Туймазы
Туймазы — Башҡортостандағы республика әһәмиәтендәге ҡала, Туймазы районы үҙәге. Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында, Өсән йылғаһы буйында урынлашҡан.
Туймазы | |
Флаг | Герб |
![]() | ![]() |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 1912 |
---|---|
Дәүләт |
![]() |
Административ үҙәге | Туймазы районы |
Административ-территориаль берәмек | Туймазы районы |
Халыҡ һаны | 68 256 кеше (1 ғинуар 2018)[1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 120 метр |
Майҙан | 43 км² |
Почта индексы | 452750 |
Рәсми сайт | tujmazy.ucoz.ru |
Беренсе яҙма телгә алыу | 1912 |
Урындағы телефон коды | 34782 |
![]() |
ТарихыҮҙгәртергә
Туймазы ҡасабаһының барлыҡҡа килеүе 1912 йылда Сембер (Ульяновск) ҡалаһын Шишмә станцияһы менән тоташтырған тимер юлға бәйле. 1937 йылда Туймазы нефть ятҡылығы асылыуы уның үҫешенә йоғонто яһай. 1960 йылдың 5 февралендә Туймазы эшселәр поселогы РСФСР Юғары Советы Президиумы Указы менән ҡала итеп үҙгәртелде. Туймазы — Башҡортостандың көнбайышында эре сәнәғәт үҙәге.
«2014 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалаһы» Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса Туймазы 100 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалалар араһында ил буйынса 1-се урынды алды[2].
Билдәле шәхестәреҮҙгәртергә
- Балтина Лидия Ашрафовна (18.10.1947) — ғалим-химик-органик, юғары мәктәп хеҙмәткәре. Химия фәндәре докторы (1995), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003)[3].
- Дадай Сергей Иеронимович (27.09.1914—1988), төҙөүсе, хужалыҡ эшмәкәре. 1960—1980 йылдарҙа «Туймазынефтестрой» тресының 5-се һәм 6-сы төҙөлөш идаралыҡтары начальнигы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1975). Октябрь Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1980), I дәрәжә Ватан һуғышы (1985), «Почёт Билдәһе» (1966) һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944) кавалеры. Ҡаланың почётлы гражданы (1987). Сығышы менән хәҙерге Тверь өлкәһенең Торжок ҡалаһынан[4].
- Примакин Иван Васильевич (8.11.1923—8.11.1982), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, звено командиры, капитан. Советтар Союзы Геройы (1945). 1958 йылдан Туймазы ҡалаһында йәшәй һәм эшләй[5].
- Саҙриев Миҙхәт Минша улы (2.08.1934—2.12.2016), ғалим-социолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1991 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Тарих фәндәре кандидаты (1971), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1994). Сығышы менән хәҙер Туймазы ҡалаһы составына ингән Түбәнкүл ауылынан[6].
Халыҡ һаныҮҙгәртергә
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 58408 | 26732 | 31676 | 45,8% | 54,2% |
2002 йыл 9 октябрь | 66687 | 30320 | 36367 | 45,5% | 54,5% |
2010 йыл 14 октябрь | 66836 | 30494 | 36342 | 45,6% | 54,4% |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
СәнәғәтҮҙгәртергә
Туймазы нефть ятҡылығын разведкалау эшен Ҡандры быраулау эштәре идаралығы башҡара. Нефть һәм газды сығарыу эштәрен «Октябрьскнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы башҡара. Нефть ташыу эшен Собханғол эшселәр ҡасабаһы белгестәре үтәй. Ҡалала машиналар эшләү заводы, еңел һәм аҙыҡ сәнәғәте предприятиялары бар.
МәғарифҮҙгәртергә
Ҡалала 67 мәктәпкәсә йәштәге балалар ойошмаһы, 67 урта белем биреү мәктәбе, 8 музыка мәктәбе, 3 башланғыс белем биреү, 4 урта профессиональ белем биреү (педагогия колледжы, медицина колледжы, индустриаль техникум, юридик колледж) ойошмалары бар. Мәскәү коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш институтының уҡытыу-консультация пункты, Һамар гуманитар академияһы бүлексәһе, шулай уҡ Өфө дәүләт авиация техник университеты, Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм Көнсығыш гуманитар университетының филиалдары эшләй.
МәҙәниәтҮҙгәртергә
Ҡалала Тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейы, татар дәүләт драма театры эшләй. Мәҙәниәт һарайы, 3 мәҙәниәт йорто, 17 китапхана, спорт комплексы бар.
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Росстат.
- ↑ Определены победители конкурса на звание самых благоустроенных поселений России — Официальный сайт Минстроя России, 13 ноября 2015 года (рус.)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Балтина Лидия Ашрафовна (Тикшерелгән 7 октябрь 2017)
- ↑ Межпоселенческая центральная библиотека муниципального района Туймазинский район. Почётные граждане города. Дадай Сергей Иеронимович (рус.) (Тикшерелгән 11 сентябрь 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Примакин Иван Васильевич (Тикшерелгән 6 ноябрь 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Саҙриев Миҙхәт Минша улы (Тикшерелгән 31 июль 2019)
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Туймазы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелгән 6 ноябрь 2018)
- ГOУ СПО «Туймазы педагогия колледжы»
- Туймазы студенттары форумы
- «Спутник» кинотеатры.
- Ҡаланың күңел асыу порталы