөлөшөндә лә сағылыш тапты. Бер-бер артлы асфальт һәм грунт юлдар сафҡа инде. Халыҡты һыу селтәрҙәре менән тәмин итеү проблемалары хәл ителде. Ул етәкселек итеү осоронда Дәүләкән районында яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары, спорт-сәләмәтләндереү комплексы, мөһим социаль обьекттар файҙаланыуға тапшырылды.

Хеҙмәт һөйөүсәнлек һәм эшкә яуаплы ҡараш уға өҙлөкһөҙ үҫеш һәм алға этәргес тәьмин итә.Удмурт дәүләт университетын тамамлай,2008 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[2].

 

10 артыҡ фәнни баҫмаһы, шул иҫәптән бер монографияһы бар.

2000 йылдан Марат Мөьмин улы Латыпов Рәсәй Федерацияһы Социаль страховка фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһе идарасыһы вазифаһын башҡара.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Почёт ордены (2000)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре ()
  • Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау грамотаһы (2006)
  • Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Маҡтау грамотаһы (2008)
  • Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы (2008)
  • 2-се дәрәжә «Батырлыҡ һәм гуманизм» ордены (2008)

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Латыпов Марат Мөьмин улы — Рәсәй Социаль Страховка фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһе идарасыһы
  2. «Иңдәрендә — үҙ халҡы өсөн яуаплылыҡ» Дәүләкән районы «Балҡантау» ижтимағи-сәйәси гәзите 13 апрель 2018 йыл
  3. Латыпов Марат Мөьмин улы
  4. Латыпов Марат Мөьмин улы

Һылтанмалар

үҙгәртергә