Рәхмәтуллин Сафиулла Рәхмәтулла улы
Сафиулла Рәхмәтулла улы Рәхмәтуллин (1845—1921) — ХХ быуат башы башҡорт шағиры.
Сафиулла Рәхмәтуллин | |
Исеме: |
Рәхмәтуллин Сафиулла Рәхмәтулла улы |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: | |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: |
Дәүләкән районы, Ҡоръятмаҫ ауылы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
шағир |
Биографияһы
үҙгәртергә1845 йылда Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе[1] Ҡоръятмаҫ ауылында тыуған. Ырымбур Ҡарғалыһы мәҙрәсәһен тамамлай.Үҙ заманынының уҡымышлы кешеләренән һаналған. Балта оҫтаһы була.Ҡоръятмаҫ ауылында Сафиулла Рәхматуллиндың ҡулдары менән һалынған йорт бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған. 1905 йылдың май айында Бәләбәй өйәҙендәге помещик Н. В. Деевтың араҡы заводында эшселәр һәм тирә-яҡ ауыл кешеләре фетнә күтәрә.Сығышты ойоштороусылар, революцион идеяларҙы таратыусылар араһында Сафиулла Рәхмәтуллин да була.[2]
1907 йылда халыҡты поэтик һүҙ менән көрәшкә өндәп, революцион хәрәкәттә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн хөкөм ителеп, оҙаҡ йылдарға төрмәгә ултыртыла.
Ижады
үҙгәртергә1907 йылда Ырымбур ҡалаһында сыҡҡан «Урал» гәзитендә шағирҙың «Төрмәнән» һәм «Яҙ килә» тигән шиғырҙары баҫыла.
Ошо уҡ йылда «Ер кәрәк» һәм «Күҙ йәштәре» шиғырҙары Ҡарсыға (журнал) ында донъя күрә.
1905—1907 йылдарҙа яҙылған ете шиғыры билдәле:
- «Ер кәрәк»
- «Башҡорттарым,ҡуҙғалайыҡ!»
- «Төрмәлә яҙылған шиғырҙары» (Өфө төрмәһе,1907 йыл,18 июль)
- «Ғәзиз башым күрҙе инде…»
- «Бәхет алда, гөлдәрем, тыныс йәшәгеҙ.»
- «Күҙ йәштәре»
- «Йәмле Өйҙөрәк буйҙары»
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башҡорт шиғриәте антологияһы. — Өфө: «Китап», 2001.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Хәҙер Башҡортостандың Дәүләкән районы.
- ↑ Р. М.Ғилманов «Шағир, революционер, эшсе»/«Байраҡ» гәзите 2.02.2000 й. Дәүләкән районы
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Рәхмәтуллин Сафиулла Рәхмәтулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 14 сентябрь 2023)
Был яҙыусы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.