Үрге Сәрҙек (рус. Верхний Сардык) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 383 кеше[1]. Татар-Олҡан ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452767, ОКАТО коды — 80251865004.

Ауыл
Үрге Сәрҙек
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Туймазы районы

Координаталар

54°38′32″ с. ш. 53°57′53″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 251 865 004

ОКТМО коды

80 651 465 116

ГКГН номеры

0522605

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Үрге Сәрҙек (Рәсәй)
Үрге Сәрҙек
Үрге Сәрҙек
Үрге Сәрҙек (Башҡортостан Республикаһы)
Үрге Сәрҙек

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр нигеҙ һала. Үрге Сәрҙек ауылы 1626 йылдың 21 февралендә типтәрҙәргә бирелгән батша грамотаһы нигеҙендә барлыҡҡа килә. Яһаҡлы татарҙарҙың ер биләүенең нигеҙе булып уларға Ҡыр-Йылан башҡорттары 1753 йылдың 4 октябрендә биргән килешеү хаты хеҙмәт итә. Үрге Сәрҙек ауылы халҡы киләһе быуаттарҙа ла формалаша. Атап әйткәндә, яһаҡлы татарҙар 1795 йылдың 14 апрелендәге килешеү буйынса ҡабул ителгәндәр, 1839 йылдың 26 сентябрендәге килешеүгә ярашлы 4 ихата хеҙмәт итеүсе татарҙар Мәһәҙей Исланов, Кинйәбай Ҡыйыҡов һәм башҡаларҙы индергәндәр. 1834 йылдарға тиклем типтәрҙәр үҙҙәренә сыуаштарҙы индерәләр[2].

Хәҙерге осор

үҙгәртергә

Ауылда башланғыс мәктәп‑балалар баҡсаһы (Татар-Олҡан урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002)[3].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 1005
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 965
1959 йыл 15 ғинуар 637
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 425
2002 йыл 9 октябрь 366
2010 йыл 14 октябрь 406

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса күпселек милләттәр башҡорттар (68 %), татарҙар (29 %)[4].

Географик урыны

үҙгәртергә

Алыҫлығы:[5]

  • Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 24 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Татар-Олкан): 12 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ҡандра): 22 км.

Урамдары

үҙгәртергә

Урам исеме[6]:

  • Йәшел урамы (рус. улица Зеленая)
  • Интернационал урамы (рус. улица Интернациональная)
  • Май урамы (рус. улица Майская)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • Йырынлы урам (рус. улица Овражная)
  • Таулы урамы (рус. улица Горная)
  • Йылға урамы (рус. улица Речная)
  • Хеҙмәт урамы (рус. улица Трудовая)
  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)
  • Клуб урамы (рус. улица Клубная)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 263. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  3. Үрге Сәрҙек // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  5. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  6. «Налог Белешмәһе» системаһында Үрге Сәрҙек ауылы